Төньяҡ Македония

(Төньяҡ Македония Республикаһы битенән йүнәлтелде)
Төньяҡ Македония Республикаһы
Република Северна Македонија
Ҡалып:Төньяҡ Македония байрағы гербы Төньяҡ Македония
Төньяҡ Македония байрағы Төньяҡ Македония гербы
Милли девиз: «Слобода или смрт за Македониja»
Гимн: Төньяҡ Македония гимны
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 8 сентябрь 1991 йыл (ЮФСР иленән)
Рәсми телдәр Македон теле
Баш ҡала Скопье
Иң ҙур ҡалалары Скопье, Куманово, Битола
Идара итеү формаһы Парламент республикаһы[1]
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
145 урын
25 333 км²
1.9
Халыҡ
  • Барыһы (2016)
  • Тығыҙлыҡ
146 урын
2 073 702
81 кеше/км²


Валюта македон динар


Төньяҡ Македония Республикаһы, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында рәсми рәүештә Македония элекке Югослав Республикаһы составындағы атамаһы ҡулланыла (макед. Република Северна Македонија, алб. Republika e Maqedonisë së Veriut) — Европалағы ил, Балҡан ярымутрауында урынлашҡан. Европа Берләшмәһе ағзаһы статусына кандидат. Төньяҡ Македония дәүләт статистика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ 2 073 702 кеше тәшкил итә, территория - 25 333 км². Халыҡ иҫәбе буйынса донъяла 145-сө һәм территорияһы буйынса 145-се урынды биләй. Төньяҡта Сербия һәм Косово Республикаһы[2], көнбайышта — Албания, көньяҡта — Греция һәм көнсығышта Болгария менән сиктәш.

Баш ҡалаһы - Скопье. Берҙән бер дәүләт теле булып македон теле һанала. Албан теле «икенсе рәсми тел» статусына эйә, тик халыҡ-ара, оборона, үҙәк полиция һәм монетар сәйәсәт өлкәләрендә ҡулланылмай.

85 административ-территориаль берәмеккә бүленә, уларҙың 84-е урындағы үҙидарасыларҙың үҙ аллы берәмеге булараҡ Скопье ҡалаһы һәм общиналар булып тора.

Диңгеҙгә сығыу юҡ. Төньяҡта Косово Республикаһы[3] һәм Сербия, көнбайышта Албания, көньяҡта Греция, көнсығышта Болгария менән сиктәш. Этномәҙәни төрлөлөк менән айырылып тора. Дөйөм ил халҡының 67 % православ, 30 % мосолман һәм 3 % башҡа конфессияларға ҡарай. Аграр-индустриаль ил йылдам үҫешеүсән иҡтисадҡа эйә. 2017 йылда һатып алыу һәләте буйынса тулайым продукт күләме 31,03 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән (йән башына 14 900 АҠШ доллары тирәһе). Аҡса бирәмеге — македон денеры.

30 марттан НАТО ағзаһы 2020 [4].

Территорияһы һәм исеме

үҙгәртергә

Дәүләт элегерәк Македония тип аталған булған, күп төшөнсәле Македония, Боронғо Македония дәүләте, күрше Греция һәм Пиринская Македония тарихи провинцияһы менән буталышҡа килтергән. Төньяҡ Македония 1912 йылға тиклем Ғосман империяһының (52,4% өлөшө Греция биләмәһендә урынлашҡан, 9,6% Болгарияла урынлашҡан) 35,8 процент самаһы майҙанын биләгән, ә уның халҡы 40,9 процентын тәшкил иткән.

Элек Төньяҡ Македония Республикаһы территорияһы Югославияның иң көньяҡ өлөшөн биләгән. Уның хәҙерге сиктәре Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң билдәләнгән. 1947 йылдың авгусында Югославия Социалистик Федератив Республикаһы президенты (СФРЮ) Иосип Тито һәм Болгария премьер-министры Георгий Димитров Бледта осрашып, Македония ( грек һәм бөтә болгар Македонияһы) Югославия союзына, Болгария Балкан дәүләттәре Федерацияһына инә тип килешәләр. Шулай итеп СФРЮ составында Социалистик Македония Республикаһы барлыҡҡа килә - шул рәүешле македондар СФРЮ составында үҙ аллы халыҡ тип таныла.[5] СССР менән СФРЮ араһындағы дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙе насарайтҡандан һуң Болгария Бледта өлгәшелгән килешеүҙәрҙе ғәмәлдән сығара.

Илдең атамаһы тураһында бәхәстәр

үҙгәртергә

1991 йылда Югославияның айырым дәүләттән бүленгәндә Төньяҡ Македонияның территорияһы үҙгәрешһеҙ ҡала. Шул уҡ ваҡытта был айырым дәүләттең барлыҡҡа килеүе Греция менән "Македония" һәм "македонцы" тигән атамаларҙы файҙаланыу буйынса сәйәси бәхәскә килтерҙе.

1993-2019 йылдарҙа БМО-ла Грецияның талабы буйынса Элекке Югославия Республикаһы македония (англ. Former Yugoslav Republic of Maconia, FYROM, макед). Република Македони[6][7] (ингл. Former Yugoslav Republic of Macedonia, FYROM, макед. Поранешна Југословенска Република Македонија)[8][9][10][11][12]. Шундай уҡ исем ошо осорҙа Халыҡ-ара олимпия комитеты һәм Олимпия һәм Паралимпия уйындары составында файҙаланыла.

2004 йылдың 4 ноябрендә АҠШ рәсми рәүештә конституцион исеме менән илде - Македония Республикаһы тип таныны. Шул уҡ ваҡытта Европа союзы элекке исем менән файҙалана - элекке Көньяҡ Македония Республикаһы; Евросоюз шулай уҡ Грецияға Македония Республикаһы атамаһы буйынса килешкәс кенә был ойошманың тулы хоҡуҡлы ағзаһы булырына гарантия биргән.

2011 йылдың апрелендә Македония Республикаһы Гаагала Халыҡ-ара судҡа дәғүә белдергән. Македония Грецияны ЕС һәм НАТО инеүе өсөн ҡаршылыҡтар тыуҙырған өсөн ғәйепләй. 2011 йылдың 5 декабрендә Халыҡ-ара суд Грецияның ЕС-тағы, НАТО һәм башҡа халыҡ-ара ойошмаларға инеүҙе ҡамасауларға хоҡуғы юҡ тип ҡарар сығара.[13]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Атлас мира: Максимально подробная информация. Отв. рук. проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов.— М.: АСТ, 2017.— С.8.
  2. Македония признала независимость Косово  (рус.)
  3. Македония признала независимость Косово
  4. Расширение НАТО на пустой площади. В блок вошла Северная Македония: новость в одном фото, BBC, 30.03.2020
  5. Македония // Энциклопедия «Кругосвет».
  6. [1]
  7. Центр новостей ООН — Премьер-министр бывшей югославской Республики Македонии призвал Грецию признать имя и идентичность его страны
  8.  (инг.) Справочник ЦРУ по странам мира: Macedonia 2018 йыл 28 ғинуар архивланған.
  9. United Nations, A/RES/47/225. Дата обращения: 28 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 4 июль 2017 года., 8 April 1993
  10. United Nations Security Council Resolutions 817 of April 7 and 845 of June 18 of 1993, see UN resolutions made on 1993 (недоступная ссылка — история).
  11. FYROM on un.org
  12. Список стран — членов ООН
  13. ООН: Греция не в праве блокировать вступление Македонии в НАТО и Евросоюз. sd.net.ua (5 декабрь 2011).