Меклин Наталья Фёдоровна

Меклин Наталья Федоровна (ире буйынса — Кравцова; 8 сентябрь 1922 йыл, Лубны, Полтава губернаһы, УССР, — 5 июнь 2005 йыл, Мәскәү, Рәсәй) — гвардия майоры, яҙыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).

Меклин Наталья Фёдоровна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 сентябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1]
Тыуған урыны Лубны, Полтава губернаһы[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 5 июнь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (82 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө лётчик
Уҡыу йорто Военный институт иностранных языков[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Хәрби подразделение 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Советтар Союзы Геройы «Почёт Билдәһе» ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы Жуков миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
 Меклин Наталья Фёдоровна Викимилектә

Наталья Фёдоровна Меклин 1922 йылдың 8 сентябрендә Украина ССР-ының Полтава губернаһы Лубны ҡалаһында тыуған. Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы[2][3].

Наталья Фёдоровна мәктәп йылдарын Харьков һәм Киевта үткәрә, унда 1940 йылда 79-сы мәктәпте яҡшы билдәләренә генә тамамлай. Өлкән синыфтарҙа планеризм менән шөғөлләнә. Киев Пионерҙар һарайы янындағы планер мәктәбенә яҙыла. 1941 йылда Мәскәү авиация институтының 1-се курсын тамамлай.

1941 йылдың октябрь башында шәхси ғаризаһы буйынса Советтар Союзы Геройы осоусы М.М. Раскова ойошторған 588-се төнгө бомбардировка авиация полкына теркәлә[К 1]. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың майынан алып. Эскадрилья элемтәһе начальнигы, осоусы, өлкән осоусы һәм авиация полкының звено командиры була. Көньяҡ, Төньяҡ-Кавказ, 4-се Украина һәм 2-се Белорус фронттарында һуғыша. Дөйөм алғанда, звено командиры Наталья Меклин иҫәбендә — 980 хәрби осош, улар ваҡытында дошман өҫтөнә 147 тонна бомба ташлана.

1945 йылдың 23 февралендәге указ менән гвардия лейтенанты Наталия Фёдоровна Меклин Советтар Союзы Геройы («Алтын йондоҙ» миҙалы № 4855) исеме бирелә.

1945 йылдың октябренән Н. Меклин запаста. 1947 йылда Мәскәү дәүләт университетының филология факультетының 2-се курсын тамамлай.

1947 йылдың октябренән ҡабаттан армияла. 1953 йылда Сит телдәр хәрби институтын тамамлай (1948—1953). СССР Оборона министрлығының 6-сы идаралығында өлкән референт-тәржемәсе булып эшләй. 1956 йылда ғинуар айында Ю.Ф.Кравцовҡа кейәүгә сыға һәм уның фамилияһын ала.

1957 йылдың сентябренән майор Н. Кравцова отставкала. Совет армияһы Генштабы Идаралығының мәғлүмәт бүлегендә тәржемәсе-референт булып эшләй; һуңынан сит телдәрҙәге хәрби-техник әҙәбиәте нәшриәтендә тәржемәсе, мөхәррир була. Әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Мәскәүҙә йәшәй.

1972 йылданСССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Ҡыҙыл Армияның Сит телдәр хәрби институты» Дуҫтары Клубы ағзаһы (ВИИЯ КА).

Классик әҙәбиәтте ярата (Л.Н.Толстойҙың «Война и мир» ромианын, Голсуорсиҙың «Сага о Форсайтах», музыкуүаны (Бетховен, Шостакович), балетты («Жизель») ярата. Яратҡан кинофильмдары — «Белое солнце пустыни», «Служили два товарища», «Тихий Дон». Актёрҙарҙан Жан Габен, Софи Лорен, Галина Уланованы ярата. Яратҡан спорт төрө — спорт гимнастикаһы.

2005 йылдың 5 июнендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  Тышҡы медиафайлдар

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Наталья Фёдоровна — күп һанлы хикәйә һәм очерктар авторы. «Вернись из полёта!» повестары йыйынтығы Фадеев исемендәге миҙалға лайыҡ була.

Повестары:

  • В ночном небе. М., 1972;
  • От заката до рассвета. М., 1967;
  • Из-за парты — на войну. М., 1976;
  • Вернись из полёта! М., 1979;
  • За облаками — солнце;
  • Госпитальная палата;
  • На горящем самолёте.
  Тышҡы һүрәттәр
  Надгробный памятник в Москве на Троекуровском кладбище (2010).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Natalya Fyodorovna Meklin (Kravtsova) // TracesOfWar
  2. Меклин (Кравцова) Наталья Федоровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Шкадов Иван Николаевич. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 66. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  3. Меклин Наталья Фёдоровна. «Герои страны» сайты.
  4. Меклин (Кравцова) Наталья Федоровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 66. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  5. Меклин, Наталья Фёдоровна. Сайт «Герои страны».

Комментарий

үҙгәртергә
  1. Полк, имевший исключительно женский состав, был сформирован в октябре 1941 года. В феврале 1943 года преобразован в 46-й гвардейский ночной бомбардировочный авиационный полк. Имея на вооружении лёгкие самолёты По-2 (Поликарпов У-2), боевые экипажи полка сделали в общей сложности 24 тысячи боевых вылетов, сбросили на врага 3 тысячи тонн бомбового груза. Полк получил почётное наименование Таманского. Был награждён орденами Красного Знамени и Суворова III степени и отмечен 22 благодарностями Верховного Главнокомандования. За войну полк потерял 31 лётчицу, пять из которых посмертно были удостоены звания «Герой Советского Союза». 23 лётчицы получили звание Героя Советского Союза, две — Героя России

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Меклин (Кравцова) Наталья Федоровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Шкадов Иван Николаевич. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 66. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Ракобольская Ирина Вячеславовна, Кравцова Наталия Фёдоровна. Нас называли ночными ведьмами. Так воевал женский 46-й гвардейский полк ночных бомбардировщиков. — 2-е издание, дополненное. — М.: Издательство МГУ, 2005. — С. 336. — 2000 экз. — ISBN 5-211-05008-8.
  • Аронова Раиса Ермолаевна. Знаменосец полка // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
  • За мужество и отвагу : Докум. очерки о Героях Сов. Союза- уроженцах Полтавы и Полтав. обл. / И. Е. Горобец, В. С. Дмитренко, П. М. Клименко и др.; Вступ. ст. И. Н. Шкадова; Под ред. С. И. Исаева. — 2-е изд., перераб. и доп.. — Харьков: Прапор, 1984. — 455 с. — (Герои Сов. Союза).
  • Огненные годы : Документы и материалы об участии комсомола в Великой Отечеств. войне / Предисл. кандидатов ист. наук, доцентов В. Б. Калинина и В. И. Ледвицина. — 2-е изд., перераб. и доп.. — М.: Мол. гвардия, 1971. — 654 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә