Мусоргский Модест Петрович

урыҫ композиторы

Мусоргский Модест Петрович[8] (9 [21] март 1839 — 16 [28] март 1881) — урыҫ композиторы, «Ҡөҙрәтле төркөм» ағзаһы. Төрлө жанрҙарҙа эшләй: уның ижади мираҫы — опералар, оркестр өсөн пьесалар, вокаль һәм фортепиано музыкаһы циклдары, романстар, йырҙар һәм хор өсөн музыкаль әҫәрҙәр.

Мусоргский Модест Петрович
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 9 (21) март 1839[3]
Тыуған урыны Карево[d], Торопецкий уезд[d], Псковская губерния[d], Рәсәй империяһы[4][5]
Вафат булған көнө 16 (28) март 1881[5][4][3] (42 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[5][2][6][…]
Үлем сәбәбе инфекционное заболевание[d]
Ерләнгән урыны Тихвин зыяраты (Санкт-Петербург)
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө композитор, пианист, либреттист, хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Николаев атлы ғәскәр училищеһы[d]
Петришуле[d]
Сәләмәтлек торошо Быума һәм алкоголизм
Музыка ҡоралы фортепиано
Әҫәрҙәр исемлеге list of compositions by Modest Mussorgsky[d]
Ойошма ағзаһы Бөйөк бишәү[d]
Жанр театр пьесаһы[d], классик музыка һәм Опера
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][7]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Modest Mussorgsky
 Мусоргский Модест Петрович Викимилектә

Мусоргский ижадында урыҫ милли һыҙаттары ғәҙәти булмағанса һәм сағыу рәүештә сағылдырыла, әммә уның үҙенсәлекле ижады үҙе иҫән саҡта тейешенсә баһаланмай. ХХ быуат башынан беҙҙең көндәргәсә уның «Борис Годунов» һәм «Хованщина» опералары, «Күргәҙмәнан һүрәттәр» фортепиано миниатюралары циклы, «Үлем йырҙары һәм бейеүҙәре», «Балаларҙыҡы» вокаль циклдары донъя музыка сәнғәтенең гүзәл әҫәрҙәре тип таныла.

Биографияһы

үҙгәртергә

Мусоргскийҙың атаһы, коллеж сәркәтибе Петр Алексеевич Мусоргский, сығышы буйынса боронғо дворян нәҫеле Мусоргскийҙарҙан була[9]. Әсәһе, Юлия Ивановна Чирикова — губерна секретары Иван Иванович Чириковтың ҡыҙы[10]. Модест һәм уның өлкән ағаһы Филарет 10 йәшкә тиклем өйҙә белем ала. 1849 йылда Петербургҡа күскәс, ағалы-ҡустылы Мусоргскийҙар Петришуле училищеһына (гимназияға) уҡырға инә. Училищены тамамлап тормайынса Модест 1852 йылда Гвардия подпрапорщиктары мәктәбенә уҡырға инә, тап ошонда ул дини закондар буйынса уҡытыусыһы Крупский йоғонтоһонда грек, протестант һәм католиктарҙың сиркәү музыкаһы менән ныҡлап таныша[11]. 1856 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң Мусоргский бер аҙ лейб-гвардия Преображен полкында хеҙмәт итә (ошо йылдарҙа ул А. С. Даргомыжский менән таныша), артабан төп инженер идаралығында, дәүләт мөлкәттәре министрлығында һәм дәүләт контролендә эшләй.

 
Модест Мусоргский — Преображенский полкы офицеры

Балакиревтың музыка түңәрәгенә ингән ваҡытта Мусоргский ғәжәп уҡымышлы һәм төплө белемле урыҫ офицеры була (француз һәм немец телдәрендә иркен уҡый һәм аралаша ала, латин һәм грек телдәрен белә) һәм музыка буйынса яҡшы белгес булырға ынтыла. Балакирев Мусоргскийға музыка дәрестәренә күберәк иғтибар бүлергә тәҡдим итә. Мусоргский уның етәкселегендә оркестр партитураларын уҡый, танылған урыҫ һәм Европа композиторҙары әҫәрҙәренең гармония, контрапункт һәм формаларына анализ яһай, үҙендә уларҙың тәнҡитле баһаһын үҫтерергә ынтыла.

Мусоргский А. А. Геркенан фортепианола уйнарға өйрәнә (1849 йылдан алып) һәм яҡшы пианист булып китә. Шәхси музыка кисәләрендә ул тәбиғәттән бирелгән матур камерный баритон тауышы менән ихлас йырларға ярата. 1852 йылда Санкт-Петербургта композиторҙың тәүге әҫәре — «Подпрапорщик» исемле фортепиано өсөн полькаһы баҫылып сыға. 1858 йылда Мусоргский ике скерцо — B-dur һәм cis-moll — яҙа, уларҙың береһе (B-dur) оркестрға һалына һәм 1860 йылда ул Урыҫ музыка йәмғиәте концертында башҡарыла.

Мусоргский күләмле формалағы әҫәр өҫтөндә эште Софоклдың «Эдип» трагедияһына музыка яҙыуҙан башлай, ләкин уны тамамлай алмай (хор өсөн яҙылған әҫәре 1861 йылда К. Н. Лядов концертында хор менән башҡарыла, шулай уҡ композитор үлгәндән һуң уның башҡа әҫәрҙәре менән бергә баҫылып сыға). Киләһе ҙур ниәттәре — Флоберҙың «Саламбо»[12] романы буйынса (икенсе исеме — «Ливиец») һәм Гоголдең «Өйләнеү» сюжетына опералары тормошҡа ашырылмай ҡала. Мусоргский был ҡараламаларҙағы музыканы үҙенең һуңғы әҫәрҙәрендә ҡуллана.

Икенсе ҙур ниәте — «Борис Годунов» операһы буйынса эшен (А. С. Пушкиндың шул исемдәге трагедияһы буйынса) — Мусоргский аҙағына тиклем еткерә. 1870 йылдың октябрендә композитор һуңғы материалдарын Император театрҙары дирекцияһына тәҡдим итә. 1871 йылдың 10 февралендә, нигеҙҙә, составы сит ил кешеләренән торған репертуар комитеты, сәбәптәрен аңлатып тормайынса, операны яраҡһыҙ, тип таба[13]; комитет ағзаһы Э Направник һүҙҙәре буйынса, операла «ҡатын-ҡыҙ элементының» булмауы постановканан баш тартыуға килтергән[14]. Операның драматургияһына композитор байтаҡ үҙгәрештәр индерергә мәжбүр була, һәм шул икенсе редакция материалында «Борис Годуновтың» премьераһы 1874 йылда Санкт-Петербургтың Мариин театры сәхнәһендә ҡуйыла. Премьераға тиклем үк, шул уҡ йылдың ғинуарында (1874) Петербургта нотолар нәшер итеүсе В. В. Бессель операны (клавирҙа) баҫып сығара.

1872 йылда Мусоргский «Хованщина» (В. В. Стасов планы буйынса) драматик опера («халыҡ музыкаль драмаһы») яҙырға ниәтләй, бер үк ваҡытта Гоголдең «Сорочин йәрминкәһе» сюжетына комик опера өҫтөндә эшләй. «Хованщина» клавирҙа тулыһынса тиерлек тамамлана, әммә (ике фрагменттан башҡа) инструменттарға һалынмаған була. Мусоргский иҫән саҡта «Хованщина» баҫылмай һәм сәхнәләштерелмәй.

«Сорочин йәрминкәһе» өсөн Мусоргский тәүге ике актты, шулай уҡ өсөнсө акт өсөн бер нисә күренеште ижад итә.

Һуңғы йылдары

үҙгәртергә

1870 йылда Мусоргский «Ҡөҙрәтле өйөрҙөң» тарҡалыуын бик ауыр кисерә.

Етәкселектә, нигеҙҙә, ул саҡта сит ил кешеләре һәм көнбайыш опера модаһы алдында баш эйгән ватандаштары торған рәсми академик мөхиттә, мәҫәлән, Мариин театрында, уның ижадын аңламауҙарын белеү үҙәгенә үтә. Бигерәк тә иң яҡын дуҫтары тип иҫәпләгән кешеләр — Балакирев, Кюи, Римский-Корсаковтарҙың уның новаторлығын ҡабул итмәүе уға йөҙ тапҡыр күберәк әрнеү килтерә.

 
И. Е. Репин. Композитор М. П. Мусоргский портреты

Таныла алмау кисерештәре һәм «аңламауҙар» «нервыларының ҡуҙғыуына» килтерә[15], һәм эҙемтә булараҡ — алкоголь менән дуҫлыҡ. Ғәҙәттә Мусоргский ҡараламалар, эскиздарҙы әллә ни ҡулланмай. Теманы билдәләгәндән һуң ул оҙаҡ ҡына уйланып йөрөй, шунан һуң әҙер музыканы ҡағыҙ битенә төшөрә башлай. «Урман ведомствоһынан» эштән киткәс (1872 йылдан алып унда столоначальник вазифаһын биләгән була), ул даими килем алыу сығанағын юғалта. Шул мәлдә уның дуҫы, йырсы Д. М. Леонова Мусоргскийҙы 1879 йылдың июль-сентябрь айҙарында үҙе менән бергә көньяҡ Рәсәй буйлап гастролдәргә алып сыға. Һуңғы бер яҡты ваҡиға булыуы, уның, йырсы, сәфәр июль-сентябрҙә 1879 йылда рәсәйҙең көньяғында. Мусоргский был гастролдәр барышында йырсының аккомпаниаторы булараҡ сығыш яһай, шул иҫәптән (йыш) новаторлыҡ стилендә ижад ителгән үҙ әҫәрҙәрен башҡара. Урыҫ музыканттарының концерттары Полтава, Елизаветград, Николаев, Херсон, Одесса, Севастополь, Дондағы Ростов, Воронеж һәм башҡа ҡалаларҙа һәр ваҡыттағыса ҙур уңыш менән үтә.

Мусоргскийҙың һуңғы сығыштарының береһе 1881 йылдың февралендә Петербургта Ф. М. Достоевскийҙың хәтер кисәһендә була. Бөйөк яҙыусының траур таҫмаһы менән биҙәлгән потреты халыҡ алдына сығарылғас, Мусоргский, рояль артына ултырып, ҡыңғырауҙар сыңына оҡшатып матәм көйөн хасил итә. Был импровизация бөтәһен дә хайран ҡалдыра[16].

 
Александр Невский лавраһында М.Мусоргский ҡәбере (Петербург)

Мусоргский аҡ биҙгәк өйәнәгенән һуң 13 февралдә Петербургта Николаев хәрби госпиталенә урынлаштырыла һәм шунда вафат була[17]. Вафатынан бер нисә көн алда Илья Репин Мусоргскийҙың берҙән-бер тере сағындағы портретын яҙа. Мусоргский Александр Невский лавраһының Тихвин зыяратына ерләнә.

1972 йылда Наумов ауылында (Псков өокәһенең Куньинский районы) Чириковтар (Мусоргскийҙың әсәһе яғынан нәҫеле) усадьбаһында М. П. Мусоргскийҙың Музей-ҡурсаулығы асыла. Мусоргскийҙарҙың Карево ауылындағы усадьбаһы (йәнәш урынлашҡан) беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған.

Мусоргский ижадында урыҫ милли һыҙаттары үҙенсәлекле сағылыш таба. Был сифаттар бигерәк тә халыҡ йырҙары һәм сиркәү музыкаһына ҡарата мөнәсәбәтендә бигерәк асыҡ сағыла. Ул торғонлоҡто, иҫкелектән айырыла алмауҙы күрә алмай. Шуға ла ул музыка өлкәһендә новатор тип таныла.

Мусоргский ижадында вокаль музыка ҙур урынды биләй. Бер яҡтан ул реализмға ынтыла, ә икенсе яҡтан һүҙҙең мәғәнәһен асыуға ҙур иғтибар бүлә. Был йәһәттән музыка белгестәре уны А. С. Даргомыжскийҙың ижад итеү ысулын дауам итеүсе тип билдәләй. Бигерәк тә урыҫ крәҫтиәне тормошона мөрәжәғәт иткән әҫәрҙәрендә Мусоргскийҙың үҙенсәлекле стилистикаһы киң сағылыш таба. Уның «Калистрат», «Колыбельная Ерёмушки» (Н. А. Некрасов һүҙҙәре), «Спи-усни, крестьянский сын» (А. Н. Островскийҙың «Воеводаһынан»), «Гопак» (Т. Шевченконың «Гайдамактарынан»), «Светик Савишна» (Мусоргскийҙың үҙенең һүҙҙәренә) һәм башҡа халыҡсан йырҙары. Мусоргскийҙың бына ошондай йырҙарында һәм романстарында йыр тексының тышҡы юморы аҫтына йәшеренгән ҡотолғоһоҙлоҡ һәм әрнеү дөрөҫ һәм драматик музыкаль сағылыш таба. Ғөмүмән Мусоргский юмор һәм сатира менән оҫта эш итә (латин телен өйрәнгән һәм поп ҡыҙына ғашиҡ булған «Семинарист» «Раёк» музыкаль памфлетында һәм башҡалар). «Сиротка» һәм «Забытый» балладаһы (В. В. Верещагиндың билдәле картинаһы сюжетына) шулар рәтенә ҡарай.

Танылыуы

үҙгәртергә

10 йыл эсендә Мариин театрында «Борис Годунов» 15 тапҡыр ҡуйыла һәм 1882 йылда, авторы вафатынан һуң, репертуарҙан алып ташлана[18]. Композиторҙың вафатынан һуң Мусоргскийҙың музыкаһы Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла танылыу яулай (уның ҡәбер ташына «Сеннахериб еңелеүе» хорынан нота фрагменты һүрәтләнгән, әлегә булһа был әҫәре менән тик белгестәр генә таныш).

Мусоргский музыкаһын ҙур сәхнәгә/концерт эстрадаһына Н. А. Римский-Корсаков алып сыға. Ул мәрхүм дуҫының мираҫын тәртипкә килтереү өсөн бер нисә йыл ғүмерен арнай. Хәҙерге заман музыканттары Римский-Корсаковтың төҙәтеүҙәрендә төп текстан бер ни тиклем ситләшеүҙәр булыуын билдәләй. Римский-Корсаковтың төҙәтеүҙәрендә төп оригиналдан бер аҙ ситләшеү күҙәтелеүгә ҡарамҫтан, тарихсылар уның ғәйәт ҙур хеҙмәте һөҙөмтәһендә Мусоргскийҙың опера һәм оркестрҙар өсөн яҙған ижады тамашасылар тарафынан тамамланған һәм грамоталы итеп биҙәлгән музыка булараҡ ҡабул ителә һәм даими рәүештә сәхнәлә башҡарылып тора, тип билдәләй. "Алтау"тип аталған төркөм ағзалары Дебюсси, Равель, Стравинскийҙарҙың Мусоргский ижадына ҡарата һоҡланыу мөнәсәбәте, шулай уҡ Сергей Дягилевтың антрепренёр эшмәкәрлеге һәм ХХ быуат башында беренсе тапҡыр сит илдә үҙенең «Урыҫ миҙгелдәре» (Парижда) сиктәрендә Мусоргский операларын сәхнәгә ҡуйыуы ла композитор ижадының халыҡ-ара танылыу алыуына килтерә.

XIX быуатта Мусоргский операларының тулы масштаблы постановкалары бик һирәк була. «Борис Годунов» операһы 1888 йылда Мәскәү ҡалаһының Ҙур театры сәхнәһендә бара. Шул уҡ опера 1896 йылдың ноябрь аҙағында Петербургта Музыка йәмғиәтенең Ҙур залы сәхнәһендә (Консерваторияның яңы бинаһы) «Музыка йыйылыштары йәмғиәте» ағзалары ҡатнашлығында ҡуйыла. «Хованщина» беренсе тапҡыр 1886 йылда Петербургта, Кононов залында[19] һәүәҫкәр музыкаль-драма түңәрәге көстәре менән сәхнәгә ҡуйыла. «Хованщина» операһы профессиональ сәхнәгә 1897 йылда беренсе тапҡыр Мамонтовтың Урыҫ шәхси операһында (Солодовников театры сәхнәһендә, Ф. И. Шаляпин ҡатнашлығында) ҡуйыла .

Мусоргскийҙың оркестр өсөн яҙылған әҫәрҙәренән «Яланғас тауҙағы төн (Ночь на Лысой горе)» симфоник картинаһы бөтә донъяға таныла. Хәҙерге ваҡытта был әҫәр Н. А. Римский-Корсаков редакцияһында, һирәгерәк автор редакцияһында башҡарыла. Фортепиано өсөн яҙылған «Күргәҙмәнән картиналарҙың» колорпиты композиторҙарҙы әҫәрҙе оркестр менән яңғыратыуға рухландыра; концерт эстрадаһында «Картиналарҙың» оркестровкаһының М. Равель эшләгән варианты киң билдәле.

Мусоргский музыкаһы композиторҙарҙың артабанғы быуынына ҙур йоғонто яһай. Музыка белгестәре, уның көйҙә интерпретациялауҙа новаторлыҡ алымдарын ҡулланыуҙа ХХ быуат музыкаһына хас үҙенсәлектәр сағыла, тип билдәләй[20]. Мусоргскийҙың музыкаль-театраль ижадындағы драматургия Л. Яначек, И. Ф. Стравинский, Д. Д. Шостакович, А. Берг (уның «Воццек» операһының драматургияһы «сәхнә-фрагмент» принцибы буйынса «Борис Годуновҡа» бик яҡын), О. Мессиандарҙың ижадтарына ҙур йоғонто яһай. Ф. Пуленктың ижадында ла композиторҙың йоғонтоһо тойола[21]. Мусоргский яҙмаларын Э. В. Денисов, Н. С. Корндорф, Д. Д. Шостакович, Р. К. Щедрин һәм башҡа билдәле композиторҙар оркестрға һала.

 
СССР-ҙың почта маркаһы , 1989 йыл
 
Карево ауылы урынында янған йорт урынлашҡан ерҙә М. П. Мусоргскийға ҡуйылған һәйкәл.
 
Йәш Мусоргскийҙың фотоһүрәте, нейросеть тарафынан яҡшыртылған
 
Рәсәйҙең Иҫтәлекле тәңкәһе, 1993 йыл
 
СССР дәүләт банкыһының Иҫтәлекле тәңкәһе
 
«Композитор Мусоргский» паромы

Урамдары Мусоргский хөрмәтенә аталған тораҡ пункттары

үҙгәртергә

Иҫкәрмә. Тораҡ пункттарҙы алфавит тәртибендә бирелә

Һәйкәлдәр

үҙгәртергә

Башҡа объекттар

үҙгәртергә
 
Airbus A321 (номеры VP-BWP) «М. П. Мусоргский», Аэрофлот авиакомпанияһы
  • М. П. Мусоргский Музей-ҡурсаулығы.
  • Урал дәүләт консерваторияһы, Екатеринбургта (1939 й.)
  • Санкт-Петербургта Михайловский театры
  • Санкт-Петербург М. П. Мусоргский исемендәге музыка училищеһы .
  • Бәләкәй планета 1059 Mussorgskia.
  • Меркурий планетаһында Мусоргский хөрмәтенә аталған кратер.
  • М. П. Мусоргский исемендәге музыка училищеһы, Әстрәхан ҡалаһы.
  • М. П. Мусоргский исемендәге музыка колледжы,Тверь ҡалаһы.
  • «Композитор Мусоргский» паромы.
  • Самолет Airbus A321 (VP-BWP номеры), Аэрофлот авиакомпанияһы
  • М. П. Мусоргский исемендәге музыка мәктәбе. Тверь ҡалаһы.
  • М. П. Мусоргский исемендәге Балалар музыка мәктәбе № 7. Харьков ҡалаһы.
  • М. П. Мусоргский исемендәге Балалар музыка мәктәбе. Бөйөк Лука ҡалаһы
  • М. П. Мусоргский исемендәге Балалар музыка мәктәбе, Зеленоград (Мәскәү)
  • М. П. Мусоргский исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе, Ясногорск ҡалаһы (Тула өлкәһе)

Мусоргский театр һәм кинола

үҙгәртергә
  • Нәфис фильм «Мусоргский» (1950, г режиссер Рошаль).
  • Телевизион спектакль «Яңы ярҙарға» (1969, режиссер Ю. Богатыренко).
  • Наследие М. П. Мусоргского. Сборник материалов (к выпуску Полного академического собрания сочинений М. П. Мусоргского в 32 томах). Составление и общая редакция Е.Левашева, М.: Музыка, 1989 (содержит подробную библиографию [только русскоязычную] на год выпуска книги и самый полный на сегодняшний день перечень соч. Мусоргского с указанием рукописных источников).
  • М. П. Мусоргский: альбом / Сост., авт. вступ. ст. и текста Р. К. Ширинян. — М.: Музыка, 1987. — 192 с.: ил. — (Человек. События. Время). — 20 000 экз.
  • М. П. Мусоргский в воспоминаниях современников: сб. ст. / [сост., текстолог. ред., вступ. статья и коммент. Е. Гордеевой]. — М. : Музыка, 1989.
  • М. П. Мусоргский и музыка ХХ века: сб. статей / [ред.-сост. Г. Головинский]. — М. : Музыка, 1990. — 271 с. — ISBN 5-7140-0127-3.
  • М. П. Мусоргский: к пятидесятилетию со дня смерти, 1881—1931: статьи и материалы / под редакцией Юрия Келдыша и Вас. Яковлева. — Москва: Гос. муз. изд-во, 1932. — VIII, 349, [3] с., XXI, 11 л. ил., [3] л. нот.[22]
  • М. П. Мусоргский. Народные музыкальные драмы. Избранные стихи и письма. — СПб.: Quadrivium, 2018.
  • Абызова Е. Н. «Картинки с выставки» Мусоргского. М.: Музыка, 1987.
  • Абызова Е. Н. Модест Петрович Мусоргский. — М. : Музыка, 1985.
  • Акулов Е. А. Три Бориса. Сравнительный музыкально-драматургический анализ партитур оперы «Борис Годунов» М. Мусоргского, Н. Римского-Корсакова, Д. Шостаковича. — М.: МАРТ, 1997.
  • Бакаева Г. «Хованщина» М. Мусоргского — историческая народная музыкальная драма. — Киев: Музична Україна, 1976.
  • Баскин В. С. Русские композиторы: публицистика / В. С. Баскин. — Москва: Паровая скоропечатня нот П. Юргенсона, 1886. —Т. II. М. П. Мусоргский. Очерк музыкальной деятельности.
  • Баскин В. С. Русские композиторы. М. П. Мусоргский. Очерк музыкальной деятельности. — М. : Ленанд, 2016.
  • Беляев В. М. Мусоргский. Скрябин. Стравинский: сб. статей. — М. : Музыка, 1972.
  • Берченко Р. Э. Композиторская режиссура Мусоргского. — М.: УРСС, 2003. — 221 с., ноты. — ISBN 5-354-00280-X
  • Васильева А. Русский лабиринт. Биография М. П. Мусоргского. Псков: Псковская областная типография, 2008.
  • Веприк А. М. Три оркестровые редакции первой картины пролога оперы Мусоргского «Борис Годунов» // Веприк А. М. Очерки по вопросам оркестровых стилей. — М.: Советский композитор, 1978.
  • Вселенная М. Мусоргского : материалы Открытой республиканской научно-практической конференции, посвященной 180-летию со дня рождения композитора (Луганск, 21 марта 2019 г.). — Луганск : Изд-во ГОУК ЛНР «ЛГАКИ имени М. Матусовского», 2019. — 147 с.
  • Гервер Л. "Тень непроглядная"и «свет в небесной вышине»: к сравнению совокупного поэтического текста в романсах Мусоргского и Римского-Корсакова // Русская музыка. Рубежи истории: мат-лы международной научной конференции; [редколл. С. Савенко,И. Скворцова и др.]. — М.: Моск. гос. консерватория им. П. И. Чайковского, 2005. — С. 78—99.
  • Гервер Л. Л. Поэзия вокального творчества композитора как единый текст: романсы Мусоргского и Римского-Корсакова // Вестник истории, литературы, искусства: Альманах / Российская академия наук, Отделение историко-филологических наук; Главный редактор Г. М. Бонгард-Левин. — М.: Собрание, Наука, 2010. — Т. 7. — С. 190—200. — ISBN 978-5-02-037377-8.
  • Голенищев-Кутузов А. А. Воспоминания о М. П. Мусоргском // Музыкальное наследие. Вступ. статья и комментарии Ю. В. Келдыша. Вып. 1. М., 1935, с. 4—49.
  • Головинский Г. Л. Мусоргский и фольклор. — М.: Музыка, 1994.
  • Головинский Г. Л. Мусоргский и Чайковский: Опыт сравнительной характеристики. — Москва : Индрик : Летний сад, 2001.
  • Головинский Г. Л., Сабинина М. Д. Мусоргский. М.: Музыка, 1998 (серия «Классики мировой музыкальной культуры»)
  • Гордеева Е. М. Композиторы «Могучей кучки». — М. : Музыка, 1985. — 449
  • Горошко Н. П. Проблема отношений народа и царской власти в трагедии А. С. Пушкина и опере М. П. Мусоргского «Борис Годунов». Интегрованный урок (Литература. Музыка) в 7 классе / Н. П. Горошко, В. Р. Бусарева. — М. : Музыка в школе, 2006. — № 6. — С. 32-40.
  • Дурандина Е. Е. Вокальное творчество Мусоргского. — М. : Музыка, 1985.
  • Жуйкова Л. Музыкальная эстетика М. П. Мусоргского. — СПб.: Композитор — Санкт-Петербург, 2015.
  • Жуйкова-Миненко Л. Трагическое и комическое в творчестве М. П . Мусоргского / /Вопросы теории и эстетики музыки. — Вып. 14. — М. : Музыка,1975. — С. 39—64.
  • Запорожец-Ишлинская Н. В. Оперы Мусоргского: Путеводитель. — М. : Музыка, 1985.
  • Зноско-Боровский А. М. П. Мусоргский. — Киев : Музична Україна, 1985.
  • Игорь Глебов (Б. Асафьев). Мусоргский. Опыт характеристики. — М., 1923.
  • Кандинский А. И. О религиозно-нравственной основе «Хованщины» М. П. Мусоргского // Из истории русской музыкальной культуры. — М.: Московская консерватория, 2002
  • Кандинский А. И. Статьи о русской музыке. — М.: Научно-издательский центр «Московская консерватория», 2010.
  • Каратыгин В. Мусоргский. Шаляпин (очерки творчества). — П., 1922.
  • Келдыш Ю. Романсовая лирика Мусоргского. — М., 1933.
  • Лапшин И. И. Модест Петрович Мусоргский // Звучащие смыслы. Альманах. — СПб. : Изд. С.-Петерб. ун-та, 2007. — С. 275—322 (перепечатка статьи Лапшина 1917 г.)
  • Ларош Г. А. О Глинке, Мусоргском, Листе. Избранные статьи / Г. А. Ларош, А. П. Бородин. — М. : Издательство Юрайт, 2019.
  • Левашев Е. М. Драма народа и драма совести в опере «Борис Годунов» // Советская музыка., 1983. № 5.
  • Мартынов И. И. М. П. Мусоргский. — М. : Государственное музыкальное издательство, 1960.
  • Михайлов А. В. О мировоззрении М. П. Мусоргского // Михайлов А. В. Музыка в истории культуры: избранные статьи. М., 2008, с. 147—178.
  • Музыкальный современник, 1917, № 5-6 (сдвоенный номер журнала, посвящённый М. П. Мусоргскому; содержит воспоминания и статьи И. И. Лапшина, статьи В. Г. Каратыгина, В. Д. Комаровой, А. Н. Римского-Корсакова, неизданные письма Мусоргского и др.)
  • Мусоргский в квадрате. Высказывания о композиторе / [сост. Алексей Лысаков]. — Москва : Классика-XXI, 2008.
  • Новиков Н. С. Молитва Мусоргского. Поиски и находки. Изд.2, исправленное и дополненное. Великие Луки, 2009. ISBN 978-5-350-00176-1
  • Новиков Н. С. У истоков великой музыки. Поиски и находки на родине М. П. Мусоргского. — Л.: Лениздат, 1989.
  • Образцова И. М., Образцова Н. Ю. М. П. Мусоргский на Псковщине. — Л. : Лениздат, 1985.
  • Оголевец А. С. Вокальная драматургия Мусоргского. — М. : Музыка, 1966.
  • Орлов Г. П. Летопись жизни и творчества М. П. Мусоргского / Под общей ред. В. В. Яковлева. — Москва; Ленинград: Музгиз, 1940 (Москва). — 192 с.
  • Орлова А. А. Мусоргский в Петербурге. — Л.: Лениздат, 1974.
  • Орлова А. А. Труды и дни М. П. Мусоргского. Летопись жизни и творчества. — М.: Государственное музыкальное издательство, 1963. — 702 с. (формат книги увеличенный; содержит подробный хронограф)
  • Полякова Л. В. «Картинки с выставки» М. П. Мусоргского. — М. : Музгиз, 1960.
  • Попова Т. М. П. Мусоргский. — М. : Музгиз, 1959.
  • Ручьевская Е. А. «Хованщина» Мусоргского как художественный феномен. К проблеме поэтики жанра. — СПб. : Композитор, 2005.
  • Сабанеев Л. Л. О Мусоргском // Сабанеев Л. Л. Воспоминания о России. — М. : Классика — XXI, 2005.
  • Сквирская Т. З., Хаздан Е. В. Еврейский напев в записи М. П. Мусоргского // Петербургский музыкальный архив. Вып.10. СПб.: Издательство Политехнического университета, 2012, С.73-86.
  • Смирнов М. А. Фортепианные произведения композиторов «Могучей кучки». — М.: Музыка, 1971.
  • Соловцов А. М. П. Мусоргский. — М.-Л., 1945.
  • Соловьёва П. О стилизации церковного многоголосия в творчестве Мусоргского. — М. : Искусство в школе, 2008. — № 5. — С. 62-64.
  • Стасов В. В. Перов и Мусоргский // Русская Старина, 1883, т. XXXVIII, стр. 433—458;
  • Стасов В. В. Памяти Мусоргского // Исторический вестник, 1886. — Т. 23. — № 3. — С. 644—656. 2015 йыл 2 апрель архивланған.; его же, «Памяти М.» (СПб., 1885);
  • Трембовельский Е. Б. Стиль Мусоргского. Лад, гармония, склад. Монография. (Издание второе, исправленное и дополненное). — М.: ООО Издательство «Композитор», 2010.
  • Туманина Н. М. П. Мусоргский. М. — Л., 1939.
  • Тышко С. Проблема национального стиля в русской опере. Глинка, Мусоргский, Римский-Корсаков. -К. : ЭП «Музинформ», 1993.
  • Федякин С. Р. Мусоргский // Жизнь замечательных людей. М. : Молодая гвардия, 2009.
  • Фрид Э. Л. Мусоргский: Проблемы творчества. — Л. : Музыка, 1981.
  • Фрид Э. Л. Прошедшее, настоящее и будущее в «Хованщине» Мусоргского. — Л. : Музыка, 1974.
  • Хубов Г. Н. Мусоргский. — М. : Музыка, 1969.
  • Шавердян А. «Борис Годунов» (критический разбор). — М., 1931.
  • Ширинян Р. К. Оперная драматургия Мусоргского. — М.: Музыка, 1981.
  • Шлифштейн С. И. Мусоргский. Художник. Время. Судьба. — М. : Музыка, 1975.
  • Шумская Н. А. «Сорочинская ярмарка» М. П. Мусоргского: Путеводитель. — М. : Музыка, 1970.
  • Юдина М. В. «Картинки с выставки» Модеста Петровича Мусоргского // Юдина М. В. Вы спасетесь через музыку. Литературное наследие. — М. : Классика—XXI, 2005.
  • Яковлев В. В. «Борис Годунов» в театре // Яковлев В. В. Избранные труды о музыке. Т. 3. — М., 1983.
  • Brown D. Musorgsky, his life and works. Oxford, 2002.
  • Calvocoressi M. D. Moussorgsky. His life and works. London, 1956.
  • Forte A. Musorgsky as modernist: The phantasmic episode in Boris Godunov // Music Analysis 9 (1990), p.3-45.
  • Hofmann R. Moussorgsky. Paris, 1952.
  • Taruskin R. Musorgsky. Princeton, 1993.
  • Мультимедийный CD: Modest Mussorgsky. A Multimedia Tribute to the Great Composer. (ed. By Sergey Lebedev). Luvia United, 1999.
  • Сорокер Я. Л. Модест Мусоргський (1839—1881) // Українська пісенність у музиці класиків: спроба дослідження. — Вінниця: НОВА КНИГА, 2012. — С.105—109.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118641255 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 МУСОРГСКИЙ // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  4. 4,0 4,1 Э. Мусоргский (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. ЮргенсонМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 2. — С. 886—888.
  5. 5,0 5,1 5,2 Moussorgsky, Modeste Petrovich (ингл.) // Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911.
  6. Мусоргский Модест Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. https://data.performing-arts.ch/a/c092b46d-4b2d-4c89-a583-5b8f1c8d8d6a / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  8. В ряде вторичных источников встречаются утверждения об ударении на второй слог фамилии. Эта гипотеза опровергается тем фактом, что в прижизненных документах существует разнобой в написаниях фамилии композитора, затрагивающий второй гласный и не затрагивающий первого (Мусарский, Мусерский, Мусурский и т. д.). См., например: Н. С. Новиков. Молитва Мусоргского. Поиски и находки. / Издание второе, дополненное. — Великие Луки, 2009. — С. 107—114.
  9. Фамилией «Мусорский» композитор подписывал деловые бумаги и письма в 1850-х и начале 1860-х гг.; с буквой «г» стал писать свою фамилию примерно с 1863 г. (Письмо М. А. Балакиреву, № 44). Правописание через «г» зафиксировала, в том числе, и краткая «Автобиография» композитора (сохранился её автограф).
  10. Государственный архив Псковской области, Ф.39, оп.20, д.220, лл. 1383об-1384
  11. Автобиографическая записка (1880). См.: М. П. Мусоргский. Письма и документы. М., 1932, с.422.
  12. Именно такое ударение (на второй слог) в распетом тексте у Мусоргского.
  13. В голосовании по этому вопросу приняли участие семь человек: Людвиг Вильгельм Маурер — композитор и дирижёр Французского театра в Петербурге; Эдуард Францевич Направник — композитор и (с 1869 г.) главный дирижёр Мариинского театра; Игнатий Касперович Воячек — фаготист, композитор и дирижёр Михайловского театра; Сильвен Манжан — капельмейстер оркестра петербургского Французского драматического театра; Алексей Дмитриевич Попков — скрипач и балетный дирижёр; Эдуард Бетц — капельмейстер Немецкой драмы в Петербурге; Джованни Ферреро — контрабасист оркестра Итальянской оперы. В результате тайного голосования, как следует из рапорта, «выпало шесть черных шаров и один белый».
  14. Орлова А. Труды и дни М. П. Мусоргского <…>, с.213.
  15. Собственное выражение Мусоргского. Диагностическое определение этой болезни неизвестно.
  16. Со слов профессора В. Г. Дружинина записал И. И. Лапшин. Цит. по: Орлова А. А. Труды и дни <…>, с.599.
  17. Подробней о нём см. здесь.
  18. Денисенко С. В. Пушкинские тексты на театральной сцене в XIX веке. — СПб.: Нестор-История, 2010. — 494 с. — С. 214 — ISBN 9-785-981876-9
  19. О зале Кононова см. здесь.
  20. Например: Холопов Ю. Н. Мусоргский как композитор XX века // Мусоргский и музыка XX века. М.: Музыка, 1989.
  21. «Неустанно играю и переигрываю Мусоргского. Просто немыслимо, сколь многим я ему обязан» (запись в «песенном» дневнике 1946 года). Цит. по: Пуленк Ф. Я и мои друзья. М., 1977, с. 147.
  22. Помимо статей сборник включает список сочинений, подготовленный П. А. Ламмом, воспоминания современников, письма, детальные указатели, первую публикацию сатирической картины К. Е. Маковского «Могучая кучка».

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Произведения Модеста Мусоргского Ҡалып:Могучая кучка