Сухоруков Алексей Яковлевич

Сухоруков Алексей Яковлевич (20 июль 1916 йыл — 20 февраль 1973 йыл) — 1939–40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында, 1940 йылдағы Бессарабияла һәм Төньяҡ Буковинала хәрби хәрәкәттәрҙә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир. Майор. Советтар Союзы Геройы (1943).

Сухоруков Алексей Яковлевич
рус. Алексей Яковлевич Сухоруков
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 20 июль 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Преображеновка, Николаевка ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы), Стәрлетамаҡ районы
Вафат булған көнө 20 февраль 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы, Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Присоединение Бессарабии и Северной Буковины к СССР[d]
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Алексей Яковлевич Сухороков 1916 йылдың 20 июлендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы) Преображеновка ауылында тыуған.

Стәрлетамаҡ районының «Ҡорос» колхозында эшләгән. 1937 йылдың октябрендә Стәрлетамаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында, 1940 йылда Бессарабияға һәм Төньяҡ Буковинаға азатлыҡ походтарында ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1941 йылдың июненән. Бәйләнеш взводы командиры, артабан — артиллерия батареяһы командиры була. 1943 йылдың 18—19 ноябрендә Гомель-Речица һөжүм операцияһы барышында немец ғәскәрҙәренең ҡаршы һөжүмен кире ҡағыуҙағы ҡаты алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә.

Һуғыштан һуң А. Я. Сухоруков КПСС-тың Стәрлетамаҡ район комитетында инструктор була, Эске эштәр министрлығы органдарында эшләй, төҙөкләндереү контораһы начальнигы, инженер, «Салауатбыяла» производство берекмәһенең хужалыҡ цехы начальнигы булып эшләй.

1945 йылда Юғары офицерҙарҙың артиллерия мәктәбен (Ленинград ҡалаһы), 1955 йылда — Эске эштәр министрлығының сәйәси училищеһын (Ленинград ҡалаһы) тамамлай.

Ленин ордены (1943), Ҡыҙыл Байраҡ ордены (19.09.1944)[1], ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (28.10.1943[2], 09.08.1944[3]), СССР миҙалдары менән бүләкләнгән.

1973 йылдың 20 февралендә Салауат ҡалаһында вафат була, Чапаев урамындағы иҫке зыяратта ерләнгән. (недоступная ссылка)

Батырлығы үҙгәртергә

А. Я. Сухоруковты бүләкләү ҡағыҙынан:

1943 йылдың 18 ноябрендә өлкән лейтенант Сухоруковтың батареяһы Короватичи ауылының көньяҡ ситендә танкыға ҡаршы терәк пунктты биләй[4] 16.00. сәғәттә дошман ике пехоталыҡ көсөндәге Т-4 һәм «тигр» танктары ярҙамы менән был районда ҡаршы һөжүм итә. Батарея дошмандың һөжүмен батырҙарса кире ҡаға башлай… Сухоруков тоҫҡаусы өсөн эш итеп, һөжүм итеүсе пехотаға һәм танктарға ата. Ул Т-4 тибындағы өс танкты яндыра, станоклы биш пулеметты, дошман пехотаһының өс взводҡа тиклем һалдатын юҡ итә. Ике сәғәт дауамында Сухоруков үҙенең батареяһының көсө менән дошмандың һөжүмен кире ҡаға. ..

Был батырлығы өсөн уға 1943 йылдың 24 декабрендә Советтар Союзы Г еройы исеме бирелә[5].

Хәтер үҙгәртергә

  • Салауат ҡалаһында тыуған яҡты өйрәнеү музейында А. Я. Сухоруковтың батырлығына арналған бүлек асыла.
  • А. Я. Сухоруков хөрмәтенә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылған.
  • Салауат ҡалаһында бер урам А. Я. Сухоруков исеме менән аталған.
  • Стәрлетамаҡ ҡалаһының маршал Г. К. Жуков исемендәге скверҙа геройҙың бюсы ҡуйылған.
  • Башҡортостандың Преображеновка ауылында батырҙың бюсы ҡуйылған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Газпром нефтехим Салават. Энциклопедия. Уфа. изд. башкирская энциклопедия, 2013.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 3460, л. 3, 9, 10).
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1717, л. 3, 56, 57).
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1451, л. 11, 233, 234).
  4. ПТОП — противотанковый опорный пункт.
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 7/46, л. 4/330, 331).

Һылтанмалар үҙгәртергә