Дипломатика

тарихи акттарҙы (юридик документтарҙы) өйрәнеүсе ярҙамсы тарихи дисциплина.

Диплома́тика — тарихи акттарҙы (юридик документтарҙы) өйрәнеүсе ярҙамсы тарихи дисциплина.

Дипломатика
Өйрәнеү объекты Q11812270?
 Дипломатика Викимилектә
Рим папаһы Юлий Икенсенең Буллаһы (пергамент, готик яҙыу; 1505)

Ул дипломатик һәм юридик характерҙағы боронғо документтарҙы өйрәнә: грамоталар, акттар һәм шуларға оҡшаш башҡа текстарҙы һәм уларҙың оригиналдарын. Уның бурыстарының береһе — ялған акттарҙы ысын акттарҙан айырыу.

Боронғо халыҡтарҙың бөтәһенең дә тип әйтерлек яҙма документтары булған, улар ҡорамдарҙа йәки йәмәғәт биналарында һаҡланған. Көнбайыш Рим империяһы ҡолағас, документтар һирәгерәк ҡулланыла башлай; трактаттар халыҡ йыйылыштарында төҙөлә һәм символдар һәм билдәләр ярҙамында халыҡ хәтерәндә һаҡлана. Грамоталары булған рухи вариҫтар бүләктәргә һәм һатып алыу әйберенә, займдарға, килем алыуға, ҡуртымға биреүгә һәм башҡаларға таныҡлыҡтар тултыра. Аҡһөйәктәр уларҙың күп кенә грамоталарын инҡар итә; хатта эштең судҡа тиклем барып етеүе ихтимал. Бигерәк тә XVI быуатта Германияла низағтар күп була, кор. Дагоберттың дипломын ялған тип изге Максим аббатлығына дәғүә, Людовик Беренсенең монастырь Линдаусскийға грамотаһын, Магдебург ҡалаһына Оттонов өҫтөнлөктәренең һәм ошоларға оҡшаш башҡа документтарҙың ялған булыуҙары тураһында бәхәстәр ҡуйыра.

Ошондай бәхәстәр документ-дипломдарҙы тарихи күҙлектән сығып тәнҡитләргә тырышыуҙың, йәки «дипломатик тәнҡиттең» барлыҡҡа килеүенә сәбәп була. Дипломатиканы башлап ебәреүсе тип Конринг иҫәпләнелә. Ул үҙенең «Censura diplomatis quod Ludovico imperatori fert acceptum connubium Lindaviense» (1672) исемле хеҙмәтендә беренсе тапҡыр документтың төп нөсхә булыуын билдәләү ҡағиҙәләрен бер системаға һалып күрһәтә, яҙыу почергына, теленә, дөйөм һүҙбәйләнештәр формулаларына һәм материалына иғтибар итергә кәңәш бирә. — «Acta sanctorum Aprilis» (1675) китабының икенсе томына урынлаштырылған һәм Дипломатиканың тотош бер системаһын тәҡдим иткән Бельгия иезуиты Дан. Папеброхтың: «Propylaeum antiquarium circa veri ас falsi discrimen in vetustis membranis» исемле хеҙмәте Дипломатиканы артабан үҫтереүҙә икенсе аҙым була. Папеброх изге Бенедиктин орденының күп кенә боронғо һәм мөһим документтарының төп нөсхә булыуына шик белдерә, Бенедиктин ордены монахы Мабильон үҙенең танылған «De re diplomatica» әҫәрендә (1-се баҫма, Париж, 1681 й.; 2-се өҫтөлмөлөр менән баҫма., Париж, 1764 й.; 3-сө, Неаполь, 1789 й.) яуап яҙа. Был әҫәр фәнгә исем бирә һәм уның төп нигеҙенә әйләнә. Мабильон хәҙерге заман Дипломатикаһы хәл иткән бөтә мәсьәләләргә лә тиерлек ентекле туҡтала. Бөтә Европа халыҡтарының иң боронғо замандан килгән документтарын бүлеүҙән һәм төрөн билдәләүҙән башлап, ул был документтарҙың өлгөләрен күрһәтә, уларҙың төп нөсхә булыуҙарын иҫбәтлай, яҙыу өсөн ҡулланылған материал, яҙыу формалары, стиле һәм башҡа сифаттары тураһында һөйләй.

Мабильондан һуң оҙаҡ ваҡыт Дипломатиканың тик айырым өлөштәре генә үҫешә. Әйтәйек, инглиз Мадокс формула ҡулланылышын киңәйтә. Гейнекций «мисәттәр тураһындағы» фән өсөн яңы юл аса, ә аббат Бессель «Chronikon Gotwinsi» (1732) хеҙмәтендә Конрад Беренсенән Фридрих Икенсегә тиклемге герман королдәре һәм императорҙары документтарының махсус дипломатикаһын һүрәтләй һәм Германияның дипломатик географияһын башлап ебәрә."Commentarii de re diplomatica imperii Germanici" (Нюрнберг, 1745—1753) хеҙмәтен яҙған Гейман менән Тейгенбаум уның эшен дауам итә. Француз Монфокон грек акттарын алып барыуҙы өҫтәй, ә Шарпантье — тирон ноталарын белеүҙе; Баринг һәм Вальтер латин яҙыуында хәреф һәм ҡыҫҡартыуҙар буйынса йыйған өлгөлөрҙе лә ошонда өҫтәргә кәрәк.

Германияла XVIII йөҙйыллыҡтың яртыһында тип әйтерлек Дипломатика университеттарҙа уҡытыла торғон фәндәр исемлегенә инә һәм ошо маҡсатта Экгард (1742) һәм Иоахим (1748) тарафынан компиляциялана. Тағы ике бенедиктинсы байыраҡ ярҙамсы саралар менән ғәмәлдә Мабильондың ҡарашын иҫбатлай. Тассен менән Тустендың әлеге ваҡытта ла файҙаланылған «Nouveau traité de diplomatique» (Пар., 1750-65) хеҙмәтендә сағыла был. Датин, Дюран һәм Клемансоның 1750 йылда донъя күргән «Art de vérifier les dates» әҫәрендә тарихи һәм дипломатик хронология нигеҙҙәре яҡтыртыла. Ошонан һуң Дипломатиканы тәүҙә Грубер (1783), шунан Цинкернагель (1800) менән Шенеман систематик рәүештә үҙгәртергә тырыша. Шенемандың, тамамланмаған булһа ла: «Versuch eines vollständigen Systems der D.» (Гамб., 1800-1) хеҙмәтен иң яҡшы ынтылыш тип иҫәпләргә була.

Шул ваҡыттан алып Германиялағы сәйәси түңкәрелештәр һөҙөмтәһендә хоҡуҡ мәсьәләләрен хәл иткәндә үҙенең практик әһәмиәтен юғалтҡан Дипломатика, дөйөм хеҙмәттәрҙә һәм дәреслектәрҙә артабан тикшерелмәй, уның ҡарауы тикшереү уңышлы рәүештә икенсе яҡҡа борола — архивтарға ғилми принциптар нигеҙендә идара итеү һәм ҡулланыу юлға һалына. Ошо тикшеренеүҙәр нигеҙендә грамоталар һәм акттарҙың тарих фәнен үҫтереүгә булышлыҡ иткән күп һандағы йыйынтыҡтары барлыҡҡа килә. Былар менән бергә Дипломатиканың айырым йүнәлеше, мәҫәлән, яҙыуҙарҙы өйрәнеү (Копп һәм башҡалар.), хронология (Корник), сфрагистика һәм геральдика (Мелли, Берндт һәм башҡалар.) һәм башҡа йүнәлештәре алға китә.

Герцтың «Archiv für die ältere deutsche Geschichtskunde»; Гефер, Эргард һәм Медемдарҙың «Zeitschrift für Archivkünde» һәм «Diplomatic n. Geschichte»; Фридемандың «Zeitschrift für die Archive Deutschlands» һәм башҡа журналдар Германияла Дипломатикаға ҡыҙыҡһыныуҙың кәмемәүен күрһәтә. Урыҫ тарихнамәһендә Дипломатика буйынса бер генә хеҙмәт түгел, хатта бер генә мәҡәлә лә юҡ; дипломатиканың айырым өлөштәре буйынса бер нисә инша ғына бар. Н. П. Лихачевтың «Ҡағыҙ һәм Рәсәйҙәге ҡағыҙ тирмәндәре» (СПб., 1891); Лаптевтың «Боронғо урыҫ димломатикаһы тәжрибәһе», СПб., 1824 һәм Тромониндың «Ҡағыҙҙа күренгән билдәләрҙең аңлатмаһы», М., 1844; Родзевичтың «Урыҫ сфрагистикаһы» — «Вестник арх. и истории» журналы, т. XI шундайҙарға индерегә мөмкин. Археографик комиссиялар һәм археологик йәмғиәттәр баҫмаларында бер нисә мәҡәлә табырға була.

I. XIV быуатҡа тиклем пергамент (беҙҙә ул «тире» тип атала) яҙыу өсөн дөйөм ҡулланылыштағы материал була. Көнбайыш Европала XI быуаттан уның менән рәттән ҡағыҙ ҡулланыла башлай, ул Русь дәүләтенә ганзейецтар һәм Новгород аша XIV быуаттаң беренсе яртыһында инә (ҡара: Бумага).

II.Яҙыу ҡоралдары һәм теле тураһындағы мәсьәләлә Дипломатика ошо һоаруҙарға яуап биргән палеографияға яҡын тора. Рустә пергамент китаптар дүрттән бер өлөшкә, һирәгерәк тотош биткә һәм һигеҙҙән бер өлөшкә яҙыла; ҡағыҙ китаптар — йыш ҡына биткә һәм ике бағана итеп яҙыла. Ҡайһы берҙә баш һәм тәүге хәрефтәр буяу һәм киноварь менән, шулай уҡ алтын менән дә ялатыла. Көнбайыш Европаның мөһим һәм халыҡ-ара грамоталары XVII быуат аҙағына тиклем латин телендә, артабан француз телендә тултырыла. Әллә ни мөһим булмаған һәм айырым урынға ҡағылышлы акттар, айырыуса һуңғы осорҙа, урындағы телдә яҙыла.

III. Күп төрҙә булыуҙарына ҡарамаҫтан, документтарҙың йөкмәткеһен тасуирлау формаһы бер-береһенән бик аҙ айырыла. Ғәҙәттә грамоталар Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәттән һәм яҙыусының исемен һәм титулын атауҙан башлана, ҡайһы берҙә мөрәжәғәт төшөрөп ҡалдырыла; артабан грамотаның эстәлеге бирелә.

IV. Документтарҙы раҫлау өсөн ҡултамғалар һәм мисәттәр ҡулланыла. Урыҫ грамоталарының почергы, ҡултамғалары, мисәттәре тураһында шул туралағы мәҡәләне уҡығыҙ. Византияла һәм Көнбайыш Европала документтарға йә императорҙар һәм королдәр, йә улар махсус билдәләр һәм монограммалар менән билдәләнеп, канцлерҙар йәки башҡа кешеләр мисәттәре һәм ҡултамғаһы менән раҫлана.

V. Ваҡыт тураһындағы мәсьәлә — иң мөһиме. Күп кенә боронғо грамоталарҙа ваҡыт күрһәтелмәгән. Йөкмәткеһенән уның ҡайһы ваҡытта яҙылыуын асыҡлап булмаһа, палеография ярҙамына мөрәжәғәт итәләр. Был осраҡта инде яҙыу почергы, теле, шунан һыулы билдәләре йәки филиграндәре иҫәпкә алына. Герб хужаһын, йәки шартлы төшөнсәне тасуирлағанда, шартлы төшөнсә бер йәки бер нисә йылға ҡарай һәм түбәндәге мәғлүмәттәрҙе бирә: 1) ҡағыҙ форматы, 2) уның сорты, 3) фабриканттың исеме, 4) урындың атамаһы һәм 5) эшләнеү йылы. Брике иҫбатлауынса, филиграндәр эшләү йолаһы XIII йөҙйыллыҡта Көнбайышта барлыҡҡа килә һәм Көнсығышта бөтөнләй билдәле булмай.

Боронғо филиграндәр конструкцияларының бик ябай булыуы менән айырылып тора; аҙаҡ уларҙың бер нисә мең төрө булыуы асыҡлана. Европала ҡағыҙ Италияла эшләнеп таралған кеүек, филиграндәр ҙә Италиянан килә. Брике әйтеүенсә, итальян ҡағыҙын түбәндәге типик филиграндәр буйынса белергә мөмкин: 1) ҡоштоң уҡ менән тишелгән ҡауырһыны; 2) ҡулына тәре тотҡан фәрештә; 3) бәләкәй мискә; 4) шлем; 5) таж; 6) байраҡ. Типик француз филиграндәре: 1) геральдик ҡалҡанда өс ләлә сәскәһе (XIV—XV быуаттар.); 2) дельфин (XIV быуат); 3) ҡалалар гербтары (XV—XVI быуат); 4) әтәс һәм 5) эт (XVI быуат). Германияла XV быуатта ғына үҙ ҡағыҙы була; уларҙың филиграндәре: 1) сусҡа (XVI быуат) һәм 2) дәүләт һәм ҡалалар гербтары. Польшала XVI быуат уртаһында ғына үҙ ҡағыҙҙары була. Уларҙың филиграндәре: 1) балта, 2) ләлә һәм 3) шляхта гербтары. Голланд филиграндәре: 1) арыҫлан һәм 2) геральдик ҡалҡанда мөгөҙ.

XVIII быуатҡа тиклемге урыҫ грамоталарында күп төрлө филиграндәр булыуын табабыҙ. Грамоталарҙың ваҡытын билдәләү өсөн күптән түгел генә, Көнбайышта филиграндәр тураһындағы мәсьәлә ентекләп эшкәртелгәс, филиграндәр ҡулланыла башлай. Хәҙер улар буйынса беҙҙең хронолик даталары булмаған иң боронғо ҡағыҙҙарыбыҙҙың яҡынса ваҡытын аныҡ билдәләп буласаҡ. Рәсәйҙә етештерелгән ҡағыҙҙарҙың филиграндәре: 1) ике башлы бөркөт[1] 2) Георгий Победоносец[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Энциклопедический словарь Ф. А. Брокгауза и И. А. Ефрона
  2. Энциклопедический словарь Ф. А. Брокгауза и И. А. Ефрона
  • Лаптев, «Опыт в древней русской дипломатике» (СПб., 1824)
  • Данилович, «О русской дипломатике» в («Московском Вестнике», 1829, ч. III)
  • Тримонин, «Изъяснение знаков» (М., 1844)
  • Родзевич, «О русской сфрагистике»
  • Лакиер, «Геральдика»
  • Иванов, «О знаках, заменяющих подписи в древней Руси» (в «Известиях Археологического Общ.», т. II)
  • Ефименко, «Юридические знаки» («Ж. М. Н. Пр.», ч. 155—156)
  • Wattenbach, «Schriftwesen des Mittelalters» (Лпц., 1876)
  • Sickel, «Beiträge zur Diplomatic» (в. I—VI, Вена, 1861—1877)
  • Gloria, «Compendio di paleographia e diplomatica» (Падуя, 1870)
  • Harttung, «Diplomatische-historische Forschungen» (Гота, 1879)
  • Brinckmeier, «Glossarium diplomaticum» (1850—1868)
  • Pertz, «Schrifttafeln zum Gebrauch bei diplomatischen Vorlesungen» (Ганновер, 1844—1872)
  • Sauter, «Diplomatisches ABC Schlüssel zum Verstandniss und Lesen alter Handschriften u. Urkunden» (Штутгарт, 1874)
  • Leist, «Urkundeulehre fur D. u. Historie» (B. I, Лпц., 1889).