Сахаров Андрей Дмитриевич
Андрей Дмитриевич Сахаров (21 май 1921, Мәскәү — 14 декабрь 1989, Мәскәү) — совет физик-теоретигы, СССР Фәндәр академияһы академигы, тәүге совет водород бомбаһын эшләүселәрҙең береһе. Йәмәғәт эшмәкәре, диссидент һәм хоҡуҡ яҡлаусы; СССР халыҡ депутаты, Европа һәм Азия Совет Республикалары Союзы конституцияһы проекты авторы, 1975 йыл өсөн Нобель премияһы лауреаты.
Афғанстанға совет ғәскәрҙәрен индереүҙе ғәйепләгәндән һуң барлыҡ совнт наградаларынан һәм премияларынан мәхрүм ителә, 1980 йылда ҡатына Елена Боннэр менән Мәскәүҙән ҡыуыла. 1986 йылдың аҙағында КПСС Үҙәк Комитеты генераль секретары М. С. Горбачев уларға һөргөндән Мәскәүгә ҡайтырға рөхсәт итә. Был донъяла СССР-ҙа исенме төрлө фекер йөрөтөү менән көрәште туҡтатыуҙың мөһим мәле тип баһалана.
Сығышы һәм белеме
үҙгәртергәТышҡы медиафайлдар |
---|
Атаһы, Дмитрий Иванович Сахаров — физика уҡытыусыһы, билдәле күнегеүҙәр тупланмаһы авторы — урыҫ[10], әсәһе Екатерина Алексеевна Сахарова (ҡыҙ фамилияһы — Софиано) — грек сығышлы хәрбиҙәр тоҡомонан булған Алексей Семенович Софианоның ҡыҙы — хужабикә. Әсәһе яғынан өләсәһе Зинаида Евграфовна Софиано — Белгород дворяндары Мухановтар тоҡомонан.
Рухи атаһы (крестный) — билдәле музыкант Александр Борисович Гольденвейзер.
Иртә бала сағы һәм йәшлеге Мәскәүҙә үтә. Башланғыс белемде Сахаров өйҙә ала. Мәктәпкә етенсе синыфҡа бара.
1938 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Сахаров Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә.
Һуғыш башланғас, 1941 йылдың йәйендә хәрби академияға уҡырға инеп ҡарай, әммә сәләмәтлек торошо буйынса ҡабул ителмәй. 1942 йылда Ашхабадҡа эвакуацияланған МДУ-ны отличие менән тамамлай[11].
Сергей Васильевич Вонсовский рассказал, со слов И. Е. Тамма, как Тамм и Леонтович принимали у студента Сахарова экзамен по теории относительности — и поставили ему тройку. Потом, чуть ли не ночью после экзамена, Тамм позвонил Леонтовичу и сказал что-то вроде: «Слушай, так ведь этот студент всё правильно говорил?! Это мы с тобой ничего не поняли — это нам надо тройки ставить! Надо с ним ещё поговорить». Так Сахаров стал учеником Тамма.[12] М. И. Кацнельсон
|
Икенсе сығанаҡ буйынса[13] имтихан тапшырыу аспирантурала И. Е. Тамм менән бергә уҡығанда була. Имтиханды С. М. Рытов һәм Е. Л. Фейнберг ҡабул итә, Сахаров бары тик «дүртле» ала.
1942 йылда Ҡоралланыу халыҡ комиссариаты ҡарамағына йүнәлтелә, унан Ульяновск патрондар эшләү заводына ебәрелә. Шул уҡ йылда броняны тишеүсе сердечниктарҙы тикшереү ҡоралын уйлап таба һәм башҡа тәҡдимдәр индерә.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1944 йылдың аҙағында ФИАН аспирантураһына уҡырға инә (ғилми етәксеһе — И.Е. Тамм). Вафатына тиклем Лебедев исемендәге ФИАН хеҙмәткәре булып ҡала.
1947 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Академик Тамм үтенесе буйынса МЭИ-ға ҡабул ителәҡабул ителгән МЭИ[14].
1948 йылда махсус төркөмгә индерелә һәм 1968 йылға тиклем термоядро ҡоралын эшләү өлкәһендә хеҙмәт итә, «Сахаров слойкаһы» тип аталған схема буйынса беренсе совет водород бомбаһын проектлауҙат һәм эшләүҙә ҡатнаша. Бер үк ваҡытта Сахаров Тамм менән бергә 1950—1951 йылдарҙа идара ителеүсе термоядро реакцияһы буйынса тикшеренеүҙәр уҙғара. Мәскәү энергетика институтында ядро физикаһы, сағыштырмалыҡ теорияһы һәм электричество буйынса курстар уҡый. Физика-математика фәндәре докторы (1953 йыл). Шул уҡ йылда 32 йәшендә СССР Фәндәр академияһы академигы итеп һайлана һәм йәше буйынса С. Л. Соболевтан ҡала, икенсе йәш академик була[15]. Уға рекомендацияны академик И. В. Курчатов һәм СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ю. Б. Харитон һәм Я. Б. Зельдович яҙа[16][17]. В. Л. Гинзбург фекеренсә, Сахаровтың мөхбир ағзаһы баҫҡысын аша атлап шунда уҡ академик булып китеүендә милләте лә ниндәйҙер роль уйнай[18]:
|
|
1955 йылда академик Т. Д. Лысенконың эшмәкәрлегенә ҡаршы төҙөлгән "Өс йөҙҙөң хаты"на ҡул ҡуя.
Валентин Фалин фекеренсә, Сахаров, ҡоралланыу ярышын туҡтатырға тырышып, Американың диңгеҙ яры буйына ҡеүәтле ядро боеголовкаларын урынлаштырыу проектын тәҡдим итә.
Сахаровтың иҫәпләүҙәре буйынса, бындай бомба шартлау һөҙөмтәһендә яр буйындағы бөтөн нәмәне юҡҡа сығарырлыҡ гигант тулҡыны-цунами барлыҡҡа киләсәк[20].
Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге
үҙгәртергәВсе люди имеют право на жизнь, свободу и счастье. А. Д. Сахаров. Конституция (Проект). Ст. 5.
|
1950 йылдар аҙағында ядро ҡоралын һынауҙы туҡтатыу өсөн әүҙем сығыш яһай. Өс мөхиттә һынауҙарҙы тыйыу тураһындағы Мәскәү килешеүен төҙөүгә өлөш индерә. Ядро ҡоралын һынау һөҙөмтәһендә буласаҡ ҡорбандарҙың үҙен аҡлауын мәсьәләһенә, ғөмүмән, киләсәк хаҡына кешеләрҙе ҡорбан итеүгә мөнәсәбәтен Д. Сахаров түбәндәгесә белдерә:
…Павлов [генерал госбезопасности] как-то сказал мне: — Сейчас в мире идёт борьба не на жизнь, а на смерть между силами империализма и коммунизма. От исхода этой борьбы зависит будущее человечества, судьба, счастье десятков миллиардов людей на протяжении столетий. Чтобы победить в этой борьбе, мы должны быть сильными. Если наша работа, наши испытания прибавляют силы в этой борьбе, а это в высшей степени так, то никакие жертвы испытаний, никакие жертвы вообще не могут иметь тут значения. Была ли это безумная демагогия или Павлов был искренен? Мне кажется, что был элемент и демагогии, и искренности. Важней другое. Я убеждён, что такая арифметика неправомерна принципиально. Мы слишком мало знаем о законах истории, будущее непредсказуемо, а мы — не боги. Мы, каждый из нас, в каждом деле, и в „малом“, и в „большом“, должны исходить из конкретных нравственных критериев, а не абстрактной арифметики истории. Нравственные же критерии категорически диктуют нам — не убий![21]. |
1960 йылдар аҙағында СССР-ҙа хоҡуҡ һаҡлау хәрәкәте лидерҙарының береһе була. Шул ваҡыттан алып КГБ күҙәтеүе аҫтында тора, тентеүҙәргә, матбуғат биттәрендә кәмһетеүҙәргә дусар ителә.
1966 йылда КПСС Үҙәк Комитетының генераль секретары Л. И. Брежневҡа егерме биш мәҙәниәт һәм фән эшмәкәренең Сталинды аҡлауға ҡаршы яҙған хатҡа ҡул ҡуя[22].
1968 йылда «Размышления о прогрессе, мирном сосуществовании и интеллектуальной свободе» брошюраһын яҙа[23], ул күп кенә илдәрҙә баҫылып сыға. Йәйгеһен брошюра "The New York Times"та баҫылып сыҡҡас, уны Арзамас-16 йәшерен объектында эшләүҙән ситләтәләр. 1968 йылдың 26 авгусында, совет ғәскәрҙәре Чехословакияға индерелгәндән һуң биш көн үткәс, Сахаров Александр Исаевич Солженицын менән таныша: академик Евгений Фейнбергтың фатирында йәшкерен осрашып, улар үҙнәшерҙә киң таралған үрҙә атап үтелгән брошюра һәм Ҡыҙыл майҙанда үткән демонстрация тураһында фекер алыша[24].
Шул уҡ ваҡытта New York Times-та баҫыла башлай (Сахаровтың материалдары башҡа баҫмаларҙа ла сыға), мәҡәләләрендә АҠШ менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырырға саҡыра, "Сталин терроры"н, СССР-ҙың Чехословакияға баҫып инеүен, икенсе төрлө фекер йөрөтөүселәргә ҡарата сәйәси репрессияларҙы, совет режимына лояль ҡарашлы интеллигенцияны һ.б. ғәйепләй[25]
1970 йылда "Мәскәү Кеше хоҡуҡтары комитеты"н ойоштороусыларҙың береһе була (Андрей Твердохлебов һәм Валерий Чалидзе менән бергә).
1971 йылда совет хөкүмәтенә «Памятная записка»[26] менән мөрәжәғәт итә.
1960 йылдарҙа — 1970 йылдар башында диссидентлыҡта ғәйепләнеүселәр процестарына йөрөй. Шундай бер сәфәре ваҡытында 1970 йылда Калугала (Б. Вайль— Р. Пименов процессы) Елена Боннэр менән таныша һәм 1972 йылда уға өйләнә. Сахаров һуңыраҡ үҙенең көндәлегендә былай тип яҙа: «Люся миңә (академикка) күп фекерҙәр әйтте, унһыҙ мин күп нәмәне аңламаҫ һәм эшләмәҫ инем. Ул яҡшы ойоштороусы, минең мейе үҙәгем».
1970—1980 йылдарҙа совет матбуғатында А. Д. Сахаровҡа ҡаршы (1973, 1975, 1980, 1983) кампаниялар уҙғарыла[27].
1973 йылдың 29 авгусында «Правда» гәзитендә СССР Фәндәр академияһы ағзаларының Сахаровтың эшмәкәрлеген ғәйепләгән хаты баҫыла («Письмо 40 академиков» 2012 йыл 23 октябрь архивланған.). 31 августа шул уҡ гәзиттә Сахаров һәм Солженицынды ғәйепләгән «Яҙыусылар хаты» донъя күрә.
1973 йылдың сентябрендә СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы И. Р. Шафаревич А. Д. Сахаровты яҡлап «асыҡ хат» яҙа.
1974 йылда Сахаров матбуғат конференцияһы йыя һәм СССР-ҙа сәйәси тотҡондар көнө үтеүе хаҡында белдерә.
1975 йылда «Ил һәм донъя тураһында» китабын яҙа. Шул уҡ йылда Сахаровҡа Нобель Тыныслыҡ премияһы бирелә. Совет гәзиттәрендә фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең А. Сахаровтың сәйәси эшмәкәрлеген ғәйепләүсе коллектив хаттары баҫыла.
1977 йылдың сентябрендә үлем язаһы проблемаһы буйынса ойоштороу комитетына хат менән мөрәжәғәт итә, унда бөтә СССР-ҙа һәм бөтөн донъяла уны бөтөрөү өсөн сығыш яһай.
1979 йылдың декабрендә һәм 1980 йылдың ғинуарында Афғанстанға совет ғәскәрҙәрен индереүгә ҡаршы мөрәжәғәттәр менән сығыш яһай, улар көнбайыш гәзиттәренең передовицаһында баҫыла[28].
Горькийға һөргөн
үҙгәртергә1980 йылдың 22 ғинуарында эшкә барышлай ҡулға алына, һуңынан ҡатыны Елена Боннэр менән бергә судһыҙ Горькийға — ул ваҡытта сит ил граждандары өсөн ябыҡ ҡалаға һөргөнгә ебәрелә[29][30]. Сахаров быны үҙенең Афғанстанға совет ғәскәрҙәрен индереүгә ҡаршы булыуына бәйләй[31]. Бынан алдараҡ, 1980 йылдың 8 ғинуарында, СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменән, барлыҡ дәүләт наградаларынан[32]; шулай уҡ СССР Министрҙар Советы ҡарары менән Сталин (1953) һәм Ленин (1956) премиялары лауреаты исеменән мәхрүм ителә (СССР Фәндәр академияһының ағзаһы булып ҡала. Сахаровты академик исеменән мәхрүм итеүгә ҡаршы булып академик Капица, СССР Фәндәр академияһы президенты Кельдышҡа шәхси әңгәмәлә: «1933 йылда Гитлер Эйнштейнды Пруссия фәндәр академияһынан сығара…», — ти[33].
Сахаров Горький ҡалаһында өс оҙайлы аслыҡ иғлан итә. 1981 йылда ул Елена Боннэр менән бергә Лиза Алексееваның (Сахаровтарҙың килене) ире эргәһенә сит илгә сығыу хоҡуғы өсөн ун ете көнлөк аслыҡ үткәрә.
Ҙур совет энциклопедияһында (1975 йылда баҫылып сыға) һәм 1986 йылдарға тиклем сыҡҡан энциклопедик белешмәләрҙә Сахаров тураһындағы мәҡәлә «һуңғы йылдарҙа ғилми эшмәкәрлектситләшә» тигән фраза менән тамамлана.
1983 йылдың июлендә дүрт академик (Прохоров, Скрябин, Тихонов, Дородницын) «Правда» гәзитендә «Намыҫ һәм выжданды юғалтҡанда»[34] тип аталған хат баҫтыра, унда Көнбайышта донъя күргән «Опасность термоядерной войны»[35][36] мәҡәләһен баҫтырған өсөн Сахаровты тәнҡитләйҙәр.
Икенсе тапҡыр 1984 йылдың майында Е. Боннэрҙы енәйәти эҙәрлекләүҙәргә протест белдереп аслыҡ иғлан итә (26 көн). 1985 йылдың апрель — октябрендә Е. Боннэрҙың йөрәгенә операция эшләтергә сит илгә сығыу хоҡуғы өсөн өсөнсө (178 көн) аслыҡ иғлан итә. Был ваҡыт эсендә Сахаровты күп тапҡыр дауаханаға һалалар (беренсе тапҡыр — ихтыярынан тыш, аслыҡ иғлан итеүенең алтынсы көнөнә; аслыҡты туҡтатыуы тураһында белдереүенән һуң (11 июль) уны дауахананан сығаралар; ҡабат асығыуын дауам итә башлағас (25 июлдә), ике көндән ҡабат үҙ ихтыярынан тыш дауаханаға урынлаштыралар) һәм көсләп ашаталар (ашатырға тырышалар, ҡайһы берҙә быға өлгәшәләр)[37].
Сахаров Горькийҙа һөргөндә булған ваҡытта донъяның күп илдәрендә уны яҡлап кампаниялар ойошторола. Мәҫәлән, Аҡ йорттан биш минутлыҡ юлда, Вашингтонда совет илселеге урынлашҡан майҙан (хәҙерге Рәсәй илсеһе резиденцияһы)[38] Сахаров майҙаны тип үҙгәртелә. Донъяның барлыҡ баш ҡалаларында 1975 йылдан башлап даими рәүештә «Сахаров тыңлауҙары» уҙғарыла.
Азат ителеүе һәм депутатлығы
үҙгәртергәҺөргөндән ҡайтыуы
үҙгәртергә1986 йыл һуңында — ете йыл тиерлек һөргөндә булғандан һуң — илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, азат ителә. 1986 йылдың 22 октябрендә Сахаров үҙен депортациялауҙы һәм ҡатынын һөргөнгә ебәреүҙе туҡтатыуҙы һорай (быға тиклем М. С. Горбачевҡа, «айырым осраҡтарҙан тыш»[37], әгәр ҡатынының йөрәген дауалау рөхсәт ителһә, йәмәғәт сығыштарын туҡтатып, фәнни эшмәкәрлеккә генә иғтибар йүнәлтергә вәғәҙә итеп мөрәжәғәт иткән була), үҙенең йәмәғәт эшмәкәрлеген туҡтатыуын вәғәҙәләй (шул уҡ иҫкәрмә менән). 15 декабрҙә көтмәгәндә уның фатирына телефон үткәрелә (һөргөн ваҡытында фатирында телефон булмай), сығыр алдынан КГБ хеҙмәткәре: «Иртәгә һеҙгә шылтыратырҙар», — ти. Икенсе көндө (16 декабрь), ысынлап та, М. С. Горбачев шылтырата һәм Сахаров менән Боннэрға Мәскәүгә ҡайтырға рөхсәт итә[39].
Аркадий Вольский әйтеүенсә, Сахаровты Андропов ҡайтарырға теләгән була: «Юрий Владимирович Сахаровты Горькийҙан сығарырға әҙер, әммә ул үҙе ғариза яҙһа һәм был хаҡта һораһа ғына… Әммә Сахаров ҡырҡа баш тарта: „Юҡҡа ғына Андропов мин унан нимәлер һорар тип өмөтләнә. Үкенеү юҡ“. Һуңынан, Горбачёв Үҙәк комитеттың генераль секретары булғас, ул үҙе шәхсән Сахаровҡа шылтырата…»[40]. Академик Исаак Халатников үҙенең хәтирәләрендә Сахаров тураһында хәстәрлек күргән Анатолий Петрович Александровҡа Андропов, был һөргөн уның өсөн иң «йомшаҡ» яза булыуын, сөнки Политбюроның башҡа ағзалары ҡаты сарала күреүҙе талап итеүен белдерә.
1986 йылдың 23 декабрендә Боннеэр менән Мәскәүгә ҡайта һәм Лебедев исемендәге Физика институтында баш ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшен дауам итә.
1988 йылдың ноябрь-декабрендә Сахаров беренсе тапҡыр сит илгә сыға. Унда ул АҠШ президенттары Р. Рейган һәм Дж. Буш, Франция президенты — Ф. Миттеран, Бөйөк Британияның премьер-министры М. Тэтчер менән осраша.
СССР халыҡ депутаттарының беренсе съезы ваҡиғалары
үҙгәртергә1989 йылда СССР Фәндәр академияһынан СССР халыҡ депутаты итеп һайлана[41], шул уҡ йылдың май — июнендә Кремлдең Съездар һарайында СССР Халыҡ депутаттарының Беренсе съезында ҡатнаша.
СССР-ҙың яңы Конституцияһы проекты
үҙгәртергә1989 йылдың ноябрендә «яңы конституция проектын» тәҡдим итә. Уның нигеҙендә шәхестең һәм барлыҡ халыҡтарҙың дәүләтселеккә хоҡуғын яҡлау ята. Тере сағында берҙән-бер мәҡәләһе — «Комсомольская правда» (Вильнюс) 12 декабрь, 1989 йыл.
1989 йылдың 14 декабрендә, сәғәт өстә А. Д. Сахаров Кремлдә Төбәк-ара депутаттар төркөмө йыйылышында (СССР Халыҡ депутаттарының II съезы) һуңғы тапҡыр сығыш яһай.
Вафаты
үҙгәртергәАндрей Дмитриевич Сахаров кисәһе 1989 йылдың 14 декабрендә, 69-сы йәшендә Чкалов урамындағы үҙ фатирында ҡапыл йөрәге туҡтауҙан[42] вафат була. Сахаровты шәхсән белгән Анатолий Собчак һәм Сергей Григорьянц, уны үлтергәндр, тип раҫлай[43][44].
Мәскәүҙең Востряков зыяратында ерләнгән[45].
Наградалары һәм премиялары
үҙгәртергә- Өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (04.01.1954; 11.09.1956; 07.03.1962);
- Сталин премияһы (31.12.1953);
- Ленин премияһы (07.09.1956);
- Ленин ордены (04.01.1954);
- Чино дель Дука премияһы (1974);
- Нобель Тыныслыҡ премияһы (1975);
- Лео Силард премияһы (1983)
- Томалла премияһы (1984)[46];
- Эллиот Крессон миҙалы (1985);
- Витис тәреһе орденының Ҙур тәреһе (8 ғинуар 2003 йылда, үлгәндән һуң)[47]
Библиография
үҙгәртергә- А. Д. Сахаров. Меморандум академика А. Сахарова: Текст, отклики, дискуссия. — Frankfurt/Main: Посев, 1970. — 102 с.
- А. Д. Сахаров. О стране и мире. — Нью-Йорк, 1976
- А. Д. Сахаров. Тревога и надежда. — М., СП «Интер-версо», 1990
- А. Д. Сахаров, Воспоминания (1978—1989). Нью-Йорк, 1990 г htm 2011 йыл 7 август архивланған.
- А. Д. Сахаров, «Горький, Москва, далее везде», Нью-Йорк, 1990 г htm 2011 йыл 7 август архивланған.
- А. Д. Сахаров. Мир, прогресс, права человека. — Л., Советский писатель, 1990
- А. Д. Сахаров. За и против: 1973 год: документы, факты, события. — М.: ПИК, 1991. — 303с. — ISBN 5-7358-0003-5
- А. Д. Сахаров. Научные труды. — М.: ЦентрКом, 1995. — 524 с. — ISBN 5-87129-004-3
- А. Д. Сахаров, Воспоминания в двух томах. Москва, Права человека 1996 г htm
- Воспоминания: в 3 т. / Сост. Боннэр Е. — М.: Время, 2006
- Дневники: в 3 т. — М.: Время, 2006
- Тревога и надежда: в 2 т. Статьи. Письма. Выступления. Интервью (1958—1986) / Сост. Боннэр Е. — М.: Время, 2006
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #19684011 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Sakharov, Andreĭ, 1921-1989 // Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ 4,0 4,1 Сахаров Андрей Дмитриевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1976. — Т. 23 : Сафлор — Соан. — С. 13.
- ↑ Cochran T. B., Norris R. S. Andrey Dmitriyevich Sakharov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Cochran T. B., Norris R. S. Andrey Sakharov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Andrei Dmitrievich Sakharov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ 9,0 9,1 Notable Names Database (ингл.) — 2002.
- ↑ Лишённый звания Трижды Героя Социалистического Труда Сахаров Андрей Дмитриевич :: Герои страны
- ↑ Часть МГУ была эвакуирована в Ашхабад, где для занятий было выделено Ашхабадского пединститута. Многие занятия для студентов МГУ и пединститута были совместными —
- ↑ М. И. Кацнельсон. О работе с Сергеем Васильевичем Вонсовским
- ↑ Борис Болотовский. За спиной у Гулливера. К 90-летию со дня рождения А. Д. Сахарова
- ↑ Музей истории МЭИ . Дата обращения: 3 апрель 2015. Архивировано 16 март 2016 года. 2016 йыл 16 март архивланған.
- ↑ Интервью академика А. Н. Скринского.
- ↑ Отзыв о научной деятельности А. Д. Сахарова 2020 йыл 17 февраль архивланған..
- ↑ Горелик Г. Андрей Сахаров: наука и свобода. Глава из книги.
- ↑ Нузов В. ИДЕЯ #2 (Интервью с академиком В. Гинзбургом) 2013 йыл 5 ноябрь архивланған. // Вестник. — № 14(168). — 24.6.1997.
- ↑ Медведев Р. А. Из воспоминаний об академике Сахарове
- ↑ Что известно о многоцелевой ядерной системе «Статус-6»?
- ↑ А. Д. Сахаров. Воспоминания. Часть I. Гл. 10.
- ↑ Письма деятелей науки и культуры против реабилитации Сталина
- ↑ Размышления о прогрессе, мирном сосуществовании и интеллектуальной свободе
- ↑ Сахаров А. Д. Воспоминания. Глава 2: «1968 год»
- ↑ Ferment in the USSR: A Soviet Scientist Speaks Out. // Commanders Digest, October 19, 1968, v. 5, no. 3, pp. 4-5.
- ↑ «Памятная записка» 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ Пиар-кампания против А. Д. Сахарова (письма в центральных газетах)
- ↑ Антология Самиздата :: Открытое Письмо 2011 йыл 27 апрель архивланған.
- ↑ Выставка А. Д. Сахарова в Музее современной истории России
- ↑ «Из истории нижегородских спецслужб»: Почему Горький стал «закрытым» городом
- ↑ Радио Свобода. Афганистан за 15 лет до Чечни
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 8 января 1980 года № 1390—Х «О лишении Сахарова А. Д. государственных наград СССР» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 5 (2027) от 30 января 1980 года. — Ст.100.
- ↑ П. Е. Рубинин, журнал «Коммунист», 1991 г.
- ↑ Когда теряют честь и совесть, газета «Правда», 2 июля 1983.
- ↑ Боннэр Елена Георгиевна. Опасность термоядерной войны, (2.02.1983) // Постскриптум : Книга о горьковской ссылке. — Интербрук. — М., 1990. — С. 253—270. — 333 с.
- ↑ А. Д. Сахаров. Воспоминания. Ч. II. Глава 31 2017 йыл 21 май архивланған.
- ↑ 37,0 37,1 А. Д. Сахаров. Горький, Москва, далее везде. Гл. 1.
- ↑ Иванян Э. А. Энциклопедия российско-американских отношений. XVIII-XX века. — Москва: Международные отношения, 2001. — 696 с. — ISBN 5-7133-1045-0.
- ↑ Архив А. Д. Сахарова 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ ЧЕТЫРЕ ГЕНСЕКА . Дата обращения: 9 апрель 2013. Архивировано 13 июль 2014 года. 2014 йыл 13 июль архивланған.
- ↑ Сахаров А. Д. Глава 6 Перед Съездом // Воспоминания : в 2 т. — М.: Права человека, 1996. — С. 375+.
- ↑ Б.Альтшулер. Андрей Сахаров как физик во всех сферах своей деятельности
- ↑ Академика Сахарова убили отравляющим веществом: неизвестная статья Собчака, Московский Комсомолец, 13.12.2019
- ↑ С. Григорьянц. Гибель Андрея Дмитриевича Сахарова 2020 йыл 19 сентябрь архивланған.
- ↑ Могила А. Д. Сахарова на Востряковском кладбище
- ↑ :Funds:Invent_4_8.db . Дата обращения: 5 апрель 2015. Архивировано из оригинала 10 апрель 2015 года. 2015 йыл 10 апрель архивланған.
- ↑ Декрет Президента Литвы от 8 января 2003 года № 2007 Информация на официальном сайте Президента Литвы 2009 йыл 16 сентябрь архивланған. (лит.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Конституционные идеи Андрея Сахарова. — М.: «Новелла», 1990, 96 с., 100 000 экз. ISBN 5-85065-001-6
- Эдвард Клайн. Московский комитет прав человека. — 2004 г. ISBN 5-7712-0308-4 htm 2009 йыл 23 ғинуар архивланған.
- Ю. И. Кривоносов. Ландау и Сахаров в разработках КГБ // газета «Комсомольская правда» от 8.8.1992
- Виталий Рочко. «Андрей Дмитриевич Сахаров: фрагменты биографии». — 1991
- И один в поле воин 1991. Сборник / Составитель Г. А. Карапетян
- Е. Боннэр. Вольные заметки к родословной Андрея Сахарова
- Геннадий Горелик. Андрей Сахаров: Наука и Свобода. — М.: «Молодая гвардия», 2010 (серия «ЖЗЛ»)
- Н. Андреев. «Жизнь Сахарова», 2013, М. «Новый хронограф». Биография
- А. Д. Сахаров. Этюды к научному портрету. Глазами коллег и друзей. Вольномыслие. / Составители И. Н. Арутюнян, Н. Д. Морозова. — М.: Физическое общество СССР, Мир, 1991. — ISBN 5-03-002780-7 — 256 с.
- А. Иойрыш. «А. Д. Сахаров: ответственность перед разумом». — Дубна: ОИЯИ, 2001, 144с., ISBN 5-85165-600-X
- «Летопись жизни, научной и общественной деятельности Андрея Дмитриевича Сахарова (1921—1989)». В 3 частях / Сост. Е. Г. Боннэр и др. — М.: Права человека, 2002. — ISBN 5-7712-0217-7
- О. Мороз. «Сахаров. Возвращение из ссылки». — М.: Росспэн: Ельцин центр, 2015, 172с., ISBN 978-5-8243-1971-2
- Сахаров."Кефир надо греть": История любви, рассказанная Еленой Боннэр Юрию Росту / Юрий Рост. — М.: Бослен, 2018. — 288., ил., ISBN 978-5-91187-322-6
- Ҡалып:АрхИ
- Ҡалып:АрхИ
- Ҡалып:АрхИ
- Ҡалып:АрхИ
- Ҡалып:АрхИ
- Гинзбург В. Л. О феномене Сахарова(недоступная ссылка)
- Медведев Р. А. Солженицын и Сахаров
- Леонид Млечин. Звон от этой пощёчины услышала вся страна. Академик Сахаров, ушедший из жизни 14 декабря 1989 года, оставил в наследство самое мощное в истории оружие и самые строгие моральные нормы. Владеть оружием легче, чем следовать нравственным принципам Сахарова . // www.novayagazeta.ru. Новая газета (12 декабрь 2014). Дата обращения: 19 ноябрь 2017. Архивировано 19 ноябрь 2017 года.
- Автор и ведущий — Леонид Велехов. Россия с ним и без него. Академик Сахаров. Новый выпуск программы „Культ личности“ — о великом гражданине и учёном. Гость передачи — журналист Юрий Рост . // www.svoboda.org. Радио «Свобода» (18 ноябрь 2017). Дата обращения: 19 ноябрь 2017. Архивировано 19 ноябрь 2017 года.
- Военный энциклопедический словарь ракетных войск стратегического назначения / Министерство обороны РФ; Гл. ред.: И. Д. Сергеев, В. Н. Яковлев, Н. Е. Соловцов. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1999. — 632 с. — 8500 экз. — ISBN 5-85270-315-X.. — С.470.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль {{{2}}} РФА рәсми сайтында
- Информация с сайта Нобелевского комитета (инг.)
- Сайт Музея и общественного центра имени Андрея Сахарова
- Биография на сайте Музея и общественного центра имени Андрея Сахарова
- Сахаров Андрей Дмитриевич // Энциклопедия «Кругосвет».
- «Он между нами жил…: Воспоминания о Сахарове». 2020 йыл 30 сентябрь архивланған. Сборник статей. М.: 1996, 943 с
- Сахаров А. Д. «Воспоминания»
- Речь Андрея Сахарова на Съезде народных депутатов 2013 йыл 17 июнь архивланған.
- Травля Солженицына и Сахарова. Официальные публикации и документы 2018 йыл 24 апрель архивланған.
- Фотовыставка «Сады Сахарова»
- Передача на радио «Эхо Москвы» об А. Д. Сахарове
- Andrei Sakharov: Soviet Physics, Nuclear Weapons, and Human Rights 2011 йыл 13 май архивланған.. Web exhibit at the American Institute of Physics
- Стихотворение Владимира Корнилова «Вечера на кухне А. Д.»
- Г. Жаворонков. [katyn-books.ru/library/o-chem-molchal-katinskiy-les.html «О чём молчал Катынский лес, когда говорил академик Андрей Сахаров»]
- Андрей Дмитриевич Сахаров в фоторепортаже Льва Шерстенникова