Бәйғәт мәсете (ғәр. مسجد البيعة‎; рус. Мечеть Байя) — Сәғүд Ғәрәбстанының Мәккә ҡалаһы эргәһендәге мәсет. Шулай уҡ Әл-Ғәҡәбә убаһындағы мәсет булараҡ та билдәле.

Мәсет
Бәйғәт мәсете
ғәр. مسجد البيعة

Бәйғәт мәсете
Ил Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны
Провинция Мәккә (административ округ)
Ҡала Мәккә
йүнәлеш, мәктәп сөнни
Төҙөлөштө башлаусы Әбү Жәғәфәр әл-Мансур
Төҙөлөш ???—761 йыл йылдар
Торошо эшләй

Бәйғәт мәсете 761 йылда хәлифә Әбү Жәфәр әл-Мансур бойороғо буйынса әл-Бәйғәт тигән урында, Ғәрәфәт тауы менән Мина үҙәне араһындағы юлдан алыҫ түгел әл-Ғәҡәбә тауы битләүендә һалына[1].

Тап ошо урында 621 йылда Ғәүс һәм Хәзрәж ғәрәп ҡәбиләләре вәкилдәре һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән осрашҡан. Ун ике ансар (10 хәзрәжи һәм 2 ауси) Мөхәммәт Пәйғәмбәргә урлашмаҫҡа, зина ҡылмаҫҡа, балаларҙы үлтермәҫкә, яла яҡмаҫҡа һәм ғәйбәт һөйләмәҫкә тантаналы Бәйғәт (ант) килтерә[2]. Улар шулай уҡ Мөхәммәткә, Пәйғәмбәр булараҡ, буйһонорға, Аллаһ ихтыярын үтәргә, Рәсүлгә шатлыҡта ла, ҡайғыла ла тоғролоҡ һаҡларға ант иткән[3]. Ғәҡәбә янындағы ант һүҙмә-һүҙ Әл-Мүмтәхәнә сүрәһенең 12 аятынан өҙөктө ҡабатлай[1].

Атама шул Ғәҡәбә янында беренсе бәйғәткә бәйле килеп сыҡҡан.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Бәйғәт мәсете Мәккәнән көнсығышҡа табан, әл-Ғәҡәбәләге джәмрәнән 300 метр алыҫлыҡта, Джәмәрәт күперенең уң яғында урынлашҡан.

Мәсеттә асыҡ ихата бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Watt W. Montgomery, 1960—2005
  2. В доисламской Аравии язычники часто закапывали заживо новорождённых девочек из-за их пола.
  3. Али-заде, 2007

Һылтанмалар

үҙгәртергә