Исламғол Юлдашев

1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.

Исламғол Юлдашев (? — 3 июнь 1740 йыл) — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе[1].

Исламғол Юлдашев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Малаяҙ, Салауат районы
Вафат булған көнө 3 июнь 1740({{padleft:1740|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Һөнәр төрө яугир

Исламғол Юлдашев Себер даруғаһы Ҡаратаулы улусы биләмәһендә йәшәгән, йөҙбашы (сотник) булған[2].

1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашыуы

үҙгәртергә

1736 йылдан башлап Мәндәр Ҡарабаев менән берлектә Себер даруғаһы территорияһында хәрәкәт иткән.

1737 йылдың яҙ аҙағында Ҡоҙаш Рахманғолов, Таймаҫ Шәһимов һәм башҡа хөкүмәткә «тоғро» старшиналар етәкселегендәге ғәскәри отрядтарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша.

  Дыуан улусынан Мәндәр Ҡарабаев, Әйле улусынан Ҡыҙрас Килдешев, Ҡаратаулы улусынан Исламғол Юлдашев меңләгән кеше менән беҙгә ҡаршы килделәр һәм беҙҙе ҡаманылар һәм биш көн дауамында улар менән һуғыштыҡ, беҙ бирешмәнек...  

1737 йылдың аҙағында Исламғол Юлдашев, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Төлкөсура Алдағолов етәкселегендәге һәм башҡа отрядтар Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлаша.

  Мәндәр, Айып бей, Исламғол, Сураш, Ҡаратау эргәһендәге Йүрүҙән буйында урынлашҡан 200 хужалыҡтан торған Ҡотрас һәм Мәндәрҙән йәйге бер көнлөк алыҫлыҡта ятҡан Йүрүҙәндә 200 хужалыҡтан торған Шыйҙа тауы (хәҙерге Баҡал тауҙары төркөмөнә инә) янында торған Төлкөсура Алдағолов, Бәпәнәй Төрөпбирҙин Йүрүҙән ҡалҡыулыҡтарында 50 хужалыҡтан торған Ирәмәл янында  

[3].

1739 йылдың көҙөндә Исламғол Юлдашев, Әләнейәнғол Ҡотлоғужин, Аҙнабай Теләүғолов, Мәндәр Ҡарабаев, Миңлеғол Юлаев (Ҡараһаҡал) һәм Тырнаҡлы улусы старшинаһы Йәрмөхәмәт Хажиев һәм башҡалар менән бергә, яңы ихтилалды ойоштороу эштәре менән шөғөлләнгән.

Артабан да Исламғол Юлдашев Себер даруғаһы территорияһында Ҡоҙаш Рахманғолов етәкселегендәге хөкүмәткә «тоғро» старшиналарға һәм Л. Я. Соймонов командалығы аҫтындағы ғәскәрҙәргә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша.

Тубыл йылғаһы буйында подполковник Я. С. Павлуций командалығындағы хөкүмәт ғәкәрҙәре менән алышта Исламғол Юлдашев көрәштәштәре Әләнейәнғол Ҡотлоғужин, Төлкөсура Алдағолов һәм башҡалар менән бергә батырҙарса алышып, һәләк була[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Исламғол Юлдашев // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9./ Исламгул Юлдашев
  2. Исламғол Юлдашев // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9./ Исламгул Юлдашев
  3. РГАДА. Дела Сената по Оренбургской губернии. Кн. 8/139. Л. 571—572. Дела Сената по Кабинету. Кн. 90/1167 Л. 12-16.
  4. Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII-первой половине XVIII в. Свердловск, 1991
  • РГАДА. Дела Сената по Оренбургской губернии. Кн. 8/139. Л. 571—572. Дела Сената по Кабинету. Кн. 90/1167 Л. 12-16.
  • Материалы по истории Башкортостана6 т. 6. Оренбургская экспедиция и башкирские восстания 30-х годов XVIII века. Уфа, 2002.
  • Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII-первой половине XVIII в.. — Свердловск, 1991.

Һылтанмалар

үҙгәртергә