Халиҡов Миңнеғәли Миһран улы

Ҡалып:Underlinked

Халиҡов Миңнеғәли Миһран улы (1904 йыл — ???) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1].

Биографияһы үҙгәртергә

Халиҡов Миңнеғәли 1904 йылда Бәләкәй Илкәнәй ауылында тыуған (ауылдың хәҙерге исеме Бәләкәй Муса). Үҙенең хәрби хеҙмәт юлын ул 1920 йылдарҙа уҡ Мәләүез ғәҙәттән тыш хәлдәр отрядында башлаған. 1925 −1930 йылдарҙы баҫмасыларға ҡаршы көрәштә 82-се Ҡыҙыл байраҡлы атлылар полкы составында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышын хәрби кадр булараҡ ҡаршылай. Башҡорт атлы дивизияһын төҙөүҙә ҡатнаша. Иң тәүҙә атлылар разведкаһы, аҙаҡтан кавалерия эскадроны командиры була. Өлкән лейтенант Халиҡов М. М. был данлы дивизия сафында һуғыша. Уның хәрби юлы — 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының хәрби юлы, ул Башҡортостанда ойошторола һәм Берлин ҡалаһында һуғышты тамамлай.

  1. Память народа. Документ, уточняющий потери.