Маршал Г. К. Жуков исемендәге сквер (Стәрлетамаҡ)

Маршал Г. К. Жуков исемендәге сквер Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2005 йылда асылған.

Маршал Г. К. Жуков исемендәге сквер
Хөрмәтенә аталған Георгий Константинович Жуков
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Стәрлетамаҡ
Карта

Географик урыныҮҙгәртергә

Парк Имай Насыри, Курчатов урамдары, Октябрь проспекты менән сикләнгән. Объект эргәһендә үк Ҡала мәҙәниәт һарайы (элекке "СК" мәҙәниәт йорто) урынлашҡан.

Скверҙағы архитектура ҡоролмаларыҮҙгәртергә

Скверҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған һәм йәшәгән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып һәләк булған яугирҙәр исемлеге яҙылған  монумент урынлашҡан. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта тыуған, Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзы Геройы исеме алған яугирҙәрҙең һәм маршал Г. К. Жуковтың бюстары ҡуйылған.

Үрҙә телгә алынған объекттар менән бер рәттән, сквер биләмәһендә шулай уҡ Дан Аллеяһы —  Стәрлетамаҡ ҡалаһының Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме менән бүләкләнгән кешеләренең исемлеге яҙылған мемориаль таҡтаташ бар.

ӘһәмиәтеҮҙгәртергә

Cквер, Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле ҡала сараларын үткәреү урыны булып тора. Һәр Еңеү көнө сквеҙа сәскәләр һалыу уҙа. Скверҙа халыҡ күңел асыуҙары үткәрелә. Шулай уҡ скверҙа аттракциондар эшләй. Ҡала халҡының яратҡан ял итеү урындарының береһе.