Оло Кокшага (ҡурсаулыҡ)

Оло Кокшага дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Госуда́рственный приро́дный запове́дник «Больша́я Кокша́га») — Рәсәйҙең Марий Эл Республикаһы Килемарский һәм Медведев райондары территорияһындағы ҡурсаулыҡ (айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе).

Оло Кокшага дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны21 428 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты14 март 1993 йыл 
Идара итеүсе ойошмаОло Кокшага дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы федераль дәүләт бюджет учреждениеһы 
Урынлашыуы
56°40′35″ с. ш. 47°16′21″ в. д.HGЯO
РФ субъектыМарий Эл

b-kokshaga.ru
Рәсәй
Точка
Оло Кокшага дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Оло Кокшага Викимилектә

1993 йылдың 14 мартында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Министрҙар Советы ҡарары менән Оло Кокшага йылғаһы бассейнының уникаль тәбиғи комплекстарын һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында ойошторола[1]. Элегерәк Марий Элдең был тәбиғәт биләмәһендә «Марий» ҡурсаулығы булған. 1972 йылдың эҫе, ҡоро йәйендә территорияһы тулыһынса янғандан һуң бөтөрөлә[2][3][4].

Элек ҡурсаулыҡ аша Нолка-Яңы Цинглок тимер юл линияһы үтә, әммә ул 1990-сы йылдарҙа һүтеп алына.

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Шул уҡ исемле йылғаның урта ағымында, Йошкар-Оланан көнбайышҡа табан 40 км алыҫлыҡта, Старожильск ауылынан саҡ ҡына юғарыраҡ урынлашҡан. Ҡурсаулыҡтың майҙаны 21 428 гектар тәшкил итә[1].

Йылғалары һәм күлдәре

үҙгәртергә

Ҡурсаулыҡ территорияһынан Оло Кокшага, Шеженер, Витьюм, Шамка, Арья йылғалары аға. Шушер күле бар.

Ҡурсаулыҡты һаҡлау режимы ҡәтғиләшеү сәбәпле, Оло Кокшага буйлап байдарка маршрутын Киров өлкәһенең Санчурск ауылынан түгел, ә Старожильск ауылынан башларға тура килә[5].

Климаты уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ, йәйен уртаса эҫе була. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме — 538 мм. Вегетация осоро 128 көн дауам итә[6][7].

Флора и фаунаһы

үҙгәртергә

Ҡарағай урмандары (лишайник, оҙон мүк, ҡара көртмәле, сфагнум үҫә) киң таралған. Ҙур майҙандарҙы ҡайын урмандары биләй. Оло Кокшага йылғаһы буйында йүкә, имән урмандары үҫә. Ҡара ерек осрай. Флораһында 700-ҙән ашыу төр үҫемлек иҫәпләнә.

Хайуандары: мышы, аҡ ҡуян, ҡабан, тейен. Йыртҡыстарҙан һыуһар, йәтсә, көҙән, бүре, һоро айыу бар.

86 төр ҡош йәшәй. Һуйыр һәм ҡор бар. Күсәр (һуна өйрәк, сыйылдаҡ сөрәгәй һәм сытырҙаҡ сүрәгәй, һоро торна, һоро ҡауҙы) һәм йыртҡыс (ҡор ҡарсығаһы, бүҙәнә ҡарсығаһы) ҡоштар, "Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы"на индерелгән һирәк ҡоштарҙан кәлмәргән оя ҡора.

Һыу ятҡылыҡтарында — суртан, йылға ҡондоҙо, сабаҡ, табан балыҡ, ҡарабалыҡ һ.б.[8].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Постановление Совета Министров — Правительства РФ от 14 марта 1993 г. № 220 «О создании в Республике Марий Эл государственного природного заповедника „Большая Кокшага“ Министерства охраны окружающей среды и природных ресурсов Российской Федерации»
  2. Описание заповедника на сайте ООПТ России. Дата обращения: 23 февраль 2012. Архивировано 7 август 2011 года.
  3. Историческая справка на сайте заповедника. Дата обращения: 23 февраль 2012. Архивировано 20 июнь 2012 года.
  4. Доклад об экологической ситуации в Республике Марий Эл в 2013 году. Дата обращения: 24 август 2014. Архивировано из оригинала 26 август 2014 года.
  5. По просторам Марий Эл. Дата обращения: 17 октябрь 2013. Архивировано 17 октябрь 2013 года.
  6. Климатические условия территории заповедника — «Большая кокшага», Государственный природный заповедник. b-kokshaga.ru. Дата обращения: 15 апрель 2022. Архивировано 16 июль 2021 года.
  7. Государственный природный заповедник Большая Кокшага. Заповедники и национальные парки мира. Дата обращения: 15 апрель 2022. Архивировано 31 ғинуар 2020 года.
  8. Общая информация о заповеднике. Государственный природный заповедник «Большая Кокшага». Дата обращения: 11 февраль 2019. Архивировано 12 февраль 2019 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә