Викидатала элемент юҡ

Собханғол — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Собханғол исеме ғәрәптәрҙән килеп ингән. Башҡортса данлы, шөһрәтле, маҡтаулы тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Собханғол Килтәков (1720 йыл — 4 февраль (17 февраль), 1774 йыл) — Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ҡатнашыусыһы, 1774 йылдан баш күтәреүселәр полковнигы. Башҡорт.

Собханғолов Абдрахман Собханғол улы (рус. Субхангулов Абдрахман Субхангулович; 1922 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Собханғолов Шакир Исламғол (Исламғәле) улы (рус. Субхангулов Шакир Исламгулович 1899 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Собханҡолов Мәғәлим Әкрәм улы (11 апрель 1920 йыл — 10 сентябрь 1976 йыл) — СССР-ҙың ғалим-математигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1976 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Дүшәнбеләге В. И. Ленин исемендәге Тажик дәүләт университеты уҡытыусыһы, факультет деканы, кафедра мөдире. 1968—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математик анализ кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1963), профессор (1964). СССР-ҙың юғары мәктәбе, Тажик ССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы.

Собханҡолов Артур Рәмил улы (1 ғинуар 1992 йыл) — Рәсәй боксеры. Рәсәй халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2017).

Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улы (рус. Субханкулов (Супхангулов) Хадрей (Хабрей) Ахсанович 1903 йыл — 12 ғинуар 1944 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Собханғол — Башҡортостандың Белорет районындағы бөткән ауыл. Елмәрҙәк һәм Әүҙәрҙәк тауҙары араһында, Рәүәт йылғаһына Ҡөҙрәт йылғаһы ҡушылған ерҙә урынлашҡан.

Иҫке Собханғол (Бөрйән районы) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл.

Иҫке Собханғол (Туймазы районы) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл.

Яңы Собханғол — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл.

Собханғол (Ауырғазы районы) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл.

Собханғол (рус. Субханкулово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ