Терпеләр (лат. Erinaceidae) — афроевразия имеҙеүселәре ғаиләһе. Бөжәк ашаусылар отрядына керә. Барлығы 24 төрө билдәле, улар 10 ырыуға бүленә[1]. Ғәҙәттә, терпеләр составы 2 ярым ғаилә: терпеләр, йәки ысын терпеләргә (Erinaceinae), һәм гимнуралар, йәки ҡомаҡ терпеләргә (Galericinae) бүленә[2].

Терпеләр
Ябай терпе (Erinaceus europaeus)
Ябай терпе (Erinaceus europaeus)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Терпеләр G. Fischer, 1814


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  552310
NCBI  9363
EOL  6873844

Күпселек илдәрҙә йәшәй, бөжәктәр менән туҡлана торған һәм шул яғы менән ауыл хужалығы өсөн файҙалы булған имсәкле кейек[3]; һырты энә менән ҡапланған бәләкәй йәнлек[4].

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Башҡортостанда ике төрө бар: ябай терпе һәм ҡолаҡлы терпе.

Ябай терпенең оҙонлоғо 23,7 — 27,2 см тирәһендә була, ауырлығы 240—250 грамға етә. Ул урман ситтәрендә, аҡландарҙа, ҡырҡындыларҙа йәшәй. Һаҙлы урындарҙы, ҡуйы урмандарҙы яратмай.

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Терпеләр урман, дала, сүлдәрҙә йәшәй. Тауҙарға 2500—2800 метр бейеклеккә тиклем күтәреләләр. Терпе эңерҙә, төндә һунарға сыға, көндө ояһында үткәрә (ҡайһы бер төрҙәре тәүлектең яҡты осоронда ла әүҙемлек һаҡлай)[5]. Ауған ағас тамырҙары аҫтында, эре үлән төбөнә япраҡтарҙан, ҡыу үләндәрҙән, ваҡ ботаҡтарҙан оя яһай. Ер һарҡып, һалҡындар бөткәнсе шул ояһында йоҡлай.

 
Терпе йоҡлаған осорҙа

Ҡолаҡлы терпе йыш ҡына ирлән, йомран, һыуһар өңөн файҙалана.

Май—июнь айҙарында 2—6 бала килтерә, 3—4 сәғәттән балаларының энәләре ҡалҡа башлай. 5—6 көндән энәләре күренерлек була. Егерме көндән күҙҙәре асыла, энәләре ҡоңғорт төҫкә инә һәм ҡата. Терпе балаларын имеҙеп үҫтерә.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Терпе аҙыҡҡа талымһыҙ, нимә тура килә, шуны ашай: умыртҡаһыҙҙар, амфибиялар, һөйрәлеүселәр (терпеләр йылан ағыуына ҡаршы тороусанлығы менән билдәле), емтек, ҡош йомортҡалары[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Mammal Species of the World. A Taxonomic and Geographic Reference. 3rd ed. Vol. 1] / Ed. by D. E. Wilson, D. M. Reeder. — Baltimore: Johns Hopkins University Press, 2005. — xxxv + 743 p. — ISBN 0-8018-8221-4. — P. xxviii—xxix.
  2. Зайцев, Войта, Шефтель, 2014, с. 45—46
  3. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
  4. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  5. Зайцев, Войта, Шефтель, 2014, с. 44—45
  6. Зайцев, Войта, Шефтель, 2014, с. 45

Һылтанмалар

үҙгәртергә