Быстрых Фёдор Павлович

Быстрых Федор Павлович (23 декабрь 1901 (5 ғинуар 1902), Таҙтүбә, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы (хәҙерге Башҡортостандың Дыуан районы Башҡортостан, Рәсәй) — 2 май 1976, Свердловск, РСФСР, СССР) — СССР тарихсыһы, тарих фәндәре докторы (1960), профессор (1961).

Быстрых Фёдор Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 23 декабрь 1901 (5 ғинуар 1902)
Тыуған урыны Таҙтүбә (Дыуан районы), Вознесенка ауыл советы, Дыуан районы
Вафат булған көнө 2 май 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Екатеринбург, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Широкореченское кладбище[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө история СССР[d]
Эш урыны А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Уҡыу йорто Академия коммунистического воспитания имени Н. К. Крупской[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Октябрь Революцияһы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Федор Павлович Быстрых 1901 йылдың 23 декабрендә (1902 йылдың 5 ғинуары) Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе Таҙтүбә ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы) тыуа.

Мәскәүҙә Н.К.Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә академияһына уҡырға инә, уны 1929 йылда тамамлай, шунан һуң Свердловск юғары уҡыу йорттарында уҡыта башлай.

1925—1937 йылдарҙа ВКП(б) ағзаһы, «троцкистар менән бәйләнеше» өсөн сығарыла, 1957 йылда стажын тергеҙеү менән 1942 йылда ҡабаттан партияға ҡабул ителә.

1941—1953 һәм 1956—1969 һәм йылдарҙа Уральск университетының КПСС тарихы һәм марксизм-ленинизм тарихы кафедраһы мөдире булып эшләй.

1953—1956 йылдарҙа ҠХР-ҙа йәшәй, урындағы юғары уҡыу йорттарында эшләй[1][2].

«Революционное движение и большевистские организации Урала накануне и в период революции 1905—1907 годов» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].

1976 йылдың 2 майында Свердловск ҡалаһында вафат була, Широкореченское зыяратында ерләнә[4].

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — революция хәрәкәте тарихы, Уралда партия ойошмалары эшмәкәрлеге. 60-тан ашыу фәнни эштәр авторы, улар араһында «Возникновение Уральской областной организации РСДРП(б)» (Свердловск, 1933) һәм ««Большевистские организации Урала в революции 1905—1907 годов» (Свердловск, 1959).

Октябрь Революцияһы ордены (1971) һәм ««Почёт Билдәһе» ордены» менән бүләкләнгән (1961)[5]. Свердловскиҙа профессор В. В. Адамов тәҡдим иткән историографиялағы «яңы йүнәлеш»кә тәнҡит күҙлегенән ҡараған[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Попов Н. Н. БЫСТРЫХ Фёдор Павлович. Башкирская энциклопедия. Дата обращения: 16 сентябрь 2018.(недоступная ссылка)
  2. Попов Н. Н. БЫСТРЫХ Федор Павлович. Уральская историческая энциклопедия. Дата обращения: 16 сентябрь 2018. 2018 йыл 16 сентябрь архивланған.
  3. Быстрых, Федор Павлович. Революционное движение и большевистские организации Урала накануне и в период революции 1905-1907 годов (Текст): Автореферат дис. на соискание учен. степени доктора ист. наук. Оф. сайт РГБ. Дата обращения: 16 сентябрь 2018.
  4. Быстрых Федор Павлович. Проект «Скорбим». Дата обращения: 16 сентябрь 2018.
  5. Попов Н. Н. БЫСТРЫХ Фёдор Павлович. Башкирская энциклопедия. Дата обращения: 16 сентябрь 2018.(недоступная ссылка)
  6. Камынин В. Д. Из истории исторической науки на Урале на рубеже 1960-х — 1970-х гг. // История и современное мировоззрение. 2019.
  • Волин Я. Р., Суслов М. Г., Дашевская М. А., Попов Н. Н. Ф. П. Быстрых как историк пролетарской революции на Урале // Большевистские организации Урала в период Октябрьской революции и гражданской войны (1917—1920). Свердловск, 1981;
  • Быстрых Федор Павлович. Подборка документов 2020 йыл 3 июль архивланған. / ЦДООСО, ГАСО [сост. Г. И. Степанова, И. В. Темникова, Е. И. Яркова]. — Екатеринбург: Центр документации общественных организаций Свердловской области, 2001. — 61 с. (Имя в истории);
  • Урал в ХХ в.: экономика и политика : тезисы регион. ист. чтений, посвящ. 100-летию со дня рожд. Ф. П. Быстрых. — Екатеринбург, 2001;
  • Историки Урала XVIII—XX вв. / глав. ред. В. В. Алексеев. — Екатеринбург : УрО РАН, 2003. — С. 61. — 451 с. — 500 экз. — ISBN 5-7691-1332-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә