Селевкиҙар дәүләте
Селевкиҙар дәүләте, ҡайһы берҙә Сүриә батшалығы[1]Селевкиҙар империяһы (боронғо грек:Βασιλεία τῶν Σελευκιδῶν, Basileía tōn Seleukidōn ) — Селевктың һәм уның вариҫтарының эллинистик монархияһы, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең империяһы тарҡалған саҡта барлыҡҡа килә. Александр Македонскийҙың ғәскәр башлыҡтары— диадохтар килешеүе һөҙөмтәһендә Селевк I Вавилония сатрапияһын ала, ә һуңынан бер нисә һуғыш һөҙөмтәһендә элекке Искәндәр Зөлҡәрнәй дәүләтенең Яҡын Көнсығыштағы биләмәләренең күпселеген баҫып ала. Шул заман кешеләре уны империя ла, батшалыҡ та тип атаған.
Селевкиҙар дәүләте | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 312 |
---|---|
Рәсми тел | боронғо грек теле[d] |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Селевкиҙар дәүләте |
Административ үҙәк | Селевкия[d], Вавилон һәм Антиохия[d] |
Идара итеү формаһы | монархия |
Дәүләт башлығы вазифаһы | Царь государства Селевкидов[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Царь государства Селевкидов[d] |
Халыҡ һаны | 35 000 000 кеше |
Сиктәш | Хасмонейское царство[d] |
Алмаштырылған | Парфия батшалығы |
Ҡулланылған тел | боронғо грек теле[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | б. э. т. 63 |
Майҙан | 4 000 000 км² |
Рәсми дине | боронғо грек дине[d] |
Селевкиҙар дәүләте Викимилектә |
Дәүләттең үҙәге булып Яҡын Көнсығыш тора, иң ҡеүәтле осоронда уның эсенә Кесе Азия, Сүриә, Финикия, Фәләстин, Месопотамия, Иран, Урта Азия һәм хәҙерге Пакистан ерҙәре инә. Б. э. т. I быуатҡа Селевкиҙар дәүләте территорияһы әҙәйә һәм уға хәҙерге Сүриә менән Ливан ғына инә.
Селевкиҙар дәүләте эллинизмдың иң мөһим үҙәге, грек һәм фарсы мәҙәни традициялары араһында бәйләнеш булдырыусы аралашсы була. Грецияға экспансия башлап, был империя Рим Республикаһы армияһы менән осраша һәм бер нисә еңелеүгә дусар була. Һөҙөмтәлә беҙҙең эраға тиклем II быуат уртаһына илдең көнсығыш өлөшөн Митридат I етәкселегендәге Парфия баҫып ала. Селевкиҙар беҙҙең эраға тиклем 83 йылда әрмән батшаһы Тигран II илде баҫып алғанға тиклем Сирия һәм Финикияла хакимлыҡ итеүен дауам итә. Әрмән батшаһы Селевкиҙар дәүләтен тулыһынса юҡҡа сығара. Селевкиҙар династияһынан батшабикә Клеопатра Селена I б.э.т. 69 йылда әрмән батшаһы бойороғо буйынса әсирлеккә алына һәм язалана[2]. Б. э. т. 64 йылда Селевкиҙар дәүләте территорияһының көнбайыш өлөшө Римдың Сүриә провинцияһына әйләндерелә.
Хәҙерге сығанаҡтар, мәҫәлән, лоялистарың Илиондан Антиох I хөрмәтенә указы грек телендә Селевкиҙар дәүләтен империя (архе) һәм батшалыҡ (базилея) тип билдәләй. Шулай уҡ, хаким Селевкиҙар «Вавилондағы батшалар» тип һүрәтләнә [3].Б. э. т. II быуаттан башлап боронғо яҙыусылар Селевкиҙар династияһынан хакимды «Сүриә короле»[3] , «Азия Хужаһы» [3] һәм башҡа атамалар менән йөрөтә; хаким Селевкиҙар үҙҙәрен Сүриә батшаһы итеп атағанын Менофил улы Антигон яҙмаһынан белеп була, ул үҙен «Сүриә короле Александрҙың адмиралы» тип атаған. Хаким тип ул Александр Баласты йәки Александр II Забинасты атай.
Тарих
үҙгәртергәСелевк I һәм империяға нигеҙ һалыу
үҙгәртергәАлександр Македонсий үлгәндән һуң уның империяһында власть регент — Пердикка ҡулында була, ул беҙҙең эраға тиклем 323 йылда империяны Александрҙың ғәскәр башлыҡтары араһында бүлә, улар сатрап тип йөрөтөлә.
Мысыр хакимы Птолемей беренсе булып регентҡа ҡаршы сыға һәм Пердикканы б.э.т. 321 йылда Мысырға хәрби поход ойошторорға мәжбүр итә. Нилды аша сыҡҡанда Македония армияһының бер өлөшө һәләк була.
Лагерь командиры булған Селевк Пердикканы үлтерергә ярҙам итә, Вавилон сатрапияһын ала, Антипатрҙың улы Кассандр файҙаһына чилиарх (ғәскәрҙәге чин) вазифаһынан баш тарта. Б. э. т. 312 йылда Вавилонда уның власҡа килеүе Селевкиҙар дәүләтенә нигеҙ һалынған мәл тип һанала башлай. Бынан һуң Селевк үҙ дәүләтен киңәйтә башлай, уға Месопотамия, Көнсығыш Анатолия, Персида, Парфия, Бактрия, Ғәрәбстанды ҡуша.
Селевк Һиндостанға тиклем барып етә, унда Маурьялар империяһы батшаһы Чандрагупта Маурья менән килешеү төҙөй, уның буйынса 500 хәрби филде Маурья Селевкҡа бирә, Пароламис, Арахосия һәм Гедросия Маурья ҡулына күсә.
Б. э. т. 301 йылда Ипс янындағы алышта Антигонды еңгәндән һуң, Селевк дәүләтенә Көнсығыш Азия һәм Сүриәнең төньяғы инә. Бында ул үҙ биләмәләре баш ҡалаһына әүрелгән Антиохия ҡалаһына нигеҙ һала. Вавилондан төньяҡтараҡ Тигрҙағы Селевкия тигән икенсе баш ҡала булдырыла.
Селевк империяһы элекке союздашы Деметрийҙы еңгәндән һуң сәскә ата. Селевк Фракия менән Македонияны ла алырға тырыша, ләкин уны Птолемей Кераун Лисимахия янында үлтерә.
Б.э.т. III быуат
үҙгәртергәСелевктың вариҫы Антиох I Сотер була. Башта б.э.т. 280 йылда вифиндар тарафынан тар-мар ителә, әммә б.э.т. 278—277 йылдарҙа Кесе Азияға баҫып ингән һәм 46 йыл дауамында көнбайыш өлөшөн бөлгөнлөккә төшөргән өс кельт ҡәбиләһенән торған галаттарҙы тар-мар итә. Һуңыраҡ Пергамон һәм Птолемей Евменес менән Беренсе Сүриә һуғышын алып бара.
Пергамон хакимы Евменес I менән Сардис алышында еңелгәндән һуң бер аҙҙан Антиох I вафат була. Өлкән улы Селевк атаһының бойороғо буйынса б.э.т. 266 йылда хыянат итеүҙә ғәйепләнеп язалана, шуға күрә яңы король Антиох II Теостың икенсе улы була, ул Фракия һәм Мысыр (Икенсе Сүриә һуғышы) менән һуғыш алып барыуы, шулай уҡ милиттарҙы тиран Тимархтан азат итеүе менән билдәле.
Антиох I һәм II осоронда Селевкиҙар батшалығы парфияларҙың (256) һәм грек-бактрияларҙың айырылыуы арҡаһында кәмей. Селевк II Каллиник Һаҡалтай ваҡытында (246—226) Өсөнсө Сүриә һуғышы була, ул Селевкиҙар өсөн уңышһыҙ тамамлана. Еңелгәндән һуң Селевк II үҙенең ҡустыһы Антиох Иеракс менән союздаш була, шуға күрә Птолемей III Эвергет Селевк менән 10 йылға солох төҙөргә мәжбүр була. Әммә тиҙҙән Антиох Иеракс Селевк II-гә ҡаршы һуғыш аса, ул яуҙа һәләк булған тиҙәр; икенсе сығанаҡ буйынса, Митридат менән алышта Анкира янында һәләк була. Парфия короле Арсакты еңгән өсөн Каллиник (гр.«һоҡланғыс еңеүсе») ҡушаматын ала, әммә һуңыраҡ, Бактриянан Диодот II менән союз төҙөп, Арсак Селевкты еңә һәм Сүриәгә сигенергә мәжбүр итә. Селевк II хакимлығы эске мөнәсәбәттәр өлкәһендә лә, тышҡы сәйәсәттә лә уңышһыҙ була.
Кесе Азия һәм көньяҡ биләмәләренең барыһы ла тиерлек ҡасандыр ҡеүәтле династия ҡулынан ысҡына: Селевк II Эске Сүриәнең (Персеполгә һәм Экбатанға тиклем), Киликия тигеҙлектәренең һәм яр буйы Лаодикеяның ғына хужаһы булып ҡала.
Унан һуң Селевк III Кераун, йәки Сотер (226—222) була. Туғандарының береһе Ахей ярҙамында Кесе Азияның күп өлөшөн Пергамон батшаһынан татып ала, әммә тиҙҙән үлтерелә. Антиох III Бөйөк (222—187) ваҡытында Селевкиҙар монархияһы башта элекке сәйәси әһәмиәтен һәм власын ҡайтара. Антиох Фәләстин менән Финикияны Птолемейҙарҙан тартып ала, парфиялар, бактриандар, һиндтәрҙең ерҙәрен яулай, Таврҙан көнбайышҡа һәм Хеллеспонт ярындағы бөтә ерҙәргә дәғүә итә. Әммә Римдың ҡыҫылыуы Антиохтың дәғүәләренә нөктә ҡуя, ул Магнезия янындағы алышта еңелә һәм Селевкидтарҙың власын мәңгегә юҡҡа сығара, уларҙың дәүләте Таврҙа ғына тороп ҡала (Евфрат башланған ерҙәр).
Көсһөҙләнеүе
үҙгәртергәАнтиохтың вариҫтары заманында Сүриә монархияһы элекке ҡеүәтен ҡайтара алмай һәм аҡрынлап бөтөнләй бөлгөнлөккә төшә һәм тарҡалыуын дауам итә. Ҡайһы бер өлкәләрҙә ярым бойондороҡһоҙ хакимдар барлыҡҡа килә — мәҫәлән,Ликияның төньяғында Кибира тирандары беҙҙең эраға тиклем 180—84 йылдарҙа хакимлыҡ иткәндәр (билдәле: Моагет I, Поикрат, Моагет II, Семи һәм Моагет III).
Б.э.т.162 йылдан алып 125 йылға тиклем Сүриә тәхете өҙлөкһөҙ ҡулдан ҡулға күсеп тора, аҙаҡҡы сиктә ул ике өлөшкә: Сүриәнең төньяғы менән Киликия һәм Финикия менән Килисирияға бүленә. Антиох XIII Эмес кенәзе тарафынан үлтерелгәс, Бөйөк Гней Помпей б.э.т. 64 йылдың көҙөндә Сүриәгә инә, уны яулап ала һәм Рим провинцияһына әйләндерә.
Мәҙәниәте
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История государства Селевкидов . Астромеридиан. Дата обращения: 28 февраль 2021. Архивировано 27 ғинуар 2021 года.
- ↑ Аппиан. Римская история. Митридатовы войны . Дата обращения: 1 декабрь 2011. Архивировано 5 июнь 2017 года.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Чернявский, Станислав Николаевич. Антиох Великий, «царь Азии» [Текст] - Search RSL . search.rsl.ru. Дата обращения: 16 март 2021.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәГосударство Селевкидов Викимилектә |
- Niese, Benedikt. Geschichte der Griechischen und Makedonischen Staaten seit der Schlacht bei Charoneia. — Gotha, 1899. — Bd. II.
- Дройзен, Иоганн Густав. История эллинизма. — В 3-х томах. — М.: Наука, 2002. — 1370 с. — ISBN 5-02-026753-8.
- Бикерман, Элиас. Государство Селевкидов. — Москва: Наука, 1985. — 264 с. — 10 000 экз.
- Ранович А. Б. Эллинизм и его историческая роль. — М.: Издательство АН СССР, 1950. — 382 с. — 10 000 экз.
- Смирнов С. В. Государство Селевка I (политика, экономика, общество). — М.: Русский Фонд Содействия Образованию и Науке, 2013. — 344 с. — (Приложение к журналу «Аристей. Вестник классической филологии и античной истории»). — 500 экз. — ISBN 978-5-91244-099-1.
- Голубцова Е. С. Полис и монархия в эпоху Селевкидов // Эллинизм: экономика, политика, культура. — М.: Наука, 1990. — С. 59—84. — 376 с. — 2500 экз. — ISBN 5-02-009011-5.
- Журавлёва Н. В. Царский культ в государстве Селевкидов (от Селевка I до Антиоха III) (диссертация на соискание учёной степени кандидата исторических наук). — М.: Исторический факультет Московского государственного университета им. М. В. Ломоносова, 2009.
- Подборка русскоязычных публикаций на тему государства Селевкидов на сайте The Genealogy of the Seleucids
Ҡалып:Селевкиды Ҡалып:Исторические государства и области Леванта КатегорияТажикстан