Ридуан бәйғәте

(Ризуан бәйғәте битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ридуан (ризуан) бәйғәте (араб. بيعة الرضوان — тоғролоҡ, үс алыу анты; рус. Байа Ридван) — Хоҙайбиә тигән урында 1400-гә яҡын сәхәбә, ҡорайыштарҙың Усман ибн Әффанды үлтереүе тураһында хәбәр килгәс, тоғролоҡҡа биргән ант. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Хоҙайбиәлә ағас аҫтында тоғролоҡҡа ант биргән сәхәбәләрен әсхәб әш-шәжәрә тип йөрөтәләр[1].

628 йылда (һижри 6-сы йыл) Мөхәммәт Пәйғәмбәр кесе хаж — үмрә ҡылыу өсөн Мәккәгә барасағын иғлан итә, ә ҡорайыштар Хәлит ибн әл-Вәлит етәкселегендәге ҡораллы отряд менән һәр яҡлап ҡамасаулай, шунлыҡтан хаж ҡылырға йыйыныусылар Мәккәгә 24 саҡрым көнбайыштараҡ ятҡан Хоҙайбиә үҙәнендә туҡталырға мәжбүр була.[2].

Мәккәгә һөйләшеүҙәр өсөн ебәрелгән Усман ибн Әффан оҙаҡ ҡайтмай тотҡарлағандан һуң, хаж ҡылыусылар араһында уны үлтергәндәр тигән имеш-мимештәр тарала. Усман ибн Әффандың яҙмышы өсөн борсолған мосолмандар ағас аҫтына йыйыла һәм Усмандың үлеме өсөн үс алырға Мөхәммәт Пәйғәмбәргә бәйғәт (ант) итә. Тиҙҙән Усман килеп етә һәм мәжүсиҙәр менән мосолмандар араһында 10 йылға Хоҙайбиә солохо төҙөлә[2].

Ҡөрьәндә

үҙгәртергә

628 йылдың мартында булған, Ридуан бәйғәте тип аталған ваҡиғалар Ҡөрьәндең Әл-Фәтх сүрәһе (Еңеү) 18-се аятында сағылыш таба:

  Һуғыштан ҡайтмайса, үлгәнсе мөшриктәр менән һуғышырға тип ағас төбөндә һиңә бәйғәт биреүсе сәхәбәләрҙән Аллаһ, һис шикһеҙ, разый булды, Аллаһ уларҙың күңелдәрендәге яҡшы ниәттәрен белде, уларға күңел тыныслығын бирҙе, һәм бер аҙҙан мосолмандар фәтех итәсәк тип уларҙы шатландырҙы.
 

[3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Али-заде, А. А. [105 Асхаб аш-Шаджара] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  2. 2,0 2,1 Али-заде, 2007
  3.   Аллах остался доволен верующими, когда они присягали тебе под деревом в Худейбии. Он знал, что у них в сердцах, и ниспослал им покой и вознаградил их близкой победой
     

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. Байа ар-Ридван // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).