Маяковский Владимир Владимирович
Владимир Владимирович Маяковский (7 [19] июля 1893, Багдати, Кутаиси губернаһы[11] — 14 апрель 1930, Мәскәү) — рус совет шағиры. Футурист. XX быуаттың күренекле шағирҙарының береһе[12][13].
Шиғриәт тыш, үҙен сағыу драматург, киносценарист, кинорежиссёр, киноактер, рәссам, «ЛЕФ» («Левый фронт»), «Новый ЛЕФ» журналдарының мөхәррире итеп таныта.
Биографияһы
үҙгәртергәВладимир Маяковский Рәсәй империяһының Кутаиси губернаһының Багдати ауылында (совет осоронда ҡасаба Маяковский тип атала) Эриван губернаһында өсөнсө разрядлы урмансы булып эшләүсе (1889 йылдан — Багдат урмансылығында) Владимир Константинович Маяковский ғаиләһендә (1857—1906) тыуа. Әсәһе, Александра Алексеевна Павленко (1867—1954), Кубань казактары тоҡомонан, Кубанда, Тернов станицаһында тыуған. 1924 йылғы «Владикавказда — Тифлис» поэмаһында Маяковский үҙен «грузин» тип атай. 1927 йылда ул: «Мин 1894 йылда[14] Кавказда тыуғам. Атайым — казак, әсәйем — украин. Беренсе телем — грузин теле. Шулай, өс мәҙәниәт араһындамын», — ти (Праганың «Presse Prager» гәзитенә интервьюһынан)[15]. Атаһы яғынан өләсәһе, Данилевская Ефросинья Осиповна — тарихи романдар авторы Г. П. Данилевскийҙың ике туған һеңлеһе, Запорожье казактарынан. Буласаҡ шағирҙың ике апаһы: Людмила (1884 йыл—1972 йыл) һәм Ольга (1890 йыл—1949 йыл), ике ағаһы: Константин (өс йәшендә скарлатинанан вафат була) һәм Александр (сабый сағында үлә) була.
1902 йылда Маяковский Кутаисиҙа гимназияға уҡырға инә. Ата-әсәһе кеүек үк ул грузин телендә иркен һөйләшә. Революция демонстрацияһында ҡатнаша, агитация брошюралары уҡый. 1906 йылдың февралендә, ҡағыҙҙарҙы теккәндә бармағына энә сәнсеп, ҡаны ағыуланып атаһы вафат була. Шул ваҡыттан алып Маяковский заколка һәм булавкаларҙы күрә алмай, бактериофобия унда ғүмерлеккә ҡала.
Шул уҡ йылдың июлендә Маяковский әсәһе һәм апаһы менән бергә Мәскәүгә күсенә, унда 5-се классик гимназияның (хәҙер — Мәскәүҙең Поварҙар урамындағы 91-се мәктәбе) 4-се класына уҡырға бара, унда Б. Л. Пастернактың ағаһы Шура менән бер класта уҡый. Ғаилә фәҡирлектә йәшәй. 1908 йылдың мартында уҡыу өсөн түләмәгәнлектән 5-се синыфтан сығарыла.
Беренсе «ярымшмғырын» 3-сө гимназияла рөхсәтһеҙ сығарылған «Порыв» журналында баҫтыра. Үҙенең һүҙҙәре буйынса, «бик революцион килеп сыға һәм шул уҡ дәрәжәлә йәмһеҙ ҙә».
Мәскәүҙә Маяковский революцион көйләнештәге студенттар менән таныша һәм марксистик әҙәбиәт менән мауыға башлай, 1908 йылда РСДРП сафына инә. Сауҙа-сәнәғәт подрайонында пропагандист була, 1908—1909 йылдарҙа өс тапҡыр ҡулға алына (йәшерен типография эше, анархист-экспроприаторҙар менән бәйләнештә шикләнеү, Новинск төрмәһенән сәйәси каторжан ҡатын-ҡыҙна ярҙам итеүҙә шикләнеү буйынса). Беренсе эш буйынса, бәлиғ булмағанлыҡтан, судтан һуң ата-әсәһенең ҡулына тапшырыла; икенсе һәм өсөнсө эштәр буйынса өсөн дәлилдәр етешмәгәнлектән азат ителә.
Төрмәлә Маяковский «ғауға ҡуптара», шуға күрә уны йыш ҡына бер урындан икенсеһенә күсереп йөрөтәләр: Басманный[16], Мещанский[17][18], Мясниницкий[19] һәм, ниһайәт, Бутырка төрмәһе. Унда ул, «Мин үҙем» автобиографияһында яҙыуынса, 11 ай яңғыҙ камерала ултыра үткәрә (ғәмәлдә — яҡынса 6 ай: 1909 йылдың 2 июленән 1910 йылдың 9 ғинуарына тиклем).
Төрмәлә 1909 йылда Маяковский тағы шиғырҙар яҙа башлай, әммә яҙғандарынан ҡәнәғәт булмай. Ххәтирәләрендә былай тип теркәй:
Вышло ходульно и ревплаксиво. Что-то вроде:
«В золото, в пурпур леса одевались,
Солнце играло на главах церквей.
Ждал я: но в месяцах дни потерялись,
Сотни томительных дней».Исписал таким целую тетрадку. Спасибо надзирателям — при выходе отобрали. А то б ещё напечатал!
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.moma.org/artists/11904 (ингл.)
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Vladimir Vladimirovich Majakovski // RKDartists (нидерл.)
- ↑ Vladimir Majakovskij // https://www.kulturarv.dk/kid/VisKunstner.do?kunstnerId=22574 (дат.)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118640801 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 6,0 6,1 Гончаров Б. П. Маяковский Владимир Владимирович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1974. — Т. 15 : Ломбард — Мезитол. — С. 542—543.
- ↑ Vladimir Vladimirovich Majakovski (нидерл.)
- ↑ https://www.documenta.de/en/retrospective/documenta_8
- ↑ Lirika
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/5659c7af-4881-4642-8e5a-d3983c12a939 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Ныне — в Имеретии, Грузия.
- ↑ [История русской литературы XX века (20-90-е годы). Основные имена]
- ↑ 19 июля 120 лет со дня рождения Владимира Маяковского. Новости. Первый канал . Дата обращения: 28 ноябрь 2019.
- ↑ ФЭБ: Арутчева и др. Примечания: Маяковский. ПСС: В 13 т. Т. 13. — 1961 (текст) . feb-web.ru. Дата обращения: 28 ноябрь 2019.
- ↑ ФЭБ: Маяковский. Из беседы с сотрудником газеты «Прагер пресс». — 1961 . feb-web.ru. Дата обращения: 28 ноябрь 2019.
- ↑ Басманная полицейская часть . Дата обращения: 8 октябрь 2009. Архивировано 7 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 7 ғинуар архивланған.
- ↑ Мещанская полицейская часть 1825-1875гг. Дата обращения: 28 ноябрь 2019.
- ↑ МЕЩАНСКАЯ СЛОБОДА . Дата обращения: 28 ноябрь 2019.
- ↑ Мясницкая полицейская часть . Дата обращения: 8 апрель 2012. Архивировано 23 апрель 2013 года. 2013 йыл 23 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәВ. В. Маяковский Викиһүҙлектә | |
В. В. Маяковский Викиөҙөмтәлә | |
В. В. Маяковский Викикитапханала | |
В. В. Маяковский Викимилектә | |
В. В. Маяковский Викияңылыҡтарҙа |
- Маяковский Владимир Владимирович «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- [ Маяковский Владимир Владимирович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Ҡалып:Из ЛЭ
- В. В. Маяковский, собрание сочинений в 13 томах в ФЭБ
- Материалы В. В. Маяковского Российский государственный архив литературы и искусства (РГАЛИ)
- Полное собрание сочинений в Собрании классики Библиотеки Мошкова
- Владимир Маяковский — стихи в Антологии русской поэзии
- Владимир Маяковский. Как делать стихи?
- Могила Маяковского
- Автобиография
- Тайна смерти Маяковского и взгляд на роль Л. Брик в этой истории [1] 2013 йыл 6 ғинуар архивланған.
- Харджиев, Николай. Маяковский и Хлебников. // Харджиев Н., Тренин В. Поэтическая культура Маяковского. М., 1970. c.96-126, 318—320
- Урбан, Адольф. Мечтатель и трибун (о Хлебникове и Маяковском) // В мире Маяковского. Кн. 1. М.: Сов. писатель, 1984. С. 147—173
- Государственный музей В. В. Маяковского в Москве
- Юрий Карабчиевский. Воскресение Маяковского
- Маяковский в истории Пушкино
- 3D панорама памятника в Уфе(недоступная ссылка)