Аврелий Августин
Аврелий Августин Иппонийский (лат. Aurelius Augustinus Hipponensis; 13 ноябрь 354 йыл, Тагаста — 28 август 430 йыл[1], Батша Гиппон), шулай уҡ Изге Августин – дин белгесе, философ һәм рим Төнъяҡ Африкаһындағы Нумидияның Гиппон Батша епискобы. Уның хеҙмәттәре көнбайыш философияһы һә көнбайыш хриситанлығы үҫешенә йоғонто яһаған. Ул Латин сиркәүенең святоотеческий (Изге Ата) осорондағы иң абруйлы, мөһим аталарының береһе итеп һанала. Уның әһәмиәтле эштәре – «О граде Божьем», «Христианская наука» һәм «Исповедь».
Аврелий Августин | |
Aurelius Augustinus | |
Bput Августин. Санкт-Санкторум капелаһында фреска. Латерано. VI быуат. | |
Тыуған |
13 ноябрь 354 |
---|---|
Вафат |
28 август 430 (75 йәш) |
Ихтирам ителә | |
Иң изге | |
Хәтер көнө |
Православие динендә — 15 (28) июня; католицизмда — 28 августан; лютеранлыҡта - 28 августан |
Яҡлаусыһы | |
Атрибуттары |
бала; күгәрсен; ҡаурый; ҡабырсаҡ, ватылған йөрәк |
Викикитапханала әҫәрҙәре |
Замандашы Иероним һүҙҙәре буйынса, Августин «боронғо инаныуҙы яңынан раҫлаған» кеше. Йәш сағында ул фарсы диненә – манихействоға тартыла ә һуңынан – неоплатонизмға тартыла. 386 йылда суҡынып христиан динен ҡабул иткәндән һуң, Августин теология һәм философияға үҙенең ҡарашын барлыҡҡа килтерә[2].Христос бәрәкәт кеше азатлығы өсөн кәрәк, тип уйлап, ул тәүге гонаһ доктринаһын формалаштыра һәм ғәҙел һуғыш теорияһын үҫтереүгә тос өлөш индерә . Көнбайыш рим империяһы тарҡала башлағас, Августин Сиркәүҙе ерҙәге матди тормоштан айырмалы рухи Град Божий тип күҙаллай. Уның фекерҙәре урта быуаттағы дингә ҡараштарға ныҡ йоғонто яһай. Никей һәм Константинополь соборҙары билдәләгән Троица концепцияһы яҡлы Сиркәүҙәрҙең өлөшө[3] Августиндың «О Троице» хеҙмәте менән тығыҙ бәйле.
Августин Католик сиркәүендә, Көнсығыш православие сиркәүендә һәм Англикан сиркәүендә изге булып һанала. Ул шулай уҡ сиркәүҙең католик докторы һәм августиндарҙың ҡурсалаусыһы булып тора. 28 август , үның вафат булған көнө, Августиндың хәтер көнө булып иҫәпләнә. Августин – һыра ҡайнатыусыларҙың, китап баҫыусыларҙың дин белгестәренең һәм бер нисә ҡала һәм епархияларҙың ҡурсалаусыһы[4]. Күп кенә протестанттар, бигерәк тә кальвинист һәм лютерандар уның хоҙай (илаһ) бәрәкәте (благодать) тураһында тәғлимәт яҙғаны өсөн Августинды протестанттар Реформацияһының дини белем атаһы тип һанайҙар[5]. Дөйөм алғанда, протестанттар реформаторҙар һәм, атап әйткәндә, Мартин Лютер иртә сиркәү аталары араһында Августинға өҫтөнлөк бирәләр. Лютер 1505-1521 йылдарҙа Августин дәрүиштәре орденының ағзаһы була.
Көнсығышҡа уның тәғлимәте бигерәк тә ҙур бәхәс тыуҙыра һәм Иоаннис Романидис яғынан ғәйеп ташлауға дусар ителә [6]. Әммә башҡа дин белгестәре һәм Көнсығыш православие сиркәүе дин әһелдәре (беренсе сиратта Георгий Флоровский) уның байтаҡ әҫәрҙәрен хуплап сыға[7]. Иң бәхәсле, Августин менән бәйле булған филиокве доктринаһы[8], православие сиркәүе тарафынан кире ҡағыла[9]. Башҡа бәхәсле ғилемдәр араһында уның тәүге гонаһ, бәрәкәт һәм тәҡдирҙең кеше тормошон билдәләүе тураһындағы тәғлимәте тора[8]. Шуға ҡарамаҫтан, уның ҡайһы бер фекерҙәре хаталы тип һаналһа ла, Августин барыбер изге һанала, Көнсығыштың сиркәүаталарына, беренсе сиратта Григорий Паламаға ҙур йоғонто яһай[10]. Православие сиркәүендә уның байрамы 15 июндә билдәләнә[8][11]. Тарихсы Диармайд Маккалок: «Көнбайыш христиандар фекеренә Августиндың йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ; бары тик уляратҡан Павел Тарсский, Августиндан абруйлыраҡ була, көнбайыш кешеләре кбар нимәгә лә ғәҙәттә Августин күҙҙәре менән ҡарай», тип яҙа[12].
Биографияһы
үҙгәртергәАвгустин (Аврелий) 354 йылдың 13 ноябрендә африканумидия провинцияһындағы Тагаста (хәҙерге Сук-Ахраста, Алжир) тыуған. Башланғыс белеме менән ул үҙенең әсәһе христиан динле Изге Моникаға,, аҡыллы, намыҫлы һәм тәҡүәле ҡатынға, бурыслы, әммә әсәһенең йоғонтоһо рим гражданы, ваҡ ер биләүсе рим гражданы мәжүси-атаһы, Патрицийҙың (ул үҙенең вафаты алдынан ғына суҡындырылған) йоғонтоһо менән юҡҡа сығарылған.
Йәш сағында Августиндың традицион грек теленә әүәҫлеге булмай, тик ул латин әҙәбиәтенә ныҡ бирелә. Тагаста мәктәпте тамамлағас, ул яҡындағы мәҙәни үҙәккә — Мадавраға юллана. 370 йылдың көҙөндә Августиндарҙың ғаиләһенең дуҫы — Романиан ҡурсалауында Августин Карфагенға риторика белеме алыу өсөн өс йылға бара. Карфагенда йәшәгән сағында, 17 йәшендә, ул социаль хәле үҙенекенән түбән класлы йәш ҡатын менән бәйләнешкә керә һәм 13 йыл буйына уға өйләнмәйенсә йәшәй. Тап был осорҙа Августин үҙенең: «Изге Хоҙай, бирсе миңә сафлыҡ һәм уртасалыҡ ... тик хәҙер түгел, Хоҙайым, хәҙер түгел!» тигән һүҙҙәрен әйтә. 372 йылда Августиндың улы Адеодат (372-388) конкубинанан тыуа.
373 йылда Цицерондың «Hortensius» китабын уҡығандан һуң Августинфилософия өйрәнә башлай Тиҙҙән манихейҙарға ҡушыла. Шул уҡ ваҡытта ул Тагаста, һуңғараҡ Карфагенда риториканы уҡыта. «Исповедь» тигән хеҙмәтендә Августин махинейҙар тәғлимәтен юҡҡа ғына өйрәнеп, туғыҙ йыл ғүмерен бушҡа әрәм итеүе тураһында яҙа. 383 йылда хатта уның рухи юлбашсыһы махиней Фавст Августиндың һорауҙарына яуап бирә алмай. Ошо йылда Августин Римда уҡытыусы вазифаһын табырға ҡарар ҡабул итә, ләкин унда бер йыл ғына үткәрә һәм риториканан уҡытыусы вазифаһын Медиоланда таба.
Латин теленән ритор Марий Викториндың тәржемә иткән Плотиндың ҡайһы бер трактаттарын уҡып, Августин неоплатонизм менән таныша, унда Хоҙай матди булмаған трансцедентлы йәшәйеше булараҡ күрһәтелгән була. Амвросий Медиоланский вәғәздәрендә булғандан һуң, Августин иртә христианлыҡтың рациональ инанғанлығын аңлай.
Августин Медиоланда йәшәгән сағында, 384—388 йылдарҙа, уның әсәһе улына килен таба, шуның өсөн ул конкубинаны ҡалдыра. Әммә кәләшенең иргә сығырға йәше еткәнде ул ике йыл көтөргә тейеш була, шуға күрә ул башҡа конкубина булдыра. Ахырҙа, Августин 11 йәшлек кәләш менән йәрәшеүҙән баш тарта, шулай уҡ икенсе конкубинаһын да ташлап китә, бер ҡасан да беренсе конкубинаһы менән мөнәсәбәттәрен дә яңыртмай.
Артабан Августин апостол Павелдың яҙма мөрәжәғәттәрен уҡый һәм викарий епискобы Симплициандан Марий Викториндың христианлыҡҡа инеү тарихын ишетә. Августин үҙенең тәүбәһендә (исповедында) христиан Понтициан менән осрашыуы һәм әңгәмәһе тураһында, унан Бөйөк Антони ҡаһарманлығы тураһында ишетеүе һәм үҙенең монахлыҡ идеалдары менән мауығып китеүе тураһында һөйләй. Был әңгәмә 386 йылдың авгусы менән билдәләнгән. Риүәйәттәр буйынса, бер ваҡыт Августин баҡсала балалар тауышын ишетә һәм һайламайынса ғына апостол Павел мөрәжәғәтнамәһенең бер битен аса, был апостол Павелдың римлеләргәим мөрәжәғәтнамәһе (13:13) була. Бынан һуң ул, Моника, Адеодат, ағаһы, ике туған ағалары, дуҫы Алипий һәм ике уҡыусыһы менән бергә, бер нисә айғаКассициакка, бер дуҫының виллаһына, сығып китә. Цицерондың буйынса «Тускуланские беседы» китабы өлгөһөндә Августин бер нисә фәлсәфәүи диалог төҙөй. 387 йылдың Пасхаһында улы Адеодат һәм дуҫы Алипий, менән Медиоланда һыу суҡындырыуы ала.
Бынан һуң, үҙенең бөтә мөлкәтен тиерлек һата һәм фәҡирҙәргә тарата, артабан Моника менән бергә Африкаға китә. Әммә Остияла Моника вафат була. Уның улы менән һуңғы әңгәмәһе «Исповедь» хеҙмәтенең аҙаҡҡы биттәрендә бик тәфсирләп яҙылған.
Августиндың артабанғы тормошо тураһында мәғлүмәттәрҙең бер өлөшө Поссидий, 40 йыл самаһы Августин менән аралашҡан Поссидийҙың «Житие китабында яҙылған. Поссидий әйтеүе буйынса, Африканан ҡабат ҡайтҡас, Августин Тагаста йәшәй, унда монахтар общинаһын ойоштора. Гиппон Регийскийға сәйәхәт ҡылған саҡта Августиндың бында 6 христиан сиркәүе була, грек епискобы, үҙе латин телендә вәғәздәр уҡыу алмағанлыҡтан, Августинды пресвитер итеп ҡуя. 395 йылдаВалерий уны викарий епискобы итеп тәғәйенләй һәм бер йылдан үҙе вафат була.
Августин 430 йылдың 28 авгусында Гиппонды вандалдарҙың беренсе ҡамауға алған сағында вафат була.
Августиндың мәйет ҡалдыҡтары арий-вандалдарҙың мәсхәрәләүенән ҡасырып, уның яҡлылар тарафынан Сардинияға күсерелә, ә был утрау сарациндар ҡулына эләккәс, лангобардтар короле Лиутпранд тарафынан һатып алына һәм артабан Павийҙағы Изге Петр сиркәүендә ерләнә.
1842 йылда, папа ризалығы менән Августиндың уң ҡулы өлөшөн (беләк һөйәге) Алжирға алып киләләр һәм ул һөйәк Гиппон харабаларында француз епископтары тарафынан төҙөлгән һәйкәл янында һаҡлана.
Ҡайһы бер картиналарҙа Августин күҙлек кейгән итеп һүрәтләнгән.
Ижадының этаптары
үҙгәртергәБеренсе этапҡа (386-395) антик (башлыса. неоплатоник) догматиканың йоғонтоһо хас: бигерәк тә «Монологи» (Soliloquia, г 387), «БО жизни блаженной» (De Beata Vita, 386 йвт й.), «О количестве души» (388-389 йй.), «Об учителе» (388-389 йй.), «О музыке» (388-389 йыл хеҙмәттәренә; музыкаға билдәләмә Est modulandi Musica bene ars, ентекле аңлатма бирә; антик шиғыр төҙөүҙең дөйөм мәсьәләләрен сисә), «О бессмертии души» (387 й.), «Об истинной религии» (390 й.), «О свободной воле» йәки «О свободном решении» (388—395 йй.) хеҙмәттәрен; антиманихей трактаттарын яҙа. Ижадының тәүге осорондағы хеҙмәттәренең бер өлөшөн Медолиандан алыҫ булмаған урында торған кассициак, тип атайҙар (Cassiciacum, Италияның был өлөшө хәҙерге көндә Casciago тип йөрөтөлә), Августин 386-388 йылдарҙа унда эшләгән була.
Икенсе этапта (395-410), экзегетик һәм дини-сиркәү проблематикаһы өҫтөнлөк итә: «О книге Бытия», апостол Павел мөрәжәғәтнәамәләренә аңлатмалар циклы, әхлаҡи трактаттар һәм «Исповедь», антидонат трактаттар яҙылған.
Өсөнсө этапта (410-430),донъяны барлыҡҡа килтереү һәм эсхатология мәсьәләләре: антипелагиан трактаттар һәм «О граде Божьем»; үҙ әҫәрҙәрендә тәнҡитле күҙәтеү, «ҡайтанан ҡарау»ҙар яҙылған.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергәАвгустиндың иң билдәле әҫәрҙәре булып «De civitate Dei» («О граде Божьем») һәм «Confessiones» («Исповедь»), уның рухи биографияһы, Trinitate De (О Троице), Arbitrio libero De (О свободной воле), Retractationes (Пересмотры) тора.
Бынан тыш, уның Meditationes, Soliloquia һәм Enchiridion йәки Manuale әҫәрҙәре лә иғтибарға лайыҡлы
Августин тәғлимәте
үҙгәртергәАвгустиндың кеше ихтыяры азатлығының нисбәте тураһындағы, Хоҙай бәрәкәте һәм тәҡдир тураһындағы тәғлимәте системалы түгел.
Йәшәйеш тураһында
үҙгәртергәХоҙай материяны булдырған һәм уға төрлө формалар, үҙенсәлектәр һәм тәғәйенләнештәр биргән, йәғни бөтә тереклек донъяһын яралтҡан. Аллаһтың һәр бер эшләгәнебарыһы өсөн дә изгелек, рәхәтлек, тимәк, донъялағы барлыҡ тереклек рәхәтлек.
Яуызлыҡ субстанция-материя түгел, ә етешһеҙлек, уның боҙолоуы, зыянланыуы.
Хоҙай — йәшәйеш сығанағы, саф форма, юғары матурлыҡ, байлыҡ сығанағы. Донъя Хоҙайҙың өҙлөкһөҙ ижад итеүе арҡаһында йәшәй, ул бөтә үлгән нәмәләрҙе яңынан терелтә. Донъя берәү генә, бер нисә донъяның булыуы мөмкин түгел.
Материя төр, үлсәм, һан һәм тәртип менән ҡылыҡһырлана. Донъяла һәр нәмәнең үҙ урыны бар.
Хоҙай, донъя һәм кеше
үҙгәртергәАвгустин Хоҙай менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙең асылын асып бирә. Августин фекеренсә, Хоҙай тәбиғәттән бейек. Донъя, тәбиғәт һәм кеше Хоҙай хеҙмәтенең һөҙөмтәһе булғанлыҡтан, үҙен яралтҡан Хоҙайға буйһона. Әгәр платонизм Хоҙайҙы (Абсолют) шәхес булмаған зат итеп, бөтә тереклектең берлеге итеп ҡараһа, Августин Хоҙайҙы бөтә тереклекте яралтҡан шәхес тип аңлатҡан һәм Хоҙайҙың тәҡдирҙән һәм фортунанан айырмаһын махсус булдырған.
Хоҙайҙың тәне юҡ, тимәк уның илаһи башланғысы һәм бөтөн ерҙә лә бер юлы тороуы сикһеҙ. Донъяны яралтҡандан һуң, Хоҙай донъяла тәртип һөрөүе хаҡында ҡайғыртҡан, шунлыҡтан донъяла барыһы ла тәбиғәт закондарына буйһонған була.
Хоҙай тарафынан кеше ирекле йән эйәһе булараҡ барлыҡҡа килтерелгән, әммә, кеше, гонаһ ҡылып, яуызлыҡты һәм Хоҙай ихтыярына ҡаршы барыуҙы үҙе һайлаған. Шулай яуызлыҡ барлыҡҡа килгән һәм кешеһе ирекһеҙгә әйләнгән. Кеше азат түгел һәм ирекһеҙ, ул Хоҙай менән тулыһынса бәйле.
Тәүге гонаһ ҡылынғандан һуң, кешеләр яуызлыҡҡа тартылған һәм яуызлыҡты хатта изгелектәр эшләргә ынтылған саҡтарында ла эшләйҙәр.
Кешекнең төп маҡсаты — Ҡурҡыныс алдынан ҡотҡарылыу, кешелек ырыуының гонаһтарынан арыныу, Сиркәүгә бер ҡаршылыҡһыҙ буйһоноу.
Бәрәкәт тураһында
үҙгәртергәКешене ҡотҡарыусы көс булып уның Хоҙайға ынтылышы, илаһи бәрәкәт тора. Хоҙай бәрәкәте (благодать) кешегә төшһә , ул кеше тәбиғәтен үҙгәртә. Бәрәкәттән башҡа кешене ҡотҡарып булмай.Ихтыярҙың ирекле ҡарары — бары тик кешенең нимәгәлер ашҡынып йүнәлеү һәләте генә, әммә кешенең яҡшырыуға табан үҙ ынтылыштарын тормошҡа ашырырға бары тик бәрәкәт кенә ярҙам итергә һәләтле.
Августин ҡарашынса, бәрәкәт туранан-тура христианлыҡтың төп догматтары менән, йәғни бөтә донъя гонаһын Мәсих юйған тигән ышанысҡа менән бәйле. Тимәк, үҙенең тәбиғәте буйынса бәрәкәт дөйөм характерҙа була һәм ул бөтә кешеләргә үҙенең рәхәтен бирергә тейеш. Әммә, кешеләрҙең бөтәһе лә ҡотола алмайу. Августин быны, ҡайһы бер кешеләр бәрәкәтте ҡабул итергә һәләтһеҙ, бәрәкәт иң беренсе сиратта кешенең ихтыяр көсө менән бәйле, тип аңлата. Әммә Августин, бәрәкәт алған бөтә кешенең дә "даими изгелекте" һаҡлай алмағанын күрә. Тимәк, Хоҙай биргән илаһи бәрәкәт бүләген даими һаҡлар өсөн тағы ла бер һәләт кәрәк. Был һәләтте Августин «даимилыҡ бүләге» тип атай. Бары тик ошо бүләкте ҡабул итеүе арҡаһында ғына «Хоҙайҙың үҙе саҡырып алған кешеләре» уның тарафынан «һайланған» кеше була алалар.
Азатлыҡ һәм илаһи тәҡдир тураһында
үҙгәртергәБеренсе кешеләр гонаһ ҡылғанға тиклем ирекле ихтыярға эйә була — улар изгелек менән яуызлыҡты һайлау һәләтле була. Улар азатлығы бары тик бер фактор — Хоҙай алдындағы бурыс хисе — менән сикләнгән.
Беренсе гонаһ ҡылыуҙан һуң кешеһе ирекле ихтыярын юғалта, улар үҙ теләктәренең ҡолдарына әүерелә һәм гонаһ ҡылмайынса тора алмай башлай.
Ғайса Мәсихтең кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн үҙен ҡорбан итеүе кешеләрҙе яңынан Хоҙайға ҡараштарын төбәргә ярҙам итә. Улар үҙенең үлеме миҫалында Хҙай Ата ихтыярына буйһонғанлығын, уға тыңлаулы икәнен күрһәтә («Не моя воля, но Твоя да будет» Лк. 22:42). Ғайса Мәсих, Хоҙай Атаның ихтыярын үҙенең үлеме кеүек ҡабул итеп, Әҙәмдең гонаһын юя.
Ғайса васыяттарына эйәргән һәм Хоҙай ихтыярын үҙ ихтыяры кеүек ҡабул иткән һәр кеше, үҙ йәнен ҡотҡарып, Күк батшалығына инә ала
Тәҡдир (лат. praedeterminatio) — дини философияның иң ауыр пункттарының береһе, ул бәрәкәттең илаһи үҙенсәлектәре, тәбиғәте һәм кеше азатлығына мөнәсәбәте менән бәйле.
Кешеләр бары тик илаһи бәрәкәт ярҙамында ғына изгелек эшләргә һәләтле, был һәләт кешенең ҡаҙаныштары менән сағыштырырлыҡ та түгел һәм ул бар тик Хоҙай тарафынан ҡотҡарылыу өсөн һайланған кешеләргә генә бирелә. Әммә кеше — әхлаҡи- ирекле йән һәм шунлыҡтан аңлы, ирекле рәүештә яуызлыҡты ташлап изгелекте һайлай ала; шунан һуң ғына уға Хоҙайҙан илаһи бәрәкәт төшә.
Яралтыу
үҙгәртергәИлаһи ихтыяр (тәҡдир, кәсеп, бәрәкәт) — был фәлсәфәүи фекерҙең бер төп, мөһим пункты, тап уның тирәһендә Августиндың фәлсәфәүи фекере урала, шул иҫәптән, Хоҙай тарафынан донъя яралтыу менән бәйле мәсьәләләре лә. Августин фекеренсә, Хоҙайҙың Илаһи ихтыяры менән донъяла йәшәйеш яралтылған.
«Вся августиновская метафизика творения сосредоточена в этих строках, но здесь она обретает полноту осознания себя самой и способность наконец увидеть себя во всей своей чистоте: То, что существует некое сущее, первейшее из всех и обладающее полнотой совершенства сущего, и которое мы называем Богом, доказано, равно как доказано и то, что по изобилию Своего совершенства Он наделяет бытием все существующее, так что Его надлежит признать не только первым из сущих, но и первоначалом всех сущих. Но Он сообщает бытие другим сущим не по природной необходимости, а по решению Своей воли. Следовательно, Бог есть Господь Своих созданий, подобно тому как мы – господа над тем, что зависит от нашей воли. Более того, это господство Бога над сотворенными Им вещами абсолютно, потому что, произведя их без помощи внешнего деятеля и даже помимо предсуществующей материи, Он является всецелым Творцом совокупности бытия. Но так как вещи произведены деятельной волей, каждая из них упорядочена этим деятелем в виду определенной цели. Ибо если благо или цель являются собственным объектом воли, необходимо, чтобы производимое волей было упорядочено в виду определенной цели. Всякая вещь достигает своей последней цели через свое действие, но это действие должно направляться Тем, Кто наделил вещи самой способностью к действию. Стало быть, нужно, чтобы в Себе самом совершенный Бог, могущество коего наделяет бытием все существующее, управлял всеми сущими, Сам же не управлялся никем; и нет ничего, что могло бы уклониться от Его правления, ибо нет ничего, что не принимало бы существования от Него. Стало быть, подобно тому, как Он совершенен как сущее и причина, Он точно так же совершенен в своем правлении». Этьен Жильсон. Дух средневековой философии
Мәңгелек, ваҡыт һәм хәтер тураһында
үҙгәртергәВаҡыты — хәрәкәт һәм үҙгәрештең үлсәүесе. Донъя арауыҡ менән, ә йәшәйеш уның ваҡыты менән сикләнгән.
Анализ (о)сознания времени — давний крест дескриптивной психологии и теории познания. Первым, кто глубоко ощутил огромные трудности, которые заключены здесь и кто бился над ними, доходя почти до отчаяния, был Августин. Главы 14-28 книги XI «Исповеди» даже сейчас должны быть основательно проштудированы каждым, кто занимается проблемой времени.
Анализ (о)сознания времени — давний крест дескриптивной психологии и теории познания. Первым, кто глубоко ощутил огромные трудности, которые заключены здесь и кто бился над ними, доходя почти до отчаяния, был Августин. Главы 14-28 книги XI «Исповеди» даже сейчас должны быть основательно проштудированы каждым, кто занимается проблемой времени.
— Эдмунд Гуссерль
Ваҡыт тураһында уйланып, Августин ваҡытты ҡабул итеүҙең психологик концепцияһына килә. Үткәндәр ҙә, киләсәк тә реаль йәшәй алмай — бары тик хәҙерге генә ысын, ысынлыҡ хәҙергегә генә хас. Үткәндәр бары тик беҙҙең хәтерҙә генә, ә киләсәгебеҙ — беҙҙең өмөтөбөҙҙә. Хәҙерге — донъяла үҙгәрештәрҙең бик йылдам барыуы: кеше ҡаранып та өлгөрә алмай, әгәр ҙә киләсәккә ышанмаһа, ул инде үткәнде иҫенә төшөрөргә мәжбүр.
Шулай итеп, үткәндәр — хәтирәләр, хәҙерге — күҙәтеү, тойоу, киләсәк — көтөү йәки өмөт итеү.
Шул уҡ ваҡытта, кеше үткәндәрен исендә тотҡан кеүек үк, ҡайһы бер кешеләр киләсәкте иҫендә тоторға һәләтле, бының менән алдан уҡ күреү һәләте аңлатыла. Һөҙөмтә булараҡ, кеше үткәндәрҙе хәтерләй алғас, ваҡыт бар, тимәк, ул йәшәйеш өсөн кәрәкле әйбер - ә донъя яралтылғанға тиклем бер нәмә лә, ваҡыт та булмаған. Донъяның яралтыла башлауы — уның менән бергә ваҡыттың да башланыуы.
Ваҡыт оҙайлыҡҡа эйә,ул һәр төрлө хәрәкәттең һәм үҙгәрештәрҙең оҙайлығын ҡылыҡһырлай.
Мәңгелек — ул булмаған, булмаясаҡ, ул тик бар. Мәңгелектә үткән дә,киләсәк тә юҡ. Мәңгелектә үҙгәреш тә, ваҡыт арауығы ла юҡ, сөнки ваҡыт арауығы предметтарҙың үткәне һәм киләсәктәге үҙгәрештәре менән бәйле. Мәңгелек — Хоҙай фекер-идеялары донъяһы, унда бөтәһе лә бер тапҡыр һәм мәңге.
Теодицея (Хоҙайҙы аҡлау-Богооправдание)
үҙгәртергәАвгустин иҫбатлауынса, Хоҙай яралтҡан бөтә нәмә абсолют изгелек — Хоҙай рәхәтлеге: донъяның һәр бер нәмәһен яралҡан саҡта Хоҙай уға билдәле үлсәм, ауырлыҡ, тәртип биргән; уларға ерҙән тыш образ һәм мәғәнә һалған. Ошоноң арҡаһында тәбиғәттә, кешеләрҙә, йәмғиәттә изгелек бар.
Яуызлыҡ — үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән ниндәйҙер көс түгел, ә көсһөҙләндерелгән изгелек, яҡшылыҡҡа баҫҡыс. Күҙгә күренгән камилһыҙлыҡ донъя гармонияһының бер өлөшө һәм ул бөтә тереклектең принципиаль яҡшылығын таныҡлап, күрһәтеп тороусы: «Яҡшырырға мөмкинлеге булған һәр тәбиғәт — яҡшы»[13].
Һәм шулай булды, Кешене ғазаплап торған яуызлыҡтың ҡайһы саҡта изгелеккә ахыр сиктә әйләнгәне лә булғылай. Мәҫәлән, енәйәт (яуызлыҡ) ҡылғаны кешене төҙәтеү, гонаһын юйып, яҡшылыҡҡа баҫтырыу маҡсатында, уға яза биреү аша аңлаталар һәм уны тәүбәгә килтерәләр, ул кисергән выждан ғазабы кешенең таҙарыуына килтерә.
Ябайлаштырып әйткәндә, беҙ яуызлыҡты белмәһәк, изгелектең дә нәмә икәнен белмәгән булыр инек.
Хәҡиҡәт һәм дөрөҫ белем
үҙгәртергәАвгустин скептиктар тураһында былай тип һөйләй: «улар,хәҡиҡәтте табырға мөмкин түгел, тиҙәр, ә, минең уйымса, табырға мөмкин». Скептицизмды тәнҡитләп, Августин уға ҡаршы түбәндәгесә фекер белдерә: әгәр ҙә хәҡиҡәт кешеләргә билдәле булмаһа, бер нәмәнең икенсеһенә ҡарағанда дөрөҫөрәк икәнен нисек билдәләргә мөмкин (йәғни хәҡиҡәткә нығыраҡ оҡшай) ?
Ышаныслы белем —кешеләрҙең үҙ йәшәйеше һәм аңы хаҡындағы белем.
Танып белеү
үҙгәртергәКешегә аҡыл, ихтыяр һәм хәтер бирелгән. Аҡыл ынтылыш йүнәлеше менән билдәләнә, ул һәр ваҡыт үҙен тойомлай, үҙенең теләктәрен белә һәм һәр саҡ хәтерендә тота: Августин фекеренсә, һәр бер танып белеү акттарында ла ихтыяр ҡатнаша, был фекер танып белеү теорияһына яңылыҡ индереүсе фекер була.
Хәҡиҡәтте танып белеүҙең баҫҡыстары :
- эске тойғо — һиҙеү менән аңлау.
- тойомлау — аҡыл менән рефлексиялау һөҙөмтәһендә тойоү нәмәләрен белеүтураһындағы белем.
- аҡыл — юғары хәҡиҡәткә мистик юл менән ҡағылыу — аң-зиһендең башҡа килеүе, әхлаҡи һәм интеллектуаль камиллаштырылыу.
Аҡыл — ул күңел күҙе, тәндән тыш ысын хаҡ нәмәне үҙенән-үҙе күҙәтеү.
Фәнде өйрәнгәндә кешеләргә абруйлы кешеләр һәм аҡыл ярҙам итә. Тормошта бары тик иң шәп абруйлы кешеләргә ышанырға һәм ошо абруйлылар фекеренә ярашлы тормош алып барырға ғына кәрәк.
Йәмғиәт һәм тарих тураһында
үҙгәртергәАвгустин йәмғиәттәге кешеләрҙең мөлкәт тигеҙһеҙлеген үҙенсә нигеҙләй һәм аҡлай. Уның раҫлауынса, тигеҙһеҙлек — социаль тормоштоң ҡотолғоһоҙ күренеше һәм байлыҡты тигеҙләргә ынтылыу мәғәнәһеҙ; мөлкәт тигеҙһеҙлеге кеше булған ерҙәге тормошта һәр саҡ буласаҡ. Әммә бөтә кешеләр ҙә Хоҙай алдында тигеҙ, шуға күрә Августин кешеләрҙе донъяла тыныслыҡта йәшәргә саҡыра.
Дәүләт —тәүге гонаһ өсөн яза биреү;бер кешенең икенселәр өҫтөнән хакимлыҡтың системаһы булып тора; ул кешеләргә байлыҡ һәм бәхет табыу өсөн түгел, ә бары тик был донъяла йәшәү өсөн ҡоролған.
Ғәҙел дәүләт — христиан дәүләте.
Дәүләт функциялары: хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү, граждандарҙы тышҡы агрессиянан һаҡлау, Сиркәүгә көфөрлөк менән көрәшергә ярҙам итеү.
Халыҡ-ара килешеүҙәрҙе үтәргә кәрәк.
Һуғыштар ғәҙел һәм ғәҙел булмаҫҡа мөмкин мөмкин. Ғәҙел һуғыш - законлы сәбәп буйынса башланған һуғыш, мәҫәлән, дошман һөжүмен кире ҡағыу өсөн алып барылған һуғыш.
Үҙенең «О граде Божьем» тигән төп хеҙмәтенең 22 китаптарында Августин бөтә донъя тарихи процесын солғап алып тикшерергә тырыша, кешелек тарихын Хоҙай пландары һәм ниәттәре менән бәйләй, китаптарында тарих ваҡытының һыҙыҡлы барыуы һәм әхлаҡ прогресы идеяларының үҫеше тураһында һөйләй. Әхлаҡ тарихы Әҙәмдең тәүге гонаһ ҡылыуынан башлана һәм ул илаһи бәрәкәт алғанда әхлаҡи камиллыҡҡа ирешеүҙәге алға табан хәрәкәт итеп ҡарала, тип һанай.
Тарихи процесты Августин (18-се китабында) ете төп осорға бүлә (был бүлеүҙең нигеҙенә йәһүд халҡы библияһы тарихындағы төп факттар һалынған):
- тәүге дәүер — Әҙәмдән алып Бөйөк ташҡынға тиклем
- икенсе — Нухтан Ибраһимға тиклем
- өсөнсө — Ибраһимдан Давидҡа тиклем
- дүртенсеһе — Давидтан бабил әсирлегенә тиклем
- бишенсе — бабил әсирлегенән алып Мәсих тыуғанға тиклем
- алтынсы — Мәсихтән башланып, тарихтың тамамланыуы һәм, ғөмүмән Ҡурҡыныс Суд менән тамамланасаҡ.
- етенсе — мәңгелек
Кешелек тарихи процесында ике «град»: донъяуи дәүләт — яуызлыҡ һәм гонаһтарҙың батшалығы (уның прототибы Рим була) һәм Хоҙай дәүләте — христиан сиркәүе.
«Град земной» һәм «Град Небесный» — һөйөү, эгоистик («үҙ-үҙеңде яратыу һәм Хоҙайҙы эшкә һынамай, уға кәмһетеп ҡарау ») һәм әхлаҡи («үҙ-үҙемде онотоу, Хоҙайҙы һөйөү») мотивтар көрәшенең ике төрлө символик һүрәтләнешенең аңлатмаһы. Был ике град алты дәүерҙе параллель кисерә. 6-сы дәүер аҙағында «Град Небесный» граждандары ләззәткә ирешәсәк, ә «Град земной» граждандары мәңгелек ғазаптарға дусар ителәсәк.
Августин Аврелий рухи властың донъяуи властан өҫтөнлөгөн иҫбатлай. Августинов тәғлимәтен ҡабул итеп, сиркәү үҙенең ерҙә йәшәгәнен Божий градтың өлөшө тип иғлан итә һәм үҙен ерҙәге эштәрҙең юғары арбитры сифатында итеп күһәтә.
Христианлыҡҡа йоғонтоһо
үҙгәртергәАвгустин христиан тәғлимәтенең догматик яғына көслө йоғонто яһай. Уның вәғәздәре артабанғы бер нисә быуат дауамында африка сиркәүҙәренә генә түгел, ә көнбайыш сиркәүҙәренә лә йоғонто яһай. Уның арийҙар, присциллиандарға, бигерәк тә, донатистарға һәм башҡа ағымдар менән бәхәсе уның яҡлыларҙың һанын арттыра. Августин протестантизм (Лютер һәм Кальвин) тәғлимәтенең антропологик ғилеме яғына ҙур йоғонто яһаған күп һанлы әҫәрҙәрен яҙып ҡалдырған.
Ул шулай уҡ Изге Троица тураһында тәғлимәтте эшкәрткән. Уның фекеренсә өс ипостастағы Хоҙай Ата, Ул һәм Изге Рухтан тора: Изге Рух Илаһи һөйөү, ихтыярҙы, Хоҙай-Ул- фекерләүҙе, уйлауҙы, ә Хоҙай-Ата хәтерҙе аңлата. Бының менән Августин католик христиандарҙы православие христиандарын ҡаршы ҡуя.
Августин кешенең илаһибәрәкәткә мөнәсәбәтен тикшерә. Христиан тәғлимәтенең асылы кеше Хоҙай бәрәкәтен алырға һәләтле тип иҫәпләй һәм ошо төп ҡағиҙә уның башҡа дини догматтарҙы аңлауында сағыла.
Августин Раймунд Луллийға һәм башҡа католик һәм православие дин белгестәренә йоғонто яһай, улар аҡылдың төп дин сығанағы булыуын әһәмиәт һыҙығы өҫтөнә ала. Августинға ярашлы, библия текстары, әгәр ҙә улар фәнгә ҡаршы торһалар, һүҙмә-һүҙ аңланырға тейеш түгел. Уның аңлатыуынса, Изге Рухтың ниәттәренә Изге Яҙмала фәнни белемдәрҙе урынлаштырыу ҡаралмаған, сөнки улар ҡотҡарыу мәсьәләләренә ҡарамай. Улай ғына ла түгел, Августин Аврелий Йыһандағы үҙгәрештәрҙе, кеше һәм хайуандарҙың үлеме сәбәптәрентәүге гонаһ менән бәйләмәй. Ул хатта Әҙәм менән Һауаның тәне Хоҙай тарафынан уларҙың тәүге гонаһынан элек үк үлергә тейешле итеп яралтылған, ти (әгәр ҙә улар гонаһҡа батмаған булһалар, моғайын, рухи тәнле булып, Мәсихтең икенсе килеүенә тиклем мәңгелек тормошта йәшәгән булырҙар ине, ти).[14] Бер нисә монастырға нигеҙ һалған, һуңынан уларҙың ҡайһы берҙә, емерелеп бөткән.
Августин хөрмәтенә һуңғы әҙәбиәттә августинизм тигән ағым барлыҡҡа килгән, сөнки уның тәғлимәтен һәм тормошон тикшереүселәр Августинды христиан философияһы тарихын башлаусы, уларҙың фекеренсә, христиан социализм Августиндың христиан неоплатонизмы һәм көнбайыш философияһында һәм көнбайыш латин xiii быуатҡа тиклем көнбайыш һәм латин дини тәғлимәтендә XIII быуатҡа тиклем хаҡимлыҡ иткән, артабан уны Бөйөк Альберт һәм Фома Аквинскийҙыңхристиан аристотелизмы алыштырған ; августинизм августиндар орденының өҫтөнлөк иткән философияһы булып ҡала, августинсы Мартин Лютерға ҙур йоғонто яһай.
Августиндың тәҡдир тураһындағы тәғлимәте кальвинизмдың һәм унан айырылып сыҡҡан индепенденттар .төркөмдәренең теологияһы нигеҙендә ята.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Августинианство
- Августинский орден
Тәржемәләр
үҙгәртергәРус теленән тәржемә
үҙгәртергәӘҫәрҙәр йыйынтыҡтары:
- Августин. Избранные сочинения. В 4 ч. — М., 1786.
- Ч. 1. О Граде Божьем. Кн. 1-5. — 509 с.
- Ч. 2. О Граде Божьем. Кн. 6-12. — 375 с.
- Ч. 3. О Граде Божьем. Кн. 13-18. — 496 с.
- Ч. 4. О Граде Божьем. Кн. 19-22. Святые и душеспасительные размышления. Книга единобеседований души с Богом. Ручная книжка. Карманная псалтирь.
- Августин. Творения. / Пер. Киевской духовной академии (1879—1908, в 11 ч.).
- переиздание этого перевода в 4 т.: Сост. С. И. Еремеева. — СПб.: Алетейя — Киев: Уцимм-пресс, 1998.
- Т. 1. Об истинной религии. — 752 с. (включает сочинения: «Против академиков», «О блаженной жизни», «О порядке», «О количестве души», «Об учителе», «Монологи», «О бессмертии души», «Об истинной религии», «Исповедь»)
- Т. 2. Теологические трактаты. — 768 с. (включает сочинения: «Энхиридион Лаврентию о вере, надежде и любви», «О согласии евангелистов», «О книге Бытия»)
- Т. 3. О граде Божием. Кн. 1-13. — 600 с.
- Т. 4. О граде Божием. Кн. 14-22. — 592 с.
- переиздание этого перевода в 4 т.: Сост. С. И. Еремеева. — СПб.: Алетейя — Киев: Уцимм-пресс, 1998.
Иҫке тәржемәләр:
- «Книга о видении Христа» (или «Боговидная любовь») Августина переведена Карионом Истоминым с белорусского в 1687 году и поднесена царевне Софье.
- Богословские размышления о благодати божией и о воле человеческой. — СПб., 1786. — 140 с.
- О духе и письме. / Пер. Н. Загоровского. — М., 1787. — 115 с.
- Исповедания в 13 кн. / Пер. иеромон. Агапита. — М., 1787. — 571 с.
- Христианская наука или Основания св. герменевтики и церковного красноречия. — Киев, 1835. — 355 с.
- О том, как оглашать людей необразованных. — СПб., 1844.
- неоднократно издавалась «карманная псалтирь» Августина.
- Исповедь блаж. Августина. В 13 кн. (Новый перевод). — М., 1914. — 442 с.
Яңы тәржемәләр:
- Об обучении оглашаемых. / Пер. М. Е. Сергеенко. // Богословские труды. — 1976. — № 15.
- О благодати и свободном произволении. / Пер. О. Е. Нестеровой. // Гусейнов А. А., Ирлитц Г. Краткая история этики. — М., 1987.
- Августин А. Исповедь / Пер. с лат. М.Е. Сергеенко. Вступит. статья А. А. Столярова. — М.: «Ренессанс», СП ИВО — СиД, 1991. — 488 с. — (Памятники религиозно-философской мысли). — 50 000 экз. — ISBN 5-7664-0472-7.
- Толкование на псалом 125. / Пер. С. А. Степанцова. // Альфа и Омега. — 1997. — № 2 (13). — С. 52-75.
- О природе блага против манихеев. Против ниспровергателей Закона и Пророков. Против послания манихея по имени Фундамент. / Пер. О. Е. Нестеровой. Об учителе. / Пер. В. В. Бибихина. // Памятники средневековой латинской литературы IV—VII вв. — М., 1998. — С. 147—208.
- Письмо CCLVIII (к Марциану). // Богословский сборник. 1999. № 4.
- Блаженный Августин. Против академиков. / Пер. и комм. О. В. Головой. — М.: Греко-латинский кабинет Ю. А. Шичалина, 1999. — 192 с.
- Письмо XVIII к Целестину. — М., 2000.
- О предопределении святых Первая книга к Просперу и Иларию. / Пер. И. Мамсурова. — М.: Путь, 2000.
- Рассуждение в 4-й день празднеств. / Пер. С. А. Степанцова. // Богословский сборник. — 2000. — № 5.
- О свободе воли. Кн. II. / Пер. М. Ермаковой, А. Шарниной. О христианском учении. / Пер. С. Неретиной. // Антология средневековой мысли. В 2 т. Т.1. — СПб.: РХГИ, 2001. — С. 19-112.
- Августин. Слово о разорении города Рима. / Пер. С. А. Степанцова. // Вестник древней истории. — 2001. — № 2.
- Августин. О Троице. / Пер. А. А. Тащиана. (Серия «Патристика. Тексты и исследования»). — Краснодар: Глагол, 2004. — 416 с.
- Августин. Проповеди. // Вестник древней истории. — 2007. — № 3.
- Св. Августин, епископ Гиппонский. Проповедь 81. / Пер. С. А. Степанцова. // Вестник древней истории. — 2009. — № 1. — С. 260—267.
Башҡа тәржемәләр
үҙгәртергә- В серии «Loeb classical library» изданы «Исповедь» (т. 1-2, № 26-27), «Избранные письма» (т. 3, № 239), «О граде Божием» (т. 4-10, № 411—417).
- В серии «Collection Budé» издана «Исповедь» в 2 томах.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәОбщие работы
үҙгәртергә- Трубецкой Е. Н. Религиозно-общественный идеал западного христианства в V в., Ч. 1. Миросозерцание Бл. Августина. — М., 1892.
- Писарев Л. Учение блж. Августина, еп. Иппонского, о человеке в его отношении к Богу. — Ҡалып:Каз., 1894.
- Попов И. В. Личность и учение Бл. Августина, т. I, ч. 1—2. — Сергиев Посад, 1916.
- Герье В. Блаженный Августин. — М., 1910.
- Майоров Г. Г. Формирование средневековой философии. Латинская патристика. — М.: Мысль, 1979. — С. 181—340.
- История философии: Энциклопедия. — Мн.: Интерпрессервис; Книжный Дом, 2002.
- Ляшенко В. П. Философия. — М., 2007.
- Столяров А. А. Свобода воли как проблема европейского морального сознания. — М., 1999.
- Марру А. И. Св. Августин и августинизм. — М., 1998.
- Суини Майкл. Лекции по средневековой философии. — М., 2001.
- Эриксен Т. Б. Августин. Беспокойное сердце. — М., 2003.
- Troeltsch Е. Augustin, die Christliche Antike und das Mittelalter. — Ҡалып:Münch.—Ҡалып:B., 1915.
- Cayré F. Initiation a la philosophie de S. Augustin. — P., 1947.
- Gilson É. Introduction à l'étude de Saint Augustin. — P., 1949.
- Jaspers К. Platon. Augustin. Kant. Drei Grander des Philosophierens. — Ҡалып:Münch., 1967.
- Flasch K. Augustin: Einführung in sein Denken. — Ҡалып:Stuttg., 1980.
- Клот. Der heil. Kirchenlehrer Augustin. — 2 Bds. — Aachen, 1840.
- Биндеман. Der heilige Augustin. — Ҡалып:B., 1844.
- Пужула. Vie de St. Augustin (2 изд., 2 т., Париж, 1852; в нём. пер. Гуртера, 2 т., Шафг., 1847).
- Дорнор. Augustin, sein theologisches System und seine religionsphilos. Anschauung. — Ҡалып:B., 1873.
- Августин: pro et contra. — СПб.: Издательство: РХГА, 2002. — 976 с. — («Русский путь»). — ISBN 5-88812-165-7. Архивная копия на Wayback Machine
Онто-теология и гносеология
үҙгәртергә- Ritier J. Mundus Intelligibilis. Eine Untersuchung zur Aufnahme und Umwandlung der Neuplatonischen Ontologie bei Augustinus. — Ҡалып:Fr./M., 1937.
- Chevalier I. S. Augustin et la pensée grecque. Les relations trinitaires. — Fribourg, 1940.
- Falkenhahn W. Augustins Illuminationslehre im Lichte der jungsten Forschungen. — Köln, 1948.
- Cayré F. La contemplation Augustinienne. — P., 1954.
- Anderson J. F. St. Augustine and Being. A metaphysical essay. — La Haye, 1965.
- Armstong A. H. Augustine and the Christian Platonism. — Villanova, 1967.
- Wittmann L. Ascensus. Der Aufstieg zur Transzendenz in der Metaphysik Augustins. — Ҡалып:Münch., 1980.
- Bubacz B. St. Augustine’s theory of knowledge. — N. Y.—Toronto, 1981.
Антропология, психология, этика
үҙгәртергә- Скворцов К. И. Августин Иппонийский как психолог. Киев, 1870. 247 стр.
- Mausbach J. Die Ethik des heiligen Augustin, B2. Aufl., Freiburg, 1929
- Nygren G. Das Prädestinationsproblem in der Theologie Augustins. Lund, 1956
- Körner F. Das Sein und der Mensch. Die existentielle Seinsentdeckung des jungen Augustin. Freiburg-?-Münch., 1959
- Stelzenberger J. Conscientia bei Augustinus. Paderborn, 1959
- Berlinger R. Augustins dialogische Metaphysik. Fr./M., 1962
- Mader J. Die Logische Struktur des personalen Denkens: Aus der Methode der Gotteserkenntnis bei Aurelius Augustinus. Wien, 1965
- Maxsein A. Philosophia Cordis. Das Wesen der Personalität bei Augustinus. Salzburg, 1966
- Schmaus M. Die psychologische Trinitätslehre des hl. Augustinus, 2 Aufl. Münster, 1927
- O’Connell R. J. St. Augustine’s early Theory of Man. A. D. 386—391. Cambr. (Mass.), 1968
- Stein W. Sapientia bei Augustinus. Bonn, 1968
- Böhm S. La temporalité dans l’anthropologie augustinienne. P., 1984
Эсхатология и социология
үҙгәртергә- Deane H. A. The political and social ideas of St. Augustine. N. Y.—L., 1963
- Markus R. Saeculum: history and society in the theology of St. Augustine. Cambr., 1970
- Schmidt E. A. Zeit und Geschichte bei Augustinus. Hdlb., 1985
Эстетика
үҙгәртергә- Бычков В. В. Эстетика Аврелия Августина. М., 1984
- Svoboda К. L’Esthétique de Saint Augustin et ses sources. Brno, 1933
Традиция
үҙгәртергә- Nygren A. Augustin und Luther. В., 1958
- Smits L. Saint Augustin dans l’oeuvre de Jean Calvin, т. 1—2. Assen, 1957—58
- Bern Ch. Érasme et Saint Augustin ou Influence de Saint Augustin sur l’humanisme d’Érasme. Gen., 1969
- Sellier P. Pascal et Saint Augustin. P., 1970
Библиография
үҙгәртергә- Andresen С. Bibliographia Augustiniana, 2 Aufl. Darmstadt, 1973
- Miethe Т. L. Augustinian Bibliography, 1970—1980. Westport-L., 1982.
Общие работы
үҙгәртергә- .
- .
- .
- .
- .
- .
- .
- .
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- Комментарийҙар
- Сығанағы
- ↑ Уэллс, 2000
- ↑ Тезель, 2002, с. 343
- ↑ Уилкен, 2003, с. 291
- ↑ Знай своего святого покровителя
- ↑ Гонсалес, 1987
- ↑ Некоторые основные позиции этого веб-сайта .
- ↑ Пределы церкви .
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Пападеметриу, Джордж К. "Святой Августин в греческой православной традиции". goarch.org
- ↑ Сеценски, 2010
- ↑ Никогда не встретятся два близнеца?.
- ↑ «Рецензия на книгу: Место блаженного Августина в Православной церкви».
- ↑ МакКуллох, 2010
- ↑ О свободе воли. III 13,36
- ↑ Davis A. Young, «The Contemporary Relevance of Augustine’s View of Creation» from Perspectives on Science and Christian Faith 40.1
Һылтанмалар
үҙгәртергәЛатин текстары
үҙгәртергә- Собрание сочинений А. Августина (латынь)
- Латинские тексты важнейших сочинений
- S. Aurelii Augustini opera omnia: Patrologiae Latinae elenchus
Августин әҫәрҙәренең урыҫ теленә тәржемәләре
үҙгәртергә- Избранные сочинения. Часть 1 (1786).pdf
- Confessiones (Исповедь)
- О свободе воли — Блаженный Августин
- Различные тексты на русском, латинском и английском
- Блаженный Августин. Об истинной религии. Теологический трактат. Минск. Харвест, 1999
- Толкование на первый псалом
- Труды бл. Августина в библиотеке «Азбуки веры»
- Труды бл. Августина в Электронной библиотеке Одинцовского благочиния с разбивкой на страницы.
Инглиз тәржемәләре
үҙгәртергә- Указатель английских переводов в «Nicene and Post-Nicene Fathers». Vol. I—VIII
- «Против Фауста» Книги I—XXI, книги XVI—XXII книги XXIII-XXXIII
Августин Тураһында
үҙгәртергә- Августин // Музыкальный словарь : в 3 томах : в 3 т. / Х. Риман; доп. русским отделом при сотруд. П. Веймарна и др.; пер. и все доп. под ред. Ю. Д. Энгеля. — пер. с 5-го нем. изд. — Москва—Лейпциг : изд. Б. П. Юргенсона, 1904.
- Августин, Аврелий // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Степанцов С. А., Фокин А. Р., Лебедев Э. Н., Двоскина Е. М., М. Э. Н. Августин Аврелий // Православная энциклопедия. Том I. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2000. — С. 93-109. — 752 с. — 40 000 экз. — ISBN 5-89572-006-4
- Баранов И. В., Двоскина Е. М., Лупандин И. В. Августин Аврелий // Католическая энциклопедия
- Столяров А. А. Августин // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
- Августин, Св. // Энциклопедия Кругосвет
- «Блаженный Августин» // Православная богословская энциклопедия
- Гарнак. История догматов. § 50-55