Стражеско Николай Дмитриевич

Стражеско Николай Дмитриевич (29 декабрь 1876 йыл — 27 июнь 1952 йыл) — ғалим-терапевт. Украина фәндәр академияһы һәм СССР фәндәр академияһы академигы, СССР медицина фәндәре академияһы ағзаһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1947).

Стражеско Николай Дмитриевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 17 (29) декабрь 1876
Тыуған урыны Одесса, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 27 июнь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (75 йәш)
Вафат булған урыны Киев, СССР[1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Лукьянов зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Балалары Стражеско, Дмитрий Николаевич[d]
Һөнәр төрө табип, интернист, ғалим
Эш урыны Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
Императорский Новороссийский университет[d]
БДМУ
1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
National Scientific Center "M.D. Strazhesko Institute of Cardiology"[d]
Уҡыу йорто Медицинский факультет Киевского университета[d]
Ғилми дәрәжә академик АН СССР[d] (1943)
Кемдә уҡыған Павлов Иван Петрович
Ойошма ағзаһы Украинаның Милли фәндәр академияһы, Академия медицинских наук СССР[d] һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы орден Святого Станислава 2-й степени заслуженный деятель науки Украинской ССР Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены орден Святой Анны 3-й степени
 Стражеско Николай Дмитриевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Дмитриевич Стражеский 1876 йылдың 30 декабрендә Одессала статский советник ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы, юрист Дмитрий Егорович Стражеско, Оргей өйәҙендәге Вережены ауылынан була (хәҙерге Молдованың Теленешты районы), уның нәҫеле румын боярҙарынан. Д. Е. Стражеско 1858 йылда гимназияны тамамлап Кишинёвта гимназияны тамамлай, артабан Одессала Ришелье лицейында юридик факультетта белем ала. Мировой судья була, 1900 йылдан һуң — Херсонда земство банкы администрацияһы директоры. Н. Д. Стражесконың әсәһе — урыҫ адмиралы Винктың ҡыҙы, хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Әсәһе яғынан өләсәһе — гетмандар Конашевичтар нәҫеленән.

Гимназияны тамамлағандан һуң Николай Стражеско Киев университетының медицина факультетына уҡырға инә (1894) һәм 1899 йылда уны отличие менән тамамлай. Патология һәм терапия кафедраһында эшкә ҡалдырыла, бер үк ваҡытта Киев ҡала хәстәханаһында профессор В. П. Образцов етәкселегендә интерда терапия бүлегендә эшләй.

1901 йылда Францияға профессор Патэнға ебәрелә, унда ул кардиограммалар алыу методикаһын өйрәнә, артабан Берлинға ебәрелә — профессорҙар Лейден һәм Сенатор клиникаһына. 1902 йылда Хәрби-медицина академияһына (ВМА) һәм эксперименталь медицина институтына профессор. И. П. Павловҡа йүнәлтмә ала, унда ул ике йыл дауамында аш һеңдереү физиологияһы өлкәһендә һәм биохимия, фармакология, патологик анатомия кафедраһында һәм бактериологик лабораторияла эшләй. 1904 йылдың көҙөндә эсәктәр физиологияһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Киевҡа ҡайтҡандан һуң, клиника факультетында профессор В. П. Образцов етәкселегендә өлкән ординатор булып эшләй башлай.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1907—1919 йылдарҙа — Киев ҡатын-ҡыҙ медицина институты профессоры. Шуның менән бергә 1908—1919 йылдарҙа — Киев университетының приват-доценты һәм 1917—1919 йылдарҙа — Киев ҡала дауаханаһында терапия бүлеге мөдире. 1919—1922 йылдарҙа — Новороссийск университетында кафедра мөдире. 1922 йылдан — Киев медицина институтында эшләй. Октябрь революцияһынан һуң профессор Стражеско Украинала ҡала, әммә уның ике ҡыҙы Францияға күсеп өлгөрәләр. 1925 йылда Николай Дмитриевич Украина терапевтарының беренсе съезын ойоштора, ә ике йылдан һуң УССР-ҙың Терапия йәмғиәте рәйесе итеп һайлана, ошо уҡ ваҡытта — Бөтә Союз терапия йәмғиәте рәйесенең урынбаҫары.

Биология институтында эксперименталь патологияһы клиник бүлеге менән етәкселек итә, 1934 йылдан — УССР фәндәр академияһының клиник физиология Институтында эшләй. 1936 йылдан — үҙе булдырған Украин фәнни-тикшеренеү клиник медицина институты директоры . Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — эвакуацион госпиталь консультанты, Совет Армияһының Үҙәк госпиталендә лә тикшеренеүҙәр менән етәкселек итә, яралар сепсисы проблемаһын тикшерә, уның менән көрәшеү өсөн яңы саралар уйлап сығара. 1942—1943 йылдарҙа, Өфөлә эвакуацияла була, Башҡорт дәүләт медицина институтының терапия кафедраһы мөдире факультетский.[2] 1943 йылдарҙа Өфөлә эвакуацияла булған осорҙа Башҡорт медицина институтының факультет терапияһы кафедраһы менән етәкселек итә. 1952 йылда оло йәштәге академикты уҡыусыһы В. Х. Василенкоға ҡаршы күрһәтмәләр бирергә өндәйҙәр. 1952 йылда Стражеско аҙаҡҡы тапҡыр Мәскәүгә барып килгәндән һуң инфаркттан вафат була.

1901 йылда үҙенең уҡытыусыһының ҡыҙы Наталья Васильевна Образцоваға өйләнә. Уларҙың балалары: Дмитрий — химик фәндәр докторы, Александра (1903 йылғы) тормош иптәше менән Францияға китә, әммә унда улар бер-берен юғалталар икенсегә ул эмигрант-офицер Евгений Фиалковскийға кейәүгә сыға; икенсе ҡыҙы Наталья (1905 йылғы) Францияла кейәүгә сыға, һәм өсөнсө ҡыҙы — Ирина.

Н. Д. Стражеско Киевта Лукьянов зыяратында, ҡайныһы янында, ерләнгән[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

«Симптомология и диагностика тромбоза венечных артерий сердца» (1910) — В. П. Образцов менән берлектә; «Основы физиологической диагностики заболеваний брюшной пустоты» (1924) монографияһы; «Основы физической диагностики заболеваний пустоты желудка» монографияһы (1924) һәм башҡалар.

Донъяла тәүге тапҡыр (1909 йылда В. П. Образцов менән бергә) йөрәк тамырҙарының тромбозы диагнозын ҡуя. Ҡан әйләнеше боҙолоуының классфикацияһын эшләй. Клиника һәм эске ауырыуҙарҙы дауалау буйынса төрлө мәсьәләләргә арналған 100-ҙән ашыу фәнни эштәр авторы. Тромбоз, миокард инфаркты һәм уның клиник формаларын тикшерә. В. П. Образцов менән берлектә эшләгән «Симптомология и диагностика тромбоза венечных артерий сердца» тигән хеҙмәте уның исемен бөтә донъяға таныта.

Айырыуса иғтибарын ҡан әйләнеше патологияһына бирә, Василенко менән берлектә ҡан әйләнеше классификацияһын төҙөй.

Стражеско тарафынан ревматизмды стрептококк сығышлы инфекция-аллергик ауырыу булараҡ дәлилләүе ҙур теоретик һәм практик әһәмиәткә эйә. Уның исемен бер нисә симптом йөрөтә, мәҫәлән перигастрит синдромы[4].

Николай Дмитриевич Стражеско актриса Мария Заньковецкая, актер Николай садовский, архитектор Владислав Городецкий, яҙыусы Михаил Коцюбинский кеүек билдәле кешеләрҙе дауалаған..

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
 
Н. Д. Стражесконың ҡәбере. Киев, Лукьянов зыяраты
  • Н. Д. Стражеско исеме Одессала бер урамға һәм Киевта Кардилология институтына бирелгән.
  • Н. Стражеско хөрмәтенә институт бинаһында (Саксаганский урамы, 75 йорт) һәм ул йәшәгән йорт фасадында (Владамаирская урамы, 49А йорто) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
  • Клиник медицина институты бинаһы алдында (Халыҡ ополчениеһы урамы, 5 йорт) 1978 йылда академик Н. Д. Стражескоға һәйкәл ҡуйылған (скульпторы И. Шаповал, архитекторы И. Шәмсетдинов), 1981 йылда шунда уҡ уның хөрмәтенә музей асылған.
  • 2006 йылда Николай Стражескоға арналған ике гривенлыҡ иҫтәлекле тәңкә сығарылған.
  • Советский Энциклопедический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1980.
  • Молдавская Советская энциклопедия.
  • Brighita Covarschi. Academicieni din Basarabia şi Transnistria. — Ch.: CETINI, 1996.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Стражеско Николай Дмитриевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. История кафедры факультетской терапии 2014 йыл 7 апрель архивланған. на официальном сайте БГМУ.
  3. Могила Н. Д. Стражеско на Лукьяновском кладбище в Киеве
  4. Ігор Шаров. Вчені України: 100 видатних імен. — К.: АртЕк, 2006. ISBN 966-505-054-0 (укр.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Стражеско Николай Дмитриевич. «Герои страны» сайты.