Заһитлыҡ
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Заһитлыҡ (ғәр. زهد — «аскетлыҡ», «тыйылыу», «баш тартыу») — исламдың донъяуи рәхәтлектәрҙән баш тартыуҙы аңлатҡан төп этик төшөнсәләренең береһе. Йыш ҡына аскетлыҡ тип тәржемә ителә. Суфыйлыҡта был термин мистик юлдың тейешле этабын аңлата. Был сифатҡа эйә кешене заһит тип атайҙар[1][2].
Ҡулланылышы
үҙгәртергәУрта быуаттарҙағы ислам дине фаҡиһтарының күпселеге үҙ исеменә заһит эпитеты өҫтәй торған булған. Суфыйҙар һәм күп кенә ислам дине белгестәре заһитлыҡта күңелдәрҙе һәм йөрәктәрҙе донъя «нәжесенән» таҙартыу ысулын күрә. Исламда «уртаса» заһитлыҡ концепцияһы хакимлыҡ итә, был осраҡта «донъя әүрәткестәре мосолманды Аллаһҡа „ихлас“ хеҙмәт итеүҙән ситләтмәй»[3]. Хәҙерге мосолман донъяһында заһитлыҡ һәм заһит төшөнсәләре йышыраҡ тәҡүә кешенең тәҡүә йәшәйеше мәғәнәһендә ҡулланыла[4].
Тарихы
үҙгәртергәҺижрәнең тәүге быуаттарында заһитлыҡ кәйефтәре исламдың бөтә йүнәлештәренә лә тиерлек ҡағыла, VIII быуатта заһитлыҡ термины алға сыға[4].
VIII—IX быуаттарҙа ғәрәп шиғриәтендә ҡыҫҡа лирик-фәлсәфәүи әҫәрҙәрҙән торған жанр тарала башлай. Был жанрға зуһдиәт тигән исем бирелгән[5].
Сиктән тыш заһитлыҡ
үҙгәртергәИслам сиктән тыш заһитлыҡты тыя һәм уртасалыҡҡа саҡыра. Ҡөрьәндә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр сөннәтендә «сиктән тыш аскетлыҡҡа» өндәү юҡ. Улай ғына ла түгел, хәҙистәрҙең береһендә «исламда монахлыҡ юҡ» тиелә[6].
Суфыйлыҡ
үҙгәртергәЗаһиттар суфыйҙарҙың элгәре булған, улар өсөн был Аллаһҡа яҡынайтҡан баҫҡыстарҙың береһе булған.[6]. «Заһитлыҡты аҡлап, суфыйҙар Ҡөрьәндә телгә алынған „Аллаһҡа таяныу“ принцибына һылтана (тәүәккүл)»[7].
Заһиттар ҙур гонаһтарҙан һәм Аллаһҡа ихлас ғибәҙәт ҡылыуға ҡамасаулаған бөтә нәмәнән баш тартыуҙы мотлаҡ тип иҫәпләй[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Йусуф https://ru.quranacademy.org/quran/12:20-20/kul
- ↑ 2,0 2,1 Али-заде, 2007
- ↑ Гогиберидзе, 2009
- ↑ 4,0 4,1 Ислам: ЭС, 1991
- ↑ Zuhdiyya / Kennedy, P.F. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- ↑ 6,0 6,1 Ньюби, 2007, с. 99
- ↑ Гогиберидзе, 2009, с. 70
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- на русском языке
- Али-заде, А. А. Зухд // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
- Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
- Петросян А. Р. Зухд // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 80.
- на других языках
- Zuhd / Geneviève Gobillot // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Zuhd // Britannica.