Нәфәҡә
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Нәфәҡә (ғәрәп. نَفَقَة Нафака — шәриғәт буйынса ир кеше үҙенең даими йәшәгән ҡатынын йәки ҡатындарын, йәки даими никахтан йәки ваҡытлы никахтан (жәғәфәри мәҙһәбтә) тыуған балаларын тәьмин итеүе. «Нәфәҡә» термины етлеккән балаларҙың оло йәштәге ата-әсәләрен тәьмин итеүгә бүленгән аҡсаны ла аңлата[1].
Ҡатындарға нәфәҡә
үҙгәртергәНәфәҡә мәһәр (никах бүләге) кеүек түгел: мәһәр күләменә ҡарамаҫтан, ҡатын үҙен аҫрауға хоҡуғын юғалтмай. Мәгәр иренә ҡаршылыҡ күрһәтһә, нәфәҡә күләме кәметелергә мөмкин.
Нәфәҡә һүҙенең дөйөм мәғәнәһендә ҡатынын, уның опекуны (атаһы, олатаһы) йәки ул никахҡа ингәнгә тиклем финанс яҡтан үҙ аллы булыуына ҡарап, шул кимәлдән төшөрмәйсә даими рәүештә аҙыҡ, кейем һәм торлаҡ менән тәьмин итеүҙе аңлата. Шуға ҡарамаҫтан, төрлө мәзхәб ғалимдары нәфәҡәнең төрлө нескәлектәрен (йөкмәткеһен) аңлатыуҙа айырыла, ҡайһы берҙә ошо дөйөм формуланан сигенә, сөнки жәғәфәри мәҙһәбтә ваҡытлы никах бар, ваҡытлы ҡатындан тыуған балалар була.
Баланың нәфәҡәһе
үҙгәртергәЗаконлы шәриғәт никахынан тыуған балалар, даими никахта торған ҡатындар кеүек, аталары яғынан аҫрауға хоҡуҡлы. Был баланың бөтә ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙе аңлата. Бында бала үҙе аҡса эшләй ала башлағанға тиклем аҙыҡ-түлек, торлаҡ һәм кейем менән тәьмин итеү; уйынсыҡтар һәм аң үҫтереүсе уйындар һатып алыу, уҡытыу, репетиторҙарға һәм түңәрәктәрҙә өҫтәмә дәрестәр өсөн түләү, транспортта йөрөү һәм башҡалар инә.
Ата-әсәһенә һәм башҡа туғандарына нәфәҡә
үҙгәртергәМәликиҙәр мәҙһәбе буйынса, туғанының аҫрауға мохтажлығын иҫбатлау өсөн ике ғәҙел шаһиттың ошо фактты раҫлауы кәрәк. Шәфиғиҙәр, мохтажлыҡ кисергән атаның улына бер мөрәжәғәт итеүе лә аҫрай башлау өсөн етерлек, тип иҫәпләй. Хәнәфиҙәр раҫлауынса, туғаны ысынында аҫрауҙа мохтажлыҡ кисермәй башлағанса ярҙамға үтенесе ҡәнәғәтләндерелергә тейеш; әммә тотороҡло килеме булһа, уның мохтажлыҡ кисерә башлауын иҫбатларға кәрәк. Жәғәфәри мәҙһәб ғалимдары хәнәфиҙәр кеүек үк фекерҙә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ John L. Esposito, ed. (2014), "Nafaqah", The Oxford Dictionary of Islam, Oxford: Oxford University Press, <http://www.oxfordreference.com/view/10.1093/oi/authority.20110803100221229>
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Muhammad Jawad Maghniyyah. The Five Schools of Islamic Law. Al-Hanafi, Al-Hanbali, al-Ja’fari, Al-Maliki and Al-Shafi’i, Qum, Ansariyyan Publications, 2008.
- Аятолла Макарем Ширазиҙың рәсми сайты
- Официальный сайт аятолла Али Систани