Португалияла ислам
Португалияла ислам (порт. Islão em Portugal) — Португалия территорияһында ислам дине. Мосолман халҡы 2019 йылда 65 000 кеше тәшкил итә (ил халҡының 0,40 %-ы)[1]. Мосолмандарҙың күпселеге — шиғыйҙар, 5 000-дән 7 000-гә ҡәҙәр мосолман-сөнниҙәр, шулай уҡ аҙ һанлы мосолман-әхмәҙиҙәр ҙә бар.
Португалияла ислам | |
Дәүләт | Португалия |
---|---|
Португалияла ислам Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергә711 йылда Өмәүиҙәр хәлифәлеге дәүерендә Пиреней ярымутрауының ҙур өлөшөн ғәрәптәр һәм бәрбәрҙәр яулап ала. 711 йылдан 1249 йылға тиклем хәҙерге Португалия биләмәһенең ҙур өлөшө (Мондегу йылғаһынан көньяҡҡа табан) мосолмандар контроле аҫтында була һәм «Ғәрб Әл-Әндәлүс» (Көнбайыш Әл-Әндәлүс) тип атала. 711 һәм 1282 йылдар араһында Ислам мөһим диндәрҙең береһе була. Ул ваҡытта Дору йылғаһынан көньяҡҡа табан ерҙәрҙе ғәрәптәр төҙөгән Кордова хәлифәлеге алып тора. Оҙаҡ ваҡыт ислам абруйлы дин була, сөнки күп кенә иберо-римлылар ислам диненә күсә һәм хатта был осорҙағы роман һөйләмен яҙыу өсөн Ғәрәп яҙмаһы (ғәр. مستعرب [муста`риб]) ҡулланыла.
1031 йылда Кордова хәлифәлеге күп кенә бәләкәй дәүләттәргә (тава’ифтәргә) тарҡала. Пиреней ярымутрауының төньяғында христиан короллектәре һәм графлыҡтар (Леон, Наварра, Португалия, Барселона, Кастилия) көсәйә бара. Улар ярымутрауҙың көньяғындағы мосолман дәүләттәрен яулап ала башлай (Реконкиста). 1492 йылда Гранада әмирлеге баҫып алынғас, ярымутрауҙа мосолман дәүләттәре ҡалмай. Мосолмандарҙың күпселеге көсләп суҡындырыла. XVII быуат башында суҡындырылған һәм суҡындырылмай ҡалған ғәрәптәрҙең (морискиҙар) нәҫелдәре Испаниянан тулыһынса ҡыуыла[2]. Португалия мосолмандары әүәлгесә илдең көньяғында йәшәй. Испаниянан айырмалы булараҡ, улар ҡыуып сығарылмай һәм аҡрынлап португал халҡы эсендә тарала. Мосолмандар хәҙерге Португалияның тормошонда, көнкүрешендә, мәҙәниәтендә, традицияларында шаҡтай эҙ ҡалдыра.
Яңы заман
үҙгәртергә1974 йылдан башлап, элекке колонияларҙың үҙаллылыҡ алыуына бәйле, Португалияла мосолмандар һаны һиҙелерлек арта. Лиссабон ислам йәмғиәтенә Марокко, Гвинея-Бисау, Мозамбик, Һиндостан, Пакистан мөһажирҙәре инә. Мәсет төҙөлөшөнә рөхсәт 1966 йылда уҡ һорала. 1973 йылғы нефть кризисы һөҙөмтәһендә нефть сығарыусы ғәрәп илдәре иҡтисади һәм сәйәси йоғонтоға эйә булғас, 1978 йылда рөхсәт бирелә. 1979 йылда Карлос Мота Пинто хөкүмәте Ислам йәмғиәтенә намаҙ уҡыу өсөн король һарайының бер өлөшөн бирә. Сөләймән Вәли Мамед етәкләгән Лиссабон ислам йәмғиәте мәсет өсөн үҙ бинаһын төҙөү бурысын ҡуя. Уның төҙөлөшөнә ислам илдәре: Сәғүд Ғәрәбстаны (1 млн. АҠШ доллары), Кувейт, Ливия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Оман өлөш индерә.
Португалияла яңы тулҡын мосолман-ҡасаҡтарҙың һаны әҙ.
Аға хан IV һәм Португалия
үҙгәртергәАга-хан IV-гә (инг.)баш. бөтә донъяла 15 миллиондан артык мосолман буйһона, уларҙың 15 меңе Португалияла йәшәй. Аға-хандың үҫеш селтәре Португалияла 1983 йылдан алып эшләй. Исмәғилиҙәр имамы менән Португалия араһында килешеүҙәр, айырым алғанда, Португалия хөкүмәте менән 2005 йылда ҡул ҡуйылған Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү, шулай ук 2008 йылда ҡул ҡуйылған сит ил эштәре министрлығы менән Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төзөлгән.
2018 йылдың 11 июлендә Аға-хан үҙенең рәсми резиденцияһы менән әзериҙәрҙең (шиғыйҙарҙың ҙур төркөмө) глобаль штаб-фатирын Португалияға күсерергә ҡарар итә[3][4].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ Muslim Population By Country 2020 2019 йыл 1 сентябрь архивланған. (инг.)
- ↑ Мусульманская Испания (VIII—XV вв). runivers.ru (рус.)
- ↑ Historic agreement establishes Global Seat of Ismaili Imamat in Portugal. the.ismaili, 3.06.2015 (инг.)
- ↑ Aga Khan moves to Portugal. portugalresident.com, 3.06.2015 (инг.)