Форли (итал. Forlì, эмил.-ром. Furlé) — Италияның боронғо Эмилиева юлында, Червиа адриатик портынан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан,Эмилия-Романья төбәгендәге ҡала. Форли-Чезен провинцияһының административ үҙәгенән.

Форли
Рәсем
Дәүләт Flag of Italy.svg Италия
Административ үҙәге Форли-Чезена[d], Рубикон[d], Legazione apostolica di Forlì[d] һәм Q106396892?
Административ-территориаль берәмек Форли-Чезена[d]
Хөкүмәт башлығы Gian Luca Zattini[d]
Халыҡ һаны 117 863 кеше (1 ғинуар 2018)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 34 ± 1 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Туғандаш ҡала Авейру[d], Бурж[d], Питерборо[d], Сольнок, Плоцк[d], Чичестер[d], Фоджа[d], Троян[d] һәм Калининград
Милке Stadio Tullo Morgagni[d]
Сиктәш Бертиноро[d], Фаэнца[d], Мельдола[d], Равенна, Бризигелла[d], Кастрокаро-Терме-э-Терра-дель-Соле, Форлимпополи[d], Предаппио[d] һәм Русси[d]
Ҡулланылған тел Романьольский язык[d]
Майҙан 228,2 км² (9 октябрь 2011)[2]
Почта индексы 47121–47122
Рәсми сайт comune.forli.fc.it
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 0543
Номер тамғаһы коды FC
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Форли[d]
Commons-logo.svg Форли Викимилектә

ИсторияҮҙгәртергә

Торлаҡ урынында палеолит ваҡында уҡ кешеләр йәшәгән. Легенда буйынса, Livii Forum («ливия форум»)исемле ҡалаға консул Салинатор Гай Ливий. 188 б. э тиклем йылда нигеҙ һала. Быуындар үтеү менән исеме «Форли» тип ҡыҫҡартыла.

Тарихи беренсе коммуна булдырған һәм 889 йылда үҙидара алған ҡала булып һанала[3]. Гвельф һәм гибеллиндар ҡаршылыҡтарында Гогенштауфендар яғында сығыш яһай, бының турала ҡала гербындағы империк бөркөт хәтерләтә. Форли халҡы Фридрих II Фаэнцаны баҫып алғанда тос ярҙам күрһәтәләр һәм ауыр ваҡытта император власына тоғро полководец Гвидо I да Монтефельтроға һыйыныу урыны бирәләр.

1302 йылда идара дилбегәләрен үҙ ҡулына һуғышсан Орделаффи ғәиләһе алғансы, XIII быуаттың аҙағында Форли бер нисә кондотьер ҡулы аша үтә. Рим папаһы менән уларҙың конфликттары, Сикст IV үҙ туғаны Риарио Джироламоға Форли идаралағын биргәндән һуң ғына туҡтай, ул ҡала халҡының болаһы ваҡытында үлтерелә. Рирариоға урындағы билдәле рәссам Мелоццо эшләй.

Бер нисә тиҫтә дауыллы йылдан һуң, ҡала Висконтилар (1488-99), Чезаре Борджиа (1499) һәм тағы Орделаффи (1503-04) ҡулында булғандан һуң, Форли өс быуат ярымға Папа өлкәһенен составына инә, һәм элекке сәйәси әһәмиәтен юғалта.

Коммунаның ҡурсалаусылары булып Изге Богородица (Fuoco Madonna del), байрамы 4 февралдә, изге Валериан из Форли (итал.) һәм Форлинан изге Меркуриалий була.

Иҫтәлекле урындарҮҙгәртергә

Форлиның үҙәк майҙаны билдәле Рисорджименто эшмәкәре Саффи Аурелио исемен йөрөтә. Майҙан уртаһына уға һәйкәл ҡуйылған, уның артында — урта быуат ломбард стилендәге 75 метрыҡ кампанилаһы менән С - Меркуриал аббатлығы, ҡасандыр кампанила Италияла иң юғары була. Шунда уҡ ҡала ратушаһы урынлашҡан. Урта быуат доминикан сиркәүендә музей булдырылған. Орделаффи ваҡҡыттарын урта быуат ҡәлғәһе — цитадель Равальдино хәтерләтә

Билдәле кешеләрҮҙгәртергә

  • Форли Меркуриалий береһе — изге Форли епископы.
  • Джованни Моргание — патологик анатомияға нигеҙ һалыусы.
  • Джованни Чирри Баттиста — виолончелист һәм композитор, XVIII быуатта билдәле булған, Форлила тыуған һәм вафат булған.
  • Антонио Фратти — итальян политигы, революционер һәм офицеры, 1897 йылда грек - төрөк һуғышында волонтер булып ҡатнашҡанда вафат була.
  • Иларио Бандини — Automobili Bandini автомобилдәрен етештереүсе.
  • 1883 йылда Форли янындағы Предаппио ҡаласығында Бенито Муссолини тыуа (уны шунда уҡ ерләрәйҙәр).

Туғанлашҡан ҡалаларҮҙгәртергә

Форли дуҫтарса мөнәсәбәттә сираттағы туғандаш ҡалалар менән тора:

Ҡала Илдә Дата Һылтанмалар
  Авейру Португалия 1990
  Калининград Россия
  Бурже Франция
  Питерборо Бөйөк британия

Массалы мәҙәниәттәҮҙгәртергә

  • Аssassin ' s creed II компьтер уйынында - Форли уйын локацияһы урыны (xv быуат аҙағында уйын хәрәкәте йәйелдерелә.)[4]. Уйында Форли бик күңелһеҙ урын булып күрһәттелә. Уйынсы ҡаланың аббатлыҡ-Меркуриал һымаҡ бер нисә иҫтәлекле урындарын ҡарай ала ( монастыр кампанилаһына менеп Форлиның тирә-яғын ҡарап була), шулай уҡ Катерина Сфорца — Рокка-ди-Равальдино ҡәлғәһе, ә миссияһының береһендә менеп булмаҫлыҡ ҡәлғә эсенә инеү.
  • «Борджиа» сериалында (Канада—Венгрия—Ирландия; 2011-2013), Форли — Микелеттоның тыуған ҡалаһы һәм Катерина Сфорца ҡәлғәһе.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Popolazione Residente al 1° Gennaio 2018ISTAT.
  2. Superficie di Comuni Province e Regioni italiane al 9 ottobre 2011ISTAT.
  3. Maria Brouwer Organizations, Individualism, and Economic Theory — Routledge, 2012. — Б. 187. — 272 б.
  4. Форли н ru.assassinscreed.wikia.com

ҺылтанмаларҮҙгәртергә