Боланут
Боланут | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Chamerion Raf. ex Holub | ||||||||||||||
|
Боланут (рус. Иван-чай, кипрей, лат. Chamerion— кыртан һымаҡтар (Onagraceae)) ғаиләһендәге күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 1-1,5 м тирәһе. Июнь-август айҙарында сәскә ата,
ТаралыуыҮҙгәртергә
Боланут.
О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация |
Урман ситендә, юлдар эргәһендә, ҡырҡындыларҙа һәм ташландыҡ ерҙә үҫә. Башҡортостанда боланут киң таралған.
ФайҙаһыҮҙгәртергә
Боланут — дарыу үләне. Уны сит илдәрҙә «урыҫ сәйе» тип тә йөрөткәндәр, сөнки батша заманында күпләп етештереп, сит илдәргә ебәргәндәр. Копорье тигән ауылда әҙерләп, ҡаптарға төрөп оҙатылғанлыҡтан, «копорье сәйе» тигән атамаһы ла бар.
Сәй һаулыҡҡа файҙалы, ҡан яңырыуына, тамырҙары нығыныуына, тәндән ағыуҙы, радиацияны сығарыуға булышлыҡ итә, көс бирә. Ул яраларҙың бөтәшеүенә ярҙам итә, эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, хатта яман шештең барлыҡҡа килеүен тотҡарлай. С витамины, каротин күп, тимер, никель, баҡыр, марганец һәм башҡа матдәләр ҡанға ыңғай тәьҫир яһай.
Боланутты «ирҙәр сәйе» тип тә йөрөтәләр, сөнки енси ҡеүәткә ыңғай тәьҫир яһай, простата ауырыуҙарын дауалауҙа ыңғай һөҙөмтә биреүе билдәле.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Боланут. Башҡортостан гәзитендә мәҡәлә. 12 июль 2013 йыл. 2016 йылдың 9 март көнөндә архивланған.
- Кәримә Усманова. Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға . «Башҡортостан» гәзите (20.02.2019). Дата обращения: 20 февраль 2019. 2019 йылдың 23 февраль көнөндә архивланған.