Собханғол (Белорет районы)

Собханғол — Башҡортостандың Белорет районындағы бөткән ауыл.

Ауыл
Собханғол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет районы

Координаталар

54°18′47″ с. ш. 57°36′10″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Собханғол (Рәсәй)
Собханғол
Собханғол
Собханғол (Белорет районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Собханғол

География

үҙгәртергә

Елмәрҙәк һәм Әүҙәрҙәк тауҙары араһында, Рәүәт йылғаһына Ҡөҙрәт йылғаһы ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Иңйәрҙән көнбайышҡа табан 35 км. Халыҡ телендә исеме Рәүәт, рәсми исеме Собханғолдо халыҡ ҡулланмай. Иңйәр янындағы Рәүәт менән бутамаҫ өсөн Урман Рәүәт тип тә йөрөтәләр.

Йылғалары: Рәүәт,Ҡөҙрәт, Ташлы,Ҡуртҡыс.

Тауҙары: Япас,Ҡуртҡыс,Сәүгән,Көсөкбай, Рәүәт -бейеге,Саған-арҡа,Сиснай һ. Б

Тарихы 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары менән бәйләнгән.

1740 йылда Табын казактары атаманы Матвей Красильников Кесе Иңйәр буйындағы 13 башҡорт ауылын яндыра.[1]

Шул иҫәптән Кесе Иңйәрғә ҡойған Рәүәт йылғаһы буйында урынлашҡан Собханғол(икенсе исеме Рәүәт)ауылы ла яндырыла. Ул саҡта ауыл яңынан тергеҙелә. Ә ун туғыҙынсы быуаттың утыҙынсы йылдарында Инйәр завод урыны заводчик Пашковтар ҡулына күсеү сәбәпле был дача территорияһынан 12 ауыл, 24 утар ғәскәр индерелеп ҡыуыла. Аҙағыраҡ был урынға урыҫтар килеп ултыра һәм ауыл Урыҫ Рәүәте тип йөрөтөлә башлай. Собханғол халҡына икенсе таулы-ташлы ерҙергә күсенергә тура килә.Хатта мәсеттәрен дә күсерергә мөмкин булмай. 1836 йылда ауыл муллаһы юғары начальствонан яңы урынға мәсет төҙөтөргә рөхсәт ала ала. Ауылдың бер өлөшө Арышпар ауылын(тәүҙәрәк ул ауыл да Собханғол исемен йөрөтә) барлыҡҡа килтерә, бер өлөшө Собханғол исеме менән Елмерҙәктең көнбайыш ашаһында бер нисә урынға килеп төпләнә. Был 1833 йылда була. 1834 йылда төрлө урында(Хисаметдин утары, Кинйәғол утары, Урге, Урта, Түбәнге Туғанаш) урынлаша башлаған утарҙарҙы ла бөтөрөп әлеғе урынға берләштерәләр.

Собханғолдоң шәҗәрәһе

үҙгәртергә

Риүәйәт буйынса Ҡолман тархан Иван Грозныйға бара, жалованная грамота ала. Ауылдарҙы ошо Ҡолмандың улдары нигеҙләгән. Документтарҙа ысынлап та Ҡолман Хоҙайбирҙин теркәлгән. Ул 1718 йылда юғары властарҙан ер биләү тураһындағы грамота алыуға ирешә. Быға тиклем дә ҡатайҙар ергә аҫабалыҡ хоҡуҡтарпын яңыртып торғандар. Был ер биләү документы(владенная выпись) сираттағыһы була. Ошо документҡа нигеҙләнеп ҡатайҙар һәм ҡумырыҡтар ерҙәрен үҙ ара килешеп 1728 йылда бүлеп сығалар, артабан бер-береһенең биләмәләренә баҫышып кермәҫкә килешәләр. Тимәк, Ҡолмандың батшаға барыу ваҡиғаһы Иван Грозный ваҡытынан күпкә һуңғараҡ булған. Тимәк, шәжәрәләге Сысҡан Ҡолмандың улы түгел. Риүәйәттәрҙең бер вариантында батшаға барыусы Сысҡан тиелә. Дөрөҫ шәжәрә М.Ф.Чурко тарафынан яҙып алынғанса Сысҡандан башланырға тейеш: Сысҡан- Ирлән-Ишғәле-Ҡушҡаҙы-Яланҡаҙы-Һабанғол-Собханғол. Яланҡаҙынан икенсе тармаҡ китеп Бирҙеғол, Уҫманғәле, Ғәбдүк ауылдары нәҫелдәре тарала. Собханғол нәҫелдәренен күренекле кешеләр байтаҡ. Мәҫәлән, Йәнебәк Осҡауылов 18 быуаттың беренсе яртыһында Нуғай юлындағы бик билдәле шәхес. Императрица Анна Иоановнаға үтенес яҙыуҙа ҡатнаша, 1735—40 йылдарҙа яу барышында йоғонтоло яу етәкселеренең береһе. Бер ҙур кәңәшмә уның йортонда уҙа, властар ҙа Ҡатай волосында иң тәүҙә уға мөрәҗәғәт итә. Осҡауыл нәҫелдәренән йортауай старшина Мөхәмәтйән Игзәков Арышпар ауылына нигеҙ һала. Ямалетдин Игзәков Сибай (Шәйәхмәт Сибаев) кантондың писаре була.

Әлеге көндә ауылда бер генә кеше йәшәй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Урал газеты , Ҡатайҙар мәҡәләһе, авторы тарихсы Ринат Шәйбәков.

Һылтанмалар

үҙгәртергә