Словакия иҡтисады

(Словакияның иҡтисады битенән йүнәлтелде)

Чехословакия тарҡалғандан һуң Словакия әкренләп планлы иҡтисадтан баҙар иҡтисадына күсә. 2000-се йылдарҙа һалымдар, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә, пенсия һәм социаль тәьминәт системаларында Словкия хөкүмәте үткәргән реформалар уға 2004 йылда Европа Берләшмәһенә инеү мөмкинлеген бирә. 2009 йылда Словакия Еврозона ағзаһы булып китә һәм евроны әйләнешкә индерә. Иҡтисадтың бөтә секторҙары ла тиерлек шәхси ҡулдарға күсә. Әүҙем барған хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә банктар өлкәһе тотошлайы менән тиерлек сит ил компанияларына эләгә. Һуңғы осорҙа ил иҡтисадына һалынған сит ил инвестициялары башлыса автомобилдәр эшләү һәм электроника тармаҡтарына йүнәлтелә.

Словакия иҡтисады
Валюта

Евро,
(= 100 евроцент)

Фискаль йыл

календарь йылы

Халыҡ-ара
ойошмалар

Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Европа Берләшмәһе, ОЭСР, НАТО

Статистика
ВВП (номиналь)

95,4 млрд

Һатып алыу мөмкинселеге (ППС) буйынса ВВП

119,8 млрд

ППС буйынса ВВП урыны

60-е место

ВВП үҫеше (ППС буйынса)

6,4 %

Бер кешегә ВВП (ППС буйынса)

22 000

Иҡтисад йүнәлештәре буйынса ВВП

ауыл хужалығы: 3,7 %
сәнәғәт: 37,2 %
хеҙмәтләндереү өлкәһе: 59%

Инфляция (ИПЦ)

4,6 %

Ярлылыҡ сиге артындағы халыҡ

9% (2008)

Кеше үҫеше индексы (ИЧР)

0,880 (2007)

Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ

2,254 млн

Йүнәлеш буйынса эшләүсе халыҡ

ауыл хужалығы: 4%
сәнәғәт: 39%
хеҙмәтләндереү өлкәһе: 56,9 %

Эшһеҙлек кимәле

7,7 %

Төп өлкәләр

металлургия сәнәғәте;
аҙыҡ-түлек сәнәғәте;
электроэнергетика;
нефть сәнәғәте;
газ сәнәғәте;
химия сәнәғәте;
машиналар төҙөү;
ҡағыҙ сәнәғәте;
керамика етештереү;
автомобилдәр эшләү;
туҡыу сәнәғәте;
электр ҡоролмалар етештереү;
оптика етештереү

Тышҡы сауҙа
Экспорт

72,57 млрд

Экспорт статьялары

автомобилдәр — 25,9 %;
электр ҡоролмалар һәм машиналар — 21,3 %;
металлдар — 14,6 %;
химик һәм минераль матдәләр — 10,1 %;
пластмассалар — 5,4 %
(2004)

Экспорт буйынса партнёрҙар

Германия — 20 %;
Чехия — 13,1 %;
Франция — 6,7 %;
Польша — 6,6 %;
Венгрия — 6,3 %;
Австрия — 5,9 %;
Италия — 5,8 %;
Бөйөк Британия — 4,7 %

Импорт

73,62 млрд

Импорт статьялары

машиналар һәм транспорт — 41,1 %;
ярым фабрикаттар — 19,3 %;
яғыулыҡ — 12,3 %;
хмик матдәләр — 9,8 %;
әҙер изделиелар — 10,2 %
(2003)

Импорт буйынса партнёрҙар

Германия — 20 %;
Чехия — 17,7 %;
Рәсәй — 10,6 %;
Венгрия — 6,9 %;
Көньяҡ Корея — 5,2 %;
Австрия — 5 %;
Польша — 4,9 %;
Ҡытай — 4,1 %

Дәүләт финанстары
Дәүләт бурысы

28,7 % ВВП

Тышҡы бурыс

52,53 млрд

Дәүләт килемдәре

31,23 млрд

Дәүләт сығымдары

33,32 млрд

Иҫкәрмәләр:
Информация взята с сайтов: The world factbook и UNDP. Все данные указаны за 2008 год, если не указано другое.
Если не оговорено иное, все цифры даны в долларах США

Иҡтисад үҫеүе

үҙгәртергә

2008 йылда Словакияла иҡтисад үҫеүе 4 процентҡа әкренәйә, ЭТП үҫеше иһә 6,4 процент була[1].

Йыл ЭТП, млрд $ Үҫеш, %
2006
102
2007
112,6
10,4
2008
119,8
6,4

Дәүләт финанстары

үҙгәртергә

Словакияла бюджет дефициты 2008 йылда 6,43 миллиард АҠШ доллары тәшкил итә, был 2007 йылғынан 1,948 миллиардҡа күберәк. Словакияның тышҡа бурысы 2008 йылдың 31 декабренә 52,53 миллиард АҠШ доллары була, был 2007 йылғынан 8,22 миллиардҡа күберәк. Алтын һәм валюта резервтары 2008 йылда 2007 йыл менән сағыштырғанда 0,18 миллиард АҠШ долларына кәмей[1][2].

Йыл Бюджет дефициты, ЭТП-нан % Дәүләт бурысы, ЭТП-нан %
2007
1,8
29,6
2008
2,1
27,9
2009
8
35,6
2010
7,7
41
2011
5,1
43,3
2012
4,3
52,1

Хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе

үҙгәртергә

Словакияла хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе һуңғы йылдарҙа етеҙ үҫә. Был өлкәлә әле ил халҡының 57 проценты самаһы эшләй. Хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе ЭТП-ның 59 проценты тиклем килем бирә. Һуңғы йылдарҙа айырыуса туризм килемле тармаҡҡа әйләнгән. 2001—2005 йылдар эсендә был тармаҡтың килеме 2 тапҡырға артҡан. Ләкин күрше илдәр менән сағыштырғанда был тармаҡтың һаман насар үҫеүе күренә.

Сәнәғәте

үҙгәртергә

Хәҙерге осорҙа Словакияла сәнәғәттең түбәндәге тармаҡтары һәйбәт үҫеш кисерә: автомобилдәр эшләү, электроника, машиналар эшләү, химия сәнәғәте, мәғлүмәт технологиялары. Автомобиль секторы айырыуса йылдам үҫә. Был Volkswagen, Peugeot һәм Kia Motors тарафынан ҙур инвестициялар һалыныуы менән аңлатыла. 2006 йылда — 295 000, 2011 йылда 640 000 самаһы автомобиль эшләп сығарылған.

Словакияның эре сәнәғәт предприятиелары: U. S. Steel Košice (металлургия), Slovnaft (нефть сәнәғәте), Kia Motors Slovakia (автомобилдәр эшләү тармағы), Samsung Electronics (электроника), Sony (электроника), Mondi Business Paper (ҡағыҙ етештереү), Hydro Aluminium (алюмин етештереү) һәм Whirlpool (көнкүреш техникаһы етештереү).

Автомобиль сәнәғәте

үҙгәртергә

1990-сы йылдар башына Чехословакияның тарҡалыу мәленә Словакияла бер автомобиль заводы ла булмай. 1990-сы йылдар аҙағында һәм 2000-се йылдар башында инвестициялар йәлеп итеү сәйәсәте һөҙөмтәһендә эре трансмилли компаниялар илдә автозаводтар төҙөй башлай. Шулай итеп, Братиславала — Volkswagen, Трнавала — Peugeot һәм Жилинда Kia Motors компанияларының заводтары ҡалҡып сыға. OICA мәғлүмәттәренә ярашлы, Словакияла 2000 йылда — 182 мең[3], 2005 йылда 218 мең автомобиль етештерелгән[4]. 2010 йылда заводтар тулы ҡеүәтенә сығыу менән автомобилдәр етештереү 557 мең берәмеккә етә[5]. Словакия йән башына автомобилдәр етештереү буйынса донъя лидерына әүерелә, 2011 йылда илдәге халыҡ һаны 5,4 миллион кеше булһа, етештерелгән автомобилдәр һаны 640 меңләп була>[6], күп өлөшө Европа илдәренә сығарыла (ил экспортында автомобилдәр өлөшө 25 проценттан ашыу). Ләкин донъяла автомобилдәр һатыу кәмегәнлектән тармаҡтың артабанғы үҫеше тотҡарланырға ла мөмкин.

Ауыл хужалығы

үҙгәртергә

2008 йылда ауыл хужалығына ЭТП-ның 3,7 проценты төшә, был секторҙа мәшғүл булғандар һаны илдең әүҙем өлөшөнөң 4 процентына тиң. Словакия территорияһының 40 проценттан ашыуы ауыл хужалығы культураларын үҫтереүгә бирелгән. Словакияның көньяғы (Венгрия менән сиктәш төбәк) бай ауыл хужалығы ерҙәре менән билдәле. Түбәндәге культуралар игелә: бойҙай, арыш, кукуруз, картуф, шәкәр сөгөлдөрө, емештәр, көнбағыш. Йөҙөмлөктәр Кесе Карпат, Токай һәм башҡа көньяҡ төбәктәрҙә тупланған. Малдарҙан сусҡа, эре мал, һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетелә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Чехия иҡтисады

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә