Пискарев Пётр Васильевич
Пискарев Пётр Васильевич (18 июнь 1912 йыл — 31 декабрь 1976 йыл) — совет хәрби начальнигы, танк ғәскәрҙәре генерал-майоры. 79-сы уҡсылар корпусы командиры, Совет-поляк, Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.
Пётр Васильевич Пискарев | |||||||||||||||||||
Файл:Пискарев, Пётр Васильевич.jpg | |||||||||||||||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
с. Калинино, Рязанская губерния, Российская империя | ||||||||||||||||||
Үлгән ваҡыты |
31 декабрь 1976 (64 йәш) | ||||||||||||||||||
Вафат урыны | |||||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||||||||||||||
Ғәскәр төрө | |||||||||||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | |||||||||||||||||||
Хәрби звание | |||||||||||||||||||
Командалыҡ итеү |
58-я гвардейская танковая бригада | ||||||||||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||||||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергә1912 йылдың 18 июнендә Рязань губернияһының Калинин ауылында тыуған.
1934 йылда Боровский емеш-йәшелсә техникумын тамамлағандан һуң, РККА сафына алына һәм М. В. Фрунзе исемендәге Орёл бронетанк мәктәбенә уҡырға ебәрелә. 1936—1938 йылдарҙа — 3-сө запас танк бригадаһы 1-се танк батальонының взвод командиры. 1938—1939 йылдарҙа — 3-сө айырым еңел танк полкының уҡыу батальоны взвод командиры.1939 йылдан 1940 йылға тиклем 39-сы айырым еңел танк бригадаһы составында ошо бригада штабының икенсе һәм дүртенсе частары начальнигы һәм беренсе бүлеге ярҙамсыһы вазифаларында хеҙмәт итә. 1939—1940 йылдарҙа бригада составында Совет-поляк һәм Совет-фин һуғыштарында ҡатнаша[1][2].
1940—1941 йылдарҙа И. В. Сталин исемендәге РККА-ның Бронетанк ғәскәрҙәре хәрби академияһында команда факультетында уҡый. 1941 йылдың октябренән 1942 йылдың мартына тиклем 26-сы танк бригадаһы штабында оператив эштәр буйынса штаб начальнигы урынбаҫары, 26-сы танк батальонының рота командиры һәм ошо бригаданың разведка буйынса штаб начальнигы ярҙамсыһы вазифаларында хеҙмәт итә. 1942 йылдың 3 мартынан 7 декабренә тиклем — 26-сы танк бригадаһы штабы начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк Көнбайыш фронтта 43-сө армия составында ҡатнаша һәм Мәскәү янындағы алышҡа инә. 1941 йылдың 14 декабрендә бригада Стремилово һәм Высокое секторында оборонаны биләй. 1941 йылдың декабрендә — 1942 йылдың ғинуарында Малоярославец йүнәлешендә 43-сө армияның контрһөжүмендә ҡатнаша, Оболенскты һәм 1942 йылдың 2 ғинуарында армия частары менән бергә Малоярославец ҡотҡара[3][1][2][4][5].
1944 йылдың 25 авгусынан 1945 йылдың 17 июленә тиклем — 8-се гвардия танк корпусы командиры урынбаҫары. 1945—1947 йылдарҙа — 8-се гвардия танк дивизияһы командиры урынбаҫары[6]. 1947—1948 йылдарҙа К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһында уҡый. 1949—1950 һәм 1956—1976 йылдарҙа — К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияның юғары берләшмәләр тактикаһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы. 1950—1954 йылдарҙа — 20-се гвардия механизацияланған дивизияһы командиры. 1954 йылдың февраленән июленә тиклем — танк ғәскәрҙәре буйынса 3-сө гвардия механизацияланған армияһы командующийы ярҙамсыһы. 1954 йылдан 1956 йылға тиклем — 3-сө удар армия составында 79-сы уҡсылар корпусы командиры[2] [7][8].
1976 йылдың 31 декабрендә Мәскәүҙә вафат була, Хован зыяратында ерләнгән.
Наградалары
үҙгәртергә- биш Ҡыҙыл Байраҡ ордены ((23.01.1942, 02.12.1942, 25.09.1944, 01.11.1944, 1954)
- II дәрәжә Суворов ордены(10.04.1945)
- II дәрәжә Кутузов ордены (10.04.1945)
- Александр Невский ордены (22.03.1943)
- өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (09.09.1943, 1949, 1974)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1940)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944)
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1942)
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы (19.09.1944)
- «Кёнигсбергты алған өсөн» миҙалы (1945)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы(1945)
- «Совет Армияһына һәм Флотҡа 30 йыл» миҙалы (1948)[9][10][1]
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Пискарев, Пётр Васильевич . Танковый фронт: 1939—1945. Дата обращения: 2 февраль 2022.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Пётр Васильевич Пискарев (1912—1976) / Красная Звезда // МО СССР от 13.01.1977
- ↑ Феськов В. И., Калашников К. А., Голиков В. И. Красная Армия в победах и поражениях. Томск, Издательство Томского университета, 2003
- ↑ Строительство и боевое применение советских танковых войск в годы Великой Отечественной войны / И. Е. Крупченко, Л. В. Сергеев и др.; Под ред. О. А. Лосика. — М. : Воениздат, 1979. — 414 с
- ↑ Строительство и боевое применение советских танковых войск в годы Великой Отечественной войны / И. Е. Крупченко, Л. В. Сергеев и др.; Под ред. О. А. Лосика. — М. : Воениздат, 1979. — 414 с
- ↑ Ҡалып:Книга:Феськов и др: Красная Армия в победах и поражениях 1941—1945
- ↑ Страница Ҡалып:Шаблон:Comment/styles.css не имеет содержания.Коллектив авторов. Вооружённые Силы СССР после Второй мировой войны: от Красной Армии к Советской. Часть 1: Сухопутные войска. — Томск: Издательство Томского университета, 2013. — 640 p. — ISBN 978-5-89503-530-6.
- ↑ Калашников К. А., Додонов И. Ю. Высший командный состав Вооружённых сил СССР в послевоенный период. Справочные материалы (1945—1975). Том 4. Командный состав Сухопутных войск (армейское и дивизионное звенья). Часть первая. — Усть-Каменогорск: «Медиа-Альянс», 2019. — 428 с. — ISBN 978-601-7887-31-5
- ↑ Пискарев Пётр Васильевич . Подвиг народа. Дата обращения: 2 февраль 2022.
- ↑ Пискарев, Пётр Васильевич . Память народа. Дата обращения: 2 февраль 2022.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Книга: Высший командный состав ВС СССР в послевоенный период|3
- Калашников К. А., Додонов И. Ю. Высший командный состав Вооружённых сил СССР в послевоенный период. Справочные материалы (1945—1975). Том 4. Командный состав Сухопутных войск (армейское и дивизионное звенья). Часть первая. — Усть-Каменогорск: «Медиа-Альянс», 2019. — 428 с. — ISBN 978-601-7887-31-5
- Коллектив авторов. Вооружённые Силы СССР после Второй мировой войны: от Красной Армии к Советской. Часть 1: Сухопутные войска. — Томск: Издательство Томского университета, 2013. — 640 p. — ISBN 978-5-89503-530-6.
- Замулин В. Н. Прохоровка — неизвестное сражение великой войны. — М.: ACT: Транзиткнига, 2005. — 734 с. — ISBN 5-17-022743-4