Сәғит (исем)

башҡорт ир-ат исеме

Сәғит — ир-ат исеме.

Сәғит

Этимологияһы

үҙгәртергә

Сәғит — башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән исем. Мәғәнәһе бәхетле тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы, Сәғит Агиш (25 декабрь 1904 йыл/7 ғинуар 1905 йыл — 21 май 1973 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1943 йылдан — КПСС ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1975).

Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы (1880—1932) — Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте эшмәкәре, тарихсы, фольклорсы, Башҡорт Хөкүмәтенең ағзаһы.

Мифтахов Сәғит Мифтах улы (10 ғинуар 1907 йыл — февраль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет яҙыусыһы, драматург, 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Рәмиев Сәғит Лотфулла улы (татар. Сәгыйть Рәмиев; 12 февраль 1880 йыл — 16 март 1926 йыл) — татар шағиры.

Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы (23 ноябрь 1903 йыл — 2 ғинуар 1975 йыл) — СССР партия һәм дәүләт эшмәкәре, педагог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1955), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). Ике Ҡыҙыл Байраҡ (икеһе лә 1943), 1-се (1945) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.

Һатыусин Сәғит Сәлимгәрәй улы (рус. Сатучин Сагит Салимгареевич; 1 ғинуар 1914 йыл — 12 октябрь 1990 йыл) — СССР дипломаты. 1939 йылда Халхин‑Гол йылғаһы янындағы совет‑япон хәрби бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1948) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары (1966) кавалеры.

Рафиҡов Сәғит Рәүеф улы (19 апрель 1912 йыл — 19 ғинуар 1992 йыл) — СССР-ҙың ғалим-химигы, Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1962), СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1970). 900-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән вуздар өсөн полимерҙар химияһы һәм физик химияһы буйынса илдә беренсе дәреслектәр авторы. СССР Фәндәр академияһының юғары молекуляр берләшмәләр буйынса ғилми советтары ағзаһы (1971 йылдан). СССР Министрҙар Советы (1983) һәм Рәсәй Фәндәр академияһының С. В. Лебедев исемендәге (1992, вафатынан һуң) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1982) ордендары кавалеры.

Вәлиев Сәғит Сабит улы (31 октябрь 1957 йыл) — ғалим-инженер‑электромеханик, 1980 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2009 йылдан — информатика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2006), профессор (2007).

Аслаев Сәғит Төхвәт улы (1 ноябрь 1954 йыл) — СССР һәм Рәсәй тренеры, юғары мәктәп эшмәкәре. 2003 йылдан Башҡорт дәүләт университетының спорт-һауыҡтырыу эштәре буйынса, 2010 йылдан — социаль мәсьәләләр буйынса проректоры. Педагогия фәндәре кандидаты (2007). Профессор (2004). Бокс буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).

Сәғәтәйев Сәғит (Сабит) Сағатай улы (рус. Сагатаев Сабит Сагатаевич 1903 йыл ― 25 ноябрь 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.

Әбдрәхимов Сәғит Ҡәйүм улы (рус. Абдрахимов Сагит Каюмович) (1910 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се полкының химик һаҡланыу буйынса 30-сы айырым батальонында хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы.

Сәғит Сөнчәләй (Сөнчәләев Сәғит Хәмиҙулла улы, 1888 йыл — 27 октябрь 1937 йыл) — шағир, уҡытыусы, дәүләт хеҙмәткәре. 1926—1927 йылдарҙа Төркиәлә РСФСР-ҙың Сит илдәр халыҡ комиссариаты тәржемәсеһе; 1927—1929 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумы директоры. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән Һарытау губернаһы Хвалын өйәҙе Иҫке Мәстәк ауылынан.

Хәбирйәнов Сәғит Хәбирйән улы (1933 йыл — 2005 йыл), Кушнаренко районы М. Горький исемендәге колхоздың элекке механизаторы, Ленин ордены кавалеры.

Сәғитов Мөхтәр Мофаззал улы (башҡ. Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитов, 1933, 1933 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған — 1986, Төркиә республикаһында үткәрелгән халыҡ-ара конгрессҡа барғанда автокатастрофала һәләк була. Өфө ҡалаһында ерләнгән) — башҡорт ғалим-фольклорсыһы, филология фәндәре кандидаты (1965). 1987 йылда үлгәндән һуң Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

Топонимикала

үҙгәртергә

Сәғит (Хәйбулла районы) (рус. Сагитово, икенсе исеме Ҡалтай) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ғәлимов Сәләм исемендәге әҙәби премия — Силәбе өлкәһенең билдәле башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләм исемендәге әҙәби премияһы. Йыл һайын өлкәнең танылған, шулай уҡ яңы ижад итә башлаған авторҙарына «нәфис әҙәбиәт», «крайҙы өйрәнеү», «журналистика» номинациялары буйынса тапшырыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ