Нияз
Викидатала элемент юҡ |
Нияз — башҡорт ир-ат исеме
Этимология
үҙгәртергәНияз — фарсы телендә — бүләк; үтенес; өмөт[1]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәМәжитов Нияз Абдулхаҡ улы (20 август 1933 йыл — 11 октябрь 2015 йыл) — тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе рәйесе (1995—2002), Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе (2000—2009). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2006) һәм 2006—2012 йылдарҙа уның вице-президенты. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы[2] (1 май 1963 йыл) — журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014)[3].
Фамилия
үҙгәртергәНиязов Сапарморат Атай улы (төркм. Saparmyrat Ataýewiç Nyýazow, Сапармырат Атаевич Ныязов; тыуғандағы фамилияһы — Аннания́зов; 19 февраль 1940 йыл — 21 декабрь 2006 йыл), Төркмәнбашы (төркм. Türkmenbaşy — «төркмәндәр башлығы»), Серда́р (юлбашсы) һәм Мәңге Бөйөк Сапарморат Төркмәнбашы[4] — СССР һәм Төркмәнстандың партия, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, 1985 йылдан 2006 йылғаса Төркмәнстан етәксеһе (1985—1991 йылдарҙа — Төркмәнстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары, 1990—2006 йылдарҙа — Төркмәнстан президенты; 1999 йылдан — ғүмеренең ахырынаса президент). 1990—1991 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы. Ниязов идара иткән осорҙа илдә уның шәхси диктатор власы, шулай уҡ масштаблы шәхес культы урынлаштырыла[5], тик уның вафатынан һуң ғына улар бөтөрөлә.
Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы (12 февраль 1884 йыл — 18 апрель 1920 йыл) — драматург, мәғариф хеҙмәткәре. Милләте — башҡорт.
Шәкен Оңласынулы Ниязбеков (1938 йылдың 12 октябре, Жамбыл, Ҡаҙаҡ ССР-ы — 2014 йылдың 16 авгусы, Алматы, Ҡаҙағстан; ҡаҙ. Шәкен Оңласынұлы Ниязбеков) — ҡаҙаҡ рәссамы, хәҙерге заман Ҡаҙағстан флагы авторы. Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Рәсәй дәүләт китапханаһында теркәлгән китабы буйынса
- ↑ Нияз Алсынбаев
- ↑ Атаева М., Мурадов А., Оразов Р., Курбанов Б. Человек — вечность . Gundogar.org. Дата обращения: 20 декабрь 2012. Архивировано 25 декабрь 2012 года.
- ↑ Бабаев О. Народ, Родина, Туркменбаши . Эркин Туркменистан (erkin.net) (29 ноябрь 2008). Дата обращения: 20 декабрь 2012. Архивировано 25 декабрь 2012 года. 2013 йыл 26 октябрь архивланған.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |