Ҡыҙылтал
Ҡыҙылтал (рус. Кизил, лат. Córnus) — мүшмел һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Ҡыҙылтал | |||||||||||||||||||
Кизил цветущий (Cornus florida). Общий вид растения во время цветения. Арборетум в Вале-о-Луп. | |||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||
Cornus L., 1753 | |||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||
|
Атамаһы
үҙгәртергәТөрки телдәрҙә үҫемлек был атаманы емештәре алһыу төҫтә булыуы арҡаһында алған. Емештәренең алһыу төҫө Р-актив матдәләрҙең (антоцианиндарҙың) юғары булыуын күрһәтә; шулай уҡ С витаминына һәм пектинға бай.
Макс Фасмерҙың «Рус теленең этимологик һүҙлеге»ндә яҙылыуынса, ҡыҙыл һүҙе төрөк, уйғыр йәки сығатай телдәренән үҙләштерелгән:kyzyl — ҡыҙыл, йәки төр. kyzylǯyk — кизил, шулай уҡ төр. kyzylǯyk аɣаǯу[1].
Таралышы
үҙгәртергәҠыҙылталдың 40‑тан ашыу төрө билдәле. Үҫемлек Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, башлыса Көнсығыш Азияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Тәбиғи хәлдә Кавказда киң таралған. Уның яраҡлаштырылған формалары Молдовала, Украинала, Ҡырымда һәм өлөшләтә Түбәнге Волгала һәм Урта Азияла билдәле, шулай уҡ Көнсығыш һәм Үҙәк Европала ла киң таралған. Һәүәҫкәрҙәр баҡсаларында Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндә һәм хатта Санкт-Петербург янында осрай[2].
Башҡортостанда аҡ ҡыҙылтал үҫә. Киң япраҡлы һәм ылыҫлы урмандарҙың ваҡ ағаслыҡтарында осрай. Башҡортостандың башлыса төньяҡ‑көнсығыш райондарында таралған. Декоратив үҫемлек, мышылар һәм селдәр өсөн мал аҙығы булып тора. Текә битләүҙәрҙең, йылғаларҙың һәм һыу ятҡылыҡтары ярҙарының тупраҡ нығытыусыһы. Үҫемлек шулай уҡ декоратив йәшелләндереүҙә лә ҡулланыла.
Ботаник яҙма
үҙгәртергәНескә һығылмалы ҡыҙғылт йәки һарғылт ботаҡлы, япраҡ ҡойоусы, бер өйлө, күләгәгә сыҙамлы ҡыуаҡ, бейеклеге 1—3 м. Япраҡтары ҡапма-ҡаршы урынлашҡан, һаплы, киң йомортҡанан алып эллипс формаһына тиклем, осонда осло йәки ослая барған, йомро йәки шына һымаҡ нигеҙле, өҫ яҡтан — йыйырсыҡлы, ҡарағусҡыл йәшел, һирәк төктәр менән, аҫ яҡтан — күгелйем, төктәре ҡуйыраҡ. Сәскәләре ваҡ, аҡ төҫтә, ҡалҡан һымаҡ сәскәлектәрҙә. Май—июндә сәскә ата. Емеше — тумалаҡ формаһындағы зәңгәрһыу йәки аҡ төҫтәге төшлө емеш, август—сентябрҙә өлгөрә. Баллы үҫемлек.
Декоратив баҡсасылыҡта ҡулланыу
үҙгәртергәҮҙенең иртә һәм мул сәскә атыуы, ҡуйы йәшел япраҡтары, сағыу, матур емештәре арҡаһында бик декоратив булып иҫәпләнә. Ҡырҡҡылауға бирешмәй, саңға һәм газға бирешмәй. Уларҙы тере ҡойма булдырыу өсөн ҡояшлы һәм ярым күләгәле участкаларҙа, ағас төптәрендә, ҡыуаҡлыҡ төркөмдәре булдырыу өсөн файҙаланалар.
Башҡа урындарҙа ҡулланылыуы
үҙгәртергәҠыҙылталдың ҡабығындағы һәм япраҡтарындағы дуплау матдәләре тире эшкәртеү производствоһында файҙаланыла. Ошо матдәләр менән эшкәртелгән тире үҙенсәлекле һоро-йәшел төҫ ала.
Баллы үҫемлек[3]. Бер үҫемлектә 6300 сәскә иҫәпләнә. Бер сәскә нектарҙа 0,302 мг шәкәр бүлеп сығара. Украина урман-дала һәм Молдавия урмандаларында ултыртылған ҡыҙылтал нектарҙа 0,132 мг-дан 0,316 мг-ға тиклем шәкәр бирә[4].Ростов өлкәһе шарттарында плантацияларҙың бал етештереүсәнлеге — 15 кг/га.[5].
Ҡыҙылтал ағасы айырыуса ҡиммәтле үҙенсәлектәргә эйә, тығыҙ һәм ҡаты. Әҙәбиәттә, элек сәғәт механизмының тәгәрмәстәрен ошо ағастан яһағандар, тигән мәғлүмәттәр бар[6][7]. Бронза быуаты ҡатламдарындағы археологик ҡаҙыныу эштәренең береһендә ҡыҙылталдан эшләнгән ҡылыс тотҡаһы табыла. Элек унан төймәләр эшләнгән, ә Дағстанда ҡул таяғы эшләүсе оҫталар булған. Үҙағасы музыка ҡоралдарын эшләү өсөн дә ҡулланыла[6].
Төркиәлә емешенең һөйәктәренән тиҫбе эшләгәндәр[6].
Догвуд мәҙәниәттә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Фасмер М. Р. Кизил // Этимологический словарь русского языка . — М.: Прогресс, 1964—1973. (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2010)
- ↑ Юрина Л. В. Садовые новинки. — М.: Астрель; АСТ, 2002. — С. 146—150. — 272 с.
- ↑ Пельменев В. К. Медоносные растения. — М.: РОССЕЛЬХОЗИЗДАТ, 1985. — С. 69. — 144 с. — 65 000 экз.
- ↑ Самсонова, 2005, с. 26
- ↑ Богданова, 2014, с. 22
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Кизил // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2010)
- ↑ Унчиев Н. Д. Дикорастущий кизил Кавказа и местные способы его использования // Материалы I совещания ботаников и селекционеров. — М.—Л.: Изд-во АН СССР, 1951.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бахтеев Ф. Х. Важнейшие плодовые растения. (Пособие для учителей). — М.: Просвещение, 1970. — С. 121—123. — 351 с.
- Богданова И. Б. Влияние температуры на цветение древесных и кустарниковых медоносов // Пчеловодство : журнал. — 2014. — № 3. — С. 22. — ISSN 0369—8629.
- Дудукал Г. Д., Руденко И. С. Кизил. — М.: Агропромиздат, 1990. — 48 с.
- Илиева У. М. Плодоношение, возобновление и селекции кизила в горных лесах Адыгеи / Автореферат диссертации. — Майкоп, 2007. — 23 с.
- Леонтяк Г. П. Кизил — ценное лесное растение. — Кишинёв: Штиинца, 1984. — 158 с.
- Самсонова И. Д. Ранневесенние медоносы степной зоны // Пчеловодство : журнал. — 2005. — № 4. — С. 26—27.
- Юрина Л. В. Садовые новинки. — М.: Астрель; АСТ, 2002. — С. 146—150. — 272 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кизил обыкновенный // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978. (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2010)
- Кизил // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2010)