Петерс Яков Христофорович
Петерс Яков Христофорович (латыш. Jēkabs Peterss; 21 ноябрь (3 декабрь) 1886 йыл — 25 апрель 1938 йыл) — Рәсәйҙең латыш сығышлы революционеры, ВЧК-ға нигеҙ һалыусыларҙың һәм уның тәүге етәкселәренең береһе. НКВД-ла таҙартыу ваҡытында атып үлтерелә.
Петерс Яков Христофорович | |
латыш. Jēkabs Peterss | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Латвия СССР[1][2][3] |
Тыуған көнө | 21 ноябрь (3 декабрь) 1886 |
Тыуған урыны | Айзпуте[d], Курляндия губернаһы[d], Рәсәй империяһы[4] |
Вафат булған көнө | 25 апрель 1938[5] (51 йәш) |
Вафат булған урыны | Коммунарка атыу полигоны |
Ерләнгән урыны | Коммунарка атыу полигоны |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы, Латвийская социал-демократическая рабочая партия (1904)[d] һәм Британская социалистическая партия[d] |
Ҡатнашыусы | ВКП(б)-ның XVII съезы[d] |
Ойошма ағзаһы | Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Общество старых большевиков[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Петерс Яков Христофорович Викимилектә |
ВЧК рәйесе Феликс Дзержинскийҙың урынбаҫары, 1918 йылдың 7 июленән 22 авгусына тиклем ВЧК рәйесенең вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. ВЧК-ГПУ-ның Почетлы хеҙмәткәре билдәһе менән бүләкләнгән (2-се).
Биографияһы
үҙгәртергәЯков Христофорович Петерс 1928 йылда Ҡарт большевиктар йәмғиәте Бөтә Союзына ингән саҡта яҙған автобиографияһында Петерс батрак улы, 8 йәштән ризыҡ эҙләп, күршеләрҙең малын көтөргә мәжбүр булған, ә 14 йәштән күрше алпауытта башҡа батрактар менән ялланып эшләүе тураһында яҙа[6] Әммә 1917 йылда американ журналисы Битти Бесси менән әңгәмәләшкәндә «һоро барон» улы булдым (Балтик буйы крайында бай ер хужалары -крәҫтиәндәрҙе шулай тип атағандар) һәм уның яллаған хеҙмәткәрҙәре булды, тип һөйләй .[7]
1904 йылда Либаваға күсә, унда Латыш социал-демократик эшселәр партияһына инә.
1905—1907 йылдарҙағы революция осоронда, анкетаға ярашлы, крәҫтиәндәр һәм батрактар араһында агитация алып бара. 1907 йылдың мартында ҡулға алына. Забастовка ваҡытында завод директоры ғүмерен ҡыйырға маташыуҙа ғәйепләнә, әммә 1908 йылдың аҙағында Рига хәрби суды уны аҡлай.
Эмиграцияла (1909—1917)
үҙгәртергә1909 йылда Гамбургка китә, ә бер йылдан Лондонға күсенә. Урыҫ коммунистары ярҙам күрһәткән Федор Ротштейн, уға Петерс менән ыҙаларға тура килде, тип хәтерләй, сөнки батша хөкүмәтенең эҙәрләүҙәренән ҡасып килгән Петерстың бер тин аҡсаһы булмай һәм ул инглизса бер һүҙ белмәй[8]. Лондон Латыш крайының Социал-демократияһы (СДЛК), Британия социалистик партия һәм Латыш коммунистар клубы ағзаһы була.
1910 йылдың 23 декабрендә, 16 декабрь төнөндә Хаунсдитчта полицейскийҙарҙы үлтереүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алына. Петерс талаусыларҙың етәксеһе уның ике туған ағаһы Фриц Сварс булды тип аҡлана[9] Тиҙҙән, 1911 йылдың 3 ғинуарында, билдәле булған «Сидней-стрит» ҡамауынан һуң Петерс ҡулға алына, 5 ай төрмәлә уҙғара һәм 1911 йылдың май айында азат ителә.
Беренсе донъя һуғышы осоронда социалистик төркөмдәре комитеты ағзаһы була, уны Чичерин етәкләй.
1917 йылғы революция
үҙгәртергәЛифлянд губернаһы крәҫтиәндәренән Демократик кәңәшмәһенә вәкил итеп ебәрелә, уны Александр Керенский уҙғара.
1917 йылдың октябрь көндәрендә Петроград Хәрби-революцион комитеты ағзаһы, 2-се бөтә Рәсәй Советтар съезы делегаты, ВЦИК ағзаһы. Октябрь революцияһы өсөн ғәскәри частар әҙерләй.
ВЧК-ГПУ-ла эше
үҙгәртергәОктябрь революцияһынан һуң — коллегия ағзаһы һәм рәйестең ярҙамсыһы (дөрөҫөрәге — урынбаҫары) һәм Ғәҙәттән тыш комиссияһының казначейы. 1918 йылдың апреленән ВЧК тарихында тәүге партия ойошмаһы секретары.
ВЧК-ның «латыш йөҙө» образы формалышыуын нәҡ уның исеме менән бәйләйҙәр: ВЧК-ла латыштарҙың күп булыуында «пролетар язалау» ведомствоһында Я. Х. Петерс икенсе кеше булып тороуы роль уйнай, ул чекистар сафына «Прибалтика крайындағы социал-демократик подполье мәктәбен үткән һәм 1905—1907 йылдарҙағы хәрби дружиналарҙа ҡатнашыу һәм конспирация тәжрибәһе булған иптәштәрен һәм яҡташтарын йәлеп итә»[10].
Локкарт заговорын фашлауҙа ҡатнаша, 1918 йылғы һул эсерҙар фетнәһен баҫтырыу менән етәкселек итә. 1918 йылдың 6 июлендә Мирбахтың үлтерелеүе сәбәле Дзержинский ваҡытлыса вазифаһынан бушатыла, уның урынына Петерс тәғәйенләнә. Ул ВЧК-ның яңы коллегияһын башлыса коммунистарҙан төҙөй. 22 августа (Дзержинский ҡайтҡандан һуң) Петерс уның урынбаҫары итеп күсерелә.
В. И. Ленинға һөжүм иткән эсер Фаина Капландың эше буйынса тикшереү алып бара. Мәскәү һәм Ҡазанда «Ватан һәм азатлыҡты яҡлау союзы» төркөмөн бөтөрөү менән етәкселек итә.
1919 йылдың 9 ғинуарында Я. Петерс ВЧК Президиумы ултырышында (унан тыш М. И. Лацис, И. К. Ксенофонтов һәм секретарь Мурнек ҡатнаша) ҡарар сығара: «Элекке император өйөрө кешеләренә ҡарата ВЧК хөкөмөн — раҫларға һәм был турала Үҙәк башҡарма комитетына хәбәр итергә».[11] Әлеге ҡарар буйынса Петроградта бөйөк кенәздәр Николай Михайлович, Георгий Михайлович, Павел Александрович һәм Дмитрий Константинович атып үлтереләләр.
Мәскәү ревтрибуналында эшләй, 1918 йылдан — сиратлап рәйеслек итеүсе өс рәйестең береһе.
1919 йылдың мартында рәйес урынбаҫары урынында уны И. Ксенофонтов алмаштыра, ә Петерс шул уҡ айҙа Петроградҡа ебәрелә, унда ул — эске оборона начальнигы, ә һуңғараҡ нығытылған райондың коменданты итеп тәғәйенләнә.
1919 йылдың 11 июнендә Я. Петерс ҡала райондарына ебәреү өсөн «Петроградта ҡарау үткәреү буйынса инструкция» әҙерләй. Инструкцияға ярашлы, һәр район участкаларға бүленә, уларҙа бөтә торорға яраҡлы һәм яраҡһыҙ булған бөтә биналарҙа ентекле тикшереү үткәрелә, төп маҡсат — ҡорал эҙләү. Тентеү ваҡытында тейешле рөхсәт булмайынса атыу ҡоралын үҙендә тотҡан һәр кем (һунар мылтыҡтарын иҫкә алмағанда) ҡулға алына; дезертирҙар; пропискала тормаған граждандар; паспортһыҙҙар; околоточныйҙарҙан алып бөтә элекке полиция чиндары һәм бөтә жандарм офицерҙары һәм унтер-офицерҙары.[12]
14 июндә райондарҙың бөтә шикле урындарында һәм биналарында, бөтә дини ҡорамдарында, манараларҙа, сарлаҡтарҙа, баҙарҙарҙа, һарайҙарҙа, келәттәрҙә һәм майҙандарҙа тикшереү башлау тураһында бойорола.
1919 йылдың июлендә Төньяҡ корпусы (һуңынан Төньяҡ-көнбайыш армия) ғәскәрҙәренең Петроградтан сигенеүе менән бәйле Петерс етәкләгән эске оборона бөтөрөлә, уның урынына Петроград нығытылған районы начальнигы идаралығы булдырыла. Петерс укрепрайон начальнигы һәм Оборона комитеты ағзаһы бәлып тәғәйенләнә.
1919 йылдың авгусында Петерс Киев нығытылған районы коменданты һәм гарнизон начальнигы итеп тәғәйенләнә. ТУл ваҡытта Киевҡа төрлө яҡтан Деникин армияһы һәм Петлюра ғәскәрҙәре ябырылалар.
Киев ҡолатылғандан һуң Петерс — Тулала Хәрби Советы ағзаһы. 1919-1920йылдарҙың ҡышында Мәскәүҙә тимер юлдарҙа һуғыш хәлен урынлаштырыу буйынса Хеҙмәт һәм оборона Советының (СТО) Махсус комитеты рәйесе урынбаҫары сифатында эшләй. 1920 йылдың ғинуарында — Төньяҡ Кавказда ВЧК-ның тулы хоҡуҡлы вәкиле, Төньяҡ-Кавказ тимер юлы комиссары.
Төркөстанда
үҙгәртергә1920—1922 йылдарҙа РКП(б) Үҙәк Комитетының Төркөстан бюроһы ағзаһы, Төркөстанда — ВЧК тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм Ташкент ВЧК-һы начальнигы. Дутовтың, Анненковтың, Әнүәр пашаның большевиктарға ҡаршы формированиеларына ҡаршы оперциялар менән етәкселек итә.
1921 йылдың майында ташкентта Лондон буйынса таныш булған Ф. А. Ротштейнды осрата, Ротштейн Иранда тулы хоҡуҡлы вәкил итеп тәғәйенләнә[8]
Мәскәүҙә
үҙгәртергә1922 йылдың февралендә Петерс Мәскәүгә ҡайтарыла һәм 1922 йылдың 2 июнендә булдырылған ГПУ-ның Көнсығыш бүлеге начальнигы һәм Коллегия ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Яңы бүлек Кавказда, Төркөстан, Башҡорт, Татар һәм Ҡырым автономиялы республикаларында, Бохара һәм Хорезм халыҡ республикаларында чекистарҙың эшен берләштерә. Яңы бүлеккә көнсығыш илдәренән мәғлүмәттәрҙе тикшереү йөкмәтелә, Көнсығыш бүлегенең оператив бурыстарын үтәү Сит ил бүлеге (ИНО) өсөн мотлаҡ була. Көнсығыш бүлегендә бүлексәләр менән Петерстың урынбаҫарҙары Владимир Стырне, Федор Эйхманс һәм Михаил Казас етәкселек итә[13][14]. Көнсығыш бүлегендә эшләгән осорҙа бер үк ваҡытта Петерс ОГПУ Сик буйы ғәскәрҙәренең баш инспекторы була. 1927 йылдың декабрендә, ВЧК-ның 10-йыллығына, ул Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1929 йылдың аҙағында Петерс СССР Фәндәр академияһы учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен таҙартыу буйынса комиссия менән етәкселек итә. 259 академик һәм ағза-корреспонденттан 71 кеше, башлыса, гуманитар профилле ғалимдар, эштән ҡыуыла. Уларҙың күбеһе «Академиктар эше» буйынса ҡулға алына. Эш буйынса тикшереү йылдан ашыу бара. 70-йәшлек академик С. Ф. Платоновты һәм уның хеҙмәттәштәрен ОГПУ Совет власын ҡолатыуҙы ойоштороуҙа һәм артабан Рәсәйҙә монархияны реставрацияллауҙа ғәйепләй[15].
1929 йылдың 31 октябрендә Я X. Петерс Коллегия ағзаһы һәм ОГПУ-ның Көнсығыш бүлеге начальнигы вазифаһынан бушатыла. Ошоноң менән формаль рәүештә уның биографияһындағы чекист этабы тамамлана, әммә күҙәтеү органдарында Петерс эшен әле дауам итә.
1930—1934 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Мәскәү контроль комиссияһы рәйесе (МКК). 1923—1934 йылдарҙа — ВКП(б Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы, 1930—1934 йылдарҙа — уның Президиумы ағзаһы. 1934 йылдан — ВКП(б) Үҙәк Комитеты эргәһендәге партия контроле комиссияһы ағзаһы, ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы партия контроле комиссияһы Бюроһы ағзаһы.
1937 йылдың 27 ноябрендә онтрреволюцион ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына[16]. 1938 йылдың 25 апрелендә «Коммунарка» полигонында атып үлтерелә.
1956 йылдың 3 мартында СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан аҡлана.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Петерс Я. О чистке советского аппарата. М., Московский рабочий, 1929
- Петерс Я. Чистка соваппарата и контроль масс. М., ГИЗ, 1930.
- Петерс Я. Отчетный доклад о работе МКК ВКП(б). М., Партиздат, 1934
- Петерс Я. Воспоминания о работе в ВЧК в первый год революции // Пролетарская революция. — 1924. — № 10 (33). — С.5 — 32. // Составители: В. Гончаров, А. Кокурин. Гвардейцы Октября. Роль коренных народов стран Балтии в установлении и укреплени большевистского строя. — Москва: Индрик, 2009. — С. 373—381. — 492 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-91674-014-1. Архивировано 13 июль 2013 года.
Петерс образы — кино сәнғәтендә
үҙгәртергә- Эдуард Павулс (Илселәр заговоры, 1965)
- Олег Мокшанец (Алтынсы июль, 1968)
- Гирт Яковлев (Петерс, 1972)
- Пеэтер Урбла (20 декабрь, 1981)
- Богдан Коминовский (Рейли: король шпионов[en], 1983)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.executedtoday.com/category/who/executioners-who/
- ↑ http://www.mos.ru/en/about/history/residence/index.php?id_4=129
- ↑ http://www.jstor.org/stable/152594
- ↑ http://spartacus-educational.com/Yakov_Peters.htm
- ↑ Петерс Яков Христофорович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ РГАСПИ. Ф. 124. Оп. 1. Д. 1474. Л. 3-5. Опубликована в книге: Гвардейцы Октября. Роль коренных народов стран Балтии в установлении и укреплении большевистского строя. Индрик, Москва, 2009. ISBN 978-5-91674-014-1. Стр. 269.
- ↑ Bessie Beatty. The red heart of Russia. 1918. P. 135.
- ↑ 8,0 8,1 Михаил МУЛЛЕР: АКАДЕМИК Ф. А.РОТШТЕЙН . Дата обращения: 18 ғинуар 2010. Архивировано 27 ноябрь 2002 года. 2002 йыл 27 ноябрь архивланған.
- ↑ COMRADE JACOB PETERS.; Ex-Scotland Yard Man Tells of His Career in London. Дата обращения: 14 апрель 2019. Архивировано 14 август 2018 года.
- ↑ А. Папчинский, М. Тумшис / 1937. Большая чистка. НКВД против ЧК — Книги — Terra Incognita. Сайт Рэдрика . Дата обращения: 8 апрель 2012. Архивировано 5 апрель 2011 года. 2011 йыл 5 апрель архивланған.
- ↑ Протокол заседания Президиума от 9 января. // Архив ВЧК: Сборник документов / Отв. ред. В. Виноградов, А. Литвин, В. Христофоров; сост.: В. Виноградов, Н. Перемышленникова. М.: Кучково поле, 2007.
- ↑ Корнатовский Н. А. Борьба за Красный Петроград. — М: ACT, 2004. Глава 6.
- ↑ Степанков В. Н., Киселев А. В., Шарапов Э. П. Чекисты Сталина. СПб., 2006.
- ↑ Создание восточного отдела ГПУ . Дата обращения: 13 март 2019. Архивировано 18 июль 2016 года. 2016 йыл 18 июль архивланған.
- ↑ Иосиф Тельман. Академик Тарле, Сталин и Наполеон. Дата обращения: 18 ғинуар 2010. Архивировано 13 сентябрь 2018 года.
- ↑ Биография Якова Петерса на сайте Хронос . Дата обращения: 18 октябрь 2018. Архивировано 14 октябрь 2011 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Беседа с Петерсом. Утро Москвы, 4 ноября 1918, № 81
- Елена Съянова. Под гнётом их обаяния (Известия науки, 13.10.2003)
- Елена Съянова. «Яков Петерс, которого мы не знаем» — статья в газете «Известия» на официальном сайте ФСБ
- Виктор Тополянский. Чекист № 2
- ZURKA DUBOF, JACOB PETERS, JOHN ROSEN, NINA VASSILEVA, Killing, Theft, 25th April 1911 (инг.)
- COMRADE JACOB PETERS.; Ex-Scotland Yard Man Tells of His Career in London. (инг.)