Морискиҙар (исп. moriscos; moro — «мавр» һүҙенән) — Гранада әмирлеге ҡолатылыуынан һуң (1492 йыл) Испанияла ҡалдырылған һәм көсләп христианлаштырылған, әммә йәшерен рәүештә үҙ Ислам динен тотҡан мосолман халҡы.

Морискиҙар
порт. mouriscos
исп. moriscos
Рәсем
Дәүләт  Испания
Диаспора Маврҙар
 Морискиҙар Викимилектә
Морискиҙарҙың Валенсиянан һөрөлөүе

Инквизицияларҙа аяуһыҙ эҙәрлекләгән морискиҙарға ғәрәп телендә һөйләү һәм балаларына ғәрәп исемдәре биреү тыйыла.

Тиҫтәләрсә мең мориск утта яндырыла. 1568—1570 йылдарҙа морискиҙарҙың ихтилалы аяуһыҙ баҫтырыла; морискиҙарҙың байтаҡ өлөшө Испанияның эске провинцияларына, уңдырышһыҙ ерҙәргә ҡыуыла.

1609—1610 йылдарҙа морискиҙар Испаниянан ҡыуыла [1], был ил халҡының 4 %ын тәшкил иткән була[2].; уларҙың күбеһе Төньяҡ Африкаға күсеп китә. Улар Мароккола үҙ Бурегрет дәүләтен булдыра (1627—1641). Алжир һәм Тунис яр буйы райондарында байтаҡ һанда морискиҙар йәшәгән.

Морискиҙарҙы ҡыуыу Испанияның көньяҡ провинциялары иҡтисадына ныҡ зыян килтерә; шул уҡ ваҡытта Туниста баҡсасылыҡ, игенселек үҫешенә килтерә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Массимо Ливи Баччи. 5. СИСТЕМЫ. Миграция // Демографическая история Европы: [пер. с итал. Становление Европы]. — Alexandria, 2010, 2010. — 298 с. — ISBN 590344511X, 9785903445110.
  2. Spain in decline. Дата обращения: 22 март 2017. Архивировано из оригинала 29 апрель 2017 года. 2017 йыл 29 апрель архивланған.
  • Мориски // Католическая энциклопедия. — EdwART, 2011.
  • Новые христиане — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.