Яңы Ҡатай

Баҡалы районындағы ауыл, Башҡортостан
(Новокатаево битенән йүнәлтелде)

Яңы Ҡатай (рус. Новокатаево) — Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районындағы ауыл. Яңы Ҡатай ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 425 кеше булған[1]. Почта индексы — 452671, ОКАТО коды — 80207840001.

Ауыл
Яңы Ҡатай
Яңы Ҡатай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баҡалы районы

Координаталар

55°11′04″ с. ш. 53°56′46″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 207 840 001

ОКТМО коды

80 607 440 101

ГКГН номеры

0523432

Яңы Ҡатай (Рәсәй)
Яңы Ҡатай
Яңы Ҡатай
Яңы Ҡатай (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Ҡатай

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): көнсығышҡа табан 10 километр алыҫлыҡта
  • Яҡындағы тимер юл станцияһынан (Туймазы): төньяҡ-көнсығышҡа табан 83 километр алыҫлыҡта[2]

Яңы Ҡатай ауылы Сөн йылғаһы ҡушылдығы Маты йылғаһы буйында урынлашҡан[3][4].

1842 йылда Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Ҡатай ауылына нигеҙ һалған.

1865 йылда 110 хужалыҡта 865 кеше йәшәгән.

Яңы Ҡатай халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда поташ заводы, 2 һыу тирмәне булған[5]. Яңы Ҡатай янында Оҙонборон утары булған.

1906 йылда 2 мәсет, бакалея лавкаһы, запас иген һаҡланған мөгәзәй булған[6].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Яңы Ҡатай ауылында башҡорттар йәшәй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1906 1594
1920 йыл 26 август 1888
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1323
1959 йыл 15 ғинуар 1038
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 615
2002 йыл 9 октябрь 514
2010 йыл 14 октябрь 425 209 216 49,2 50,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөгөнгө ауыл

үҙгәртергә

Яңы Ҡатай ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[7].

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Латипов Урал Рамдраҡ улы (1951), хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. 1998—2000 йылдарҙа Белоруссияның сит ил эштәре министры, 2001—2004 йылдарҙа Белоруссия президенты хакимиәте администрацияһы башлығы.
  • Шәйәхмәтов Өлфәт Шәйхизаман улы (15.04.1956), ғалим-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан финанс-иҡтисад мәсьәләләре буйынса проректор; 2010 йылдан — Ғилми-производство инновацион технологиялар институты директоры. Техник фәндәр докторы (2002), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006)[8].
  • Күсемов Рәшит Йәмғетдин улы (8.10.1946) — математик, техник фәндәр докторы (1991), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почетлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003), Төмән өлкәһенең почётлы нефтсеһе (2008). 1969 йылда Дүшәмбе ҡалаһында Тажик дәүләт университетын тамамлай. Өфө нефть институтында нефть һәм газ скважиналарын быраулау кафедраһының өлкән инженеры. 1988-2011 йылдарҙа — Төмән индустриаль институтында нефть һәм газ табыу процестарын моделләштереү һәм идара итеү кафедраһы етәксеһе[9].

Урамдары

үҙгәртергә
  • Шишмә урамы (рус.  Ключевая (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Таулы урамы — (рус.  Нагорная (улица)
  • Күл урамы — (рус.  Озёрная (улица)
  • Баҡса урамы — (рус.  Садовая (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)[10]

.

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар, күлдәр:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр, юл:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡылар:

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Яңы Ҡатай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  4. География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
  5. География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
  6. Яңы Ҡатай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Яңы Ҡатай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Яңы Ҡатай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Рашит Ямгитдинович Кучумов
  10. Улицы