Сынғыҙ— башҡорт ир-ат исеме, төрки телле халыҡтарҙа ла йыш осрай.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Сыңғыҙ (Сынғыҙ) исеме башҡорт теленә монголдарҙан килеп ингән, мәғәнәһе «бөйөк», «көслө» тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы (ҡырғ. Чыңгыз Төрөкулович Айтматов; 12 декабрь 1928 йыл — 10 июнь 2008 йыл) — ҡырғыҙ совет яҙыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).

Ханов Сыңғыҙ Һаҙый улы (30 декабрь 1915 йыл — 1941) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1937—1940 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең сектор мөдире. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Мостафаев Сыңғыҙ (әзерб. Çingiz Fuad oğlu Mustafayev; 29 август 1960 йыл — 15 июнь 1992 йыл) — әзербайжан граждан һәм хәрби журналисы, милли телевидениены үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе. Сит илдәрҙең ҡайһы бер мәғлүмәт агентлыҡтары менән хеҙмәттәшлек итә. Таулы Карабах хәрби хәрәкәттәр зонаһынан күп репортаждар, шул иҫәптән Ходжалы һуйышындағы данлыҡлы репортаж авторы. Әзербайжандың милли геройы.

Фараджев Әнүәр Сыңғыҙ улы (әзерб. әзерб. Ənvər Çingiz oğlu Fərəcov; 10 май 1962 йыл) — Әзербайжан этнологы, тарихсы һәм публицист.

Сыңғыҙхан (монгол телендә — Чингиз хаан, үҙ исеме — Темуджин; 1162 йылдар тирәһе — 1227 йылдың 18 авгусы) — донъя тарихында иң ҙур империя — Монгол империяһын нигеҙләүсе.

Ауылдар исеме

үҙгәртергә

Сыңғыҙ (рус. Чингизово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ