Шәйәхмәтов Өлфәт Шәйхизаман улы

ғалим-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы

Шәйәхмәтов Өлфәт Шәйхизаман улы (15.04.1956), ғалим-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан финанс-иҡтисад мәсьәләләре буйынса проректор; 2010 йылдан — Ғилми-производство инновацион технологиялар институты директоры. Техник фәндәр докторы (2002), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006)[1].

Шәйәхмәтов Өлфәт Шәйхизаман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 апрель 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Яңы Ҡатай, Баҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө физик
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Биографияһы үҙгәртергә

Өлфәт Шәйхизаман улы Шәйәхмәтов 1956 йылдың 15 апрелендә БАССР‑ҙың Баҡалы районы Яңы Ҡатай ауылында тыуған.

1978 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, шунда эшкә ҡала.

Хеҙмәт юлы үҙгәртергә

2001 йылдан алып финанс‑иҡтисад эштәре буйынса проректор,

2010 йылда — Ғилми-­производство инновацион технологиялар институты директоры, бер үк ваҡытта 1995 йылдан башлап БР Төҙөлөш комплексы ғилми-­тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү институтында лаборатория етәксеһе, 1998 йылдан алып Өфө ҡалаһында «Керам» ЯСЙ етәксеһе.

Фәнни эшмәкәрлеге материалдарҙы өйрәнеү ғилеме проблемаларына, композицион материалдар, керамик төҙөлөш матери­алдарын булдырыуға һәм уларҙы етештереүҙе ойоштороуға арналған. Шәйәхмәтов тарафынан юғары температуралар тәьҫирендә керамик композиттарҙың үҙсәнлектәре, ҡатыу һәм йылытыу ваҡытында материалдарҙың структураһы үҙгәреүе, деформация һәм шыуыусанлыҡ механизмдары өйрәнелә, керамик һәм утҡа сыҙамлы материалдарҙы яндырмай алыу технологияһы һ. б. ка­миллаштырыла. Асыштары Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (БДБ) илдәре предприятиеларында индерелгән.

Өлфәт Шәйхизаман улы 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Композиционные материалы на основе нитрида кремния и фосфатных связующих. М., 1999; Фосфатные композиционные материалы и опыт их применения. Уфа, 2001; Оксидная керамика: Спекание и ползучесть. М., 2007 (авторҙаш).

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә