Рябова Екатерина Васильевна

Рябова Екатерина Васильевна (14 июль 1921 йыл — 12 сентябрь 1974 йыл) — совет осоусыһы, 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының эскадрилья штурманы (4-се һауа армияһы, 2-се Белорус фронты), гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы[1], физика-математика фәндәре кандидаты (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — техник фәндәр кандидаты).

Рябова Екатерина Васильевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 июль 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Гусь-Железный[d], Касимовский уезд[d], Рязань губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 12 сентябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (53 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Григорий Флегонтович Сивков[d]
Һөнәр төрө лётчик
Эш урыны Мәскәү дәүләт матбуғат университеты
Военная академия РВСН имени Петра Великого[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
 Рябова Екатерина Васильевна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Бала сағы үҙгәртергә

Екатерина Васильевна Рябова 1921 йылдың 14 июлендә Рязань өлкәһендә крәҫтиән Василий һәм Анна Рябовтар ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

Урта мәктәпте тамамлай. Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай. Тиҙҙән, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына инә.

Бөйөк Ватан һуғышы үҙгәртергә

1941 йылдың октябрь айында Екатерина Рябова 588-се ҡатын-ҡыҙҙар авиаполкына алына. Энгельс хәрби авиация мәктәбенең штурмандар курсын тамамлай.

1942 йылдың 27 майында полк составында фронтҡа килә. Звено штурманы итеп тәғәйенләнә. 1942 йылдың 29 декабрендә У-2 самолетында 151 хәрби осош үтәгәне өсөн уҡсы-бомбардир звено старшинаһы Рябова Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Оҙаҡ ваҡыт Надежда Попова экипажында оса. 1943 йылдың 25 октябрендә 614 төнгө хәрби осош үтәгәне өсөн звено штурманы гвардия лейтенанты Рябова Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы

1943 йылда осоу составын тулыландырыу өсөн гвардия полкына үҙенең уҡыу-хәрби эскадрильяһын булдырырға рөхсәт бирелә. 1943 йылдың октябрендә Екатерина Рябова эскадрилья штурманы, командиры Марина Чечнева була. Өйрәнеү һуғышта алып барыла. Чечнева заданиеға йәш штурмандар менән, Рябова осоусы ҡыҙҙар менән оса. 4-се һауа армияһының 1944 йылдың 26 апрелендәге бойороғо менән эскадрилья штурманы гвардия лейтенанты Рябова 685 төнгө хәрби ососшо өсөн беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың ғинуарына осоусы дошмандың тере көсөн һәм техникаһын бомбаға тотоу буйынса 816 хәрби осош яһай. Кавказ, Тамань, Белоруссия, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша.

1945 йылдың февралендә Рябоваға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 1945 йылдың 8 мартында ҡыҙға награданы 2-се Белорус фронты командующийы маршал Константин Рокоссовский тапшыра.

Һуғыштан һуң үҙгәртергә

 
Ҡаҙ-Тимер ауылы бер нисә Советтар Союзы Геройының тыуған иле була

Һуғыштан һуң Екатерина Рябова отставкала.

1945 йылдың 10 июнендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Г. Ф. Сивковҡа кейәүгә сыға, уның менән фронтта таныша. 1947 йылдың июлендә уларҙың беренсе ҡыҙҙары — Наталья, ә биш йылдан, 1952 йылда Ирина тыуа.

Демобилизациянан һуң, Екатерина Рябова Мәскәү дәүләт университетында уҡыуын дауам итә. Шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрендә ҡатнаша. Университетта уҡыған сағында делегация менән Франция, Италия, Финляндия, Корея, Болгарияға бара. Сәйәхәттәр ҡыҙыҡлы, әммә бик ауыр була: төрлө аудиторияларҙа сығыш яһарға тура килә.

Һуғыш йылдарында хәрби эш һаулығына йоғонто яһамай ҡалмай. 1946 йылдың йәйендә Рябова совет делегацияһы составында Италияла булған саҡта, ул аңын юғалтып йығыла. Әммә бер көндән һуң ул тағы ла эшендә ҡатнаша. Шул саҡта Италия буйлап сәфәргә тиклем бер ай элек совет делегацияһы 37 ҡалала була, унлаған митингыла сығыш яһай. Италия матбуғаты мәғлүмәттәре буйынса, делегаттар 700 мең итальян менән осраша.

1948 йылда Екатерина Васильевна МДУ-ның механика-математика факультетын тамамлай һәм аспирантураға уҡырға инә, унда профессор Х. А. Рахматуллин етәкселеге аҫтында эшләй. 1951 йылда диссертацияны уңышлы яҡлай һәм физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен ала.

Мәскәү полиграфия институтында уҡыта. 19631972 йылдарҙа — Ф. Э. Дзержинский исемендәге Хәрби инженер академияһының теоретик механика кафедраһы доценты. Был ваҡытта рәссам Георгий Иосифович Кашевский менән таныша, ул ҡатырғала пастель менән Рябованың портретын эшләй.

1974 йылдың 12 сентябрендә илле өс йәшендә вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә.

Наградалары үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

  • Екатерина Рябова исеме Касимов ҡалаһында төҙөлгән Дан мемориалында мәңгеләштерелгән (1985 йылдың 7 майында асыла).
  • Батырҙың тыуған илендә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәбиәттә үҙгәртергә

Екатерина Рябова һәм Григорий Сивков тарихына Татьяна Сумарокованың «Пролети надо мной после боя» (М.: Политиздат, 1976. — 112 с.) китабы арналған

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Рябова Екатерина Васильевна // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 522. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Рябова Екатерина Васильевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 394. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Сумарокова Т. Жизнь — людям // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә