Викидатала элемент юҡ

Монасип (исем) — башҡорт ир-ат исеме. Төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимология

үҙгәртергә

Монасип башҡорт теленә ғәрәпсәнән ингән, тура килгән, яраҡлы, тиң мәғәнәһен аңлата[1].

Фамилияла

үҙгәртергә

Монасипов Рөстәм Әнүәр улы ([[6 июнь]] [[1960 йыл]]) — ғалим-электрон техникаһы инженеры, педагог. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010).

Монасипов Миңлеғаффан Хәйрулла улы ([[1 декабрь]] [[1929 йыл]] — 21 октябрь 1997 йыл) — СССР-ҙың нефтсе-быраусыһы. Ишембай быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Монасипов Алмаз Закир улы (11 июль 1925 йыл — 22 июль 2008 йыл) — татар композиторы, Татарстандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1991). Татар композиторҙары араһында беренселәрҙән булып заманса музыкала бәйет, мөнәжәт, китап көйө кеүек боронғо музыка ҡатламдарына мөрәжәғәт итә. «Муса Йәлил» симфония-поэмаһы, «Туҡай аһәңдәре» вокаль-симфоник поэмаһы татар музыка классикаһы тип һанала. XX быуаттың икенсе яртыһындағы иң күренекле татар композиторҙарының береһе.

Фәйруша Монасипов (1788—?) — хәрби эшмәкәр. [[1812 йылғы Ватан һуғышы]]нда һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

w:ru:Монасипов Равил Жакфарович (27 мая 1967 йыл) — ярымһаҡсы сифатындағы совет и Рәсәй футболсыһы.

Монасип (рус. Мунасипово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 106 кеше. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы]

Иҫке Монасип ауыл Советы (Бөрйән районы) — Башҡортостандың Бөрйән районының [[муниципаль берәмеге]], ауыл биләмәһе статусына эйә.

Яңы Монасип (боронғо атамаһы Мишәр; рус. Новомунасипово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ