Борисполь (укр.Бориспіль) — Украинаның Киев өлкәһендәге ҡала, Борисполь районының административ үҙәге, уның составына инмәй.

Борисполь
укр. Бориспіль
Байраҡ[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 1015
Рәсем
Рәсми атамаһы Бориспіль
Дәүләт  Украина
Административ үҙәге Бориспольский район[d]
Административ-территориаль берәмек Киев өлкәһе
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 62 281 кеше (1 ғинуар 2019)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 145 метр
Туғандаш ҡала Кальяо[d][2]
Майҙан 37,01 км²
Почта индексы 08300–08318
Рәсми сайт borispol-rada.gov.ua
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Борисполе[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Boryspil[d]
Карта
 Борисполь Викимилектә

 
Украина маркаһында Борисполдәге Изге Покрова ғибәҙәтханаһы. 2015 й.

Борисполь — Киев өлкәһенең иң боронғо ҡалаларының береһе, йылъяҙмаларҙа Летч, Льто, Ольто булараҡ билдәле. Борисполь беренсе тапҡыр йылъяҙмаларҙа XI быуатта, кенәздәрҙең үҙ-ара низағында (1015—1019) Альте йылғаһы буйында кенәз Владимирҙың улы кенәз Борис вафат булғанда телгә алына. 1117 йылда Борис һәләк булған урында кенәз Владимир Мономах таш сиркәү төҙөй. Летч тулыһынса 1239 йылда монгол-татарҙар тарафынан емерелә.

1508 йылдан Борисполь биләмәһе Пустынно-Николаевский монастыры хакимлығына күсә, ул уға XVI быуатҡа тиклем эйә була. Күрәһең шул саҡта ул үҙенең хәҙерге исемен ала. 1590 йылдан Борисполь поляк документтарында ҙур ауыл булараҡ телгә алына. 1596 йылда поляк короле Сигизмунд III Борисполде король милкенә ала һәм Борисполь старосталығы төҙөй 1623 йылдан алып 1648 йылға тиклем Борисполь магнат Жолкевскийҙарҙың милке була. Поляк хакимлығы ваҡытында Борисполь Магдебург хоҡуғын ала. 1654—1686 йылдарҙағы Украина Емереклектәре ваҡытында Борисполь бер нисә тапҡыр емерелеүгә дусар була.

1802 йылда Борисполь Полтава губернаһы Переяславль өйәҙенең улус үҙәге була[3]. XIX быуат аҙағында Борисполдә (1897 йылдағы иҫәп алыу буйынса) 8953 кеше иҫәпләнгән[4]. Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегенә ярашлы Борисполдә шул ваҡытта «5 православие сиркәүе, 2 йәһүд доға йорто, мәктәп, ҡарт-ҡоролар йорто, дарыухана, 4 ҡунаҡхана, 24 туйыныу йорто, 64 кибет; аҙнаһына 2 тапҡыр баҙар, 4 йәрминкә, 3 тирмән» булған[5].

Граждандар һуғышы ваҡытында Борисполь күп тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә. 1921 йылда бында тулыһынса совет власы урынлаштырыла һәм Борисполь Киев губернаһы составына инә. 1923 йылда ул Борисполь районының үҙәге була.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Борисполь территорияһында аяуһыҙ алыштар бара. Немец ғәскәрҙәре ҡаланы 1941 йылдың 23 сентябрендә баҫып ала. Борисполь 1943 йылдың 23 сентябрендә Ҡыҙыл Армияның йылдам һөжүме һөҙөмтәһендә азат ителә.

1956 йылдан Борисполь — район ҡарамағындағы ҡала. 1965 йылда халыҡ-ара Борисполь аэропорты асыла. 1975 йылдан Борисполь — өлкә ҡарамағындағы ҡала.

XVII быуат уртаһында Борисполдә яҡынса 370 кеше йәшәй. XIX быуат аҙағында халыҡ һаны 5 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. 2018 йылда 60 меңгә яҡын кеше йәшәй[6].

Мәғарифы

үҙгәртергә

Борисполдә 8 дөйөм белем биреү мәктәбе, «Перспектива» гимназияһы, «П. Чубинский исемендәге „Дизайн-Освита“ лицейы, 1 музыка мәктәбе һәм 1 спорт мәктәбе бар. Киев Славянистик университеты филиалы, Персонал менән идара итеүҙең төбәк-ара академияһы һәм профессиональ училище эшләй.

Транспорты

үҙгәртергә

Борисполь — Украинаның һауа ҡапҡалары. Бында Украинаның ҙур Борисполь аэропорты урынлашҡан. Броисполдә шулай уҡ тимер юл һәм автобус станциялары бар. Ҡала Киевтән 16 км алыҫлыҡта ята.

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Борисполь ҡалаһында яҙыусы һәм этнограф Петр Раевский, шағир Емельян Качайло тыуған. Шулай уҡ Борисполь билдәле ғауғасыл журналист Виталий Седюк һәм рэпер Ярмак менән ғорурлана.

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

Фотоһүрәттәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә