Сафари клубы
Сафари клубы (франц. Safari Club, ғәр. نادي السفاري, фарс. صفری باشگاه, ингл. Safari Club) — разведка органдарының халыҡ-ара берлеге, 1976 йылда Африкаға совет һәм коммунистик үтеп инеүе менән көрәшеү өсөн ойошторола. Франция, Марокко, Мысыр, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Ирандың махсус хеҙмәттәрен берләштерә. АҠШ һәм Израилдең разведкалары менән хеҙмәттәшлек итә. Коммунизм таралыуға ҡаршы көрәш сиктәрендә бер нисә хәрби, финанс һәм йәшерен дипломатик операция үткәрә.
Сафари клубы | |
Әһәмиәтле кеше | Аднан Хашогги[d], Де Маранш, Александр[d], Нематолла Нассири[d], Ахмед Длими[d] һәм Камаль Азам[d] |
---|---|
Сәйәси идеология | антикоммунизм[d][1] |
Ҡатнашыусылар | САВАК[d], Служба внешней документации и контррразведки[d], Служба общей разведки[d], Служба общей разведки[d] һәм Сухопутные войска Марокко[d] |
Ойошторолуы
үҙгәртергәОйошманың бурыстары
үҙгәртергәСафари клубын (атамаһы тәүге ойоштороу кәңәшмәһе үткән Кения курортынан алынған) ойоштороуға 1975—1976 йылдарҙа Анголала власты совет яҡлы марксистик МПЛА партияһы ҡулға алыуы этәргес бирә. Халыҡ-ара разведкалар альянсы совет экспансияһына ҡаршы тороу һәм Африкала антикоммунистик хәрәкәткә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү маҡсатын ҡуя [2]. Бынан тыш, уставта иҡтисади эшмәкәрлек (атап әйткәндә, Көньяҡ Африка Республикаһы предприятиеларына инвестициялар яһау) һәм аныҡ хәрби ярҙам күрһәтеү ҙә ҡарала.
Төҙөлөшө һәм ҡатнашыусылары
үҙгәртергәКлубты ойоштороу тәҡдимен француз Тышҡы документация һәм контрразведка хеҙмәте директоры Александр де Маранш бирә. Уның менән бергә ойошманы булдырыу тураһындағы пактҡа Сәғүд Ғәрәбстанының Дөйөм разведка хеҙмәте директоры Кәмал Әдхәм, Мысырҙың Дөйөм разведка хеҙмәте директоры Кәмал Хәсән Али, Марокко разведкаһы начальнигы Әхмәт Длими, Ирандың САВАК махсус хеҙмәте еткәсеһе Нематолла Насири ҡул ҡуя.
Сафари клубының оператив үҙәге 1976 йылдың 1 сентябренән Ҡаһирәлә эшләй[3]. Структураһына штаб, секретариат, планлаштырыу бүлеге һәм оператив бүлек инә. Сафари клубын финанслау өсөн Сәғүд миллиардеры Аднан Хашогги яуаплы була. Клубтың финанс операциялары Лондондың Халыҡ-ара кредит һәм коммерция банкы (BCCI) аша үткәрелә.
Дөйөм алғанда, Сафари клубында тәьминәт бурыстары түбәндәгесә бүленә: Франция технологиялар бирә, Сәғүд Ғәрәбстаны — финанс, Мысыр, Марокко һәм Иран ғәскәрҙәр менән ҡорал ҡуя.
АҠШ-тың Үҙәк разведка идаралығы формаль яҡтан Сафари клубына инмәй. Илдең ҡануниәтендәге ҡаты сикләүҙәр һәм Джимми Картер хакимиәтенең либераль сәйәсәте бының сәбәпсеһе була.
Әммә ЦРУ ойошма менән даими оператив бәйләнештә тора. Был мөнәсәбәттә Генри Киссинджер аралашсы була. ЦРУ-ның оператив хеҙмәткәрҙәре Теодор Шекли, Томас Клайнс һәм Эдвин Уилсон Клубта йәшерен ҡатнаша[4]. Өлкән Джордж Буш менән дә даими бәйләнеш тормошҡа ашырыла, Клуб ойошторолған мәлгә ул — ЦРУ директоры, һуңынан АҠЩ-тың вице-президенты, унан һуң президенты була.
Төп акциялары
үҙгәртергәЗаир һуғышында
үҙгәртергә1977 йылдың яҙында Заирҙың Шаба провинцияһында Ангола яҡлы һул фетнәселәрҙе ҡыйратыуҙы ойоштороу Сафари клубының тәүге эре операцияһы була[5]. Клуб президент Мобутуға, халыҡ-ара ҡатнашлыҡ ойоштороп, фетнәне баҫтырырға ярҙамлаша. Франция — хәрби транспорт авиацияһы, Мысыр — осоусылар составы, Марокко һуғышта хәл иткес роль уйнаған экспедиция корпусы менән ҡатнаша. Шабалағы еңеү Анголаның коммунистик режимына баҫымды көсәйтергә, шулай уҡ Заирҙа француз һәм бельгий тау тоҡомдары сығарыу бизнесын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.
Артабан Сафари клубы аша Анголаның коммунизмға ҡаршы УНИТА хәрәкәтен 5 миллион АҠШ доллары күләмендә финанслау ойошторола.
Африка Мөгөҙөндәге һуғышта
үҙгәртергә1977—1978 йылдарҙа барған Эфиопия—Сомали һуғышында ла Сафари клубы әүҙем ҡатнаша [6]. Клуб Сомалиға ярҙам итә, сөнки Сиад Барре режимы, СССР менән араһын өҙөү шартына күнеп, хәрби ярҙамды алырға ризалаша. Сәғүд Ғәрәбстаны Сомали армияһына Мысырҙан ҡорал һатып алып бирә. Иран Сомалиға иҫке бронетехникаһын оҙата.
Африка Мөгөҙөндәге һуғыш «Сафари клубы» менән АҠШ хакимиәте араһында етди ыҙғышҡа сәбәп була. Иран шаһы Мөхәммәт Риза Пәхләүи Сомали яғында булырға өндәй. АҠШ президентының милли хәүефһеҙлек буйынса ярҙамсыһы Збигнев Бжезинский Клуб ағзалары ҡарарын яҡлай һәм президент Картерға Сомалиға ярҙам йөҙөнән авианосецтарҙы шул яҡҡа борорға тәҡдим итә. Картер, Сиад Барреның агрессивлығына асыуланып, был тәҡдимдән баш тарта.
Сомалиға ярҙам итеү планын Картер 1980 йылдың йәйендә генә ҡабул итә. Ләкин уларҙы тормошҡа ашырыу менән киләһе хакимиәткә шөғөлләнергә тура килә.
Яҡын Көнсығышта аралашсылыҡ
үҙгәртергә«Сафари клубы» Мысыр менән Израиль араһында алып барылған һөйләшеүҙәрҙең ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеүендә ҙур роль уйнай. Ул президент Садаттың Иерусалимға сәфәрен (1977), Кэмп-Дэвид осрашыуын (1978) һәм солох договорын төҙөүҙе (1979) ойоштороуҙа ҡатнаша.
Был процесс Марокко разведкаһы аша Ицхак Рабиндың Әнүәр Садатҡа яҙған хатын (унда Ливияның һөжүмгә әҙерләнеүе тураһында хәбәр ителә) тапшырыуҙы ойоштороуҙан башлана. Артабан Мароккола Израиль һәм Мысыр разведчиктарының йәшерен һөйләшеүҙәре үтә. Һуңынан Теодор Шекли Картер заманындағы ЦРУ директоры Стэнсфилд Тэрнерҙың ЦРУ менән Моссад араһында айырым мөнәсәбәттәр булыуы тураһында белдереүен инҡар итә.
Рейган ваҡытында Иранһыҙ
үҙгәртергә1979 йылда Ирандағы Ислам инҡилабы Сафари клубына шаңҡытҡыс тәьҫир яһай [7]. САВАК архивтарында табылған документтар билдәлелек алғас, шуға тиклем йәшерен йәшәп килгән Клубтың барлығы асыла. Иранды юғалтҡас (һәм генерал Насири аҫылғас) та, Клуб эшмәкәрлеген дауам итә.
1981 йылда, АҠШ-та власҡа Рональд Рейган хакимиәте килгәс, АҠШ менән мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрә. Сафари клубының оператив системаһын ЦРУ-ның яңы директоры Уильям Кейси үҙ ҡарамағына ала. Сафари клубының етди оператив, сәйәси һәм финанс ҡеүәте Рейган Доктринаһында файҙаланыла. Клубты нигеҙләгән Александр де Маранш 1980-се йылдарҙа Рейгандың сәйәси советнигы була.
Сафари клубының координациялау системаһы "Демократик Интернационал" ойошмаһын төҙөүҙә ҡулланыла. Африкала Заир плацдармынан Жонас Савимби армияһын тәьмин итеү көйләнә. СССР менән көрәштә афған мөжәһиттәренә ярҙамлашыу мөһим йүнәлешкә әйләнә. Сафари клубы тәжрибәһе Никарагуа контрастарына ярҙам ойоштороуҙа ҡуланыла. Шулай итеп, ойошма эшмәкәрлегенең географик даирәһе бик ныҡ киңәйтелә.
Сафари клубы Һалҡын һуғыштың ун биш йыллап дауам иткән һуңғы өлөшөндә социалистик лагерҙы һындырыуҙа мөһим урын алып тора[8].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://books.google.co.uk/books?id=VEYsi7ZmtywC&pg=PT85&redir_esc=y
- ↑ Miglietta, American Alliance Policy (2002)
- ↑ Великие операции спецслужб. "ХОЛОДНАЯ ВОЙНА". "МОСКИТ" ПРОТИВ "МЕДВЕДЯ"
- ↑ Launching the U.S. Terror War: the CIA, 9/11, Afghanistan, and Central Asia. Background: the Safari Club and William Casey
- ↑ Mahmood Mamdani, Good Muslim, Bad Muslim: America, the Cold War, and the Roots of Terrorism. New York: Pantheon, 2004
- ↑ American: USA Cause of all Wars & Violence in the World
- ↑ Исламский радикализм как побочный эффект "холодной войны". Афганская война - "мать джихадов" 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Rachel Bronson. Thicker than Oil: America's Uneasy Partnership with Saudi Arabia / "A New and Glorious Chapter". The Safari Club