Поляк Ғәскәренең Киев операцияһы (1920)
Поляк Ғәскәренең Киев операцияһы (1920) — 1919—1921 йылдарҙағы совет-поляк һуғышы барышында Польша һәм Украина Халыҡ Республикаһы Ҡораллы көстәренең һөжүм операцияһы. Операция 1920 йылдың апрелендә Киев ҡалаһын азат итеү маҡсатында үткәрелә.
Поляк Ғәскәренең Киев операцияһы | |||
Төп конфликт: Совет-поляк һуғышы | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Нәтижә |
Польша һәм УНР еңеүе | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
| |||
Поляк Ғәскәренең Киев операцияһы (1920) Викимилектә | |||
1920 йылғы кампания башы
үҙгәртергә1920 йылдың ғинуар башында Эдвард Рыдз-Смигла ғәскәрҙәре көтөлмәгән һөжүм ярҙамында Двинск ҡалаһын яулап ала һәм уны Латвия властарына тапшыра. 21 февралдә ҡалала Польша Ғәскәренең хәрби парады үтә. Шул уҡ ваҡытта РККА командованиеһы ҡеүәтле артиллерия, бронемашиналар ҡатнашлығында 100 000 штыктан торған ғәйәт ҙур көс йыя. 10 мартта Сергей Каменев һәм Борис Шапошников әҙерләгән РККА һөжүм планы раҫлана. Әммә 6 мартта уҡ Польша ғәскәрҙәре, Мозырь менән Калинковичи ҡалаларын баҫып алып, Белоруссияға һөжүмгә күсә. Украинала РККА составындағы 12-се һәм 14-се армияларының һөжүме ике көндән һуң туҡтап ҡала. Армиялар оборонаға күсергә мәжбүр була. Ҡыҙыл Армия Мозырҙы дүрт тапҡыр яулап алырға тырыша, әммә уңышһыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, ике яҡ ғәскәрҙәре лә хәл иткес алыштар алда булыуын аңлай.
1919 йылдың аҙағына поляк ҡораллы көстәрендә 21 пехота дивизияһы һәм 7 моторлаштырылған бригада (бөтәһе 600 мең яугир) иҫәптә тора. 1920 йылдың тәүге айҙарында мобилизация иғлан ителә һәм шәхси состав ярайһы уҡ тулыландырыла. Бынан тыш, яңы ирекмәндәр ҙә өҫтәлә бара. Шул иҫәптән Американан (улар араһында осоусы Мериан К. Купер ҙа була — буласаҡ билдәле яҙыусы). 1920 йылғы кампанияға Польша 700 мең кешене сафҡа ҡуя. Төп һөжүм башына ҡарата көстәрҙең составы:
Фронттың Көньяҡ фронты участкаһында — Припять йылғаһынан Днепр йылғаһына тиклем:
Поляк Ғәскәре
- Генерал Вацлав Ивашкевич етәкселегендәге 6-сы армия
- 5-се пехота дивизияһы (Вацлав Енджеевский)
- 12-се пехота дивизияһы (Мариан Янушайтис -Жегота)
- 18-се пехота дивизияһы (Франтишек Крайовский)
- 3-сө авиадивизион (Стефан Бастыр)
- Генерал Антоний Листовский етәкселегендәге 2-се армия
- 13-сө пехота дивизияһы (Франтишек Паулик)
- 15-се Помор пехота дивизияһы (Ясенский Антони)
- 6-сы украин пехота дивизияһы (Марко Безручко)
- 2-се авиадивизион (Камилло Перини)
- Генерал Эдвард Рыдз -Смигла етәкселегендәге 3-сө армия
- 1-се пехота дивизияһы Легион (Эдвард Рыдз-Смигла)
- 7-се пехота дивизияһы (Эугениуш Погожельский)
- 3-сө кавалерия бригадаһы (Ежи Савицкий)
Бөтәһе — 4,9 мең штык һәм 30,4 ҡылыс.
РККА
- Сергей Меженинов етәкселегендәге 12-се армия
- 7-се уҡсылар дивизияһы
- 58-се уҡсылар дивизияһы
- Уборевич Иероним етәкселегендәге 14-се армия
- 41-се уҡсылар дивизияһы
- 60-сы уҡсылар дивизияһы
Бөтәһе — 13,4 мең штык һәм 2,3 мең ҡылыс.
Фронттың төньяҡ участкаһында — Припять һәм Двина араһында:
Поляк Ғәскәре
- Генерал Станислав Шептицкий етәкселегендәге 4-се армия (Березин һәм Полесье райондары)
- 2-се Легиондар пехота дивизияһы (Хенрик Минкевич)
- 6-сы пехота дивизияһы (Казимеж Рашевский)
- 14-се Велькопольск пехота дивизияһы (Даниель Конажевский)
- Генерал Владимир Сикорский етәкселегендәге Полесье төркөмө
- 9, 16, 21-сы пехота дивизиялары
- 7-се Авиадивизион (Антони Бучкевич)
- Генерал Стефан Маевский етәкселегендәге 1-се армияһы (Двина районы)
- 1-се Литва-Белорус дивизияһы (Ян Жондковский)
- 8-се пехота дивизияһы
- 1-се кавалерия бригадаһы
- 4-се Авиадивизион (Юлиан Слоневский)
- Генерал Леонард Скерский етәкселегендәге Оператив төркөм (Борисов районы)
- Генерал Казимеж Соснковский етәкселегендәге Резерв армияһы
Барлығы 12 пехота дивизияһы һәм 2 кавалерия бригадаһы — 60,1 мең штык һәм 7 мең ҡылыс
Михаил Тухачевский етәкселегендәге Көнбайыш фронты:
- Август Корк етәкселегендәге 15-се армия
- Николай Соллогуб етәкселегендәге 16-сы армия
Барлығы 66,4 мең штык һәм 4,4 мең ҡылыс.
Фронттың көньяҡ участкаһында һөжүм итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, поляк командованиеһы унда тағы 10 мең штык һәм 1 мең ҡылыс оҙата.
Киевҡа һөжүм итеү
үҙгәртергә1920 йылдың 25 апрелендә поляк ғәскәрҙәре бөтә Украина сиге оҙонлоғонда Ҡыҙыл Армия позицияларына һөжүм итә. Фронттың Мозырьҙан Олевск ҡалаһына тиклемге өлөшө менән — генерал Юзеф Рыбак; Олевскиҙан Полоннеға тиклем — генерал Эдвард Рыдз-Смиглы; Полонненан Проскуровҡа (Хмельницкийға) тиклем — генерал Антони Листовский; Проскуровтан Румыния сигенә тиклем генерал Вацлав Ивашкевич етәкселек итә. Бынан тыш, поляктар, килешеүгә ярашлы, Симон Петлюра ғәскәрҙәренә (15 меңгә яҡын кеше) ярҙам итә. Пилсудскийҙың ғәмәлдәре Францияла ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, сөнки был ил поляктарҙың Көньяҡ Рәсәй хәрби көстәре менән берҙәм фронт сығышына өмөтләнә. Әммә бындай мөмкинлек килеп сыҡмай.
26 апрелдә поляк ғәскәрҙәре Житомир ҡалаһын яулай. Икенсе көндө 59-сы пехота полкы частары дошмандың биш оборона һыҙығын үтә һәм Бердичевҡа бәреп инә, ә 1-се кавалерия дивизияһы 27 апрелдә Казатин мөһим тимер юл узелын баҫып ала. Генерал Ивашкевич етәкселегендәге 6-сы армия көньяҡта Винница, Бар һәм Жмеринка ҡалаларын яулай. Польша армияһы төньяҡта Чернобылде баҫып ала һәм Днепр йылғаһына яҡынлаша. 27 апрелгә ҡарата поляк-украин армияһы билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшә.
Был операциялар һөҙөмтәһендә 12-се армия (РККА) тарҡатыла, әммә тулыһынса юҡҡа сыҡмай, сөнки уның ҡайһы бер частары поляк һөжүме башланғанға тиклем үк көнсығышҡа сигенә башлай[1].
28 апрелдә 1-се Сечевой уҡсылар бригадаһы тар-мар ителгәндән һуң (Ҡыҙыл Армия составында хеҙмәт итеүсе украиндар) Казатин тирәһендә поляк ғәскәрҙәре Чернобыль — Казатин — Винница — румын сиге һыҙығына барып сығалар. Ә һуңынан, тәүлек эсендә 90 км үтеп, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Киев янында туҡтайҙар[2].
Житомирҙа Юзеф Пилсудский украин халҡына мөрәжәғәт итә һәм бойондороҡһоҙлоҡҡа һәм дәүләт ҡоролошон үҙаллы һайлауға уның хоҡуғын раҫлай. Үҙ сиратында, Симон Петлюра поляк-украин союзының ҡаҡшамаҫлығын раҫлай. Был көндәрҙә поляктар 25 меңдән ашыу ҡыҙылармеецты әсирлеккә төшөрә, 2 бронемашина, 120 орудие һәм 418 пулемет баҫып алына. 6 майҙа Аҡ Сиркәү бирелә. Шул уҡ көндө поляк һалдаттары Киевта бер ҡыҙыл командирын әсирлеккә ала. Икенсе көндө РККА частары ашығыс рәүештә ҡаланан ҡасалар. 7 майҙа Киевҡа Поляк Ғәскәренең кавалерия частары бәреп инә. Украинаың уң ярын яулағанда поляктарҙан 150 кеше һәләк була һәм 300 кеше яралана.
Әммә Киевты поляк ғәскәрҙәре Киевты тотоп ҡала алмай. 14 майҙа Белоруссияла Михаил Тухачевский етәкселегендәге ярайһы уҡ көсәйтелгән Көнбайыш фронтының контрһөжүме башланды. Ә 5 июндә Украинала 1-се атлы армия фронтты йырып сыға һәм поляктарҙы сигенергә мәжбүр итә. 12 июндә Киевҡа Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре инә (шулай уҡ ҡарағыҙ Киев операцияһы (1920))
Хәрби авиацияны ҡулланыу
үҙгәртергә1920 йылдың башында Көнбайыш фронтта 16-сы армияның һөжүм итеү һыҙығында хәрби авиация төркөмө ойошторола. Башҡа фронттарҙан азат ителгән авиация отрядтары көнбайыш фронтҡа оҙатыла. Көсәйтеү өсөн 7-се армиянан 4-се, 6-сы һәм 31-се авиация отрядтары күсерелә[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Тухачевский М. Н. Поход за Вислу // Ю. Пилсудский. Война 1920 год. — М., 1992.
- Мельтюхов М. И. Советско-польские войны. Военно-политическое противостояние 1918—1939 гг 2008 йыл 17 март архивланған.
- Проф. Лех Вышчельский (1999). Киев 1920. Изд. «Беллона», Варшава ISBN 83-11-08963-9.
- Тадеуш Кутшеба. Киевская операция. Варшава, 1937
- № 134 Сводка материалов Редакционной коллегии о погромах военнослужащими польской армии в мае—июне 1920 г. в Киевской губ.