Нур (исем)
Нур— башҡорт ир-ат исеме, шулай уҡ төрки телле халыҡтарҙа ла киң таралған.
Этимологияһы
үҙгәртергәНур исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән, мәғәнәһе яҡтылыҡ, нур тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәДауытов Нур Әсғәт улы (5 ғинуар 1956 йыл) — композитор, йәмәғәтсе. 1982 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль етәксеһе, 1987 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, бер үк ваҡытта 2000—2006 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, 2006 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2009 йылдан Башҡортостандың Музыкаль йәмғиәт идараһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының (1993) һәм Рәсәй Федерацияһының (2007) атҡаҙанған сәнғәт әшмәкәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990), Фәтих Кәрим исемендәге (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2014) лауреаты.
Зарипов Нур Талип улы (15 июнь 1925 йыл — 6 сентябрь 1997 йыл) — башҡорт фольклорсыһы, әҙәбиәт ғалимы, филология фәндәре кандидаты. 1951 йылдан — КПСС, 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Исхаҡов Нур Мөхәммәт улы (1900 йыл — 20 март 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, атыусы.
Еркеев Нур Төхвәтша улы (192 йыл — 2007 йыл) — педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Нур Ғәлим улы Баянов (28 май 1905 йыл — 23 апрель 1945 йыл) — мәшһүр татар шағиры.
Ауылдар исеме
үҙгәртергәНур (Туймазы районы) (рус. Нур) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл.
Нур (рус. Нур) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл.
Нур (рус. Нур) — Башҡортостандың Нуриман районындағы ауыл.
Кинотеатрҙар исеме
үҙгәртергәӨфө «Нур» татар дәүләт театры — Өфө ҡалаһында эшләгән татар театры.
«Нур» кинотеатры — Таганрогтың иң боронғо кинотеатры.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |