Регенсбург
Регенсбург (нем. Regensburg, бав. Rengschburg, лат. Castra Regina, Ratisbona, чех Řezno) — Германияның Бавария ерендәге ҡалаһы. Дунай һәм Реген йылғалары ҡушылған урында, Дунайҙың төньяҡтағы бөгөлөшөндә, урынлашҡан. Ҡаланан көнсығыштараҡ Бавария урманы башлана ҠалаҮрге Пфальц өлкәһенең баш ҡалаһы һәм рим-католик сиркәүе епискобының резиденцияһы. Халыҡ һаны 2014 йыл мәғлүмәттәре буйынса 157 234 кеше тәшкил итә. Ошо уҡ йылда Германияның туристар өсөн иң шәп урын булараҡ билдәле Регенсбург исемлегенә инә[14]. Был ҡала халыҡ һаны буйынса Бавариялағы (Мюнхен, Нюрнберг һәм Аугсбургтан һуң) дүртенсе урындағы ҡала. Иҫке ҡала ЮНЕСО-ның бөтә донъя мираҫы тип танылған.
Тарих
үҙгәртергәРегенсбург — Германияның иң боронғо ҡалаларының береһе.
Регенсбург янындағы Дунай бөгөлөшөндә таш быуатта уҡ кешеләр йәшәгән. 2006 йылдың башында һуңғы рим лагерында кельт ҡәберҙәре табыла, унда табылған әйберҙәр б. э. тиклемге 400 йылдар менән даталанған.
Рим лагеры (б. э. тиклем 500 йыл дәүерендә)
үҙгәртергә-
Рим ваҡытындағы диуар
-
Porta Praetoria — төньяҡ ҡапҡа Castra Regina, Регенсбург епискобы резиденцияһының диуар өлөшө
-
Рим нығытмалары
Регенсбургтың рим тарихы Кастра Регина ҡлғәһен яҡынса б. э. тиклемге 79 йылда төҙөүҙән башлана, ул хәҙерге Кумпфмюль (Kumpfmühl Kastell) районында урынлашҡан. Ул Наб һәм Реген йылғаларын күҙәтеү посы итеп төҙөлгән, ҡаҙыҡтар һәм соҡорҙар менән уратып алынған, ә һуңыраҡ таш диуар менән уратылған. Унда яҡынса 500 һыбайлы, ҡоралланған ир-ат йәки пехотала хеҙмәт иткән яҡынса1000 ир-егетт һыйған. Бөгөнгө ҡаланың көнбайышындағы ауыл һәм боронғо рим һыра ҡайнатыу урыны ошо уҡ осорға ҡарай. Ауыл һәм ҡәлғә 160 йылдарҙа ҡалаға һөжүм иткән маркомандар тарафынан емерелгән.
Маркомандарҙы еңгәндән һуң император Реген йылғаһы янындағы лагерь төҙөтә. Был лагерҙа яҡынса 6000 легион һалдаты урынлашҡан. Лагерь сама менән 10 м бейеклегендәге диуар менән уратып алынған.
Бавария герцогтары һәм епископтың резиденцияһы (500 −1200 йылдарҙа)
үҙгәртергәЯҡынса 500—788 йылдарға тиклем Регенсбург Бавария герцогтары Агилольфингтар өсөн баш ҡала булып торған; 788 йылда был ырыуҙың иң һуңғы герцогы Тассилон III Бөйөк Карлға буйһона.
Регенсбург — Германияның иң боронғо епископлығы (диоцез). 739.йылда изге Бонифаций тырышлығы менән бында христианлыҡ епископлығы булдырыла. 845йылда ун дүрт чех принцы суҡындырыла һәм шулай итеп бында чехтар христиан диненә йәлеп ителә. Регенсбургтың ул ваҡыттағы иң билдәле епискобы миссионер Вольфганг († 994) була.
Епископтың резиденцияһы барлыҡҡа килгәс, бында Изге Петр кафедраль соборы һәм баптистерий (Изге Иоганн сиркәүе) булдырыла. Изге Петр соборының таш бинаһы Каролингтар ваҡытында XI быуатта төҙөлә, уның бейеклеге яҡынса 15 метр була, бында манара һәм ике атриум төҙөлә. Ун икенсе быуатта ул янғындан ныҡ зыян күрә һәм ун өсөнсө быуат уртаһында һүтелә, уның урынында готика стилендә яңы собор бинаһы күтәртелә. Хәҙерге заманда уның бары тик манараһы ғына һаҡланып ҡалған.
Xii быуатта Регенсбург ҡалаһы Германияның иң бай ҡалаһы була, ул Париж, Венеция һәм Киев менән сауҙа итә. Ошо осорҙоң именлек символы булып ҡалалағы Таш күпер (Brücke Steinerne) тора. Ул 1135—1146 йылдарҙа төҙөлә һәм инженерҙар фекеренең һәм эшенең күптәр өсөн иң шәп, мөғжизәле өлгөһө булып тора. 1147 йылдың майында ошо күпер Конрад III һәм 1189 йылда м Фридрих I Барбаросса тарафынан 2-се һәм 3-сө Тәре походтарнда Дунай аша сығыу өсөн ҡулланылған.
Император ҡалаһы (1200—1803 йылдар)
үҙгәртергә-
Регенсбург соборы, 1285/90
-
Көнсығыш ҡапҡалары, 1300 йыл тирәһе
-
Регенсбургтағы Алтын манара, 1260 йыл
-
Адмирал Дон Хуан Австрийский һәйкәле
-
Ғибәҙәт ҡылыу йорттары Grieb Hinter der
-
Иоанн Креститель сиркәүе
-
Иҫке ҡапҡа.
1207 йылда король Филипп Швабский Регенсбургҡа император ҡалаһы статусын бирә, 1245 йылдың 10 ноябрендә ҡала «бургомистр һәм совет булдырыу» хоҡуғына эйә була. Был ҡаланың килемен арттыра һәм муниципалитетты нығыта. Шуның арҡаһында 1255 йылда Бавария герцоглығы, епископ менән Регенсбург муниципалитеты араһында конфликт башланып китә һәм ул бер нсә йөҙ йыл дауам итә, иҡтисади көрсөккә килтерә. 1485/86 Бавария яҡлы партия ҡаланы Бавария-Мюнхен герцоглығына тапшыра. Әммә Регенсбургтың бойондороҡһоҙ император ҡалаһы статусы 1492 йылда ғына тергеҙелә. Шул уҡ ваҡытта ҡала бойондороҡһоҙлоҡ статусын юғалта һәм бары император ҡалаһы ғына булып ҡала. Эске сыуалыштар дауам итә бирә, шуға күрә император Максимилиан I 1500 йылда көсләп Регенсбург ҡалаһына яңы конституция, «идара итеү тәртибе» индерә. Был тәртип әҙ генә үҙгәрештәр керетелеп, 1514 йылдан алып 1803 йылға тиклем дауам итә.
Яҡынса 1300 йылда ҡаланы биш ҡапҡалы, бер нисә манаралы диуар менән ураталар, шул уҡ ваҡытта монастырь диуары ҡаланың тирә-яғында урынлашҡан фортификация ҡоролмаларының бер өлөшөнә әүерелдерелә, ә монастыры үҙе ҡала һыҙатына индерелә. Ошо диуарҙың фрагменттары хәҙерге көндәргә тиклем һаҡланған, ә райондың диуар эсендәге өлөшө Иҫке ҡала тип атап йөрөтөлә. Шул уҡ ваҡытта 13-16 быуаттарҙағы тарихи төҙөлөш ҡоролмалары бында һаҡланып ҡалған. Ҡала патрицийҙарының бер-береһе менән ярышып иң бейек бина төҙөүҙәре арҡаһында Регенсбургта 1260 йылда төрлө панорамаларҙан ҡарағанда ла бик яҡшы күренеп торған Wahlenstraße урамында Алтын манара төҙөлә.
Максимилиан I вафат булғандан һуң властың хужаһыҙ тороуынан файҙаланып, 1519 йылдың 21 февралендә ҡала властары йәһүдтәрҙе ике аҙна эсендә ҡаланан һөрөп сығарырға тигән ҡарар ҡабул итә. Гетто (ҡарағыҙ: Регенсбургта йәһүдтәр тарихы) һәм синагога мәктәп менән бергә яндырыла, залогтар конфискациялана, ҡиммәтле пергаменттар китаптар тышлап көпләү өсөн ҡулланыла. Зыярат соҡола, 4000-дән ашыу ҡәбер таштары емертелә, ә ҡайһы берҙәрен кешеләр йорт стеналарына трофей итеп ҡуя. Йәһүдтәрҙең күп өлөшө Польша һәм Көньяҡ Тиролға китә. Гетто урынында Мария сиркәүе (Neupfarrplatz урамында) төҙөлә. Бары тик 1669 йылда ғына телгә Регенсбургта йәһүд общинаһытелгә алына, бында раввин Исаак Александр, фәлсәфәүи әҫәрҙәрен немец телендә яҙыусы беренсе йәһүд) эшләй. Ғибәҙәт ҡылыу өсөн йәһүдтәр Straße Hinter der Griebты ҡулланалар.
1542 йылда Регенсбург протестанттар ҡалаһына әйләнә, уның муниципалитеты лютерандарға ҡарай, был 1803 йылда, Карл фон Дальберг ваҡытында, Регенсбург кенәзлеге барлыҡҡа килгәнсе дауам итә. Бындағы үҙгәртеп ҡороуға ҡарамаҫтан, ҡала Рим-католик епископтарының һәм бер нисә аббатлыҡтың торған урыны булып ҡала. Шунлыҡтан Регенсбург рейхстагта биш бойондороҡһоҙ субъекттарынан тора:
- император ҡалаһы Регенсбург
- Империяның Регенсбургтағы католик епископтарының биләмәһе (Регенсбург епископлығы),
- Империяның Изге Эммерам аббатлығы (Kloster Emmeram Sankt), уның баш дин әһеле кенәз дәрәжәһен йөрөтә
- Империяның Niedermünster (Kloster Regensburg Niedermünster) аббатлығы
- Империяның Obermünster (Kloster Regensburg Obermünster) аббатлығы
Император II Рудольф ваҡытында Регенсбургта рейхстаг үткәреү йолаһы барлыҡҡа килә, ә 1663 йылдан башлап Изге Рим империяһының Даими рейхстаг үткәреү урыны була, унда Изге Рим империяһы кенәздәре генә түгел, ә бөтә Европанан килгән илселәр ҙә була. Шул уҡ ваҡытта император Prinzipalkommissare тип күпселек осраҡта тәҡдим ителә. Был вазифаға 1748 йылда императорҙың почтмейстеры (Generaloberpostmeister) кенәз Александр фон Фердинанд Турн-и-Таксис (Alexander Ferdinand Thurn Taxis von und) тәғәйенләнә. Ул ошо форсаттан файҙаланып үҙ ғаиләһенең резиденцияһын Франкфурттан Регенсбургҡа күсерә; XIX быуатта уның ғаиләһе Регенсбургтың иң күренекле ғаиләләренең береһе була. Даими рейхстаг ваҡытының архитектура таныҡлығы — Регенсбург урамындағы күп һанлы дипломатик вәкиллектәр.
Регенсбург кенәзлеге (1803—1810 йй.)
үҙгәртергә1797 йылда Кампо-Формио солохо арҡаһында Франция Изге Рим империяһының Рейн йылғаһы буйындағы ерҙәрен ала һәм ундағы ерҙәрен юғалтҡан кешеләргә император компенсация итеп яңы биләмәләр бирергә тейеш була. Һөҙөмтәлә архиепископ Майнц Карл фон Дальберг компенсация сифатында 1803 йылда Регенсбург кенәзлеген төҙөү хоҡуғын ала. Әммә ундағы аббатлыҡ ерҙәре һәм сиркәүҙре мәхәллә ҡулына күсә. Атап әйткәндә, 1809 йылда Изге Эммерама аббатлығы Турн-и-Таксис милкенә күсә һәм хәҙер һаҡланған ғаилә замогына (und Schloss Taxis Thurn) әйләнә. Ысынбарлыҡта был кенәзлек бары тик биш йыл ғына йәшәй: Регенсбург 1809 йылда наполеон алып барған һуғыш яланына әйләнә, ә 1810 йылдың 22 майында Наполеон бьаҫымы арҡаһында Дальберг Регенсбургты Бавария короллегенә бирергә тейеш була, шул уҡ ваҡытта Дальберг үҙенең архиепископ вазифаһын башҡарыусы итеп ҡалдырыла. Ул үҙе үлгәнсе, 1817 йылға тиклем, компенсация сифатында уның өсөн ойошторолған Бөйөк Франкфурт герцоглығын (Großherzogtum Frankfurt) биләп тора.
Бавария провинцияһы
үҙгәртергәРегенсбург ҡалаһының Бавария првинцияһына әйләндерелеүе Изге Рим империяһының тарҡалыу ваҡытына тура килә. 1806 йылдың 1 авгусында үткәрелгән рейхстагтың аҙаҡҡы ултырышында Рейн союзы дәүләте үҙенең немец милләтле Изге Рим империяһы составынан сығыуы тураһында иғлан ителә.
Баварияла Регенсбург районы барлыҡҡа килеп, ҡала был райондың баш ҡалаһына әйләнә (Regenkreis), 1838 йылдан башлап — Регенсбург районы һәм Үрге Пфальц Регенсбург, ә 1953 йылдан алып—административ округы Үрге Пфальц административ округының баш ҡалаһына әүерелә. Регенсбургтың статусы яйлап үҫә бара: 1859 йылда Нюрнберг һәм Мюнхен ,Регенсбург ҡалалары араһында тимер юл бәйләнеше булдырыла, 1962 йылда Регенсбурггта университет асыла.
Халыҡ
үҙгәртергәДата | 1840-12-01 | 1871-12-01 | 1900-12-01 | 1925-06-16 | 1939-05-17 | 1950-09-13 | 1961-06-06 | 1970-05-27 | 1987-05-25 | 2011-05-09 |
Халыҡ | 30766 | 40785 | 62548 | 79998 | 97584 | 119633 | 127328 | 133049 | 118625 | 135403 |
Дата | 1960 | 1970 | 1980 | 1990 | 2000 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 |
Халыҡ | 126018 | 134491 | 132588 | 121691 | 125676 | 134218 | 135520 | 136352 | 138296 | 140276 | 142292 | 145465 |
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәРегенсбургтың Иҫке ҡалаһы — урта быуаттың иң эре «иҫке ҡалаһы», унда 1 500 ашыу боронғо биналар һәм ҡоролмалар, шулай уҡ матур ландшафт бар. Баш ҡаланың иҫке өлөшөндә урынлашҡан күп иҫтәлекле урындары бар, улар араһында:
- Регенсбург соборы — Баварияның готик стилендә төҙөлгән иң матур соборы. Ул 1275 йылда төҙөлә башлай һәм 1634 йылда, ә манараһы 1869 йылда тамамлана. Бик күп ҡыҙыҡлы ҡомартҡыларға бай интерьерлы собор.
- Таш күпер (Brücke Steinernen), 1135—1146 йылда төҙөлгән, урта быуаттарҙың шедевры булған күпер, Уның аша 2-се һәм 3-сө тәре походтары үткән..
- Регина Кастра — фортификацион рим нығытма ҡалдыҡтары, шул иҫәптән Praetoria Porta.
- Изге Якоб сиркәүе — шулай уҡ "Шотланд сиркәүе"билдәле булараҡ.
- Иҫке Изге Ульрих сиркәүе — xiii быуатта төҙөлгән. Унда ҡиммәтле антиквар коллекциялар, шулай уҡ сәнғәт музейы, епископ сиркәүе бар.
- Обермюнстер роман стилендәге сиркәү (Obermünster), 1010-сы йылдарҙа төҙөлгән һәм Изге Эммера аббатлығына ҡарай (St. Emmeram).
- «Бөркөт дарыуханаһы» (Adler-Apotheke) — Регенсбург Соборы эргәһендә урынлашҡан. 1610 йылда нигеҙ һалынған, был ҡаланың иң боронғо дарыуханаларының береһе. Тарихи бинаның интерьеры һаҡланған, уны ҡарарға мөмкин.
- Wahlenstraße Алтын манараһы, ҡаланың иң бейек манараһы, патрицийҙар ярышыуы арҡаһында төҙөлгән.
- Иҫке ратуша (Rathaus Altes (Regensburg)), бында рейхстаг ултырыштары 1663—1806 йылдарҙа үтә. Бында Изге Рим империяһы тарҡалыуы хаҡында иғлан ителә.
- «Алтын Тәре» (Goldenen zum Kreuz) тарихи йорто, унда Карл V Барбара Бломберг (Астурийский Дон Хуандың әсәһе (тыуған 1547 йылда) менән танышҡан.
- Королдең Дунай буйындағы виллаһы, неоготик стилендә 1854—1856 йылда төҙөлгән (Бавария короле II Максимилиан ҡушыуы буйынса төҙөлгән, проекттың архитекторы МюнхендәнЛюдвиг Фолц (Ludwig Foltz), королдең йәйге резиденцияһы.
- Изге Доминикан сиркәүе. .
- Иоанн Креститель сиркәүе. 845 йылдағы риүәйәткә ярашлы, был урында 14 богема (чех) кенәзе суҡындырыла.[19]
- Покров Пресвятой Богородицы сиркәүе — рус православие сиркәүе, ҡала паркында тора. Һуғыштан һуң 1946 йылда асыла.
Тирә-яҡ
үҙгәртергәРегенсбург тирә-яғында ике мөһабәт ҡоролма бар, улар Людвиг I Баварский тарафынан төҙөлгән һәйкәле һәм милли патриотизм немец сифаты бөйөклөгө:
- Уларҙың иң мөһабәте — Вальхалла, Парфенондың зиннәтле репродукцияһы, Дунай йылғаһынан Донауштауфҡа күтәрелгән ерҙә тевтон дан ҡорамы булараҡ төҙөлгән, ҡаланан көнсығышҡа табан 10 км алыҫлыҡта. Эске биҙәүе мәрмәрҙән, алтын менән ялатылған әйберҙәрҙән һәм 100-ҙән ашыу бөйөк немецтар бюстарынан ғибәрәт
- Король Людвигтың икенсе бинаһы — Befreiungshalle ,Кельхаймда, Регенсбургтан 25 км көньяҡтараҡ тора. Был ҙур түңәрәк бина, 1813 йылғы азатлыҡ өсөн һуғышта ҡатнашҡан геройҙарҙы данлау маҡсатында төҙөлгән.
Бынан тыш, шулай уҡ билдәле аббатлыҡ Вельтенбург аббатлығы бар (нем. Kloster Weltenburg).
Регенсбургтан көнсығышҡа табан Бавария урманы тора. Шул исемдәге милли парк — Германияның иң күп кеше йөрөгән ҡурсаулығы.
Мәҙәниәт
үҙгәртергәМузейҙар һәм күргәҙмәләре
үҙгәртергәРегенсбургта бөтәһе 20 музей бар. Иң билдәлеләре араһынан, мәҫәлән, — Дахауплатцтағы «Регенсбург тарихи музейы» ҡаланың тарихына арналған, элекке Иҫке ратуша бинаһында Империя парламенты музейы (Reichstagsmuseum), ул ҡаланың Изге Рим империяһы ваҡытындағы тормошон һүрәтләй. Кеплерҙың мемориаль йорто (Keplergedächtnishaus) билдәле астроном һәм математик Иоганн Кеплерҙың тормошон кәүҙәләндерә. Ҡала Leerer Beutel арт-галереяһы сәнғәт әҫәрҙәре, фильмдар һәм мәҙәни фестивалдәр тәҡдим итә.
Бынан тыш, бында епископ музейҙары бар.
Театр
үҙгәртергәБисмаркплатцтағы Регенсбург театрына 200 йыл, ул ҡаланың төп театры. Унда опера, оперетта, мюзиклдар һәм балет ҡуйыла.
Кино
үҙгәртергәЙыл һайын бында халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы кино миҙгеле үткәрелә. Бынан тыш ҡалала бер нисә кинотеатрҙар бар, шуларҙан «CinemaxX» иң ҙур кинотеатр.
Архитектура
үҙгәртергәРегенсбургтың Иҫке ҡала районында яҡынса 1 500 иҫке йорт архитектура ҡомартҡыһы булып тора һәм дәүләт тарафынан һаҡлана.
Ял
үҙгәртергәИҫке ҡала тулыһынса «Йәшел билбау» менән уратылған. Йәшел парктарҙа кешеләр тормош мәшәҡәттәренән ял итә.
Мемориал һәм һәйкәл
үҙгәртергәХөкүмәт расизмға ҡаршы көрәш, кеше хоҡуҡтарын яҡлауға арналған бер нисә һәйкәл төҙөгән.
- Холокост ҡорбандары мемориалы
- Эвтаназия ҡорбандары мемориалы
- Концлагерь тотҡондары һәм һуғыш әсирҙәре мемориалы
- Ҡатын-ҡыҙҙы көсләү ҡорбандары мемориалы
Шулай уҡ ҡалала «Камни Преткновения» бар, ул национал-социализм ваҡытында үлтерелгән һәм депортацияланған йәһүдтәр тураһында иҫтәлек итеп урамдарҙа түшәлгән.
Ваҡиға
үҙгәртергәҠалала йылына ике тапҡыр «Халыҡ байрамы» (Volksfest) йәрминкәһе үткәрелә. Декабрҙә ҡалала Раштыуа ҡала баҙарҙары күпләп асыла.
Төнгө тормош
үҙгәртергәРегенсбургта 500-ҙән ашыу бар, ресторан, клуб һәм башҡа күңел асыу урындары бар, улар күпләп ҡаланың иҫке өлөшөндә урынлашҡан.
Иҡтисад
үҙгәртергәРегенсбург иҡтисады Германияның иң динамик һәм иң йылдам үҫеүсе иҡтисады булып тора[20]. Төп баҫым етештереү сәнәғәте, автомобилдәр төҙөү һәм электр проектлауға яһала.
Компаниялар
үҙгәртергәҠалала күп кенә халыҡ-ара концерндарҙың вәкиллеге урынлашҡан, улар араһында BMW, Continental, E. on., General Electric, Infineon, Osram, Schneider Electric, Siemens, Telekom һәм Toshiba, шулай уҡ «йәшерен чемпион» (Krones, MR.) офистары бар.
Регенсбургта BMV автозаводы эшләй.
Ҡалала OTTI, the Eastern Bavaria Technology Transfer-Institut e.V компанияһының штаб-фатирҙары урынлашҡан[21]
Туризм
үҙгәртергә2012 йыл мәғлүмәттәре буйынса ҡалала 912 238 тапҡыр ҡунаҡханаларҙа туристар йоҡлаған һәм 531 943 кеше йәшәгән[22]. Һуңғы 15 йылда туристар һаны ике тапҡырға тиерлек, артҡан. Регенсбург Германияның сит ил туристары өсөн иң төп иҫтәлекле урындары исемлегенә инә[14].
Инфраструктураһы
үҙгәртергәТранспорт
үҙгәртергә- Төп транспорт булып ҡала автобусы (маршрутты 20 тирәһе) тора, уны rvv компанияһы хеҙмәтләндерә.
- Ҡала-ара автобус транспортыPostbus, Flixbus, Meinfernbus һәм башҡа компаниялар менән хеҙмәтләндерелә.
- Туранан-тура ҡала-ара автобустары Регенсбургты Польша, Румыния, Чехия, Австрия һәм башҡалар илдәр менәнт тоташтыра.
- Ҡала аша ҙур тимер юл магистрале үтә. Улар Германия ҡалалары һәм шулай уҡ сит ил ҡалалары менән Регенсбургты тоташтырып тора.
- Регенсбург — Дунайҙағы иң эре порт.
- Регенсбургтың үҙ аэропорты юҡ. Ҡалала бер нисә вертолет майҙансығы урынлашҡан.
Һаулыҡ һаҡлау
үҙгәртергәХәҙерге Европалағы иң заманса йыһазландырылған университет госпитале (Regensburg Universitätsklinikum) Регенсбургта урынлашҡан. Бынан тыш, «Barmherzige Krankenhaus Brüder» һәм «St. Josef-Krankenhaus». «Өлкә клиникаһы» (Bezirksklinikum) бар . Дауахана койка һаны буйынса 1000 кешегә ҡалала 19,4 урын тура килә, был бик юғары күрһәткес.[23] Табиптар һаны буйынса Регенсбург өсөнсө урында (100 000 кешегә 339 табип тура килә).[24]
Белем
үҙгәртергәУниверситеттар һәм академиялар
үҙгәртергәРегенсбургта иң билдәле һәм иң ҙуры уҡыу йорто — Регенсбург университеты. Уға 1962 йылда нигеҙ һалынған, ул бөтә донъя буйынса иң яҡшы 400 университеттар исемлегенә ингдерелгән. Университет менән бәйле билдәле кешеләр араһында элекке рим папаһы XVI Бенедикт, Удо Стайнер һәм Вольфганг Вигард бар. Университеттың капмусыРегенсбург ғәмәли фәндәр университеты менән бер районда урынлашҡан.
С 1874 йылда ҡалала Католик музыка колледжы эшләй.
Мәктәптәр
үҙгәртергәРегенсбургта 18 башланғыс мәктәп, шулай уҡ тулы урта белем биреүсе дәүләт һәм шәхси мәктәптәре бар. Ҡалала 8 гимназия, 5 «реаль мәктәп», 6 махсус һәм 4 профессиональ училище бар. Бынан тыш, ғаиләләргә мәктәп-ара Регенсбургский (International School Regensburg — RIS), халыҡ-ара уҡыу мөмкинлеге тәҡдим ителә[25].
Спорт
үҙгәртергәФутбол
үҙгәртергә«SSV Jahn Regensburg» — урындағы футбол клубы, уның фанаттары бик күп.
Боҙҙағы хоккей
үҙгәртергә«EV Regensburg» — урындағы хоккей клубы, әлеге ваҡытта Юғары лиганың көньяҡ дивизионында уйнай. Был өсөнсө немец һөнәри лигаһы.
Бейсбол
үҙгәртергәДонауштауфер урамында «Armin-Wolf-Baseball-Arena» бейсбол стадионы урынлашҡан.
Атлеттарҙың урындағы клубы «LG Regensburg FINANZ TELIS» Германияның иң уңышлы клубтарының береһе булып һанала.
Туғанлашҡан ҡалалары
үҙгәртергәРегенсбург менән бәйле кешеләр
үҙгәртергә- Марк Аврелий — рим императоры[26][27].
- Петахия Регенсбургский — йәһүдтең xii быуаттағы атаҡлы сәйәхәтсеһе.
- Йоһанн Кеплер— немец математигы, астрономы, механик, оптик һәм астролог.
- Шиндлер Оскар — 1945 йылдың ноябрь 1950 йылдың майына тиклем ҡалала йәшәй.
- Турн-и-Таксис — аҡһөйәктәр ырыуынан, Изге Рим империяһының үҫешендә мөһим роль уйнай, Европа почта хеҙмәтен ойоштороусы.
- Бенедикт XVI — элекке рим папаһы, Регенсбург университетының теология факультетын тамамлаған.[28].
- Эдмунд Штойбер — немец сәйәсмәне, Баврияның элекке премьер-министры. Регенсбург университетын тамамлаған[29].
- Хуан Австрийский — испан полководецы, законһыҙ улы Карл V була. Регенсбургта тыуа, уға ҡалала һәйкәл ҡуйылған.
- II Иероним (Афина архиепископ) — Греция православие сиркәүе (Элладский сиркәүе) башлығы. Регенсбург университетының аспирантураһында уҡыған[30].
- Адам Вейсгаупт — Ииллюминаттар орденын нигеҙләүсе[31].
- Вольфганг Регенсбургский — миссионер һәм Регенсбург епискобы (Изге Вольфганг).
- Эрхард Регенсбургский — Регенсбург епискобы.
- Карл Май — немец яҙыусыһы.
-
Регенсбургта Йоһанн Кеплер йәшәгән йорттағы таҡтаташ
-
Регенсбургта Оскар Шиндлер йәшәгән йорттағы таҡтаташ
-
Регенсбургта Хуан Австрийский һәйкәле
Эпоним
үҙгәртергәРегенсбург исемен йөрөткән астероид (927) Ратисбона (инг.)баш., 1920 йылда асылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Регенсбург (епископство)
- Регенсбург (архиепископство)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ 2,0 2,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ https://www.bay-staedtetag.de/bayerischer-staedtetag/mitglieder/alphabetische-liste/
- ↑ https://agfk-bayern.de/mitglieder-karte/
- ↑ https://web.archive.org/web/20240528143447/https://www.ovpm.org/members/cities/
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.) — DESTATIS, 2024.
- ↑ 9,0 9,1 Amtliches Ortsverzeichnis für Bayern (нем.) / Hrsg.: Bayerisches Landesamt für Statistik — M: LfStat, 1991. — S. 242. — 714 с.
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-djmq3l/Ratisbona/?zoom=19¢er=49.02034%2C12.09499&popup=49.02048%2C12.095
- ↑ https://omr.gov.ua/ua/international/goroda-pobratimi/regensburg-germaniya/
- ↑ https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
- ↑ 14,0 14,1
- ↑ Бавария статистик идаралығы: халыҡ (таблица 12111-101r) Bayerisches Landesamt für Statistik — Tabelle 12111-101r: Volkszählung und Bevölkerungsfortschreibung: Gemeinden, Bevölkerung (Volkszählungen und aktuell), Stichtag (нем.)
- ↑ Перепись населения Германии 2011.05.09 2014 йыл 13 апрель архивланған. Bevölkerung Ergebnisse des Zensus 2011, (нем.)
Перепись населения Германии 2011.05.09/xlsx 2021 йыл 9 май архивланған. Statistische Ämter des Bundes und der Länder (Erschienen am 28. Mai 2014): Bevölkerung des Zensus 2011 (© Statistisches Bundesamt, Wiesbaden 2014) (нем.) - ↑ Бавария статистика идаралығы: халыҡ (таблица 12111-101r) Bayerisches Landesamt für Statistik — Tabelle 12111-101r: Volkszählung und Bevölkerungsfortschreibung: Gemeinden, Bevölkerung (Volkszählungen und aktuell), Stichtag, (нем.)
Бавария статистика идаралығы: халыҡ (таблица 12411-001) Bayerisches Landesamt für Statistik — Tabelle 12411-001: Fortschreibung des Bevölkerungsstandes: Bevölkerung: Gemeinden, Stichtage (letzten 6) (нем.) - ↑ Бавария статистика идаралығы: халыҡ (таблица 12411-002) Bayerisches Landesamt für Statistik — Tabelle 12411-002: Fortschreibung des Bevölkerungsstandes: Bevölkerung: Gemeinden, Stichtage (letzten 6) (нем.)
- ↑ Stiftskirche St.Regensburg Johann. Regensburg.:Verlag Schnell& GmbH Steiner Regensburg. ISBN 978-3-7954-4840-0
- ↑
- ↑ OTTI - Ostbayerisches Technologie-Transfer-Institut e.V. otti.de. Дата обращения: 10 октябрь 2014. Архивировано 3 май 2012 года. 2012 йыл 3 май архивланған.
- ↑ Stadt Regensburg — Statistik Abteilung 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑
- ↑ Wirtschaftswoche, Nr. 49, 2014, Städteranking, p. 28
- ↑ 2015 йыл 2 апрель [https://web.archive.org/web/20150402212121/http://www.ihk-regensburg.de/ihk-r/autoupload/officefiles/RIS_Unternehmen_engl.pdf архивланған. 2015 йыл 2 апрель архивланған. 2015 йыл 2 апрель архивланған. 2015 йыл 2 апрель архивланған. 2015 йыл 2 апрель архивланған. 2015 йыл 2 апрель архивланған. 2015 йыл 2 апрель архивланған. 2015 йыл 2 апрель архивланған. 2015 йыл 2 апрель архивланған.(недоступная ссылка) http://www.ihk-regensburg.de/ihk-r/autoupload/officefiles/RIS_Unternehmen_engl.pdf (недоступная+һылтанма)] 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑
- ↑ History Regensburg 2017 йыл 23 февраль архивланған.
- ↑
- ↑
- ↑
- ↑
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Регенсбург // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
- Регенсбург // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергәБөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО, объект № 1155 урыҫ. • ингл. • фр. |
Ҡаланың планы
үҙгәртергә- Ҡала планы, XIX быуат һәм хәҙерге заман 2008 йыл 5 апрель архивланған. (нем.)
Путеводитель
үҙгәртергә- Достопримечательности Регенсбурга: Альтштадт с востока на запад и с запада на восток 2018 йыл 8 август архивланған. (нем.)
- Виртуальный тур по Регенсбургу (нем.)
- Немецкий город Регенсбург (рус.)