Миһран

башҡорт ир-ат исеме

Миһран — башҡорт ир-ат исеме.

Миһран

Этимологияһы

үҙгәртергә

Миһран исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә фарсы теле аша ингән, шәфҡәтле, миһырбанлы, һөйкөмлө тигән мәғәнәгә эйә[1]. Һуңғы осорҙа башҡорттар Миһран һымаҡ матур мәғәнәле һәм яңғырашлы исемде һирәк ҡуша.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Ҡотлобаев Миһран Уйылдан улы 18621863 йылдарҙа 16-сы кантон башлығы вазифаһын башҡара. 18631865 йылдарҙа 6-сы Бөрө кантоны башлығының ярҙамсыһы була.

Фамилияла

үҙгәртергә

Миһранов Рәйес Һаҙый улы (1 июнь 1926 йыл — 1970 йыл) — комсомол, партия һәм дәүләт органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1960 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары; 1960 йылдан КПСС-тың Өфө ҡала һәм Баймаҡ район комитеттары секретары; 1963—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 4-6-сы сығаралыш Юғары Советы депутаты. ВЛКСМ-дың XXIII съезы делегаты (1958). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1959, 1966) ордены кавалеры.

Миһранов Ғәлимулла Ғимран улы (1924 йыл — 2005 йыл) — педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). «Почёт билдәһе» ордены (1972) кавалеры.

Миһранов Искәндәр Абрар улы (1 декабрь 1939 йыл) — мәғариф ветераны, тарих уҡытыусыһы, ауыл хәбәрсеһе, тыуған яҡты өйрәнеүсе, һәүәҫкәр йырсы һәм ҡурайсы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (1997).

Миһранов Марс Шәрифулла улы (6 март 1964 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007).

Атаһының исеме

үҙгәртергә

Агишев Иҙел Миһран улы (4 февраль 1928 йыл — ?) — башҡорт телсеһе, лексиколог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985)

Солтангәрәев Әмир Миһран улы (20 февраль 1958 йыл) — хоҡуҡ белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы (документаль проза), публицист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010), Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары ағзаһы (1997), Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (2007).

Халиҡов Миңнеғәли Миһран улы (1904 -?) — өлкән лейтенант, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.

Моратшин Амран Миһран улы (20 сентябрь 1948 йыл) — ғалим-инженер-электрик, дәүләт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987 йылдан Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге директоры. Рәсәй Сифат проблемалары академияһы академигы, техник фәндәр докторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метрологы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ