Пассарелла Даниэль Альберто

Даниэль Альберто Пассарелла (исп. Daniel Alberto Passarella, 25 май 1953 йыл, Чакабуко (инг.)баш., Буэнос-Айрес провинцияһы, Аргентина) — Аргентина футболсыһы һәм футбол тренеры, үҙәк һаҡсы позицияһында сығыш яһай; элек Аргентина һәм Уругвай йыйылма командаларын күнектерә. Аргентина йыйылма командаһының Донъя чемпионатында ике тапҡыр еңгән берҙән-бер футболсыһы (1978, 1986), 1978 йылғы донъя чемпионатында Аргентина йыйылма командаһы капитаны була. 2009—2013 йылдарҙа — «Ривер Плейт» Аргентина клубы президенты[5].

Футбол
Футбол
Даниэль Пассарелла
Информация
Тулы исеме Даниэль Альберто Пассарелла
Ҡушаматы Великий капитан (исп. El Gran Capitán), Кайзер (исп. El Kaiser), Вождь (исп. El Caudillo)
Тыуа 25 май 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][3] (71 йәш)
Чакабуко[d], Буэнос-Айрес[d], Аргентина
Гражданлығы Аргентина Аргентина
Буйы 173[4] см
Позиция защитник
Клубы
Клубы Аргентина Ривер Плейт
Карьера
Йәштәр клубтары
1968—1971 Аргентина (1812-1985) Архентинос Хуниорс
Клуб карьераһы*
1971—1973 Аргентина (1812-1985) Сармьенто 36 (9)
1974—1982 Аргентина (1812-1985) Ривер Плейт 226 (90)
1982—1986 Италия флагы Фиорентина 109 (26)
1986—1988 Италия флагы Интернационале 44 (9)
1989 Аргентина Ривер Плейт 32 (9)
1971—1989 Барлығы 447 (143)
Тренер карьераһы
1989—1994 Аргентина Ривер Плейт
1994—1998 Аргентина Аргентина
1998—2000 Уругвай Уругвай
2000—2001 Италия флагы Парма
2002—2004 Мексика флагы Монтеррей
2004—2005 Мексика флагы Толука
2005 Бразилия Коринтианс
2006—2007 Аргентина Ривер Плейт
2009—2013 Аргентина Ривер Плейт президент
Халыҡ-ара миҙалдары
Донъя чемпионаты
Алтын Аргентина 1978
Алтын Мексика 1986

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.


Пассарелла футбол тарихында бөйөк һаҡсыларҙың береһе тип иҫәпләнә һәм һаҡсы булараҡ индергән голдар һаны буйынса, Рональд Кумандан ғына ҡалышып, 2-се урында тора (451 матчта 134 гол) ғына ҡалышып[6]. 2004 йылда ФИФА версияһы буйынса ул ваҡытта 125 тере бөйөк футболсынан торған ФИФА 100 исемлегенә инә[7], 2007 йылда The Times версияһы буйынса 50 иң ҡаты уйынсы рейтингында 36-сы урында тора, 2017 йылда FourFourTwo журналы версияһы буйынса донъяның 100 бөйөк футболсыһы исемлегенә инә (56 урын)

Дөйөм карьераһы

үҙгәртергә

Клуб карьераһы

үҙгәртергә
 
Пассарелланың 1979 йылда"Ривер Плейт" өсөн уйынында ирекле тибеүе

Даниэль карьераһын, провинция Буэнос-Айрес провинцияһының Хунин тигән урынында "Сармьенто"ла башлай. Шунан «Ривер Плейт»ҡа күсә, аҙаҡ Италияға күсенеп, унда «Фиорентин» һәм «Интер» клубы өсөн уңышлы уйнай. Уйынсы карьераһын "Ривер Плейт"та тамамлай.

Лидер буйыуы һәм уйынды илһамлы итеп ойоштороу һәләте «El Gran Capitán» (Бөйөк капитан) йәки «Кайзер» ҡушаматтары ала. Пассарелл футбол тарихында 451 матчта 134 гол индергән һаҡсы булараҡ, ҡурҡыынс уйынсы була[8].

Баш менән уйнауҙа уға тиңдәр булмай. Буйы бәләкәй булыуға ҡармаҫтан (173 см), күпселек осраҡта һаҡта ла, һөжүмдә лә өҫтөнлөккә эйә була. Дөрөҫ, уның уйын барышында бик йыш барышында туп өсөн көрәшеп, терһәген дә эшкә ҡуша һәм шуның менән арбитрҙың иғтибарын йәлеп итә.

Йыйылма командала

үҙгәртергә

Пассарелла Аргентина йыйылма командаһы капитан була һәм 1978 йылғы донъя чемпионатында команданы еңеүгә алып сыға: нәҡ ул ФИФА-ның Донңя кубогын команда капитаны булараҡ ҡулына алған беренсе аргентин. 1986 йылда Мексика донъя чемпионатына КОНМЕБОЛ һайлап алыу турнирында Перу йыйылма командаһы менән уйнағанда гол һөжүмендә ҡатнаша һәм Рикардо Гарека индергән гол командаға донъя чемпионатында сығырға ярҙам итә.

1986 йылдағы донъя чемпионатында энтероколит өйәнәге арҡаһында Пассарелл бер уйында ла уйнамай: төп составта уны Браун Хосе Луис алмаштыра. Пассарелланың икенсе проблемаһы йыйылма команда капитаны Диего Марадона һәм тренер Карлос Билардо менән һалҡын мөнәсәбәте була. Футболсы уларҙы уйынға махсус сығармауҙары һәм уның старт составына эләкмәүе өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышыуында ғәйепләй. Шуға ҡарамаҫтан, Пассарелла Аргентинанан ике тапҡыр рәттән һәм ике тапҡыр донъя чемпионы булған берҙән-бер футболсы. Был ҡаҙаныштары тураһында ул: «Аргентинала донъя чемпионы булған 43 уйынсы, һәм 44 донъя семпионы миҙалы бар», — ти (исп. En Argentina hay 44 medallas de campeones del mundo para 43 jugadores).

1986 йылда Пассарелланың йыйылма команда өсөн сығышы тамамлана. Марадона һүҙҙәре буйынса, Пассарелла «Фиорентина» өсөн сығыш яһағанда Монакоға сыға һәм унда йәшерен генә икенсе футболсының ҡатыны менән осраша, һәм был хаҡта хатта сисенеү бүлмәһендә маҡтана[9].

Тренер карьераһы

үҙгәртергә

Уйынсы карьераһы тамамланғандан һуң ул «Ривер Плейт» тренеры була, улар менән бер нисә чемпион титулын яулай. Аргентина йыйылма командаһына Альфио Басилеға алмашҡа килә һәм уны донъя чемпионатына (1998) әҙерләй, шулай уҡ уға Франциялағы турнирҙа етәкселек итә. Аргентина башҡаса элекке уңыш кимәленә етә алмай. Сирек финалда Нидерланд йыйылма командаһынан 2:1 иҫәбенә еңелә. Аргентина командаһы тренеры булған ваҡытта Пассарелла командаһына оҙон сәс йәрәтәүселәрҙе һәм гомосексуалистарҙы алмауы менән таныла. Быны «аҡ-зәңгәр» уйынсыларының Пассарелла осоронда ҡыҫҡа сәс йөрөтөп, ул китеү менән сәс үҫтәрә башалуҙанынна да күренә (айырыуса Эрнан Креспо һәм Хуан Пабло Сорин миҫалында күренә). Чемпионаттан һуң Пассарелла йыйылма командаға етәкселек итеү рулен Марсело Бьелсаға тапшыра.

Пассарелла Уругвай командаһы тренеры булып китә, тик 2002 йылғы Донъя чемпионатына квалификация ваҡытында Уругвай чемпионатынан уйынсыларҙы йыйылма командаға саҡырып алыу сәбәпле, посын ҡалдыра. Ошо эпизодтан һуң Пассарелла 2001 йылда уңышһыҙ ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына етәкләгәнИталияның «Парма»һын етәкләй.

2003 йылда, уның «Монтеррей» командаһы менән Мексика чемпионаттында еңә. 2004 йылдың мартында Пеле Пассарелланы тере 125 йәшәй бөйөк футболсы исемлегенә индерә. Тиҙҙән Пассарелла Бразилияның "Коринтианс"ын етәкләй, әммә ҡот осҡос һөҙөмтәләрҙән һуң эштән ебәрелә.

2006 йылдың 9 ғинуарында ул ун йылдан һуң, Рейналдо Мерлоның көтөлмәгән отставкаһынан һуң тағы ла «Ривер Плейт» командаһын етәкләй. 2007 йылдың 15 ноябрендә, Көньяҡ Америка кубогында ярым финалда "Арсенал"дан сенсацион еңелеүҙән һуң Пассарелла отставкаға китә.

2018 йылдың йәйендә Антонио Мохамедтың отставкаһынан һуң Мексиканың "Монтеррей"ы тренеры вазифаһына төп дәғүәсе итеп ҡарала, әммә клуб етәкселеге Диего Алонсоға өҫтөнлөк бирә[10].

Статистика

үҙгәртергә
Клуб Миҙгел Чемпионат Кубок Континенталь

турнир
Йәмғеһе
Дивизион Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар
Ривер Плейт 1974 Примера Дивисьон 22 5 - - 22 5
1975 29 9 - - 29 9
1976 35 24 - 1 35 24
1977 40 13 - 1 40 13
1978 19 4 - 1 19 4
1979 38 9 - - 38 9
1980 41 12 - 0 41 12
1981 42 14 - 1 42 14
Йәмғеһе 266 90 0 0 4 94
Фиорентина 1982/1983 Серия A 27 3 5 0 2 0 34 3
1983/1984 27 7 7 1 - 34 8
1984/1985 26 5 6 3 3 1 35 9
1985/1986 29 11 7 4 - 36 15
Итого 109 26 25 8 5 1 139 35
Интернационале 1986/1987 Серия A 23 3 8 4 7 1 38 8
1987/1988 21 6 8 1 6 0 35 7
Йәмғеһе 44 9 16 5 13 1 73 15
Ривер Плейт 1988/89 Примера Дивисьон 32 9 - - 32 9
Карьераһында йәмғеһе 451 134 41 13 6 153

Йыйылма командала

үҙгәртергә

Мәғлүмәттәр RSSSF буйынса бирелә[11]

  Аргентина
Йыл Уйын Гол
1976 6 2
1977 7 3
1978 13 4
1979 11 5
1980 9 3
1981 4 1
1982 9 3
1983 0 0
1984 0 0
1985 8 1
1986 3 0
Йәмғеһе 70 22

Йыйылма команда өсөн голдар

үҙгәртергә

Түбәндәге таблицала Альберто Даниэль Пассарелланың йыйылма команда өсөн голдары күрһәтелә. Аргентина йыйылма командаһы голдары беренсе яҙыла[11]

# Дата Урыны Дәғүәсе Голдан һуң иҫәп Йомғаҡлау иҫәбе Турнир
1 28 октябрь 1976 Лима, Перу   Перу 2:1 3:1 Иптәштәрсә матч
2 10 ноябрь 1976 Хосе Амальфитани, Буэнос-Айрес, Аргентина   Перу 1:0 1:0
3 5 июнь 1977 Ла Бомбонера, Буэнос-Айрес, Аргентина   ГФР 1:3 1:3
4 18 июнь 1977 Ла Бомбонера, Буэнос-Айрес, Аргентина   Шотландия 1:1 1:1
5 3 июль 1977 Ла Бомбонера, Буэнос-Айрес, Аргентина   Югославия 1:0 1:0
6 23 март 1978 Дәүләт стадионы, Лима, Перу   Перу 2:0 3:1
7 5 апрель 1978 Ла Бомбонера, Буэнос-Айрес, Аргентина   Румыния 1:0 2:0
8 5 апрель 1978 Ла Бомбонера, Буэнос-Айрес, Аргентина   Румыния 1:0 2:0
9 6 июнь 1978 Монументаль, Буэнос-Айрес, Аргентина   Франция 1:0 2:1 Донъя чемпионаты 1978
10 25 апрель 1979 Монументаль, Буэнос-Айрес, Аргентина   Болгария 2:1 2:1 Иптәштәрсә матч
11 26 май 1979 Олимпия стадионы, Рим, Италия   Италия 2:2 2:2
12 8 август 1979 Монументаль, Буэнос-Айрес, Аргентина   Боливия 1:0 3:0 Америка Кубогы 1979
13 23 август 1979 Монументаль, Буэнос-Айрес, Аргентина   Бразилия 1:1 2:2
14 16 сентябрь 1979 Црвена Звезда, Белград, СФРЮ   Югославия 1:3 2:4 Иптәштәрсә матч
15 13 май 1980 Уэмбли, Лондон, Англия   Англия 1:2 1:3
16 12 октябрь 1980 Монументаль, Буэнос-Айрес, Аргентина   Польша 1:0 2:1
17 16 декабрь 1980 Олимпико Шато Каррерас, Кордова, Аргентина   Швейцария 5:0 5:0
18 28 октябрь 1981 Монументаль, Буэнос-Айрес, Аргентина   Польша 1:0 1:2
19 5 май 1982 Хосе Амальфитани, Буэнос-Айрес, Аргентина   Болгария 2:1 2:1
20 23 июнь 1982 Хосе Рико Перес (инг.)баш., Аликанте, Испания   Сальвадор 1:0 2:0 Донъя чемпионаты 1982
21 29 июнь 1982 Саррия, Барселона, Испания   Италия 1:2 1:2
22 26 май 1985 Полидепортиво де Пуэбло-Нуэво, Сан-Кристобаль, Венесуэла   Венесуэла 2:1 3:2 Донъя чемпионаты 1986 (квалификация)

Уйынсының ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Йыйылма командала

үҙгәртергә
  • Донъя чемпионы: 1978, 1986
  • Аргентинала Йыл футболсыһы: 1976
  • ФИФА Донъя чемпионатының символик йыйылма командаһы ағзаһы: 1978[12]
  • ФИФА 100 исемлегенә индерелә: 2004[13]
  • Отложить Golden Foot Award премияһы лауреаты: 2015[14]
  • Аргентина футбол ассоциацияһы версияһы буйынса Аргентинаның барлыҡ ваҡыттағы символик йыйылма командаһы ағзаһ: 2015[15]
  • World Soccer журналы версияһы буйынса 100 Бөйөк футболсы исемлегенә индерелә[16]
  • «Фиорентин» символик йыйылма футбол клубы ағзаһы[17]

Тренер ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Аргентина чемпионы: 1989/1990, Апертура 1991, 1993 Апертура (барыһы ла — «Ривер Плейт»)
  • Мексика чемпионы: Клаусура 2003 («Монтеррей»)

Йыйылма командала

үҙгәртергә
  • Олимпия уйындарының көмөш призеры: 1996
  • Көньяҡ Американың йыл футбол тренеры: 1997

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Daniel Passarella // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
  2. Daniel Passarella // FBref.com (билдәһеҙ)
  3. DANIEL ALBERTO PASSARELLA // https://bdfa.com.ar/jugadores-1095.html (исп.)
  4. daniel passarella. River Plate – rivermillonarios.com.ar. Дата обращения: 16 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2013 года.
  5. Duncan Mackay. Passarella becomes new River Plate President after controversial election – Inside World Football. insideworldfootball.com. 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. «The World’s most successful Top Division Goal Scorers of all time among defensive players» by the IFFHS.
  7. Pele's list of the greatest  (инг.), BBC Sport (4 March 2004). 18 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  8. «The World’s most successful Top Division Goal Scorers of all time among defensive players», Международная федерация футбольной истории и статистики (IFFHS).
  9. El Diego, autobiography by Diego Maradona, pgs. 120-21
  10. Si voy a Rayados es para ser campeón: Passarella (исп.). www.mediotiempo.com. Дата обращения: 20 август 2019.
  11. 11,0 11,1 Daniel Alberto Passarella – International Appearances. RSSSF. Дата обращения: 5 июль 2018. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «RSSSF» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  12. FIFA World Cup Awards: All-Star Team. Дата обращения: 22 март 2015. Архивировано 30 июнь 2016 года.
  13. Pele open to ridicule over top hundred. Дата обращения: 2 сентябрь 2018.
  14. Legends. Дата обращения: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 25 сентябрь архивланған.
  15. La Selección de Todos los Tiempos. Дата обращения: 29 ғинуар 2018. Архивировано 14 август 2018 года. 2018 йыл 14 август архивланған.
  16. World Soccer Players of the Century. Дата обращения: 29 август 2014.
  17. Festa al Franchi, presenti e assenti. No eccellenti da Rui Costa, Baggio e Batistuta. Дата обращения: 24 август 2016. Архивировано 24 август 2016 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Алдан килеүсе:
Франц Беккенбауэр
ФРГ
Еңеүсе команда капитаны
Чемпионата мира

1978
Һуңынан килеүсе:
Дино Дзофф
Италия
Алдан килеүсе:
Эрнан Дарио Гомес
Көньяҡ Американың иң яҡшы тренеры
1997
Һуңынан килеүсе:
Карлос Бьянки