Ҡалып:История Чехословакии Бәрхәт тарҡалыу (чех.|sametový rozvod}}sametový rozvod) — Чехословакия союз дәүләтенең тыныс һәм рәсми законлаштырылған тарҡалыуы. Социалистик режим менән планлы иҡтисад урынына капитализм һәм баҙар иҡтисады килгәс, 1993 йылдың 1 ғинуарында бәрхәт тарҡалыу ваҡиғаһы була. Ҡанһыҙ үткәнгә бәрхәт тип атала.

Тәүтарихы үҙгәртергә

 
1968 һәм 1989 йылдар араһында Чехословакия  (бәрхәт инҡилап).

Чехословакияла иҡтисади түгел, ә этник (дөрөҫөрәге, милли элиталар араһындағы конфликт, ә халыҡтар араһындағы түгел  — һорашыу үткәреү шуны раҫлай[1]) сәбәптәр дәүләттең тарҡалыуына килтерә. Этнос-ара мәсьәләләр  (СССР-ҙағы менән сағыштырғанда күпкә бәләкәй күләмдә) илдәге иҡтисади тотороҡлолоҡто ҡаҡшата һәм уның тарҡалыуына килтерә. Этнос-ара килешә алмаусанлыҡтар республикала һәр ваҡыт булғылап тора, сөнки илдәге күп һанлы бәләкәй милләттәргә бер ҡасан да ысын автономия бирелмәй. Тәүҙә (1945 йылға тиклем) ризаһыҙлыҡ һыҙаты славяндар (чехтар, словактар, русиндар) һәм славян булмағандар (беренсе сиратта был төркөмгә Чехиялағы судет немецтары һәм Словакия көньяғындағы венгрҙар инә) араһынан үтә. Икенсе донъя һуғышынан һуң немецтар депортацияланғас һәм венгрҙарҙың байтағы эмиграциялағас, төп ҡаршылыҡтар икенсе яҫылыҡҡа күсә — нигеҙҙә бер милләттән торған һәм алдынғыраҡ иҡтисадлы Чех Социалистик  Республикаһы (йән башына тап килгән ЭТП 20 процент самаһы)  менән  фәҡирерәк Словакия араһында ҡаршы тороусанлыҡ башлана. Шул саҡта уҡ чех сәйәсмәндәре  Словакияның Чехияны артҡа һөйрәүе, һалым йыйымдарының шунда китеп тороуы тураһында һүҙ ҡуҙғатҡылай,  ә словак сәйәсмәндәре союз дәүләтендә була тороп та кәмһеткес хәлдә ҡалыуҙарына ярһый. 

Республиканы бүлеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғас, 1992 йылдың сентябрендә Чехословакия халҡы араһында илде бүлеүгә мөнәсәбәт  тураһында һорашыу үткәрелә.  Словакияла илде бүлеүгә ыңғай ҡарашлылар — 37 процент, ҡаршылар — 63 процент, Чехияла — 36 процент ыңғай, 64 процент ҡаршы була.

Ваҡиғалар йылъяҙмаһы үҙгәртергә

Чехословакияла хәл тотороҡһоҙлана барған саҡта уның составындағы республикаларҙың милли үҙбилдәләнеше тураһындағы мәсьәлә лә ҡалҡып сыға. Башта килешеүсәнле формаль сиселеш табыла — илдең рәсми атамаһын Чех-Словакия (тулыһы — Чехия һәм Словакия Федератив Республикаһы, ЧСФР) тип алырға хәл ителә, 1990—1992 йылдарҙа  шулай була ла. Дөйөм алғанда, илдең сәйәси-иҡтисади курсы алмашынғанлығы күҙгә бәрелеп торһа ла, халыҡтың күпселеге,  чехтар ҙа, словактар ҙа милли үҙбилдәләнешкә әҙер булмай сыға. Быны шул саҡта үткәрелгән һорашыуҙар ҙа дәлилләй . Әммә ил яҙмышы сәйәсмәндәр ҡулында була һәм улар башҡаса  хәл итә. 

1992 йылдың 17 июлендә  словак парламенты бойондороҡһоҙлоҡ тураһында декларация ҡабул итә. Бүленеүгә ҡаршы сығыш яһаған  Чехословакия президенты Вацлав Гавел отставкаға китә. 25 ноябрҙә  Федераль йыйылыш  1993 йылдың 1 ғинуарынан илде бүлеү тураһында закон ҡабул итә. 

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә