Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы

ҡырғыҙ совет яҙыусыһы
(Сынғыҙ Айытматов битенән йүнәлтелде)

Сыңғыҙ (Шынғыз, Шыңғыс) Түрәҡол улы Айытматов (ҡырғ. Чыңгыз Төрөкулович Айтматов; 12 декабрь 1928 йыл — 10 июнь 2008 йыл) — ҡырғыҙ совет яҙыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978)

Сынғыҙ Айытматов
Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы

Сынғыҙ Айытматов 2003 йылда
Тыуған көнө:

12 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны:

Шәкәр ҡышлағы, Талас кантоны, Ҡырғыҙ АССР-ы, СССР (хәҙер Ҡырғыҙстан)

Вафат булған көнө:

10 июнь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (79 йәш)

Вафат булған урыны:

Нюрнберг, Бавария, Германия

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРҠырғыҙстан Ҡырғыҙстан

Эшмәкәрлеге:

прозаик

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

роман, повесть

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус, ҡырғыҙ

Премиялары:

Ленин премияһы — 1963 СССР Дәүләт премияһы — 1968 СССР Дәүләт премияһы — 1977 СССР Дәүләт премияһы — 1983

Наградалары:
Ҡырғыҙстан Республикаһы Геройы
Ҡырғыҙстан Республикаһы Геройы
Социалистик Хеҙмәт Геройы
I дәрәжә «Манас» ордены
I дәрәжә «Манас» ордены
Дуҫлыҡ ордены
Орден «Дустлик»
Орден «Дустлик»
Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Н. К. Крупская миҙалы
Н. К. Крупская миҙалы
Йылмайыу ордены
Йылмайыу ордены
Офицер ордена Заслуг
Офицер ордена Заслуг
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында
Сынғыҙ Айытматов хөрмәтенә сығарылған 2009 йылғы Ҡырғыҙстан почтамаркалары

Биографияһы

үҙгәртергә
  • Сыңғыҙ Түрәҡол улы Айытматов 1928 йылдың 12 декабрендә Ҡырғыҙ АССР-ының Шәкәр ҡышлағында тыуған. Уның атаһы Түрәҡол (Төрөкул) Айытматов Ҡырғыҙ ССР-ының күренекле дәүләт эшмәкәре була. Ул 1937 йылда ҡулға алына һәм 1938 йылда атып үлтерелә. Сыңғыҙ Айытматовтың әсәһе Абдулвәлиева Нәғимә Хәмзә ҡыҙы, милләте буйынса-татар, урындағы театрҙа актриса була. Буласаҡ яҙыусы һигеҙ класты тамамлағандан һуң, Джамбул ҡалаһының зоотехникумына уҡырға инә һәм уны отличие билдәлренә генә тамамлай. 1948 йылда Фрунзе ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. 1952 йылда ваҡытлы матбуғатта ҡырғыҙ телендә үҙенең тәүге әҫәрҙәрен баҫтыра башлай.
  • 1953 йылда ауыл хужалығы институтын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. Бер үк ваҡытта хикәйәләр ижад итә.
  • 1956 йылда Мәскәүҙең М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡый башлай һәм уны 1958 йылда тамамлай. Шул уҡ йылда «Октябрь» журналында уның ҡырғыҙ телендә яҙылған «Лицом к лицу (Йөҙгә йөҙ ҡарап)» хикәйәһе тәржемәләнеп баҫылып сыға. Шул уҡ йылда «Новый мир» журналында яҙыусының башҡа хикәйәләре һәм уны бөтә донъяға данлыҡлы иткән «Джамиля (Йәмилә)» повесы баҫылып сыға.
  • 1966—1989 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты.
  • 1989—1992 йылдарҙа СССР халыҡ депутаты.
  • 1988—1990 йылдарҙа «Иностранная литература» журналының баш мөхәррире.
  • 1990—1994 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Федерацияһының Люксембургтағы илсеһе.
  • 1994 йылдан башлап Франция һәм Бенилюкс (Бельгия, Нидерланд, Люксембург)идәрендә Ҡырғыҙстан Республикаһы илсеһе.

Сыңғыҙ Айтматовтың «И дольше века длится день… (Быуаттан да оҙонораҡ көн…)», «Прощай, Гульсары! (Хуш, Һарыгөл!)», «Белый пароход (Аҡ пароход)», «Пегий пес, бегущий краем моря (Диңгеҙ ситенән йүгереүсе ала эт)» әҫәрҙәре тиҫтәләгән телдәргә тәржемә ителгән. Улар бөтә донъя әҙәбиәтендә билдәле.

  • 2008 йылдың 10 июнендә Германияның Нюрнберг ҡалаһында вафат була, Бишкәк ҡалаһында ерләнә.

«Плаха (Язалау урыны)» романы кешелектең Һуңғы хөкөм көнөнә еткәнен күрһәтә һәм уларҙы абай булырға, тәбиғәтте һәм тирә-йүн мөхитен һаҡларға саҡыра.

Сыңғыҙ Айытматов ҡырғыҙ һәм рус телдәрендә ижад итә. Әҫәрҙәре 1952 йылдан алып баҫыла. «Йәмилә» (1958), «Хуш, Һарыгөл!» (1966), «Аҡ пароход» (1970), «Иртәләгән торналар» (1976), «Диңгеҙ ситенән йүгереүсе ала эт» (1977) һ.б. повестар авторы. Айытматовтың «Буранлы станция» (1980), «Язалау урыны» (1986), «Кассандра тамғаһы» (1996), «Тауҙар ишелгәндә („Мәңгелек кәләш“)» (2007) әҫәрҙәре — күп планлы романдары, уларҙа ысынбарлыҡты хикәйәләү легенда һәм мифтар романтикаһы менән үрелә.

С. Айытматов — прозала психологик портрет оҫтаһы. Уның ижадында күтәрелгән төп проблема — кеше һәм йәмғиәттең үҙ-ара мөнәсәбәттәре. Айытматов әҫәрҙәренең геройҙары — автор йәшәгән осорҙоң замандаштары. Сыңғыҙ Айытматовтың һуңғы «Плаха (Язалау урыны)» романы 1980-се йылдарҙа ҡаза-хасафат сигналы (билдәһе) булып тора һәм яҙыусы кешенең, тәбиғәт балаһы булыуын онотоп, тәбиғәткә ҙур зыян килтереүенең һәм уны юҡҡа сығарыуының кешелеккә күп бәлә-ҡазалар килтерәсәге тураһында киҫәтә. Әгәр ҙә кешелек ошо киҫәтеүҙе ишетмәйенсә һаңғырау булып ҡалһа, уның башына бик күп ҡайғы-бәләләр киләсәк икәнлеген яҙыусы башта Муйынҡом саваннаһындағы бүреләр тормошо аша, артабан кешелек йөҙөн юғалтҡан наркомандар тормошо һәм ябай ҡырғыҙ крәҫтиәндәре тормошо аша һүрәтләй: тәбиғәттең һәләк булыуы, романдағы рухани Авдий Каллистратов кеүек кеше рухы өсөн көрәшеүселәрҙең донъя ысынбарлығына ҡаршы тора алмай, һәләк булыуы, уның наркомандар тарафынан Христос кеүек итеп аяҡ-ҡулын бәйләп язалап үлтерелеүе, Бостон атып үлтергәнлектән балаларын юғалтҡан инә бүре Аҡбараның Бостондың балаһын арҡаһына йөкмәп урлап китеүе, был бүрене атам тип, Бостондың үҙ улын атып үлтереүе-кешелек донъяһының да һәләк булыуына килтерәсәге тураһында һөйләй. Яҙыусының был әҫәре кешелек донъяһының һуңғы сиккә килеп еткәнлеге һәм, әгәр ҙә кешеләр аҡылға ултырмаһа, ошо киҫәтеүҙе ишетмәһә, йәһәннәм упҡынына ососағы һәм быға бары тик бер аҙым ғына ҡалғанлығы тураһында иҫкәртә.

Сыңғыҙ Айытматов һәм башҡорт мәҙәниәте

үҙгәртергә

Сыңғыҙ Айытматов повестарын башҡорт теленә башҡорт яҙыусылары Нәжип Иҙелбай, Әмир Гәрәев, Мәхмүт Уразаев һ. б. тәржемә итә. 1963 йылда әҙиптең Өфөлә башҡорт телендә «Йәмилә» повесы, 1984 йылда повестар йыйынтығын тәшкил иткән «Аҡ пароход» китабы донъя күрә. С. Айытматовтың «Әсә яланы», «Хуш, Һарыгөл!» повестары буйынса Башҡорт драма театры (режиссёры Л. В. Вәлиев); «Ал яулыҡлы тирәккәйем» повесы буйынса — Салауат драма театры; Сибай драма театры (икеһенең дә режиссёры Р. М. Әйүпов) һәм Башҡорт академия драма театры (режиссёры Ә. Ә. Абушахманов); «Аҡ пароход» — Ҡурсаҡ театры (режиссёры В. М. Штейн) сәхнәһендә спектаклдәр ҡуйыла. «Беренсе уҡытыусы» повесы буйынса Башҡортостан телевидениеһы студияһында телеспектакль ҡуйыла (1959; режиссёры Р. Фәйзи).

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Йәмилә: повесть (башҡорт телендә). — Өфө, 1963;
  • Аҡ пароход: повестар(башҡорт телендә). — Өфө, 1984;

Маҡтаулы исемдәре, наградалары, исемен мәңгеләштереү

үҙгәртергә
  • Ҡырғыҙстан ССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1968);
  • СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1968, 1977, 1983);
  • Ленин премияһы лауреаты (1963);
  • Ҡырғыҙ ССР-ының Дәүләт премияһы лауреаты (1976);
  • Ҡырғыҙ ССР-ы Фәндәр Академияһы академигы (1974);
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).
  • 2008 йылдың 10 декабрендә Ҡырғыҙстан Республикаһы президенты указына ярашлы, Рус дәүләт милли драма театрына Ҡырғыҙстан Республикаһының геройы, Социалистик Хеҙмәт геройы, Ҡырғыҙстандың халыҡ яҙыусыһы Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улының исеме бирелә.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы. «Герои страны» сайты.

  • Гачев Г. Д. Чингиз Айтматов: (В свете мировой культуры). — Фрунзе, 1989;
  • Акматалиев А. Л. Чингиз Айтматов и взаимовлияние литератур. — Бишкек, 1991.