Тамм Игорь Евгеньевич

Тамм Игорь Евгеньевич (8 июль 1895 йыл12 апрель 1971 йыл) — совет физик-теоретигы, СССР фәндәр академияһы академигы (1953) физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (П. А. Черенков һәм И. М. Франк менән берлектә, 1958). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1954). Ике Сталин премияһы лауреаты.

Тамм Игорь Евгеньевич
рус. Игорь Евгеньевич Тамм
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 8 июль 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][3]
Тыуған урыны Владивосток, Рәсәй империяһы[4]
Вафат булған көнө 12 апрель 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[4][5][6][…] (75 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[4]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе боковой амиотрофический склероз[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d][3]
Хәләл ефете Nataliya Shuyskaya[d]
Балалары Тамм, Евгений Игоревич[d]
Һөнәр төрө физик-теоретик, уйлап табыусы, университет уҡытыусыһы, физик
Эшмәкәрлек төрө теоретическая физика[d]
Эш урыны Рәсәй Фәндәр академияһының П. Н. Лебедев исемендәге физика институты[d]
Уҡыу йорто Эдинбург университеты[d]
МДУ-ның физика факультеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[7]
Ғилми исеме академик АН СССР[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Леонид Исаакович Мандельштам[d]
Аспиранттар Гинзбург Виталий Лазаревич[7], Сахаров Андрей Дмитриевич[7], Герш Ицкович Будкер[d][7], Моисеев, Никита Николаевич[d], Александр Сергеевич Давыдов[d], Альтшулер, Семён Александрович[d] һәм Киржниц, Давид Абрамович[d]
Уҡыусылар Кадышевский, Владимир Георгиевич[d], Леонид Вениаминович Келдыш[d], Марков Моисей Александрович[d], Анри Амвросьевич Рухадзе[d], Виктор Павлович Силин[d], Тер-Микаелян, Михаил Леонович[d], Евгений Львович Фейнберг[d], Семён Петрович Шубин[d], Дмитрий Иванович Блохинцев[d], Гинзбург Виталий Лазаревич, Сахаров Андрей Дмитриевич һәм Александр Сергеевич Давыдов[d]
Кемдә уҡыған Леонид Исаакович Мандельштам[d]
Ойошма ағзаһы Леопольд Академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы[8][9], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Польша фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]
Число Эрдёша 8
 Тамм Игорь Евгеньевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Игорь Евгеньевич Тамм 1895 йылдың 26 июнендә (8 июль) Владивосток ҡалаһында инженеры Евгений Федорович Таммдың (милләте буйынса немец[10]) һәм Давыдова Ольга Михайловна ғаиләһендә тыуған. 1898 йылда ғаилә Елисавет ҡалаһына (хәҙер Кировоград, Украина) күсенә, унда атаһы күп йылдар «ҡала инженеры» булып эшләй: ҡала электр станцияһын төҙөү һәм һыу менән тәьмин итеү менән етәкселек итә.

1901 йылда ҡустыһы Леонид тыуа, һуңынан ул СССР ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариатының азот сәнәғәте баш идаралығының баш инженеры урынбаҫары була (1937 йылдың 28 майында контрреволюцион троцкист-зиновьев террористик ойошмаһында ҡатнашҡан өсөн атып үлтерелә)[11].

Елисаветградта гимназияны тамамлағандан һуң Игорь Тамм Эдинбург университетына уҡырға инә. Беренсе донъя һуғышы алдынан Мәскәү университетының физика-математика факультетына күсә, уны ул 1918 йылда физик дипломы менән тамамлай.

Фронтҡа ирекле рәүештә «мәрхәмәт браты» булараҡ китә. Бер аҙ сәйәсәт менән мауығып алғандан һуң (меньшевик-интернационалист, Елисаветградтан Советтарҙың 1-се съезы депутаты), академик карьераһын башлай. Төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡыта: Таврия университеты (Симферополь) (1919—1920 йылдарҙа), 1920 йылдан алып Л. И. Мандельштам менән хеҙмәттәшлек итә, Одесса политехник институтында (1993 йылдан — милли Одесса политехник университеты) (1921—1922) эшләй, унда Л. И. Мандельштам кафедра мөдире була.

1922 йылдан башлап (ике ҡыҫҡа өҙлөктән тыш) һәм карьераһының аҙағына тиклем И. Е. Таммдың эшмәкәрлеге Мәскәүҙә үҙә. К үп йылдар дауамында МДУ-ның физика кафедраһы менән етәкселек итә, шунда ул доцент һәм профессор булып китә. Факультет кафедралары араһында әлеге кафедра иң мөһиме була, сөнки кафедрала дөйөм курстар уҡытыла: теоретик механика, электродинамика, квант механикаһы, статистик физика[12]. 1934 йылдаү өҫтәмә рәүештә П. Н. Лебедев исемендәге Физик институтында эшләй, унда ул теоретик бүлеген булдыра һәм уны етәкләй.

1933 йылдың 1 февралендә И. Е. Таммды математика һәм тәбииғи фәндәр бүлеге буйынса РФА ағза-корреспонденты итеп һайлайҙар. Был Ифрат йылдам үҫешкән карьераһы 1939 йылда — уның ҡустыһы һәм яҡын дуҫы Б. М. Мессен атып үлтерелгәндән һуң — туҡтатыла. Физик институты етәкселеге яғынан баҫым башлана, кафедра мөдире вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп В. С. Фурсов һайлана[12].

1943 йылда Мәскәү дәүләт университетының теоретик физика кафедраһы мөдире вазифаһына кандидат була. Уның оппоненты А. А. Власовты декан А. С. Предводителев һәм факультеттың Фәнни советы яҡлай. һөҙөмтәлә Тамм һайланмай, әммә фәнни йәмәғәтселек ҡаршы сыға, 14 академик тарафынан хат яҙыла. Партия етәкселеге кафедра мөдире итеп В. А. Фокты тәғәйенләй[12].

1946—1949 йылдарҙа — Мәсәкәү инженер-физика институтында теоретик ядро физикаһы кафедраһының тәүге мөдире[13]. 1946 йылда тамм Сталин премияһына лайыҡ була. Шул уҡ йылда ул тәүге совет атом бомбаһын булдырыу проектына йәлеп ителә һәм теоретик тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша.

1949 йылда Игорь Евгеньевич Мәскәү дәүләт университетына әйләнеп ҡайта һәм квант теорияһы һәм электр-динамика кафедраһын етәкләй.

И. В. Курчатов тәҡдиме буйынса Тамм 1948 йылда термойәҙрә ҡоралын булдырыу мөмкинлеге мәсьәләһен өйрәнеү өсөн төркөм ойоштора. 1950 йылда ФИАН-дың бер төркөм хеҙмәткәре менән Тамм ФИАН а Арзамас-16-ға (Саров) КБ-11-гә күсерелә, унда ул бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә, ә 1952 йылдың майында — сектор начальнигы. Таммдың төркөмө (төркөмгә А. Д. Махаров һәм В. Л. Гинзбург инә) тәүге термойәҙрә бомбаһын булдырырға мөмкинлек биргән бер нисә принцип эшкәртә, бомба 1953 йылдың 12 авгусында уңышлы һһынау үтә.

1953 йылдың 23 октябрендә И. Е. Тамм СССР фәндәр академияһының физика-математика дәре буйынса академик ите һайлана һәм тағы ла бер Сталин премияһына лайыҡ була[14]. СССР Юғары Советы Президиумының йәшерен указы менән 1954 йылдың 4 ғинуарында Таммға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

1954 йыл башынан Тамм Мәскәүгә ҡайта һәм ФИАН-да эшен дауам итә. Ошо институтта ул ғүмеренең аҙағына тиклем эшләй.

1955 йылда "Өс йөҙҙөң хат"ына ҡул ҡуя. 1960-сы йылдарҙа Тамм Пагуош ғалимдар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. 1966 йылда Л. И. Брежневҡа Сталиндың реабилитацияһына ҡаршы 25 мәҙәниәт эшмәкәре яҙған хатҡа ҡул ҡуя[15].

И. Е. Тамм1971 йылдың 12 апрелендә Шарко ауырыуынан вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән[16].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
 
Тамм 1963 йылда

Фәнни ижадының төп йүнәлештәре — квант механикаһы, ҡаты есемдәр физикаһы, нурланыш теорияһы, йәҙрә физикаһы, элементар өлөшсәләре физикаһы, шулай уҡ бер нисә ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү.

1932 йылда теоретик рәүештә ҡаты есемдәрҙең өҫкө ҡатлам торошо булыуын күҙаллай (хәҙерге ваҡытта өҫкө ҡатлам торошоноң был төрө Тамм торошо тип исемләнә).

И. М. Франк менән берлектә 1937 йылда киҫәксәләрҙең яҡтылыҡ тиҙлеген арттырған тиҙлек менән хәрәкәт итеүен тасуирлай. Әлеге эш алдан алынған (Вавилов-Черенков эффекты) эксперименталь мәғлүмәттәрҙе аңлата һәм 1958 йылда Черенков, Франк һәм Тамм физика буйынса Нобель премияһына лайыҡ булалар. 1945 йылдың квант теорияһы мәсьәләләрҙең сиселеше ысулы эшкәртә, ысул Тамм — Данков исемен йөрөт.[17]

А. Д. Сахаров менән берлектә токамакта плазманы тотоп ҡалыу принциптарын эшкәртә.

Уның уҡыусылары араһында — С. П. Шубин, Е. Л. Фейнберг, В. Л. Гинзбург, Л.. В. Келдыш, Д. И. Блохинцев, М.. А. Марков, А Д. Сахаров, В Г. Кадышевский, С А. Альтшулер, Д. А. Киржниц, А А. Власов.

Ғаиләһе һәм хоббиҙары

үҙгәртергә
  • ҡыҙы Ирина (1921 йылғы), шарталауҙар буйынса белгес, физик- химик.
    • ейәне Леонид Верещинский (Бабайлов), археолог, олатаһы мираҫын һаҡлаусы.
  • улы Евгений (1926—2008), альпинист, СССР-ҙың спорт мастеры, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, беренсе совет гималай экспедицияһы (Эверест, 1982) етәксеһе, физика-математика фәндәре докторы (юғары энергия физикаһы).
    • ейәнсәре Марина М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының химия факультетында органик булмаған химияны уҡыта.

И. Е. Таммдың физиканан тыш төп мауығыуы — альпинизм, спорттың был төрө менән ул 1926 йылда шөғөлләнә башлай. СССР-ҙың спорт мастеры, етмеш йәшкә тиклем альпинизм менән шөғөлләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (04.01.1954)
  • 4 Ленин ордены (19.09.1953; 04.01.1954; 11.09.1956; 07.07.1965)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.06.1945)
  • миҙал
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) —
  • Сталин премияһы (1953)
  • Физика буйынса Нобель премияһы (Черенков А. П. һәм Франк И. М. менән берлектә, 1958)
  • СССР фәндәр академияһының ағза-корреспонденты(1933)
  • СССР фәндәр академияһы академигы (1953)
  • Швед Короле фәндәр академияһы ағзаһы (1959)
  • Польша фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1959)
  • Америка фән һәм сәнғәт академияһының сит ил почетлы ағзаһы (1961)
  • Леопольд Академияһы ағзаһы, (ГДР, 1964)
  • М. В. Ломоносов исемендәге Ҙур алтын миҙалы (1967)
  • Академик Тамм исемен Мәскәүҙәге майҙан йөрөтә.
  • Владивостокта Алыҫ көнсығыш федераль университетының Физика һәм информацион технологиялар институты корпусы алдында Таммға һәйкәл ҡуйылған.
  • И. Е. Таммдың исеме РФА П. Н. Лебедев исемендәге Физик институтының (ФИАН) Теоретик бүлегенә бирелгән.
  • И. Е. Таммдың исемен РФА премияһы йөрөтә (1995 йылдан) .
  • Кировоградта (элекке Елисаветград) «Радий» Фәнни-производство предприятиеһы алдында И. Е. Таммдың һәйкәле урынлашҡан (2012 йылдың 12 сентябрендә ҡуйылды)Шул уҡ көндө уға «Кировоград ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелде.
  • Академик Тамм исеме менән Кировоградтың бер урамы атала (элекке Сталинград Ҡаһармандары урамы).
  • Тамм хөрмәтенә A320 320 VP-BID самолетҡа исеме бирелгән[18].
  • Тамм плазмонына уның исеме бирелгән.
  • 1976 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Айҙың кире яғындағы бер кратерға уның исемен биргән.

Ҡайһы бер хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Igor Tamm // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.)Grup Enciclopèdia, 1968.
  2. Brozović D., Ladan T. Igor Jevgenjevič Tamm // Hrvatska enciklopedija (хорв.)LZMK, 1999. — 9272 с.
  3. 3,0 3,1 Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. 4,0 4,1 4,2 Тамм Игорь Евгеньевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Igor Tamm // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. Igor Jewgenjewitsch Tamm // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  8. Письма советских учёных в издательство «Наука» в поддержку издания очерка Ж.А. Медведева «Биологическая наука и культ личности», Letters of Soviet scientists to the publishing house “Nauka” in support of the publication of Zhores Medvedev’s essay “Biology and the personality cult” (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2019. — Т. 11, вып. 2. — С. 20—40. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
  9. Гельтман Д. В. История неполучения заслуженной учёной степени: Документы о попытке присуждения Н.В. Тимофееву-Ресовскому учёной степени доктора биологических наук без защиты диссертации в 1957 г., The Story of Non-awarding of the Deserved Degree: Documents on the Attempt to Award a Doctor of Science Degree in Biology without Defense of a Thesis to N.V. Timofeyeff-Resovskii in 1957 (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2018. — Т. 10, вып. 3. — С. 89—108. — ISSN 2076-8176; 2500-1221doi:10.24411/2076-8176-2018-11968
  10. Игорь Евгеньевич Тамм / Igor Tamm
  11. Жертвы политического террора в СССР
  12. 12,0 12,1 12,2 Г. А. Сарданашвили. Борьба за физфак МГУ // Дмитрий Иваненко — суперзвезда советской физики: Ненаписанные мемуары. — М.: ЛИБРОКОМ, 2010. — 313 с. — (Наука в СССР: Через тернии к звёздам). — ISBN 978-5-397-00868-6.
  13. Заведующие кафедрой 2017 йыл 30 июнь архивланған.
  14. «Отмечая, что создание водородной бомбы и новых конструкций атомных бомб является крупным успехом Советской науки и промышленности, Совет Министров Союза ССР ПОСТАНОВЛЯЕТ:  1. За разработку водородной бомбы с многослойным зарядом и создание основ теории этой бомбы: — присудить Сахарову Андрею Дмитриевичу, академику, и Тамму Игорю Евгеньевичу, академику, Сталинскую премию I степени в размере 1 млн руб. — по 500 тыс. руб. каждому; — премировать Сахарова А. Д. и Тамма И. Е. автомашинами ЗИМ. Построить за счет государства и передать в собственность Сахарову А. Д. и Тамму И. Е. дачи с обстановкой; — установить Сахарову А. Д. и Тамму И. Е. двойные оклады жалования на все время работы по специальным заданиям». (Постановление СМ СССР № 3044-1304сс «О присуждении Сталинских премий научным и инженерно-техническим работникам Министерства среднего машиностроения и других ведомств за создание водородной бомбы и новых конструкций атомных бомб». 31 декабря 1953 г. // Атомный проект СССР: документы и материалы. Т. 3. Кн. 2. — 2009. — С. 107—122.)
  15. Письма деятелей науки и культуры против реабилитации Сталина
  16. Могила И. Е. Тамма на Новодевичьем кладбище
  17. В. П. Силин, В. Я. Файнберг Метод Тамма — Данкова (рус.) // УФН. — 1955. — В. 5. — Т. 56. — С. 569—639.
  18. Аэрофлот ввел в эксплуатацию лайнер А320 «И.Тамм»(недоступная ссылка)
  • Великая Отечественная война, 1941—1945 : энциклопедия / под ред. м. трудах позднего. — М. : советская энциклопедия, 1985. — С. 703. — 500 000 дана
  • Тамм Игорь Евгеньевич / В. Л. Гинзбург // Струнино — Тихорецк. — М. : Советская энциклопедия, 1976. — С. 246. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 25).
  • Храмов Ю. А. Таммай Игорь Евгеньевич // Физика: Биографик белешмә / под ред. и. а. Физики. — Изд. 2, добролюбов. һәм дополна. — М.: Наука, 1983. — С 257. — 400 с. — 200 000 дана (в пер)

Һылтанмалар

үҙгәртергә