Сабаҡ
Сабаҡ (лат. Rutilus rutilus, рус. Плотва́ обыкнове́нная, тара́нь, во́бла, соро́га, бублица, плотица) — нурһөйәкле балыҡтар төркөмөнән, һаҙандар ғаиләһенә ҡарай.
Сабаҡ | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 19787 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәБыл көмөш төҫөндәге күҙе ҡыҙыл, көмөш тәңкәле балыҡтың ҡойроҡ һәм арҡа йөҙгөенән һарҡылт-ҡыҙыл төҫтә. Тик уны ҡыҙылғанат менән бутарға ярамай.
Кәүҙәһе оҙонсай. Ян-яҡтан ҡыҫылған. Оҙонлоғо — 10-15 см тирәһе.
Күкһел һыртлы, аҡ ҡорһаҡлы, буҙ ҡойроҡло ваҡ йылға балығы. Тәңкәләре ҙур, тығыҙ ултыра.
Йотҡолоғонда бер рәт тештәр урынлашҡан. Ғәҙәттә, 6-5 йәки 5-5.
Умыртҡалары — 39-43.
Кариотип: 2n = 50, NF = 82-84 (Васильев, 1985).
13 тирәһе төрсәгә бүленә.Ҡайһы бер белгестәр был төрсәләрҙе айырым төр итеп һанай. Ҙурлығы 7 см тирәһе.
Күбеһенсә уның ауырлығы 100—200 грамм ғына тарта.
Таралыуы
үҙгәртергәАреалы бик киң. Тотош Евразияны биләй. Сөсө һыу ятҡылыҡтарында тереклек итәләр.
Сабаҡтарҙың ярым үрләүсе фиғыллы формалары (вобла) ла бар. Йылға тамаҡтарында, тоҙло һыулы мөхиттә туҡланып, ауырлыҡ йыйып, ыуылдырыҡ сәсергә йылға үрҙәренә күтәреләләр.
Тубыл, Иртыш йылғаларында, Себер һәм Урал күлдәрендә киң таралған. Табан балыҡ ҡайҙа йәшәй, ул да шул йылға-күлдәрҙә, быуаларҙа, һыу ятҡылыҡтарында йәшәй.
Ул беҙҙең барлыҡ йылға-күлдәрҙә тиерлек осрай.
Йәшәү рәүеше
үҙгәртергәСабаҡ, ғәҙәттә, төбө ҡомло, ҡырсынлы, ташлы даръя-йылғаларҙҙы, тыныс йылға ҡушылдыҡтарын, ҡуйы ҡамышлы быуа-күлдәрҙе үҙ итә.
Шулай уҡ, талғын ғына ағымлы текә яр буйында шаршыларҙан түбән тымыҡ сөмбөлдәрҙе, текә яр буйҙарын, һыу өйөрөлөп ятҡан урындарҙы ярата.
Иртә яҙ сабаҡ ярға һынына. Үләндәр морон төртөү менән йылға ҡултыҡтарына, ҡуйы ҡамыш араһына һыйына, ылымыҡтарға күп үҫкән ерҙәргә күсә. Эре сабаҡ тоноҡ урындарҙы һайлай.
Йәй сабаҡ төрлө тәрәнлектә йәшәй, йә, һыу уртаһында, йә иһә һыу өҫтөндә. Аҙыҡ эҙләп ул һай урында ла йөрөй.
Уны һыу ятҡылыҡтарында берсә башын һыуҙан күтәреп, берсә ҡабырғаһын ҡояшта ялтыратып йөҙөп йөрөгәнен күҙәтергә мөмкин. Өҫкә ҡарап торған ауыҙы менән ул һыуға төшкән бөжәктәрҙе ашай. Эре сабаҡ яй ғына аҡҡан өңөлгән урындарҙы яҡын күрә.
Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарында сабаҡтың төрлө ҙурлыҡтағыһы осрай. Был балыҡ таҙа, йылы һыу ярата. Сабаҡ 3 градустан алып 30 градусҡа ҡәҙәр температурала йәшәй ала.
Яратҡан урыны — томбойоҡло йылға-күлдәге япраҡ аҫты. Эҫе көндәрҙә ағас күләгәһендә, яр буйҙарында ем эҙләүсән.
Сабаҡтар бәләкәй генә өйөрҙәргә йыйылып йәшәй. Балыҡтар ни хәтлем ваҡ булһалар, өйөр шул хәтлем ҙур була.
Ул шаҡтай оҙаҡ (8—15 йыл) йәшәй.
Үрсеүе
үҙгәртергәЕнси яҡтан 3-5 йәштә өлгөрәләр. Апрель-июнь айҙарында, һыу 8° С температураға йылынғас ыуылдырыҡ сәсә.
Ыуылдырыҡтарын көтөүҙәре менән бергә, бер ыңғай һалалар. Ыуылдырыҡтарҙың диаметры 1,5 мм тирәһе.
Үрсеме 2,5-100 мең тирәһе буда. Яралғы үҫеше 9-14 көн самаһында дауам итә. Личинкаларының баштағы ҙурлығы 5,2-6,6 мм. Тиҙ арала ваҡ умыртҡаһыҙҙар менән туҡланыуға күсәләр.
Туҡланыуы
үҙгәртергәСабаҡ — эврифаг. Үҫемлектәр менән дә, хайуан аҙыҡтары менән дә туҡлана. Төп аҙыҡтарының береһе — ылымыҡ. Шулай уҡ, ҡыҫала һымаҡтар, моллюскалар, бөжәктәрҙең личинкалары, һыу төбөндәге ҡарышлауыҡтар, селбәрәләр менән туҡлана.
Һылтанма
үҙгәртергә- Позвоночные животные России: плотва 2020 йыл 13 июль архивланған.
- Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 5 апрель архивланған.
- плотва 2020 йыл 13 июль архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.
- Галеева А. Х. Красная книга // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8 .
- Баянов М. Г. Редкие виды животных // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8