Сиғандар тарихы — сиған телендә һәм уның төрлө диалекттарында һөйләшкән дөйөм һинд сығышлы этник төркөм тарихы, уның вәкилдәре сиған диаспораһы менән үҙҙәрен ҡылыҡһырлай.

А. Петтенкофенruen. Сиғандар юлда. 1896
П. С. Кройер. Ике сиған ҡатыны үҙ йорто алдында. 1878

Исеменең килеп сығышы

үҙгәртергә

Сиғандарҙың иң киң таралған үҙ атамалары — Европа илдәре сиғандары өсөн — «ром» йәки «рома», Яҡын Көнсығыш һәм Кесе Азия сиғандары өсөн — «дом», Әрмәнстан сиғандары өсөн «лом» булып тора[1]. Бөтә был исемдәр һинд-арий «d’om» һүҙенә ҡайтып ҡала[к. 1][2]. Теорияларҙың береһенә ярашлы, әлеге атама «ḍōmba» формаһынан барлыҡҡа килгән, йәғни «йырҙар башҡарып һәм музыкаль ҡоралдарҙа уйнап көн күргәр түбәнге ҡатлам кешеһе», классик санскритта ошо версия бирелгән[3]. Икенсе версия буйынса, «d’om» тамыры «дамару» — "барабан өсөн санскрит термины һәм «ḍam-» (санскр. डम्) — « (барабан кеүек) яңғырай», һәм дравидий телдәренә тоташыу ихтималлығы ла бар[4]. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр Һиндостандағы боронғо сиғандарҙы (протосиғандар) сығышын автохтон Австрия-Азия халҡына (адиваси төркөмө) тоташтыралар һәм уларҙың үҙатамаһы «ḍomba/ţumba» тамырына бәйләйҙәр. Әлеге австро-азия тамыры, үҙ сиратында, төрлө үҫемлектәрҙе (ҡабаҡ, ҡыяр, ҡарбуз, фиг ағасы, инжир) аңлатҡан «т’умба (ţumba)» һүҙенә тоташтырыла. Был үҫемлектәр күп емеш бирә һәм аборигендарҙың күпселеге уларҙы тотем тип иҫәпләй[5].

Урыҫса «цыгане» (башҡортса «сиғандар») экзоним булараҡ шартлы рәүештә Х—XI быуаттарға барып тоташа[6], йәғни, "Изге Георгий Афонский яҙмалары"нда (1100 йыл тип билдәләнә, 1054 йылғы ваҡиғалар тасуирлана) сиғандар грекса «αθίγγανος», «ατσίγγανος» («тейелгеһеҙ») тип телгә алыналар, әммә ҡайһы бер тарихсылар был фараз менән килешмәй, улар әлеге һүҙ менән хәҙерге сиғандарҙың ата-бабалары түгел, ә шул замандағы еретик сектаһы күҙ уңында тотола тип һанай. Һәр осраҡта, артабан әлеге атама Европа сиғандарының иң билдәле исемдәрҙең береһе булып нығына[7].

 
А. Козакевич. Сиған ғаиләһе
 
А. Петтенкофенruen. Сиған балалары. 1885 йыл.

Инглиздәр ғәҙәттә уларҙы — Gypsies (Egyptians — «мысырҙар» һүҙенән), испандар — gitanos (шулай уҡ Egiptanos — «мысырҙар» һүҙенән), француздар — bohémiens («богемдар», «чехтар»), gitans (боҙоп әйтелгән исп. gitanos) йәки tsiganes (грек. τσιγγάνοι, цингани), немецтар — Zigeuner, итальяндар — zingari, голландтар — zigeuners, венгрҙар — cigány йәки fáraók népe («фараон ҡәбиләһе»), әзербайжандар — qaraçılar («ҡаралар»), грузиндар — ბოშები (бошеби), мингрелдар — ჩაჩანეფი (чачанефи), әрмәндәр — Գնչուներ (гнчунер), чандра, финдар — mustalaiset («ҡаралар»), ҡаҙаҡтар — долдар, сығандар, үзбәктәр — люли, сигонлар; басктар — erromintxela, ijitoak; албандар — jevgjit («мысырҙар»); йәһүдтәр — цо’ани́м (Боронғо Мысырҙағы Цоан провинцияһы исеменән); фарсылар — کولی (коли); литвалар — čigonai; латыштар — čigāni; болгарҙар — цигани; эстондар — mustlased (ҡаралар)[8]. Хәҙерге ваҡытта төрлө телдәрҙә сиғандарҙың рома үҙатамаһы йыш ҡулланыла (ингл. Roma, чех Romové, фин. romanit һ. б.).

Башҡа төрлө легендалар

үҙгәртергә

Сиғандарҙың яҙма теле булмағанлыҡтан, уларҙың килеп сығышын сағылдырған тарихи документтар юҡ. Һуңғы ваҡытҡа тиклем ғаилә шәжәрәләре ата-бабаларының 10 быуынын һаҡлап ҡалған[9], улар шулай уҡ әлеге халыҡтың килеп сығышы тураһында сығанаҡ була алмай[10]. Бынан тыш, М. Хюбшманова фекеренсә, сиғандар үҙҙәре сығышы урынын Һиндостан тип билдәләй алмаған һәм һинд субконтинентын унда йәшәгән халыҡтар айырым географик төбәк итеп ҡабул итмәгән[10].

Был йәһәттән XVIII быуат аҙағына тиклем сиғандарҙың килеп сығышы тураһында төрлө теориялар тәҡдим ителә. Мәҫәлән, XIV быуатта немец йәһүдтәренән барлыҡҡа килеүе тураһында фекерҙәр бар[11][12] йәки кеше Атлантида[13][14]. Сиғандарҙың мысыр сығышлы булыуы тураһындағы теория иң популяр (һәм сиғандар үҙҙәре таратҡан әлеге легенданы хуплаған) була[7]. Әйткәндәй, айырым авторҙар сиғандарҙы туранан-тура боронғо египетлылар менән бәйләй[15]. Башҡа авторҙар, сиғандар Мысыр территорияһы аша Һиндостандан күсеп килгән саҡта үткән[16] йәки, киреһенсә, Мысырҙан күсенгән саҡта Һиндостан территорияһы аша үткәндәр, тип иҫәпләй[17].

Икенсе бер киң таралған фараз буйынса сиғандар Алғы Азиянан килеп сыҡҡандар[7] , атап әйткәндә, уларҙы Месопотамиялағы Синджар ҡалаһы халҡы (һылт) йәки сигин ҡәбиләһе вариҫтарыменән бәйләйҙәр, улар Геродот, Страбон, Псевдо-Орфей һәм Аполлоний Родосский яҙмаларында телгә алына[18][19][20][21]. Бик күп авторҙар сиғандарҙы Византияла телгә алынған аттигандар менән бәйләй[7][22] , сиҙан атамаһы аттинган һүҙенән барлыҡҡа килгән һәм уларҙы туранан-тура уларҙы сиғандар тип нарыҡлай[23][24]. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр сиғандарҙы аттингандарҙан айырым ҡараған[25].

 
А. Шёнrude. Сиған лагере. 1856 йыл.
 
А. Козакевич. кәрт һуғыусы ҡатын. 1884 йыл.

Шуныһы ҡыҙыҡ, XVIII быуатҡа тиклем әҙәбиәттә кәмендә ике тапҡыр сиғандарҙың һинд сығышлы булыу ихтималлығы тураһында хәбәр ителә — Форли исемле итальян ҡалаһы йылъяҙмаһында 1422 йыл эсендә (лат. aliqui dicebant, quod erant de India — «ҡайһы берҙәр, улар Һиндостандан, тип әйтә ине»)[26] шулай уҡ «Донъя хроникаһы» тигән йәһүд документында 1602 йылда испан короле Филипп III « уның короллегендә йәшәгән кушимдарҙы[к. 2] үҙ ерҙәренә, Һиндостанға, уларҙың боронғо еренә» ҡыуған, тип әйтелә[27]. Әммә ике хәбәрҙең дә ышандырырлыҡ дәлилдәре юҡ[10].

Сиғандарҙың һинд сығышы XVIII быуаттың аҙағында билдәләнә[8][10]. Сиғандар тарихи хроникалар алып бармағанға һәм тел-ауыҙ риүәйәттәрҙә үҙ тарихын һаҡлап ҡалмағанға күрә, сиғандарҙың боронғо тарихы тураһындағы фараздар оҙайлы ваҡыт лингвистик тикшеренеүҙәрҙә нигеҙләнә[10], аҙаҡҡы ваҡыт уларға генетик алымдар өҫтәлә[28]. Сиғандарҙың ата-бабалары сығышы менән Һиндостандың төньяҡ-көнбайыш төбәктәренән (хәҙерге Гуджарат, Раджастан һәм Кашмир штаттары) тигән фекер дөйөм ҡабул ителгән фекер булып тора. Башҡа генетик тикшеренеүҙәргә ярашлы, улар яҡынса беҙҙең эраның V быуатында һинд-арий телдәр төркөмө халыҡтарынан айырылғандар. Генетик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәренә ярашлы, улар һинд-арий халыҡтарҙан яҡынса беҙҙең эраға тиклем V быуатта айырылғандар[к. 3],[28].

1920 йылда һинд телдәре белгесе Р. Л. Тернер үткәргән лингвистик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре сиғандарҙың ата-бабалары Һиндостандың үҙәк райондарында яҡынса беҙҙең эраға тиклем III быуатта һәм яңы эраның V быуаттың аҙағынан да һуң түгел Төньяҡ Пенджабҡа күсенгәндәр[29]. Әлеге версия менән лингвист-ромологтар Я. Матрас, Я. Хэнкок һәм М. В. Смирнова-Сеславянская ла ризалашалар.

Һинд йәмғиәтендә сиғандарҙың ата-бабаларының этник һәм ижтимағи урыны әлегә билдәһеҙ. Гипотезаларҙың береһе буйынса сиғандарҙың («проторомдар») ата-бабалары «d’om/d’omba» этно-социаль төркөмө вәкилдәре була, улар Һиндостандың үҙәк һәм төньяҡ-көнбайыш өлкәләрендә ббеҙҙең эраға тиклем V—IV быуаттарҙан алып йәшәй һәм әлеге ваҡытта иң күп һанлы тейелгеһеҙ кастаға ҡарайҙар[к. 4]. Генетик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре, 2012 йылда баҫтырып сығарылған генетик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре әлеге фаразды раҫлай[30]. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр[31][32] домдар баштан уҡ австро-азия телдәрендә һөйләшкән (адиваси халҡы), һуңынан улар күршеләренән һинд-арий телен үҙләштергәндәр, шул уҡ ваҡытта үҙ атамаһын һаҡлап ҡалғандар. Хәҙерге һинд домдары менән Европа сиғандары араһында антропологик һәм мәҙәни оҡшашлыҡтың булмауы был гипотезаға ҡаршы төп дәлил булып тора.

Хәҙерге ваҡытта Һиндостанда сиғандарға оҡшаш мәҙәни характеристикаға эйә булған һәм ҡайһы берҙә сиғандарҙың ата-бабалары тип һаналған бер нисә күсмә ҡәбилә һәм түбәнге касталар йәшәй: наттар (акробаттар), луттәр, банджарҙар (күсмә сауҙагәрҙәр), лохарҙар (күсмә тимерселәр)[7], саперҙар (йылан арбаусылар), мирастар (ғаилә йылъяҙмасылары), бадиҙар (музыканттар), бихарҙар (циркачтар)[10]. Шул уҡ ваҡытта был оҡшашлыҡ тик тышҡы һәм был төркөмдәргә ҡарата «сиғанға оҡшаш ҡәбиләләр» йәки «сиғанға оҡшаш касталар» термины булараҡ ҡулланыла[7][33] (ингл. gypsy-tribe). 2012 йылда баҫылып сыҡҡан генетик тикшеренеүҙәргә ярашлы, сиғандарҙың иң ҙур генетик оҡшашлығы төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ Һиндостанда йәшәгән айырым халыҡтар менән бәйле: мегхавалдар (Раджастхан штаты, Джамму һәм Кашмир) .

Һиндостандан күсенеү

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта сиғандарҙың Һиндостандан ҡасан һәм ниндәй сәбәп менән сығып китеүе аныҡ ҡына билдәле түгел.[10]. Уларҙың сығып китеүе бер юлы бер нисә фактор арҡаһында булыуы ихтимал[34].

Генетик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, сиғандар Һиндостанды ҙур булмаған, генетик яҡтан бер төрлө төркөм менән ташлап сығыуы дәлилләнгән[35] , уларҙың һаны яҡынса 1000 яҡын кеше иҫәпләнә (H гаплогруппаһы). Фарсы легендаһы (Фирҙәүси яҙып алған) сиғандарҙың Иранға Һиндостандан Баһрам V ваҡытында килеүе тураһында бәйән итә[36]. Баһрам V уларҙың музыкаль һәләтен бик юғары баһалаған.

Сиғандар Византияла

үҙгәртергә

Византияла сиғандар 1054 йылда "Изге Георгий тормошо"нда беренсе тапҡыр телгә алынған тигән фекер нығынған. Сығанаҡҡа ярашлы, сәмири-атсингәндәр император Константин Мономахҡа ҡырағай хайуандарҙы юҡ итергә ярҙам иткән[37]. Византияға улар Иран һәм Әрмәнстан территориялары аша эләккән[38]. Крит утрауында сиғандар (atsingani) 1322 йылдан алып билдәле. Византияла сиғандар тимерсе булараҡ дан тотҡандар[39].

Европала сиғандар

үҙгәртергә
 
Сиғандар Берн диуарҙары янында. XV быуат гравюраһы
 
Ван Гог. Фургондарҙа сиғандар таборы. 1888 йыл

XIV быуат та сиғандар Балҡан ярымутрауында йәшәй башлайҙар. 1348 йылда улар — Сербияла, ә 1378 йылда Болгарияла күренә башлайҙар[40]. 1411 йылда сиған таборын Чехияла (Богемия) күреп була[41] артабан 1417 йылда — Трансильванияла[42] ә 1431 йылда Францияға (Турне) барып етәләр, унда уларҙы Богемиянан (сиғандар — <i id="mwAXc">bohémiens</i>) килгәндәр, тип иҫәпләйҙәр, 1433 йылда — Регенсбург немец ҡалаһы тирәһендә , 1500 йылда — Шотландияла, ә 1513 йылда Швецияла күренәләр. 1530 йылда Англияла хиромантия арҡаһында сиғандарға ҡаршы тәүге указдар ҡабул ителә[43]. Әлеге ваҡытта Евросоюз территорияһында 10 миллион сиған йәшәй[44].

Сиғандар Америкала

үҙгәртергә

1539 йылдан алып сиғандар Америка территорияһына (Кариб утрауҙары) барып сығалар, унда улар Испания һәм Португалия территорияһынан килеүе билдәле.Ҡайһы бер сиғандар ҡолдар менән сауҙа итеүҙә ҡатнашалар. Сиғандарҙы Америкаға күпләп күсенеүе бары тик XIX быуаттың икенсе яртыһында башлана[45]. XXI быуатҡа Америкала сиғандарҙың дөйөм һаны 4 млн кеше тәшкил итә, уларҙың йәшәгән 1 миллионы АҠШ-та йәшәй[46].

Сиғандар геноциды

үҙгәртергә

1935—1945 йылдарҙа Германия һәм нацистик Германия менән союздаш һәм Икенсе донъя һуғышы (1939—1945) осоронда оккупацияланған илдәр территорияһында сиған милләтле кешеләр геноциды ойошторола. Һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, сиғандар геноциды ҡорбандарының һаны — 200 000—1500 000 кеше[47]. Зарар күреүселәр һаны тағы ла күберәк.

2012 йылдың 24 октябрендә Берлинда нацистик Германияла геноцид ҡорбаны булған сиғандарға мемориал асыла[48].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Антицыганизм

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
  1. Церебральный звук, условно говоря, представляет собой нечто среднее между звуками «р», «д» и «л».
  2. Кушим — чёрные. Сегодняшние цыгане в Испании, в том числе называются kale — чёрные.
  3. Неизвестно, случилось ли обособление ещё при проживании предков цыган на территории Индостана или произошло в момент исхода цыган с территории Индостана
  4. Имеется мнение, что в северных регионах Индии представители этой этносоциальной группы сформировались не в социальную прослойку, а в немногочисленную этническую группу «думаков».
Сығанаҡтар
  1. Смирнова-Сеславинская М. В. Соционим ром в системе социальной терминологии цыган и его индийский этимон ḍom как маркеры этносоциальной динамики их носителей (опыт лингвоантропологического исследования). Ранние формы потестарных систем: [сборник статей] / Рос. акад. наук, Музей антропологии и этнографии им. Петра Великого (Кунсткамера); [отв. ред. и сост. В. А. Попов]. — Санкт-Петербург: МАЭ РАН, 2013. — 384 с.: ил. стр. 281
  2. Смирнова-Сеславинская М. В. Соционим ром в системе социальной терминологии цыган и его индийский этимон ḍom как маркеры этносоциальной динамики их носителей (опыт лингвоантропологического исследования). Ранние формы потестарных систем: [сборник статей] / Рос. акад. наук, Музей антропологии и этнографии им. Петра Великого (Кунсткамера); [отв. ред. и сост. В. А. Попов]. — Санкт-Петербург: МАЭ РАН, 2013. — 384 с.: ил. стр. 283—284
  3. Ralph L. Turnerruen. A comparative dictionary of the Indo-Aryan languages. p. 314. London: Oxford University Press, 1962-6.
  4. T. Burrow and M.B. Emeneau, A Dravidian Etymological Dictionary 2nd ed. (Oxford: Clarendon Press, 1984), p. 257, entry #2949.
  5. Смирнова-Сеславинская М. В. Соционим ром в системе социальной терминологии цыган и его индийский этимон ḍom как маркеры этносоциальной динамики их носителей (опыт лингвоантропологического исследования). Ранние формы потестарных систем: [сборник статей] / Рос. акад. наук, Музей антропологии и этнографии им. Петра Великого (Кунсткамера); [отв. ред. и сост. В. А. Попов]. — Санкт-Петербург: МАЭ РАН, 2013. — 384 с.: ил. стр. 290—291
  6. Марушиакова Е., Попов В. Циганите в Османската империя. София. 2000. стр. 13-15
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Санаров. В. Проблемы историко-этнографического изучения цыган 2018 йыл 26 май архивланған.
  8. 8,0 8,1 Цыгане // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Смирнова-Сеславинская М. В., Цветков Г. Н. Антропология социокультурного развития цыганского населения России 2018 йыл 12 июнь архивланған..М.: Федеральный институт развития образования, 2011. 128 с. стр. 18. ISBN 978-5-85630-051-1
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 Hübschmannová M. «Origin of Roma» 2022 йыл 7 апрель архивланған.. 2002.
  11. Рёге Jacob. «Bohemiens». в кн.: G. Menage. «Dietionnaire etymologique de la langue Frangaise», Т.I, Paris, 1750, pp. 207, 208
  12. J. C. Wagenseil. «De… libera civitate Noribergensi commentatio», Altdorfi, 1697, p. 435 ff.
  13. F. Predari. Origine e vicende dei Zingari, Milano, 1841, pp. 52, 53
  14. В. Шмаков. Священная книга Тота, М., 1916, стр. 53—56
  15. S. Roberts. The Gypsies; their origin, continuanc e and destination, 5th ed., London, 1842.
  16. S. J. Coleman. Gipsy rites, customs and legendary lore, Douglas, 1957, p. [3]
  17. F. de Villе. Tziganes. Bruxelles, 1956, p. 24.
  18. J.-G. Hasse. Zigeuner in Herodot, Konigsberg, 1803.
  19. «Sigynnae». В кн.: «The Encyclopaedia Britannica», vol. 25, New York, 1911, p. 84
  20. F[orbiger A.]. Σίγιννοι. в кн.: «Real-Encvclopadia der classischer Alterthumswissenschaft», Bd. VI, Abt. 1, Stuttgart, 1852, S. 1183—1184
  21. J. Кarst. Origines Meditarraneae, Heidelberg, 1931, S. 382
  22. [С. С ] Peуssоnnel. Observatione s historiques et geographique s sur les peuples barbare s qui ont habite les bords du Danube et du Pont-Euxin, Paris, 1765, pp. 108—112.
  23. А. Павлов. Номоканон при Большом Требнике, М., 1897, стр. 133. 134
  24. F. Мiklоsiсh. Ober die Mundarte n und die Wanderunge n der Zigeune r Europa’s, «Denkschriften der k. Akademie der Wissenschaften. Philosophisch-Historische Classe», Bd. 26, Wien, 1877, S. 55—66.
  25. X. I. Мищенко. Ἀθίγγανος не цігани, в кн. «Юбілейний зборник на пошану академика Дмитра Ивановича Багалія», т. 1, Кіев, 1927, стр. 183—196.
  26. Muratori, Script. Rerum italica XIX, 8. — Horváthová 1964
  27. Romano džaniben 1-2 / 2000, стр. 6-7
  28. 28,0 28,1 Mendizabal I., Lao O., Marigorta U. M. et al. Reconstructing the Population History of European Romani from Genome-wide Data. Current Biology. Volume 22. Issue 24. p2342-2349. 18 December 2012
  29. Смирнова-Сеславинская М. В. Соционим ром в системе социальной терминологии цыган и его индийский этимон ḍom как маркеры этносоциальной динамики их носителей (опыт лингвоантропологического исследования). Ранние формы потестарных систем: [сборник статей] / Рос. акад. наук, Музей антропологии и этнографии им. Петра Великого (Кунсткамера); [отв. ред. и сост. В. А. Попов]. — Санкт-Петербург: МАЭ РАН, 2013. — 384 с.: ил. стр. 281—282
  30. The Phylogeography of Y-Chromosome Haplogroup H1a1a-M82 Reveals the Likely Indian Origin of the European Romani Populations
  31. Przyluski J.ruen Ancient People of the Punjab. The Udumbaras and the Salvas. Calcutta. 1960.
  32. Смирнова-Сеславинская М. В. Комплексный подход к изучению культурогенеза проторомов (предков цыган в индийский период: пространственно-временной аспект 2018 йыл 7 ғинуар архивланған.. Этнографическое обозрение. 2014. № 3. стр. 199
  33. Племена Индии. Племя Банджара :: Индия
  34. Hübschmannová M. What can Sociology suggest about the Origin of Roms. Archiv orientální 40/1. 1972. pp. 51-64.
  35. Origins and Divergence of the Roma (Gypsies)
  36. ЦЫГАНЕ ШУМНОЮ ТОЛПОЮ… ИСТОРИЯ ЦЫГАН.
  37. Цыгане: История народа
  38. Происхождение цыган 2019 йыл 10 ғинуар архивланған.
  39. Цыгане — кто они?
  40. Происхождение цыган 2019 йыл 12 ғинуар архивланған.
  41. Ранняя история цыган (X—XV вв.) 2019 йыл 8 февраль архивланған.
  42. Цыгане-рома в Европе
  43. История цыган Западной Европы (XV—XIX в.в.) 2019 йыл 2 ғинуар архивланған.
  44. Откуда взялись цыгане, выяснили генетики
  45. Цыгане в Латинской Америке 2019 йыл 11 ғинуар архивланған.
  46. Американские цыгане — какие они?
  47. Hancock, Ian. True Romanies and the Holocaust: A Re-evaluation and an overview // The Historiography of the Holocaust / Dan Stone. — Houndmills, Basingstoke: Palgrave Macmillan, 2006. — P. 383—396. — 573 p. — ISBN 9781403999276.
  48. Ольга Демидова. В Берлине открыт памятник цыганам - жертвам нацистского режима. Deutsche Welle (24 октябрь 2012). Дата обращения: 2 август 2017.

Һылтанмалар

үҙгәртергә