Ридуан бәйғәте
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ридуан (ризуан) бәйғәте (араб. بيعة الرضوان — тоғролоҡ, үс алыу анты; рус. Байа Ридван) — Хоҙайбиә тигән урында 1400-гә яҡын сәхәбә, ҡорайыштарҙың Усман ибн Әффанды үлтереүе тураһында хәбәр килгәс, тоғролоҡҡа биргән ант. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Хоҙайбиәлә ағас аҫтында тоғролоҡҡа ант биргән сәхәбәләрен әсхәб әш-шәжәрә тип йөрөтәләр[1].
Тарихы
үҙгәртергә628 йылда (һижри 6-сы йыл) Мөхәммәт Пәйғәмбәр кесе хаж — үмрә ҡылыу өсөн Мәккәгә барасағын иғлан итә, ә ҡорайыштар Хәлит ибн әл-Вәлит етәкселегендәге ҡораллы отряд менән һәр яҡлап ҡамасаулай, шунлыҡтан хаж ҡылырға йыйыныусылар Мәккәгә 24 саҡрым көнбайыштараҡ ятҡан Хоҙайбиә үҙәнендә туҡталырға мәжбүр була.[2].
Мәккәгә һөйләшеүҙәр өсөн ебәрелгән Усман ибн Әффан оҙаҡ ҡайтмай тотҡарлағандан һуң, хаж ҡылыусылар араһында уны үлтергәндәр тигән имеш-мимештәр тарала. Усман ибн Әффандың яҙмышы өсөн борсолған мосолмандар ағас аҫтына йыйыла һәм Усмандың үлеме өсөн үс алырға Мөхәммәт Пәйғәмбәргә бәйғәт (ант) итә. Тиҙҙән Усман килеп етә һәм мәжүсиҙәр менән мосолмандар араһында 10 йылға Хоҙайбиә солохо төҙөлә[2].
Ҡөрьәндә
үҙгәртергә628 йылдың мартында булған, Ридуан бәйғәте тип аталған ваҡиғалар Ҡөрьәндең Әл-Фәтх сүрәһе (Еңеү) 18-се аятында сағылыш таба:
Һуғыштан ҡайтмайса, үлгәнсе мөшриктәр менән һуғышырға тип ағас төбөндә һиңә бәйғәт биреүсе сәхәбәләрҙән Аллаһ, һис шикһеҙ, разый булды, Аллаһ уларҙың күңелдәрендәге яҡшы ниәттәрен белде, уларға күңел тыныслығын бирҙе, һәм бер аҙҙан мосолмандар фәтех итәсәк тип уларҙы шатландырҙы. |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Али-заде, А. А. [105 Асхаб аш-Шаджара] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ↑ 2,0 2,1 Али-заде, 2007
- ↑
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Байа ар-Ридван // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |